Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ереккәнде ер яратыр
Ереккәнде ер яратырХалҡыбыҙҙың был әйтеме Түбә ҡасабаһында йәшәүсе ауылдаштарыма — тормош ауырлыҡтарына, аҡсаһыҙлыҡҡа, эш юҡлыҡҡа һылтанып ятмаған, гөрләтеп донъя көткән уңғандарға ҡағыла, сөнки уларҙың ҡайһыһын ғына алмайыҡ, һәр береһе һәр ваҡыт донъя мәшәҡәттәренә сумған, нимә менәндер мәшғүл. Бындағы шәхси хужалыҡтарҙа күпләп ҡаҙ аҫрайҙар, һыйыр малы тоталар. Тағы шуныһы ҡыуаныслы: халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән кәсебе — йылҡы үрсетеү ҙә киң ҡолас ала башланы.


Йәштәрҙең уҡыуҙан тыш буш ваҡыттарын файҙалы һәм кү­ңел­ле итеп уҙғарыу өсөн ҙур эштәр башҡарыла. Был юҫыҡта ал-ял белмәй спортҡа мөкиббән булған тренер Валерий Аксеновтың изге хеҙмәтен айырым билдәләргә кәрәк, сөнки һуңғы бер нисә йылда ғына ул бары тик үҙенең ны­ҡышмаллығы арҡаһында Түбә ҡасабаһының “Ҡараташ” хоккей командаһын ойоштороп ҡына ҡалмай, үҫмер уйынсыларҙың ата-әсәһе ярҙамында кейемдәр ҡайтартып, район буйынса ғына түгел, ошо төбәктә иң көслө ко­манда иҫәбенә индерҙе. Верони­ка менән Валерий Аксеновтар ауылдың төрлө мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнаша. Әйт­кәндәй, Вероника башҡорт халыҡ бейеүҙәрен, бар нескәлектәрен тойоп, оҫта башҡара, төрлө мәҙә­ни сараларҙы күңелле итеп алып бара.
Бынан тыш, ауылыбыҙҙа волейбол, саңғы буйынса ла әленән-әле ярыштар гөрләп үтеп тора. Түбә ауыл хакимиәте башлығы Гүзәл Баянова — бик эшлекле етәксе. Уны ауылдың олоһо ла, кесеһе лә ярата һәм хөрмәт итә. Шулай булмай ни, Гүзәл Ғәйнетдин ҡыҙы ниндәй генә мәҙәни, спорт сараларын ойоштормаһын, етәксемен тип тормай, олоһо менән дә, кесеһе менән дә тиң һөйләшеп үҙе иң алдан йөрөй.
Ауылыбыҙҙа йәшәгән Любовь менән Виталий Табанаковтар — иң күркәм ғаиләләрҙең береһе. Оло йәштә булыуҙарына ҡара­маҫтан, улар һәр саҡ йәмәғәт, мә­ҙә­ниәт, спорт сара­ла­рының уртаһында ҡайнай, үҙҙә­ренең халыҡ алдында йәмле итеп йөрөүҙәре менән йәштәргә лә, ололарға ла өлгө булып тора. Табанаковтарҙың үҙ-ара йылы мөнәсәбәтен, мөхәббәтен күреп хайран ҡалырлыҡ.
Бер туған ҡустым, ауылдың эшлекле фермеры Азат һәм киленем — ауыл клубы мөдире Зиләнең ғаиләһен дә бил­дәләгем килә. Бынан бер нисә йыл элек кенә Үтәбаевтар, фермер хужалығы ойоштороп, күпләп мал аҫрай, һөт тапшырып һата, гөрләтеп донъя көтә. Улдары Сыңғыҙ, ҡыҙҙары Нәзилә, Азалия, Йәсмин яңыраҡ төбәк конкурсына барып, матур итеп сығыш яһап, призлы урын яулап ҡайтты.
Ереккәнде ер яратырБеҙҙә халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Сәсәниәбеҙ Таңһылыу апай Сөнәғәтова, төрлө бай­рам­дарға, тарихи ваҡиғаларға арнап мөнәжәттәр, ҡобайырҙар ижад итһә, 9-сы класс уҡыусыһы Маргарита Александрованың яңыраҡ ҡына республика буйынса уҙға­рылған башҡорт теле һәм әҙә­биәте олимпиадаһынан беренсе урынды яулап ҡайтыуы ауылдаштарымды ғорурландырҙы.
Ауылымдың егәрле апай-инәйҙәре Рәйлә Исҡужина, Алһыу Һөйәрғолова, Роза һәм Римма Мөстәхетдиновалар, Римма Ғибәҙәтова, Зифа Мәжитова, Альбина Мәүлетдинова кисен ваҡ-төйәк эштәр тамамланғас, айырым йорттарға киске ултырмаға йыйылып, һәр кем үҙенең ҡул эшен, бәйләмдәрен, милли ке­йем­дәр өсөн тегеләсәк күлдәк­лектәрен алып килеп, эштәре менән була, үҙ-ара кәңәшләшә, йырлашып та алалар. Был шөғөлдәр — халҡыбыҙҙың милли йолаларын сағылдырған матур ғәҙәт. Ауылымда гөрләтеп донъя көткән ғаиләләр бик күп, ҡыҫҡа ғына яҙмамда бөтәһен дә һөйләп бөтөү мөмкин түгел. Уларҙың һәр береһе ихлас, ҡунаҡсыл, ауыр саҡта бер-береһенә ярҙам итергә әҙер тора, ҡайғыны ла, шатлыҡты ла үҙ-ара берҙәй уртаҡлаша улар.

Баймаҡ районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 32

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 39

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 31

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 35

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 69

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 56

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 46

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән” 28.09.2018 // Рухиәт

Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған. Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына...

Тотош уҡырға 259

Сал тарих эҙҙәренән

Сал тарих эҙҙәренән 28.09.2018 // Рухиәт

Күптән түгел Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт...

Тотош уҡырға 83

Батырҙарҙы онотмайыҡ

Батырҙарҙы онотмайыҡ 25.09.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышының ҡаһарман батырҙарының береһен йыш иҫкә алам. Генерал-майор Ғәлийән Ғәлиев ул....

Тотош уҡырға 71

Һағыштарҙы ниҙәр тарата?

Һағыштарҙы ниҙәр тарата? 21.09.2018 // Рухиәт

“Үҙеңдең генә түгел, башҡаларҙың да күңелен үҫтереп йәшәргә кәрәк” Матурлыҡ – иң ҙур көс, тиҙәр....

Тотош уҡырға 188

Дини үҙәккә — 230 йыл

Дини үҙәккә — 230 йыл 18.09.2018 // Рухиәт

Быйыл Рәсәйҙә мосолмандарҙың тәүге үҙәк дини ойошмаһы – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты...

Тотош уҡырға 67