Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ йырҙарын – халыҡ күңеленә
Халыҡ йырҙарын – халыҡ күңеленәСәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто йылдың барлыҡ миҙгелендә гөр килеп тора. Күптән түгел оҫта шиғыр һөйләүселәрҙең “Йөрәк һүҙе” конкурсы үтһә, был юлы тамашасыларҙы “Быуындарҙан быуындарға күсә килә халыҡ йыры” тигән оҙон көй башҡарыусылар һәм яратыусылар фестивале йыйҙы.

Халҡыбыҙҙың асылын, милли ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлау йәһәтенән ҙур эш алып бара сәйетбабалар. Бәғзе берәүҙәр кеүек оран һалып та, илаулап та йөрөмәйҙәр – тоталар ҙа эшләйҙәр. Тап шуға ла ҡайһы бер ауылдарҙа мәҙәниәт усаҡтарына кешене ылыҡтырып булмай тип зарланһалар, бында иһә, үҙҙәре әйтмешләй, эшкә килгән кеүек зыҡ ҡубып йөрөйҙәр. Йыр, бейеү ансамблдәре уңышлы эшләй, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, тәүге урындарҙы яулайҙар.
Бындай сараларҙы ойоштороуға район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, ауыл ветерандары советы рәйесе Закир Ишмырҙин ҙур көс һала. Үҙе эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнгән аҡһаҡал, һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлауына ҡарамаҫтан, бер ҡараһаң, бейеү ансамблендә сығыш яһай, икенсе ҡараһаң, йыр конкурстарында призлы урындарҙы яулай.
Концерт башланырға иртәрәк булһа ла, мәҙәниәт йорто, оло байрам ҡаршылағандай, гөж килә. Милли күлдәктәрҙәге ағинәйҙәр сарала сығыш яһаясаҡ номерҙарын ҡабатлай. Ауылдың барлыҡ мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Рәшиҙә Ишмырҙина халыҡтың дәррәү булыуына һоҡланып бөтә алмай. Сәхнәгә сығырға әҙерләнгән балаларға бейеү нескәлектәрен һуңғы тапҡыр ҡабатлап күрһәткән Гәүһәр Байбулдинаны маҡтап телгә алды ул. Унан әүәл төбәктә халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың күп булыуы хаҡында һөйләп алды.
– Әсәйем күрше Ҡаранйылға ауылында тыуған. Шуға ла өләсәйҙәремә ҡунаҡҡа йыш йөрөй торғайным, – тип һүҙ башланы ул. – Әбейҙәрҙең оҙон халыҡ йырҙарын башҡарыуына иҫем китә торғайны. Сәй эскәндә лә йырлашып алырҙар ине. Береһе башлай, унан икенсеһе дауам итә. Һуғыштан һуңғы осорҙа тормош бигерәк ауыр ине шул. Хатта землянкала йәшәгәндәр була торғайны. Күбеһе әле генә тамамланған Бөйөк Ватан һуғышында ирен йә улын юғалтҡан. Шулай йырлашып, күңел яраларын үҙҙәренсә дауалағандарҙыр, тим. Әсәйем дә бик матур йырланы. Ирем Закир халыҡ йырҙарын унан өйрәнде. Үткән аҙнала районда үткән фестивалдә тәүге урынды алды.
Сараны Закир Ишмырҙин асып, халыҡ йырының борондан быуын-быуынға тапшырыла килгән тарих һандығы булыуын билдәләне.
– Ул – башҡорттоң төп асылын күрһәткән ижад төрө, – тине ул, залдағыларҙы тәбрикләп. – Оҙон көйҙәрҙе тыныс ҡына тыңлап булмай. Улар халыҡтың барлыҡ тормошон, тарихын моң аша еткергән китап тиер инем. Беҙҙең Сәйетбабала халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусылар күп булды. Фәхретдин Фәйзуллин, Ғилман Сәйфуллин, Тәҡиулла Вәлиев, Фәйзулла Фәйзуллин, Фәтиха Юлбарыҫова кеүек ауылдаштарыбыҙ оҙон көйҙәрҙе йырлағанда, кемдер мыш-мыш илай, кемдер уй-хискә бирелә ине. Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа быуындар араһында ниндәйҙер өҙөклөк барлыҡҡа килде. Беҙ ошоно ялғау, йыр-моңдарыбыҙҙы йәш быуынға еткереү маҡсатында фестиваль уҙғарырға булдыҡ.
Йыр-моң бәйгеһен “Мәндем буйы” тигән халыҡ йыры менән Сәйетбаба урта мәктәбе уҡыусылары башлап ебәрҙе. Әйтергә кәрәк, ауылда ошо төбәктә барлыҡҡа килгән халыҡ йырҙарын өйрәнеүгә лә ҙур әһәмиәт бирелә. Х класс уҡыусыһы Нәркәс Байбулдина тағы “Мәндем буйы”ның икенсе вариантын йырлап ишеттерҙе. Өлкәндәрҙән Таһир Яхин “Уйыл” менән тамашасыларҙың йөрәк ҡылдарын тетрәндерҙе, Наил Хызыров “Азамат”ты һуҙҙы. Хеҙмәт ветераны, оҙаҡ йылдар ауыл дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән Заһира Вәлиева “Һандуғас”, Эльвира Фәхретдинова – “Бер алманы бишкә бүләйек”, Закир Ишмырҙин “Уралым” тигән йырҙары менән күңелдәрҙе әсир итте.
Халыҡ йырҙарын – халыҡ күңеленәКрасноусол ҡасабаһында йәшәгән Рәмил Сәйфуллин күкрәк тултырып “Йәмәлекәй тауы”н һуҙып ебәргәс, зал тынып ҡалды. Ниндәй сағыу тауыш! Уны тыңлағанда, беренсенән, йырҙың тарихы иҫкә төшһә, икенсенән, был кеше ни өсөн профессиональ сәнғәт юлынан китмәне икән, тип уйлаған кеше бер мин генә булмағанмындыр. Йырҙың тарихы былай. Бер ваҡыт Мәскәү яғынан бер алпауыт килә лә башҡорттарға ҡара сөгөндән ҡойолған оҙон һемәкле сәйнүктәр тараттыра. Башҡорт түрәләрен, байҙарҙы эсерә. Араҡы менән һыйлап ултыра, Ямантауҙы һopaп ултыра, ти, был. Ул саҡта ул ер Тамъян-Ҡатай кантонының Ҡатай улысына ингән. Әлеге эсеп, ҡыҙып алған башҡорт түрәләре ер һатыу ҡағыҙына тамғаларын баҫа. Шул саҡ бер егет килеп сыға ла ҡapттapғa:
– Ни өсөн heҙ, олатайҙар, беҙҙең ерҙе һатаһығыҙ? Үҙегеҙҙең балаларығыҙҙы йөрөр ерҙән, эсәр һыуҙан, аулар кейектән, һоҡланыр сәхрә Ямантауҙан мәхрүм итәһегеҙ? — тип әйтә.
– Йәш башың менән ололарға арҡыры төшәһең, — тип егеттең һүҙенә ҡолаҡ та элмәгән тегеләр.
Яҡлаусы таба алмаған егет тауҙарға киткән. Күккә олғашып, болоттарға тейеп торған Ямантауға алыҫтан ғына ҡарап торған-торған да шул яҡҡа юл алған. Егет тырмаша-тырмаша үрмәләгән. Менеп еткәс, әсәһенән айырылырын белгән сабый һымаҡ, мүкле таштарҙы ҡосаҡлап ятып, үкһeп-үкheп илаған. Оҙаҡ йәш түккән егет. Ҡайғы моң менән йәнәш йөрөй бит. Егеттең дә хәсрәте күкрәгенән ташып, моң булып бәреп сыҡҡан.
Һуңынан белеүемсә, Рәмил ағай ошо Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән. Районда янғын һүндереү һағында эшләгән. Туймазыла үткән “Оҙон көй” халыҡ-ара конкурсында Гран-при яулай. “Бәләкәйҙән йыр-моң ишетеп, үҙем дә йырлап үҫтем. Атайым халыҡ йырҙарын бик шәп, оҫта итеп башҡарҙы, ә уның бер туған ҡустыһы Сәлмән ағайым унан да уҙҙырҙы. Иҫем китеп тыңлай торғайным. Заманында уҡыу эләгеп, сәхнәгә сыҡһалар, һис шикһеҙ данлыҡлы йырсылар булырҙар ине. Миңә лә йырлау һәләте, моғайын, уларҙан күскәндер. Армия хеҙмәтендә лә йырланым”, – тип һөйләне ул.
Халыҡ йырҙарын – халыҡ күңеленәӘлфиә Байбулдинаның исеме республика йыр-моң һөйөүселәренә яҡшы таныш. Мәктәптә инглиз теленән белем биргән ханым эстрада, халыҡ йырҙарын да берҙәй яратып башҡара. Был юлы ул тамашасылар хөкөмөнә “Ғәҙебәк Насир”ҙы сығарҙы.
Фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн йәш сикләүе булманы. Залда өлкәндәр менән бергә балаларҙың да күп ултырыуы, уларҙың да ҡатнашыуы ҙур мәртәбәгә эйә ине. Берәүҙәр таһыллы йырсыларҙың моңона сорналһа, икенселәр халыҡ йырҙарының нисек башҡарылыуын күңеленә һеңдереп ултырҙы.
Арабыҙҙа таланттарҙы дәртләндергән шәхестәребеҙҙең булыуы ла ҡыуаныслы күренеш. Уларға шәхси эшҡыуарҙар Ханнан Ишмырҙин, Зәлиә һәм Фәйез Фәйзуллиндар әҙерләгән бүләктәр тапшырылды.

Ғафури районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 3

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 74

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 58

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 59

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 50

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 49

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 87

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 67

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 57

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән” 28.09.2018 // Рухиәт

Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған. Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына...

Тотош уҡырға 274

Сал тарих эҙҙәренән

Сал тарих эҙҙәренән 28.09.2018 // Рухиәт

Күптән түгел Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт...

Тотош уҡырға 96

Батырҙарҙы онотмайыҡ

Батырҙарҙы онотмайыҡ 25.09.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышының ҡаһарман батырҙарының береһен йыш иҫкә алам. Генерал-майор Ғәлийән Ғәлиев ул....

Тотош уҡырға 81