Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙ урының бармы, китап?
Үҙ урының бармы, китап?Яңыраҡ Бөтә Рәсәй буйынса “Библиотөн-2018” акцияһы үтте. Биш йылдан ашыу үҙенсәлекле тарихы булған был сара бөтә төбәктәрҙәге ҡала китапханаларын үҙ эсенә алып, ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бар халыҡты үҙенә йәлеп итә, ымһындыра һәм ҡыҙыҡһындыра. Күләмле сара баш ҡалала йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар өсөн өр-яңы, мауыҡтырғыс һәм үҙенсәлекле мөмкинлектәр бүләк итте. Барса халыҡ үҙ-ара ихлас аралашып, фекер алышып, китаптар менән танышып, оҫталыҡ дәрестәрендә, төрлө уйын сараларында ҡатнашты. Бер һүҙ менән әйткәндә, уйнап-көлөп, ижади яҡтан үҙен аса алды. “Тере, күңелле мөхит, бөтә ғаилә өсөн матур байрам булды был” тигән һүҙҙәрҙе лә ишетергә насип итте ошо сарала булғандар ауыҙынан.


Бигерәк тә техноген йәмғиәткә күсеү дәүерендә китап ҡиммәтен һәм баһаһын һаҡлаусы китапханаларҙа бындай байрамдарҙың үткәрелеүе урынлы һәм әһәмиәтле. Ә шулай ҙа бармы ул өр-яңы быуатта китаптың үҙ баһаһы, уны уҡыусылар һәм баһалаусылар? Әллә китап, үткән быуаттың бер хәтирәһе булараҡ, тарихта ғына үҙ урынын алырға хоҡуҡлымы?
Һорау шуныһы менән урынлы: ниндәй генә ҡағыҙ-китап өлкәһен алма, бар мәғлүмәт күп осраҡта электрон ресурстарға күсеп, заманса яңы төҫ ала. Эйе, уйлап ҡараһаң, был китаптың юғалыуы түгел, ә яңы заманса формаға күсеүе тип тә аңларға булыр ине. Яңы заман, үҙгәрештәр һәм яңы талаптар. Бер яҡтан, тиҙ, отошло һәм уңайлы ла. Шулай ҙа беҙ ғәҙәти ҡабул итеп, күреп, тотоп, тойоп, кисереп, уйланып, әҫәр­ләнеп уҡыған ысынбарлыҡтағы китапмы ул? Заман башҡа – заң башҡа, тибеҙ ҙә, электрон китаптарға күсеү, Интернеттан төрлө форматтағы электрон материал­дарға ылығыу йә булмаһа бөтөнләйе менән аудиокитаптар тыңлау ниндәйҙер яғы менән уңышлы булһа, икенсе яҡтан борсолорға мәжбүр итә. Ниндәй булып үҫер электрон быуын? Йәш быуындың тәбиғи китап форматынан алыҫ­лашыуы ниндәйҙер кәмселектәргә алып килеп, ҡиммәттәр һәм ҡараштар үҙгәрешенә илтмәҫме?
Береһе икенсеһенән айырылмаҫ һорау артынан һорау. Хәйер, быныһы йәш быуын тәрбиәһенә ҡағылышлы икенсе һорау. Ә әлегә тере китаптың йәшәйеше хаҡында булыр һүҙебеҙ.
Дөрөҫ, борсолорға урын юҡ, китап кибеттәрендә талап ителгән әйбер тулып ята, теләгең булһа, ал, уҡы. Әммә элекке кеүек ағым булып китап алырға ынтылған кешене күрмәҫһең, шулай бит?! Йәл. Борсолорға ла урын бар кеүек.
Китап – ул шишмә. Ә ниндәй шиш­мәнән һыу уртларға теләгәнең һинең мәйелеңдә. Һәр хәлдә Интернет диңге­ҙенән дә һөҙөп туйғансы теләгәнеңде эсергә мөмкин. Уны шартлы рәүештә, әйҙәгеҙ, электрон туҡланыу тип атайыҡ. Һәм сағыштырайыҡ әле, ҡайһыһы беҙҙең өсөн отошло, ҡайһыһы әһәмиәтле.
Кемдер өсөн икеһе лә, кемдер өсөн заман заңы юғарыраҡ баһаланыр кеүек.
Әммә... Яҙыусылар менән уҙғарыл­ған бер осрашыуҙа башҡорт әҙәбиә­тенең торошона ҡарата шундай тос фекер ишетергә тура килгәйне. Яңы заман һәм заң менән бәйле милли әҙәбиәттең, шуның менән бергә әҙәби китаптың киләсәге булырмы? Булыр, әгәр ҙә уҡыусылар ҡатламы йәки шул йәш быуын артынан әҙәбиәтебеҙ Интернет киңлектә­ренә үтеп инә алһа. Ҡыуаныслы хәл, әҙәбиәт, ысынлап та, ситтә ҡалманы, шуның менән бергә китап йөҙөн дә һаҡлап ҡалыуға өлгәште. Бәлки, хәүефләнергә лә урын юҡтыр, әммә китаптың юғалы­уына бәйле шомло хәбәр күптәрҙе битараф ҡалдырманы бит. Бәлки, был әҙәбиәттең ваҡытлыса электрон торошҡа күсеп тороуы булғандыр, сөнки тора-бара әҙәбиәтебеҙ ҙә үҙ урынына ҡайтты, яңы заманда үҙ һүҙен тапты. Һәм йәнә яңынан китап кәштәләрендә яңы йөҙҙәр, исемдәр күренә башланы. Ә сифаты яғынан һайлау һәр беребеҙҙең хоҡу­ғында.
Шул уҡ әҙәбиәткә ҡағылған кеүек, китапҡа ҡағылышлы мәсьәләләрҙә лә бер үҙенсәлекте күҙәтергә мөмкин. Бәлки, ниндәйҙер заман өсөн китаптың ысынлап та электрон форматҡа күсеүе уңайлы, әммә нисек кенә булмаһын, ул үҙенең тәбиғи торошона ҡайтасаҡ. Китап үҙ йөҙөн юғалтмаясаҡ, шуға ла яйлап ҡына уның формаһы яңынан ҡайта тиһәк тә, һис хата булмаҫ.
Ташҡа баҫылған әйбер тигән һүҙ ҙә бар бит әле халыҡта. Тимәк, китап йәшәй, ул үҙ ҡиммәтен юғалтмай һәм тәрбиә йәһәтенән дә, белем алыу йәһәтенән дә сифатлы һаналған һәм һанлы әйбер­ҙәрҙең береһе булыуҙан туҡтамаясаҡ. Әгәр ҙә уны үҙ итеүселәр һәм үҙ уҡыусылары булһа. Был йәһәттән Рәсәй китапханалары һәм улар алып барған эштәрҙең булыуы бик әһәмиәтле.
Заман һәм китап... Йәнле китап – ихлас аралашыу, янып-көйөүҙәр, аңлы һәм еңел ҡабул ителеш, тәрбиәүи әһәмиәт, үҙ-ара бәйләнеш – виртуаль түгел, ә ысынбарлыҡтағы тормош. Тәрбиә, аралашыу мөхите, киңлеге тыуҙырыу йәһәтенән дә китаптың булыуы отошло. Шул уҡ китапхана төндәренең үткәрелеүе лә. Булһын әйҙә, бөгөнгө кешелек, халыҡ йығылып ятып китап уҡымаһа ла тап китапханаларҙа йәмғиәт, әҙәби, мәҙәни тормош, рухи сығанаҡтар менән тура һәм тығыҙ, йәнле бәйләнеш булһын, аралашыу барһын. Һис шикһеҙ, ошондай библиотөндәр үткәрелеп торһон, сөнки уларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 84

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 112

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 107

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 144

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 118

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 137

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 126

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 93

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 162

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 132

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 105

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән” 28.09.2018 // Рухиәт

Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған. Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына...

Тотош уҡырға 414