Таныш тормош. Таныш кешеләр

20-10-2017, 00:05 // Рухиәт // Баҫып сығарырға
Таныш тормош. Таныш кешеләр Журналист һәм яҙыусы Венер Исхаҡовтың “Китап” нәшриәтендә
“Өй эйәһе” исемле китабы баҫылып сыҡты. Ул – “Башҡортостан” гәзите редакцияһында үҙенең ышаныслы хеҙмәт урынын, журналистик ижад йүнәлешен уңышлы тапҡан хәбәрсе. Көнүҙәк темаларға яҙылған мәҡәләләре, һүрәтләмәләре, интервью, репортаждары әленән-әле баҫылып тора. Улар менән аралаш хикәйәләре лә йыш ҡына донъя күрә.



Автор журналист һәм яҙыусы сифатында “Башҡортостан” гәзите редак­цияһында элек-электән ныҡлы урын алған матур традицияны беҙҙең көндәрҙә ышаныслы дауам итә.
Төрлө дәүерҙә “Совет Башҡортостаны” журналистары араһында Әмир Гәрәев, Ноғман Мусин, Булат Рафиҡов, Тайфур Сәғитов, Ғәйфулла Вәлиев, Динис Бүләков кеүек прозаиктар, Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Рәшит Шәкүр, Ирек Кинйәбулатов, Сафуан Әлибаев кеүек шағирҙар эшләгән. Бөгөн ҙур абруйлы был коллективта Азамат Юлдашбаев, Рәлис Ураҙғолов, Салауат Әбүзәров, Лариса Абдуллина кеүек яңы быуын журналистары һәм яҙыусы­лары матбуғат, әҙәбиәт өлкәһендә ең һыҙғанып ижад итә.
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алған йәш ижадсылар менән “Башҡортостан” гәзите коллективы араһындағы бындай тығыҙ, эҙмә-эҙлекле хеҙмәттәшлек һәм бәйләнеш башҡорт журналистикаһы менән башҡорт әҙәбиәтенең үҙ-ара аралашып туҡтауһыҙ үҫешен, һәләтле йәш ижади көстәр менән тулыланыуын кәүҙәләндерә.
“Өй эйәһе” – йәш прозаик Венер Исхаҡовтың өсөнсө китабы. Унда һуңғы йылдарҙа ижад ителгән сатирик һәм юмористик хикәйәләре тупланған. Иң тәүҙә шуны әйтәйек: 2017 йыл автор өсөн икеләтә шатлыҡлы. Яңы китабы сыҡты, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзына ҡабул ителде. Артабанғы йылдарҙа ла шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәлеп торһон. Ваҡиғаларҙың икеһе лә Венер өсөн генә түгел, башҡорт журналистикаһы, Башҡорт­остан әҙәбиәте өсөн дә шатлыҡлы һәм баһалы.
Йыйнаҡ ҡына китапҡа ла бәхетле яҙмыш сәғәттәре һуҡҡан, тип әйтергә мөмкин. Бында урын алған 41 хикәйәнең һәр береһе башҡорт әҙәбиәтендәге сатирик һәм юмористик проза ҡаҙнаһында лайыҡлы урын аласаҡ.
Китаптағы әҫәрҙәр тематик һәм стиль йәһәтенән әҙәбиәтебеҙҙәге сатира, юмор өлкәһенә үҙенсәлекле яңы сифаттар өҫтәй. Ыҡсым күләмле йүгерек хикәйәләр бер тында уҡыла. Ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, ғәләмәт холоҡло кешеләр ысынбарлыҡтың үҙе һымаҡ ағыла китапта. Зиһенде ылыҡ­тырып, сюжет, характерҙар үҙ артынан эйәртә. Ҡайһы бер хикәйәне хатта ҡабат-ҡабат уҡыйһың. Йыйынтыҡты тотошлай уҡып сыҡҡас, үҙеңә эстән генә былай тип әйтеп ҡуяһың: таныш тормош, таныш кешеләр.
Был китаптағы хикәйәләргә иң хас әҙәби сифаттарҙың береһе – сатираның юморлы булыуы. Сатира менән юморҙың тығыҙ берлеге әҫәрҙе йәнлелек, хислек, мәҙәнилек аһәңе менән сорнай. Уҡыусы күңеленә асҡыс ана шулай табыла. Сатира һәм юмор оҫтаһы Сәғит Агиш прозаһы нәҡ шундай әҙәби күренеш ине.
Юморға йомарт һуғарылыу Венер Исхаҡов хикәйәләрен уҡымлы һәм тормошсан итә. Халыҡ телендә “үҙе ҡыҙыҡ, үҙе ҡыҙғаныс” тигән әйтем дә иҫкә төшә. Ошо йәһәттән “Беҙ ниңә шулай” тигән хикәйә айырыуса үҙенсәлекле. Уның төп геройы Мөҡсин тормошта йыш осрай торған бер кеше тибын күҙ алдына баҫтыра. Мөҡсин – кирегә бөткән мыжыҡ бәндә. Ул бер нәмәнән дә ҡәнәғәт түгел. Тормоштан, кешеләрҙән кире яҡты ғына эҙләй. Әҫәр ошолай башланып китә:
“Мөҡсин бөгөн дә үҙенең күнегелгән йолаһына хыянат итмәне: төшкә ҡарай ғына өҫтәле янына “лып” итеп килеп ултырҙы. Портфеленән шапылдатып бер ҡосаҡ гәзит-журнал соҡоп сығарҙы ла, ҡыштыр-ҡоштор килеп, әле береһен ҡараны, әле икенсеһен. Унан быҙау кеүек мышнай-мышнай нимәлер уҡый башланы. Ахырҙа берәй таныш-фәләне күҙенә салынды булһа кәрәк:
– Бынау ни юҫыҡ әҙәмде лә гәзиткә яҙған булғандар, – тип мөкөлдәгәне ишетелде. – Ишшеү килештереп, аҡшайтып фотоһын биргәндәр бит әле. Алланың ҡашҡа тәкәһе тиерһең. Ана ниндәй ҡаҡайып тора. Уның шайы ғына кем эшләмәй! Әкиәт яҙып академик булған берәү. Бустыйҙың бустыйы бит. Бына мин етмештә булһам да, бер ҙә бот күтәреп өйҙә ятмайым. Берәүҙе күрҙениһәләр, күҙҙәре тона бит ул, юҡ эшен дә бар итеп ҡабартырға ғына торалар. Ҡыҙыҡ ҡыналар ул. Беҙ ниңә шулай икән, ә?”
Бына шул һүҙҙән башланып китә иртәнге эш сәғәте Мөҡсин мыжыҡтың. Артабан инде көндәлек тормоштан, кешеләрҙән йөй эҙләүен туҡтатмайса дауам итә. Йәнәшәһендәге өҫтәлдең етемһерәп ултырыуын шәйләп алғас, бүлмәләгеләргә ҡәтғи һорау бирә:
“– Һаман да юҡмы?
– Ул больницала бит, – тип яуап ҡайтара кемдер.
Мөҡсин секунд араһында теҙеп алып китә:
– Кит, ғибрәт, әйләнгән һайын ниндәй бальнис, ти ул. Эш тип уйлау юҡ, сиртһәң битенән ҡаны һытылырҙай бәндәне ҡайһы ере бимазалай икән, ә? Кляузник! Бөгөндән шартлатып арт һанына тибергә кәрәк уның. Беҙгә ғәрип-ғөрәбә не нужен…
Мөҡсин мыжыҡ эсендә ҡайнаған һарыуын туҡтамай сәсә бирә. Уның яңы соҡсоноуы өр-яңыса килеп сыға.
– Бынау йәврәйҙәрҙең берҙәмлегенә ғәжәп итерлек. Береһе өсөн береһе үлергә әҙер торған бындай ҙа халыҡ булыр икән! Ҡарттарын да, йәштәрен дә чут күтәреп йөрөтмәйҙәр. Кәнишне, шулай булғас, улар алға бармай, кем барһын! Ә беҙ? Ҡуй инде, ҡуй, әйтеүе лә оят, ни юҡ – беҙгә юҡ. Бер-беребеҙҙе тереләй йоторға әҙер генә торабыҙ бит. Ҡайҙа ул беҙгә бер-береңдең шатлығына ҡыуана белеү! Ниңә беҙ шулай икән, ә?
Ошо саҡта бүлмәгә бүлек етәксеһе башын һона.
– Наилды күрмәйемсе, берәй эш менән киттеме икән?
Мөҡсин ашығып яуап бирә:
– Ҡасан уның башҡалар һымаҡ эшкә үҙ ваҡытында килеп, үҙ ваҡытында ҡайтҡаны бар? Әллә ҡасан уҡ табанын ялтыратты. Үҙегеҙ беләһегеҙ хәҙерге йәштәрҙе. Улар беҙҙең кеүек ҡара таңдан киске эңергә ҡәҙәр һеперелергә алйот түгел. Ваҡыт уҙһын, сабата туҙһын тип кенә йөрөйҙәр шунда…”
Мөҡсин мыжыҡтың бер көн дауамын­дағы “етди” ҡыланыуы шулай тамамлана.
“Өй эйәһе” китабында Мөҡсин – иң ныҡ иҫтә ҡалған герой. Ул ысын мәғәнәһендә характер дәрәжәһенә еткереп һынлан­дырылған типик образ. Бындай әҙәби һөҙөмтәгә өлгәшеүҙә ике уңышлы әҙәби-художество сара хәл иткес роль уйнай. Беренсенән, геройҙың үҙен үҙе асып һалыуы бик мәғәнәле. Был осраҡта Мөҡсиндең өс-дүрт монологы йөкмәткене кәрәкле фекер менән тәбиғи байыта, әҫәрҙең ышандырыу ҡеүәһен тәрәнәйтә һәм көсәйтә. Һәр бер монологын ул: “Беҙ ниңә шулай икән, ә?” тип ҡәтғи әйтеп йомғаҡлай. Бер нисә тапҡыр ҡабатланған ошо һүҙ геройҙың үҙ әйткәненә ныҡ инаныуын раҫлай, тыңлаусыға әйткән фекерен, ҡарашын һеңдерергә теләй. Уҡыусы иһә был геройҙың ысынлап ана шундай кирегә бөткән, һәр нәмәнән йөй эҙләгән мыжыҡ кеше икәнлегенә тамам ышана.
Уйлап ҡараһаң, Мөҡсин шикелле бәндәләр тормошта осрап тора бит. Был, әйткәнебеҙсә, беренсенән булды. Икен­сенән, шәп геройҙың характер үҙенсәлек­тәрен көсәйтеп һынландырыуҙа яҙыусы­ның хикәйәләү стиле лә бик мөһим. Яҙыусы хикәйәләүе әллә ни ҙур урын алмай. Әммә йыйнаҡ хикәйәләү өлөштәрендә Мөҡсингә хас кешелек сифаттары мәргән тасуирлана. Яҙыусы хикәйәләүендәге стиль үҙенсәлеге ошондай өҙөктә лә бик күргәҙмәле сағыла:
“Мөҡсин бөгөн дә үҙенең күнегелгән йолаһына хыянат итмәне: төшкә ҡарай ғына “лып” итеп килеп ултырҙы. Бына-бына ҡорбанын һөҙөп осорорға әҙерлән­гән үгеҙ кеүек күҙе аларған, йөҙө ҡарайған, былай ҙа юҡ иренен бәлеш кеүек бөрөш­төрөп ҡымтыған ирҙең бүлмәләгеләргә ҡул биреп күрешеү түгел, ирендәрен ҡыбырлатып һаулыҡ һорашырға ла хәле етмәне…”
Венер Исхаҡов ҡыҫҡа хикәйәләрҙе үҙ итә. Сатирик һәм юмористик әҙәбиәт өсөн ҡыҫҡалыҡ – традицион ҡалып һәм жанр сифаты. Сәғит Агиш, Сәләх Кулибай, Ғариф Ғүмәр, Тимер Арыҫлан, Марат Кәримов, Марсель Сәлимов хикәйәләре йыйнаҡ күләмле. Бындай әҫәрҙәрҙә һүҙгә тапҡырлыҡ, етдилекте шаянлыҡ, уйын-көлкө аша асып биреү – ғәҙәти хәл.
Яҙыусы стиленә хас йыш осраған үҙенсәлектәр китапта төрлө-төрлө сифатта күҙ алдына баҫа. Шулар араһында, әйтәйек, мәҙәгерәк башланыш уңышлы файҙаланыла.
“Уйын эш түгел” хикәйәһе бик сәйер һүҙҙән асылып китә.
“Аптыраҡ инде, аптыраҡ. Баш ҡатты ул. Барыһы ла күреп ҡалыу менән:
– Ҡасан бисә алаһың да ҡасан бисә алаһың? – тип ҡаҡ быуынға төшә бит, әй. Атайым да:
– Эшкинмәгән, ҡоро кәүҙә, әллә кемгә оҡшап мәмәй булғанһың, кәләш алырға ла эшкинмәйһең бит, – тип хыялый итә”.
“Аптыраҡ инде, аптыраҡ!” тигән мәҙәгерәк һүҙ әҫәрҙә бер нисә тапҡыр ҡабатлана. Ошо һүҙ герой менән бәйле ваҡиғаларҙы артабан тәбиғи үҫтерергә алтын асҡыс һымаҡ. Уҡыусының иғтибарын әҫәр аҙағынаса ылыҡтырып эйәрткән йәнле бер әҙәби сара ул.
Хикәйәләрҙә юмор-сатира рухын тыуҙырыуҙа геройҙың портретын тасуирлау стиле ҡыҙыҡлы. “Туй мәшәҡәте” әҫәрендә йәш кәләш Марисабелдең төҫө-башы, килбәт-ҡиәфәте ҡуйы буяуҙар аша һынландырыла:
“…Малайҙарҙыҡы кеүек ҡыҫҡа ғына итеп киҫелгән сәсенең бер өлөшө ҡыҙғылт, икенсе яғы – көрәнһыу, сикә тирәһе тағы әллә ниндәй төҫтә. Ҡара, ҡара, ҡолағына ғына түгел, танауына, хатта аҫҡы ирененә лә алҡа тағып алған. Ҡыҫҡа ғына майкаһынан кендеге күренеп тора, унда ла алҡаһы йымылдай. Бәсәк-бәсәк, теле осонда ла әллә нимә күренгән һымаҡ. Ысынлап та шулай шул! Алҡа ла инде”.
Яҙыусы ижад иткән үҙенсәлекле тиҫтәләгән характер-типтар араһында исемһеҙ бер герой бар. Ул үҙен былай тип таныштыра:
“– Мин ҡортсолоҡ буйынса белгес булам. Оҙаҡ йылдар ошо өлкәлә шөғөл­ләнәм. Фән кандидатымын. Әле докторлыҡ диссертацияһын яҡларға әҙерләнәм, – тип башланы ул һүҙен. – Иң тәүҙә яҙған әйберҙәрҙе матбуғатта баҫтырырға кәрәк. Тик ниңәлер минекеләрҙе ҡабул итмәй йөҙәтәләр. Мәскәүгә ебәргән әллә күпме мәҡәләм һыуға төшкәндәй ғәйеп булды. Ә бит уларҙы яҙыу өсөн күпме ваҡыт сарыф ителде. Ул китапханаларҙа соҡоноу, ул эҙләнеү… Минең кеүек белгестәр илдә юҡ тиерлек. Сабып йөрөп, хатта ғаилә ҡорорға ла ваҡыт ҡалманы. Шуны аңламайҙармы икән ни?”
Ошо хәтле шәп белгес көтмәгәндә көлкө ҡатыш ҡыҙғаныс хәлгә тарый.
Редакция журналистарының береһе, сәй эсергә тип алып килгән баллы банканы өҫтәлгә ултыртҡас, әлеге белгестән бының ниндәй бал икәнен белергә һорайҙар. Тәмләргә тип бер нисә ҡалаҡ бал һоғонғас, ул былай ти:
– Йүкәнеке тиһәң – ҡыҙғылт, ҡара­бойҙайҙыҡы тип әйтер инем – тәме башҡа төрлө.
Хикәйә бик мәргән йомғаҡ менән тамамлана.
“Ҡунаҡ мул ғына итеп өсөнсө, дүртенсе ҡалаҡты һоғондо, әммә аныҡ ҡына яуап ишетелмәне. Күрәһең, ниндәй бал икәнлеген айырыу өсөн уға кәмендә академик булыу кәрәктер!”
Ниндәйен эффектлы финал! Әҫәр башында үҙен ҡортсолоҡ буйынса илдәге иң шәп белгес тип иҫәпләгән фән кандидаты әҫәр аҙағында йүкә балы менән ҡарабойҙай балы араһындағы айырманы аныҡ самалай алмай. Финалда бөтә әҫәргә салют бирелгән һымаҡ. Донъя яңғыратып көлөрлөк хәл! Көтөлмәгәнлек эффекты әҫәрҙе хәтергә уйып һала. Көләмәс жанрында киң ҡулланылған новелизм алымы ана шундай ҡөҙрәткә эйә. Художество сараһы булараҡ, новелизм Венер Исхаҡов хикәйәләрендә лә уңышлы һәм йыш файҙаланыла.

***
Венер Исхаҡовтың “Өй эйәһе” китабы – хәҙерге башҡорт прозаһына, айырыуса уның сатира-юмор өлкәһенә үҙенсәлекле идея-художество яңылыҡтары алып килгән әҙәби күренеш. Билдәле булыуынса, әҙәбиәтебеҙҙәге сатирик-юмористик әҫәрҙәрҙә, бигерәк тә һуңғы осорҙа йыш ҡына яҙыусы тарафынан уйлап сығарылған тормош күренештәре һәм яһалма кешеләр образдары урын алһа, автор прозаһында таныш тормош, таныш кешеләр менән осрашҡандай булаһың. Күрәһең, көндәлек журналист хеҙмәте ысын тормош, ысын кешеләр менән йыш осраштырып, хәҙерге ысынбарлыҡтың төрлө яҡтары һәм кешеләрен уға даими танытып торалыр.
Ә ҡәләме сатираға һәм юморға бик йомарт Венер Исхаҡовтың. “Өй эйәһе” кеүек уҡымлы йыйынтыҡ артынан тағы ла шәберәк китаптарың “тып” итеп торһон әйҙә!

Тимерғәле КИЛМӨХӘМӘТОВ,
филология фәндәре докторы,
БДУ профессоры.