Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Улар көтмәгәндә осрашты. Дауахана яғына йүгерә-атлай китеп барған Кәбирә әхирәте Зәбирәне саҡ бәреп йыҡманы. Барыр ерҙәрен онотоп ҡосаҡлаштылар. Йәй башынан бирле күрешкәндәре юҡ бит, һағынышҡандар.
— Нисек йөрөп ҡайттығыҙ, әхирәт, ял һәйбәт үттеме? Бигерәк матур күлдәк алып кейгәнһең икән.
— И, һөйләмә лә инде. Ниндәй ял булһын инде. Башта шәп елдерҙек, сәғәтенә йөҙ-йөҙ егерменән дә төшмәнек. Башҡаларҙы уҙып ҡына китәбеҙ. Таң яҡтыһынан меңәр саҡрым үттек. Ҡайҙа инде ул туҡтап тороу. Тик Тулала ғына оҙаҡланыҡ. Ниндәйҙер тимер төшөп ҡалғайны, ҡала бөтөрөп шуны ике көн эҙләнек. Унда ла “талчук” бар икән. Шунан ат башындай бер тимер алғас, тағы елдерҙек. Симферополгә етәрәк күпер бар, шуның аҫтына кереп, ҡапҡылап алдыҡ. Юғиһә машина эсендә эҫе, тынсыу. Күпер аҫтына етмәй инде. Аңлай белгән кешегә шундай матур күренеш. Романтика. Тик туҙанға батып ҡына бөттөк. Машина үткән һайын биҙрәләп ҡойола. Аш бешергән инек бутҡа булды. Шундай тәмле...
— Рәхәтләнеп донъя гиҙгәнһең икән, әхирәт. Иреңдән уңдың шул, әйкәйем.
— Уңды, ни бысағым. Ун мең километр үткәйнек, бөтә тәгәрмәстәре ыштандарын һалып ташланы. Уларҙы яңыртырға биш йөҙ тәңкә китте. Машинаһы ла үҙе кеүек күп ашай, бензинына тағы күпме. Ярай техник хеҙмәт­ләндереү станциялары шәп. Юлдан туп-тура барып керәһең, “һә” тигәнсә рәтләп тә бирәләр. Икенсе станцияға тиклем тағы ла елдерә бир. Унан өсөнсөһө, дүртенсеһе... Барыһы илле дүрт станция булды. Иллә-мәгәр Ялтаның ремонт станцияһына етмәй. Ул ҙурлығы тиһеңме, ул машина ҡарай торған бокстарҙың уңайлыҡтары тиһеңме. Шәп. Был күлдәкте лә шунда эшләгән бер ҡатындан тун хаҡына һатып алдым. Химчисткаға биргәйнем, ҡарап туйғыһыҙ булды ла ҡуйҙы.
— Һоҡланып ҡарап туймаҫлыҡ, әхирәт. Алмаштырып та тораһы юҡ, машина аҫтына кер ҙә ят, — тине Зәбирә. — Әле ҡайҙа бара инең һуң?
— Ҡайҙа булһын, дауаханаға. Ирем шунда ята бит. Ял иткәндә машина менән йөҙ мең километр юл үтеп, үҙенә суртым да булмаған ине, өйгә әйләнеп ҡайтҡас, әллә нишләне. Күҙен аҡайта ла ҡулдары менән машина рулен борғолаған кеүек хәрәкәт яһай, һикерә-һикерә тормоз, муфта педалдәренә баҫҡандай итә. Кеше күрһә, “пип-пип” тип ҡысҡыра. Төнө буйы керпек ҡағырға ла ирек бирмәй, машина тәгәрмәсе тип өйҙә ниндәй тишекле әйбер бар, шуларҙы резина менән ямап сыҡты. Миңә лә ҡул һуҙа. Табип саҡыртҡайным, тимер ҡоймалы теге больницаға алып киттеләр. Отвертка менән баллон асҡысы һорап хат яҙған, әле шуларҙы илтә барам. Ашыға инем, әхирәт, бөгөн машинаның алғы тәгәрмәсен ямайһы, карданын майлайһы бар. Иркенләп бер һөйләшербеҙ әле. Ярай, мин киттем. Пип...
— Хуш, әхирәт! — тине Зәбирә, Кәбирәгә йәлләп ҡарап...

Бүздәк районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡорт ҡыҙы яулаған үрҙәр
“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә...

“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә... 23.12.2018 // Рухиәт

Һәр кем мөғжизәле Яңы йыл байрамын көткәндә Сибай ҡалаһының мәҙәни тормошонда ла үҙенсәлекле ваҡиға...

Тотош уҡырға 223

Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 153

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 160

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 147

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 194

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 177

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 185

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 177

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 134

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 220

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 167