Сибайҙар бүләк тапшырҙы

9-02-2018, 00:03 // Рухиәт // Баҫып сығарырға
Сибайҙар бүләк тапшырҙы Әҙәбиәт, публицистика, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә Рамазан Өмөтбаев исемендәге ҡала премияһы лауреаттары билдәләнде. Ошо көндәрҙә Сибайҙа уны тапшырыу тантанаһы булды.


“Сибайский рабочий” гәзитенең баш мөхәррире булып эшләгән осорҙа, төбәктә депутат һәм хәбәрсе эшмәкәрлеге йылдарында ҡаланың мәҙәни һәм социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшө, матбуғат һүҙе ярҙамында урындағы халыҡтың проблемаларын хәл иткәне, ярты быуат дауамында тиерлек эшмәкәрлеге өсөн Мәүлиҙә Яҡуповаға премия тапшырылды.
Тыуған яҡты өйрәнеү, публицис­ика һәм журналистика өлкәһендә Сибай ҡалаһының мәҙәни үҫешенә индергән өлөшө, милли тематика буйынса дөйөм ҡала, төбәк сараларына, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, йолалары, туған тел мәсьәләләре буйынса ғилми-ғәмәли конференцияларға әҙерләнеүҙә һәм уҙғарыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны, ете йыл дауамында Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эшмәкәрлеген юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн Ирек Бикмәтов бүләкләнде.
“Ватандың бөйөк улы” (2015), “Кирәй Мәргән һәм уның тоҡом­дары” (2011), “Уҡытыусы яҙмышы” (авторҙашлыҡ, 2009), “Улар бөгөн дә беҙҙең арала” (2008), “Һуғыш юлдарының туҙанлы һуҡмаҡ­та­рында” (2005), “Ғүмерҙән ҙурыраҡ” (2000) исемле китаптары, төрлө йылдарҙа гәзиттә сыҡҡан баҫма­лары, ҡала мәғариф музейын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Фәниә Хәмитова билдәләнде.