Башҡорт армияһы. Ниндәй булған ул?

17-01-2018, 00:03 // Рухиәт // Баҫып сығарырға
Башҡорт армияһы. Ниндәй булған ул?Күптән түгел һөйөнөслө хәбәр ишеттек – танылған яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат КАМАЛ сираттағы романын тамамлаған. Ижадсы төрлө темаларға мөрәжәғәт итә һәм уларҙың барыһын да ентекле яҡтырта. Сираттағыһы иһә тарихтың ысынбарлығын асып һалыуға ҡоролған.


– Сер итеп тағы бер роман та­мамлаған­һығыҙ тип әйтте­ләр. Ысын күңелдән ҡотлай­быҙ! Был нисәнсеһе?
– Утыҙынсыһы. Туҡта, иң мөһиме һан түгел бит...
– Шулай ҙа... Был ижад емешегеҙ нимә тураһында?
– Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыу уңайынан беҙҙә бихисап саралар ойошторола. Был хаҡта төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитовтың махсус Указы донъя күрҙе. Башҡортостан йөм­һү­риәте төҙөлөүгә арналған “Башҡорт ғәскәре” тигән роман яҙып бөттөм.
– Ринат Әлтәф улы, ижадығыҙ быға тиклем башлыса социаль темаларҙы үҙ эсенә алды. Кинәт кенә тарихи темаға тотонорға нимә этәрҙе?
– Беҙҙең тарихыбыҙ шул тиклем бай, уның менән маҡтана һәм маһая алабыҙ. Элегерәк тарихҡа бәйле бер нисә повесым донъя күргәйне инде.
Иң тәүҙә темаһы хаҡында әйтәйек: ул 1917–1920 йылдарҙағы ваҡиғаларға арналған. Гәрәй Ҡарамышев әйтмешләй, һуңғы башҡорт бунты, халҡыбыҙҙың азатлыҡ өсөн көрәше...
Эйе, был хаҡта башҡорт әҙәбиәтендә күләмле әҫәрҙәр тупланған. Афзал Таһировтың “Һалдат­тар”, “Ҡыҙылар­меецтар” романдары, Әсғәт Мир­заһитовтың “Бәхтегәрәй” пьесаһы, Фәрит Иҫәнғоловтың “Арыш башағы”, “Һәйкәлдәр тереләр өсөн” романдары. Ғәйнан Хәйриҙең “Боролош”, Һәҙиә Дәүләт­шинаның “Ырғыҙ”, Зәйнәб Биишеваның трилогияһын да шул әҫәрҙәр иҫәбенә индерергә мөмкин. Бигерәк тә һуң­ғыларында “Башҡорт халҡы революцияға нисек килгән?” тигән мәсьәлә күтәрелә.
Минеңсә, башҡорт халҡы революция­ға килмәгән, ә урыҫ революцияһы уға килгән. Һуңынан халыҡтың алдынғы зыялы өлөшө шул осорҙағы хәл-ваҡи­ғаларҙы оҫта файҙаланған йәки файҙа­ланырға мәжбүр булған. Әле телгә алын­ған әҫәрҙәр, ни генә тиһәң дә, марксистик-ленинсы тәғлимәте күҙлегенән яҙылған, уларҙа урыҫ эшселәр синыфын алға сығарыу, синыфтар көрәше, бөтә хәл-ваҡиғаларҙы большевистик партия күҙлегенән баһаларға ынтылыш ярылып ята.
“Башҡорт ғәскәре” тигәс, иң тәүҙә башҡорт дәүләтселеге, Башҡорт автоно­мияһы тураһында һөйләргә тейешбеҙ. Армия менән халыҡ, уларҙың бурыстары, маҡсаттары бер. Башҡорт әҙәбиә­тендә бары үҙгәртеп ҡороуҙар башлан­ғас ҡына мәсьәләне ошо күҙлектән йәки ғәҙел итеп яҡтыртыу башланды. Әлбит­тә, юлбашсыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди сит илдә йәшәгәс, ул тәүҙән үк бүтән ҡараш­та торҙо, уҙған быуаттың 60-сы йылдарында “Хәтирәләр” китабын яҙҙы. Ошонан һуң Роберт Байымов уның шәхесенә арналған “Сыбар шоңҡар” романын (1997 йыл) ижад итте. 1999 йылда Ғәзим Шафиҡов русса “Расстрел” романын сығарҙы. Ул башлыса 1920 йылдағы башҡорт восстаниеһын һүрәтләй.
Ҡәләм оҫтаһы Йыһат Солтанов “Сөләй­мән Мырҙабулатов” романын баҫтырҙы. Халҡым, илем, телем тип янған Әкрәм Бейештең “Ил аҙабы” романын уҡып кинәндек. Йүгерек тел менән яҙылған әҙәби әҫәрҙәрҙән айырмалы, иҫ киткес тәрән ғилми хеҙмәттәр ҙә байтаҡ. Был тема буйынса абруйлы ғалим Марат Ҡолшәрипов ныҡлап һәм күп эшләне, Азат Ярмуллиндың мәҡәлә­ләре йыш баҫылды – уның “Башҡорт армияһы тарихынан”, “Военная история башкир” тигән китаптарын йәмәғәтселек хуплап ҡаршыланы. Был тәңгәлдә йәнә Мәүлит Ямалетдиндың, Яныбай Хамма­товтың, Рәшит Солтан­гәрәевтең “Муса батыр” исемле әҙәби әҫәрҙәр йыйын­тығын (1993 йыл), эҙәрмән журналистар Рәүеф Насиров, Дәүләт Мәһәҙиевтәрҙең, тағы ла бик күптәрҙең хеҙмәттәрен һанап китергә мөмкин.
Бына ошо юҫыҡтан ҡарағанда, бихисап әҙәбиәт бар кеүек. Ләкин барыбер XX быуат башындағы хәл-ваҡиғаларҙы һаман тулыһынса белеп бөтмәйбеҙ. Өҫтәлдән тормай яҙырға ла яҙырға... Баш­ҡорт халҡының ошо осорҙағы азат­лыҡ өсөн көрәше хаҡында һөйләгәндә армия темаһын тарыраҡ итеп алам, әммә был азатлыҡ өсөн көрәш һәм баш­ҡорт армияһы – темалар бер үк. Ошо турала мөмкин тиклем тулыраҡ итеп художестволы тел менән һөйләү маҡса­тын ҡуйҙым. Икенсенән, бүтәндәрҙән айырмалы, башҡорт армияһын тик үҙем­сә генә яҡтыртам, әҫәр һуңында тарихи ваҡиғаларға үҙ ҡарашымды, мөнәсә­бәтемде белдерәм.
– Әҫәр нисә өлөштән тора?
– Бөтәһе ете өлөшкә бүлеүҙе отошло һананым. Әҫәр “Ырымбур” тигәне менән асыла. Артабан “Силәбе” менән дауам иттерелә. Шунан “Темәс”, “Саранск. Көн­ьяҡ фронт”, “Петроград фронты”, “Польша фронты” тигәндәре килә. Роман “Учалы” тип аталған өлөш менән тамам­лана. Ваҡиғаларҙы ошолай төркөм­дәргә бүлеү уҡыусыларға ҡыҙыҡлыраҡ һәм тәьҫирлерәк булыр, тим. “Учалы” бүлеге иһә ваҡиғаларға тотошлай үҙемдең мө­нәсәбәтемдән тора: төп геройға ниндәй мөнәсәбәттәмен, башҡорт армияһының артабанғы яҙмышына ҡарата ниндәй фекерҙәмен? Уға Рәсәй иле етәкселәре нисек ҡараған? Ғөмүмән, бында һүҙ Башҡортостандың үҙаллылығы, Рәсәй­ҙең киләсәге мәсьәләләренә барып тоташа. Ярай, барыһын да асып һалма­йыҡ. Романда тасуирланыуынса, башҡорт армияһы төрлө осорҙа төрлөсә була. Башлыса ул 10 полклы, шул уҡ ваҡытта ярҙамсы полктары ла бар.
— Әйткәндәй, әҫәр ҡайҙа баҫыла?
— Роман “Ағиҙел” журналының бы­йыл­ғы икенсе һанында баҫмаға әҙер­ләнә.
— Төп герой...
— Төп герой? Белеүебеҙсә, төп герой — әҫәрҙең үҙәге, әҫәрҙең арҡа һөйәге. Башҡорт армияһы... Уны кем кәүҙәлән­дерә ала? Әмир Ҡарамыш, Ғимран Ма­ғазов, Ғабдулла Иҙелбаев, Ғәбделхаҡ Ғә­битов, Ишмырҙиндар, Сөләймән Мыр­ҙабулатов... Генерал Ишбулатов. Баш­ҡорт офицерҙары. Башҡорт ғәскәрен тө­ҙөүҙә төп ролде Зәки Вәлиди үҙе үтәй бит. Ул аҡтар менән ҡыҙылдар яғында ике тапҡыр башҡорт армияһын төҙөй. Ул армияның әмире итеп Әмир Ҡара­мышты күрә. Лайыҡлы шәхес. Ләкин пландарға тормош үҙе төҙәтмә индерә. Әмир иртә батырҙарса һәләк була. Шунан һуң башҡорт офицеры Муса Мортазиндың һыны ҡалҡа: ул яуҙарҙа тере ҡала. Ул — трагик шәхес, үҙ йөҙөндә ошо осорҙа башҡорттоң бөтә булмышын сағылдыр­ған зат. Халҡыбыҙҙың еңеүҙәрен дә, мәх­рүмлектәрен дә татый. Ул был яҡтан ҡарағанда, Рәшит Солтангәрәй әйтмеш­ләй, Шолоховтың Григорий Мелеховы һымаҡ... Мелеховтан да ҡатмарлыраҡ шәхес, башҡортҡа яҙған бар йәбер-золомдо татый, хатта Мелеховтан да бәхетһеҙерәк. Мелехов социаль яҡтан бәхетһеҙ, бер халыҡтың аҡтар менән ҡыҙылдарға бүленеп айҡа­шыуында үҙенең ғаиләһен, һөйгәнен юғалта, ә Муса... Ул социаль яҡтан да, милли яҡтан да бәхетһеҙ. Һуғышта улы Юлайҙы юғалта, 1937 йылда, репрессия мәлендә, үҙенең ғүмере өҙөлә. “Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну” китабында 1927 йылда үҙен, көрәштәштәрен ҡағыҙға теркәй.
1920 йылдың авгусында ул Польша фронтынан Башҡорт восстаниеһын баҫтырырға ҡайтарыла: аҡтар менән ҡыҙылдар араһындағы баррикадала ғына түгел, ә туған халҡы менән үҙе араһындағы баррикадала ҡала. Ил ут-һөрөм эсендә, Башҡортостанда төп халыҡҡа ҡарата ысын геноцид ҡотора, ә ул шул мәлдә каратель мундирын кейеп ала! Еңелме был “башҡортом” тип йәшә­гән кеше өсөн? Ул: “Башҡорт восстание­һын башҡорттар үҙҙәре генә баҫтырһын, ә Башҡортостанда башҡорт башын ҡыйып йөрөгән Аркадий Голиковтар (Гайдарҙар) түгел!” – тип әйтә.
Әҫәргә Башҡорт армияһы Баймаҡта, Силәбелә тыуа, Учалыла, Мортазин тө­бәгендә, Мортазин тарафынан бөтөрө­лә тигән концепция һалына. Был, әлбит­тә, тарихи дөрөҫлөккә тап килмәй, ысынында башҡорт армияһы Рәсәй хөкү­мәте ҡарары менән бөтөрөлә. Һәм нин­дәй мәкерлек... Ҡыҙыл Армия Польша фронтында сигенә, ләкин башҡорт командирын Башҡортостанға ҡайтара­лар. Большевиктар өсөн ил эсендәге баш­ҡорт болаһы поляк яуынан ҡурҡы­нысыраҡ икән, уны нисек тә башҡорт ҡулы менән баҫтырырға кәрәк!
Муса Мортазин – тарих, заман тарафынан ошондай хәтәр хәл-әхүәлдәр эсендә тороп ҡалған трагик шәхес. Һәм восстание баҫтырғанда уны башҡорт бола­сы­лары ла саҡ үлтермәй. Һуңынан, 1937 йылда, инанысы менән большевик бул­ған (ул хатта аҡтар яғында йөрөгәндә лә әллә нисә тапҡыр Башҡорт хөкүмәте ихтыярына ла буйһонмай ҡыҙылдар яғына сығырға маташа) кешене большевиктар үҙҙәре атып үлтереп ҡуя. Улай ғына ла түгел, тотош уның бригадаһында һуғышҡандарҙы берәмләп сүпләйҙәр, тағы ла шул Мортазиндың әлеге китабында бирелгән исемлек буйынса...
— “Башҡорт ғәскәре” романында башҡорт халҡы, уның үткәне хаҡында бәйән ителә, ләкин ул теге ваҡи­ға­ларға йөҙ йыл үткәс яҙыла. Ә бөгөнгө хәлебеҙ, киләсәгебеҙ хаҡында уйла­ғанда... Мәҫәлән, әҫәр ҡыҙыҡлы төҙөлгән: ете бүлек. Һәр бүлек алдынан Урал яҙмышы, халыҡ булмышы хаҡында уйланыуҙар бирелә: “Урыҫҡа киңлек, самаһыҙлыҡ тигән ҡиммәттәр хас — шулай бер башлап, бер ҡуйып ғасыр-ғасыр низағлашып, бер дуҫлашып, бер килешеп йәшәгән­дәр; инде бөттөм, инде һүндем тигән­дә аҫаба яңынан ҡалҡҡан, ҡабаттан яу-дау башлаған; дөрөҫ эшләгәнме, ниңә күнеп-дүнеп, кисегеп кенә ҡуй­ма­ған? Әллә?.. Аҫаба аҫабалығын һис онота алмаған, һис ҡасан да үҙе­нең дөмөгөүенә, һүнеүенә күнмәгән. Бөтһә лә, юҡҡа сыҡһа ла, үлем алдында ҡалһа ла, һуғышып үлергә, ятып ҡалһа ла, атып ҡалырға сәм­ләнгән”.
– Минеңсә, һәр быуын халҡы яҙмы­шы, уның бөгөнгө көнитмеше, киләсәге хаҡында уйланырға тейеш, хатта һәр беребеҙ мил­ләттең бөгөнгөһө, киләсәге өсөн яуаплы. Был бигерәк тә халыҡ менән эш иткән, уның хаҡында һөйләргә йөрьәт иткән кешеләргә ҡағыла.
Уйымса, халҡыбыҙҙың киләсәге өмөт­лө, ул бер ниндәй фәйләсүфтәрҙең, ғалимдарҙың юрауына ла ҡарамай. Юлбашсыбыҙ Зәки Вәлиди әйтмешләй, башҡорт – аҡтамыр ише, тупраҡ ара­һында бер генә бөртөк аҡтамыр киҫәге ҡалһа ла, ваҡыт еткәс, ул бөтә баҡсаны баҫыр. Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡ­быҙ.
— Әҫәрҙең жанры...
— Был хаҡта әҙерәк әйтә биреберәк тә үткәйнек. Әҫәр ете өлөштән тора, һәр өлөш алдынан Урал донъяһы, баш­ҡорт иле хаҡында уйланыуҙар бирелә. Был авторға тәү ҡарашҡа әҫәргә бәйле булмаған һымаҡ тойолған темаларға тотонорға форсат аса. Башҡорттар, уларҙың асылы, киләсәге, күрше ҡәүем­дәр менән мөнәсәбәте тураһында... Был әҫәрҙең фәлсәфәүи юҫығын билдәләй. Шунан һуң әҫәр ил, уның армияһы ха­ҡында. Бында илдәр араһында, халыҡ­тар мөнәсәбәтендәге бәйләнештәр тура­һында һүҙ бара йәки сәйәси мәсьәләләр күтәрелә. Йөкмәтке үҙе үк әйтә: был бер үк ваҡытта сәйәси әҫәр ҙә. Йәки фәлсәфәүи-сәйәси роман.
— Ҡайһы бер элекке башҡорт әҫәрҙәрендә халҡыбыҙ наҙан, томана булған тигән фекер үткәрелә. Имеш, беҙҙе Октябрь революцияһы ғына был битарафлыҡтан ҡотҡарҙы. Ә Зәки Вәлидиҙең Ленинға яҙған хаттарын, “Хәтирәләр”ен уҡығас, бөтөн­ләй башҡа фекер тыуа. Вәлиди – Ленин менән бер кимәлдәге шәхес, хатта ҡайһы берҙә тәрәнерәк, ғәҙелерәк тә фекер йөрөтә. ХХ быуат баштарында мәсьәләне шулай ҡуйған, шулай тә­рән, дөрөҫ аңлаған башҡорт зыялылары, Башҡорт хөкүмәте ағзалары булған, тик уларҙы илдән китергә мәж­бүр иткәндәр...
— Был фекерҙәр менән килешмәй сара юҡ. Әҙәбиәтебеҙҙәге ошондай ҡараштар әүәл маҡталып, партиябыҙ тарафынан хупланып килде, минең романым шулар менән бәхәскә инә.
— Һеҙ романды 100 йыллыҡҡа махсус төбәп яҙҙығыҙмы, әллә осраҡ­лы тап килдеме?
– Тарихи темаға әҫәр яҙыу тураһында күптән хыялландым, был уй 2005 йылда уҡ тыуғайны.
– Бындай яуаплы эшкә тотонор алдынан тарих баҫыуында күп ҡаҙы­нырға кәрәктер...
– Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур ҡалалары архивтарына эшкә барған һымаҡ йөрөнөм, Өфөләгенән сыҡмай ултырҙым тиерлек. Башҡорт армияһы тураһында яҙыуға ниңә тотондом һуң? Бер яҡтан ҡарағанда, был тема әҙәбиә­тебеҙҙә ярайһы уҡ яҡтыртылған һымаҡ, икенсе яҡтан, башҡорттоң большевиктар Ленин, Сталин, Фрунзе, Аркадий Гайдар, Блюхер, Кашириндарҙың кем икән­ле­ген белмәүе аптырата. Хас дошман Калинин һәйкәле Өфөбөҙ уртаһында тора, башҡортто мәсхәрә иткән кеүек! Блюхер бар, Фрунзе урамы бар ине... Ә Муса Мортазин, Шәйехзада Бабич, Әмир Ҡарамыш, Ғәлимйән Таған, Иш­мыр­ҙин урамдары ҡайҙа?
Мәскәүҙәге “Просвещение” нәшриәте Рәсәй балалары өсөн “Тирә-яҡ мөхит” дәреслеге нәшер итә. Унда удмурт, мордва, татарҙар бар, ә башҡорт, гүйә, донъяла юҡ...
Әле башҡорт халҡының ауыр тормошон күреп йәнем әрней. Ни өсөн беҙ, шул тиклем ҙур, үҙаллы армия төҙөп, Петроградты ҡурсалап, Рәсәйҙе һаҡлап Польшаға ҡаршы һуғышып йөрөгән халыҡ, шундай хәлгә төштөк? Аң ҡабул итмәй быны.
Өфө буйлап йөрөгән автобустарҙа — Рәсәй флагы, ҡайҙа Башҡортос­тан­дыҡы, тиһәң, аптырайҙар. Йәнәһе, был Башҡорт иле түгел.
Степан Кувыкин урамындағы лицейҙа Рәсәй флагы елберләй, ә Башҡортостан әләме ҡайҙа, тиһәң, беҙ был хаҡта уйламаныҡ, тиҙәр. Улар Баш­ҡортостанда йәшәгәндәрен уйламай, башҡорт ҡаны күп тамған ергә ба­ҫып йөрөһә лә, был Башҡорт иле ере тип әйтмәй.
Бына шуның өсөн, тағы ла бер ҡат иҫтәренә төшөрөр өсөн яҙҙым мин был романды. “Башҡорт ғәскәре” йөрәк ҡаны менән яҙылды. Ул башҡорт хал­ҡының ҡанын мул түгеп яулап алған үҙ республикаһы хаҡында!
– Ринат Әлтәф улы, һорауҙарға йөкмәткеле яуап биргәнегеҙ өсөн рәхмәт!

Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.