Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “БАШҠАЛАРҘАН АЙЫРЫЛЫП ТОР!”
“БАШҠАЛАРҘАН АЙЫРЫЛЫП ТОР!”Фәдис миндә иң башта бейеүсе булараҡ үҙенсәлекле тәьҫорат ҡалдырғайны: ниндәйҙер сарала бөркөт ҡарашлы, өҙә баҫып, сәхнәләге сығышына тулыһынса бирелгән егеткә ҡарап, уның ысын бейеүсе икәненә, был сәнғәт төрө менән күптән һәм ентекле шөғөлләнеүенә, уға бар ваҡытын арнауына, хатта киләсәк тормошон бәйләүенә тамсы ла шик ҡалмағайны. Ә яҡындан танышҡас, бер аҙ баҙап ҡалдым хатта: Фәдистең бейеүҙән тыш тағы ла үҙен байтаҡ шөғөлгә арнауы, уларҙың һәр береһендә лә үҙен шулай сағыу күрһәтеүе әңгәмәсемдең төрлө яҡтан үҫешкән, һәләтле, маһир, аҫыл башҡорт егете икәне хаҡында һөйләй ине. Таныш булығыҙ һәм иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ: һүҙем М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты, Әбйәлил районы егете Фәдис ИҘРИСОВ хаҡында. Күптән түгел беҙ уның менән йәнле әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Яҙылмаған ҡағиҙә була­раҡ, һөйләшеүебеҙ башында үҙең менән таныштырып үтһәң…
– Мин Әбйәлил районының Асҡар ауылынан. Таһир Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһын тамамланым, әле БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында өсөнсө курста уҡып йөрөйөм. Бала саҡтан спорт менән шөғөлләнәм, бокс буйынса спорт мастерлығына кандидатмын. Шулай уҡ төрлө шиғыр уҡыу бәйгеләрендә ҡатнашып үҫтем. Сираттағы оҙайлы шөғөлөм – бейеү.
– Ә ни өсөн филология факультетын һайланың? Уҡы­тыу­сы булыу теләгенәнме әллә?..
– Дөрөҫөн әйткәндә, мин был өлкәгә тәүҙә үҙ теләгем менән аяҡ баҫмағайным. Юғары белем кәрәк булыуы ошо аҙымға этәрҙе. Тәүҙә башҡа факультеттарға күсеү теләге лә көслө булды. Аҙаҡ инде төркөм­дәштәремә өйрәндем, факультеттың төрлө сараларға бай ижади мөхите, әүҙем тормош, студенттар активы мине үҙ эсенә ялманы, китеү теләге бөтөнләй һүрелде. Инде беренсе курс аҙағына ошо факультетты бар күңелдән яратып өлгөрҙөм. Тап башҡорт фило­логияһы факультетына уҡырға инеүемә ҡыуанып бөтә алмайым хәҙер, сөнки бында шул тиклем ғаилә мөхите, бер-беребеҙҙе яратып, хөрмәт итеп, үҙ-ара ярҙам итешеп йәшәйбеҙ.
– Бейеү һине бала саҡтан уҡ оҙатып киләме?
– Эйе. Алтынсы кластар тирәһендә Асҡарҙағы “Йәйғор” ансамблендә бейей башланым, шунан “Сулпан” өлгөлө бейеү ансамбленә саҡырҙылар. Унда ун беренсене бөткәнсе шөғөл­ләндем, төрлө ерҙәргә сығыш яһарға йөрөнөк, ҡара төнгәсә репетицияларҙа юғала инек. Бик көслө ансамбль ул. Ысынын әйткәндә, хатта уҡырға ла ваҡыт ҡалмай ине. Шулай уҡ “Сулпан” менән бер ҡатар “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамблендә сығыш яһаным. Өфөгә уҡырға килгәс тә, бейеүҙе ташлап ҡуйманым, әлбиттә. Факультетыбыҙҙағы студенттарҙан торған “Ете ырыу” ансамбленә бейеү һалдым, ғүмерҙә лә бейемәгән егеттәрҙе бейеттем, ансамблгә етәкселек эшен тулыһынса үҙ өҫтөмә алдым: “Студент көҙө”, “Студент яҙы” һәм башҡа сараларға күп кенә бейеүҙәр һалдыҡ.
– Киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға йыйынаһың? Педагогия университетында уҡы­ғас, уҡытыусы булыу теләге уянғандыр?
– Практика үткән ваҡыттарҙа уянып китә ул теләк, әммә барыбер киләсәктә үҙемде уҡытыусы итеп күрмәйем. Полиция хеҙмәткәре булырға хыялланам. Йә булмаһа, үҙ эшемде асып, ирекле йәшәгем килә.
– Һин тағы бер сәнғәт өл­кәһендә, атап әйткәндә, театр мөхитендә балыҡтай йөҙәһең. “Ҡорос” халыҡ театрына ни­сек килеп эләктең?
– Уларға Ҡаҙағстанда сығыш яһарға төрлө концерт номерҙары кәрәк ине. Мине әлеге лә баяғы шул бейеү менән саҡырҙылар. Йөрөп ҡайтҡас, “Ҡорос” бәләкәй генә тамаша әҙерләне, театр етәксеһе Илнур ағай Лоҡманов миңә роль бирҙе. Артабан уйнауымды күреп, 2017 йылдың башынан алып әҙерләй башлаған “Тиле йәшлек” спектаклендә төп Зөлҡәрнәй ролен бирҙе. Спектакль шул былтыр ноябрҙә тамашасы хөкөмөнә сыҡты.
– Театрҙа уйнау теләгең бар инеме, әллә был һиңә яҙмыш­тың көтөлмәгән бүләге булдымы?
– Асҡарҙа уҡыған осорҙа уҡ беҙ уҡытыусыбыҙ етәкселегендә төрлө матур спектаклдәр ҡуя торғайныҡ. Уҡытыусыбыҙ эштән киткәйне, был шөғөл дә туҡталды. Эй һағына инем шул мөхитте, сәхнәлә уйнауҙарҙы. Универси­тетҡа уҡырға килеп, “Ҡорос”тан саҡырыу алғас, бик ҡыуанып, ҙур теләк менән барҙым һәм артабан был яҡшы мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай, уға ҡуш ҡуллап тотондом.
– Һеҙ ҡуйған “Тиле йәшлек” спектаклен, һинең уйнауыңды халыҡ нисек ҡаршы алды?
– Был бик мәшһүр спектакль. Һәм мин уйнаған роль дә бай йөкмәткеле. Мөхәббәт тилертә бит инде. Тамашала тәүҙә һушым китеп ғашиҡ булып йөрөйөм, аҙаҡтан инде дуҫтарым менән араларҙы боҙорға тура килә, шундай һынылышлы мәлдәр башлана. Ғөмүмән, был спектакль үҙ эсенә тормоштоң бар яҡтарын да ялмап алған: дуҫлыҡ, мөхәб­бәт, шулай уҡ халҡыбыҙҙың борондан килгән йола күре­нештә­рен дә сағыу һүрәтләй. Бик оҙаҡ әҙерләнгәс, беҙ премьера көнөн түҙемһеҙләнеп көттөк, “аһ!” иттерерлек итеп сығыш яһап, тиҙерәк бушанғы килә ине. Спектакль барышында ҡыҙыҡлы мәлдәр ҙә булғыланы: һүҙҙәр оно­тола, улар урынына икенсе­һен ҡыҫтырып ебәрәһең… Халыҡ бик йылы ҡабул итте, аяғүрә тороп алҡышланылар, шәхсән килеп рәхмәт, һоҡланыу һүҙҙәрен еткереүселәр ҙә күп булды.
– Тап һинең үҙеңә, уйна­уы­ңа ҡарата һоҡланыу белде­реүселәр ҙә булған­дыр…
– Эйе.
– Тәғәйен нимә тинеләр?
– М. Ғафури исемендәге Баш­ҡорт дәүләт академия драма театрына ла, Илнур ағай (Лоҡманов — авт.) аша М. Кәрим исе­мендәге Милли йәштәр театрына ла саҡырыуҙар булды, сәнғәт академияһына уҡырға инергә тәҡдимдәр яңғыраны.
– Был тәҡдимдәрҙән һуң һиндә теләк уянып китмә­неме? Әллә театр һинең өсөн мауығыу, шөғөл генәме?
– Мауығыу, шөғөл генә, сөнки асылым шундай: үҙемде теге йәки был өлкәлә һынап ҡарағым килә, миңә шулай оҡшай. Үҙемде ғүмерҙә лә спектакль менән ҙур сәхнәләргә сығырмын тип күҙ алдыма килтермәй инем. Әммә теләк уянды, һәм мин сыҡтым.
– “Тиле йәшлек”те әҙер­ләгәндә ниндәй мәлдәр иҫтә ҡалырлыҡ булды?
– Күп ундай мәлдәр. Репе­тицияларҙан төнгө ун икеләрҙән һуң ғына сыға инек. Етәксебеҙ Илнур ағай талапсан кеше, спектаклде сәхнәләш­тергәндә барыһын да энәһенән-ебенәсә, хатта ҡалаҡтың нисек ятырға тейеш икәненәсә ентекләп уйлай, күҙҙән үткәрә. Күптәр бит сәхнәгә сыҡҡас, асылып етмәй, баҙап ҡала, уларҙы шаяртыу аша, әрләп түгел, ә тап шаяртып “һындыра”.
– Бая үҙ эшеңде асыу ха­ҡында әйтә биреп ҡуйғайның. Үҙ көсөңә, ниәтең килеп сығы­рына ышанаһың­мы? Ниндәй өлкәлә эшҡыуар­лыҡ менән шөғөлләнергә иҫәбең бар, әгәр сер булмаһа?
— Спектаклде ҡуйып бөтөп, әҙерәк буш ваҡыт хасил булғайны, бизнес хаҡында уйлана башланым. Әйтеп үтеүемсә, үҙемде төрлө юҫыҡта һынап ҡарарға яратам. Элек ҡулға ла алмай торғайным, хәҙер китаптар уҡый башланым. Тап бизнес, үҙ эшеңде асыу тураһында хеҙ­мәттәр ҡыҙыҡһындыра. Үҙемә тәғәйен өлкәне лә һайланым, ул да булһа, мәктәптәрҙә электрон турникеттар ҡуйылыуын системалаштырыу уйы менән янып йөрөйөм. Ата-әсәләр балаларын мәктәпкә ебәргәндә улар барыбер борсолоу кисерә, эйеме? Ә был турникеттар ярҙамында улар балаларының сәғәт нисәлә мәктәпкә килгәнен һәм нисәлә сыҡҡанын белеп торасаҡ, сөнки бала ингән-сыҡҡан ваҡытта уның ата-әсәһенең телефонына смс хәбәр килә. Был системаның башҡа ерҙәрҙә ҡулланылыуын ишеттем дә, үҙебеҙҙең Баш­ҡортостанда ла уны эшкә ебәреү теләге уянды.
Күпселегебеҙҙе, ғәҙәттә, стереотиптар аша тәрбиәләйҙәр: “уҡып сығып, йүнле генә эшкә урынлаш. Үҙ башыңдан юғары һикерә алмаҫһың барыбер”. Мин был ҡанундарҙы һындыра башланым, тормошто икенсе төрлө лә уңышлы итеп ҡороп булыуын иҫбатлағым килә.
– “Шундай егетмен” тигән егеттең тормош девизын белге килә…
– “Башҡаларҙан айырылып тор” — тап ошо минең девизым. Театрҙа ла, мәҫәлән, беҙгә теҙелеп торорға ҡушалар икән, мин бер аҙымға алдараҡ баҫа алам. Ҡайҙа булһа ла үҙемде күрһәтергә ынтылам, был һыҙат минең күнегелгән бер төрлөлөккә ҡаршы барыуымдан килә.
– Ағымға ҡаршы йөҙөү еңел түгел бит… Әллә һине тап ауырлыҡтар ылыҡтырамы?
– Тормоштоң теге йәки был күренеш­тәрендә, мин булған коллективтарға ҡарата “һеҙ – аңра һарыҡ” тип әйткәндәрен ишетергә тура килде. Шунан китте лә инде. Бер ни аңламаған һарыҡ өйөрө, һоро масса араһында ҡалырға кәрәкмәй. Үҙ тауышы, үҙ ҡарашы булмаған кешеләрҙән дә ары торорға кәрәк, улар һине аҫҡа һөйрәйәсәк.
– Был тормош позицияң менән һин кемгәлер нимәнелер иҫбатларға теләйһеңме, әллә үҙеңдән һуң яҡты эҙ ҡалдырыу ниәтеме?
– Эҙ ҡалдырыу хаҡында мин яңыраҡ ҡына ныҡлап уйлана башланым, ә быға тиклем бар эшемде атай-әсәйем ғорур­ланһын тип башҡара инем. Берәй ярышта ҡатнашып, икенсе урынды яулап ҡайтһам, атай һорай: “Ә ниңә беренсе түгел?” Мине гел беренсе булырға ынтылышта үҫтерҙеләр. Ысынлап та, бар эштә лә беренсе булырға ты­рышырға кәрәк. Әсәй-атайға ла ҡаҙаныштарым хаҡын­да башҡа туғандарыма ғорурлыҡ менән һөйләү оло ҡыуаныс бит.
– Буласаҡ кәләшең ниндәй булырға тейеш: үҙең һымаҡ башҡаларҙан айырылып тор­ған, сая, үткерме, әллә, кире­һенсә, тыйнаҡ, шымыраҡмы?
– Иң мөһиме — минең менән тиң булмаһын (йылмая – авт.) Йәки, тиң булған хәлдә лә, миңә буйһона белһен.
– Сөнки һин ир-егетме?..
– Эйе. Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡытта ла ир-атты аңлап, уны йылы һүҙҙәр менән йыуатып, дәрт­ләндереп торорға, өмөтлө тыл булырға тейеш тип һанайым. Тағы ла кәләш алғанда шуға ла ҡараясаҡмын: кешенең күңеле ятҡан шөғөлө булырға тейеш. Ҡыҙҙар ғына түгел, ғөмүмән, хәҙерге ҡайһы бер йәштәрҙе, студенттарҙы алып ҡараһаҡ, уларҙың тормошо тик университет менән ятаҡтан тора. Ятаҡта көндәр буйы нимә эшләп ятмаҡ кәрәк ул, аптырайым. Теге йәки был сарала ҡатнаш, театрға йөрө…
– Ошонан сығып, йәштәш­тәреңә ниндәй теләктәрең булыр?
– Бер нәмәнән дә ҡурҡырға ярамай. Ҡурҡҡан хәлдә лә, нимәнән ҡурҡаһың, шул эшкә тотонорға кәрәк, шул саҡта ҡур­ҡы­уың юғаласаҡ. Күп мөмкин­лектәр тап ҡурҡыу арҡаһында юҡҡа сыға. Тағы ла һине тик алға әйҙәгән мөхит булырға тейеш тирә-яғыңда. Ә ундай мөхитте үҙең генә төҙөй алаһың.
Йәнә йәштәргә әүҙем тормош теләйем. Тап йәш, көс етерлек саҡта йөрөп, күреп-белеп ҡал­маһаң, ҡасан тағы мөмкинлектәр асыласаҡ әле? Һоро масса булып, күнегелгән тормош менән йәшәмәһендәр ине…
Әйткәндәй, Фәдис менән әңгәмә барышында тағы уның, юғарыла һанап үтелгән бихисап шөғөлдәренән тыш, ҡурай класын тамамлағаны, буш ваҡы­тын­да ҡурайҙа уйнарға яратҡа­ны, йәнә лә “Бәйлә­нештә” селтәрендә бизнесҡа бәйле блогын асыуы билдәле булды. Һөйләшеүебеҙҙе тамамлар алдынан тағы бер отҡор фекере хәтерҙә уйылып ҡалды маһир Әбйәлил егетенең: “Бейеү менән шөғөлләнеү дисциплинаны ны­ғыта, ә театр кеше пси­хологияһын тәрәнерәк аңларға ярҙам итә, спорт иһә күңелдәрҙә сәм уята”, – тине ул.
Һай, үҙебеҙҙең башҡорт йәш­тәре, айырыуса башҡорт егет­тәре! Шулай киләсәккә яҡты ҡараш ташлап, бөгөн­гөһөнөң һәр көнөн, минутын сарыфламай, файҙалы эшкә ар­нарға тырышҡан быуын бул­ғанда, күңел тыныс, ҡанатлы, шундай шәхестәргә ҡарап һоҡланып ҡына ҡалмай, бөтмәҫ сәм, дәрт һәм өлгө лә алаһың әле!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Һағыштарҙы ниҙәр тарата?

Һағыштарҙы ниҙәр тарата? 21.09.2018 // Рухиәт

“Үҙеңдең генә түгел, башҡаларҙың да күңелен үҫтереп йәшәргә кәрәк” Матурлыҡ – иң ҙур көс, тиҙәр....

Тотош уҡырға 59

Дини үҙәккә — 230 йыл

Дини үҙәккә — 230 йыл 18.09.2018 // Рухиәт

Быйыл Рәсәйҙә мосолмандарҙың тәүге үҙәк дини ойошмаһы – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты...

Тотош уҡырға 29

Үткәнен онотмаған – киләсәкле

Үткәнен онотмаған – киләсәкле 18.09.2018 // Рухиәт

Башҡорт Хөкүмәте рәйесе Юныс Бикбовҡа тыуған төйәгәндә бюст асылды Тарихҡа күҙ ташлаһаҡ, ҡасан ғына...

Тотош уҡырға 22

“Урал батыр” нисә йәшендә?

“Урал батыр” нисә йәшендә? 12.09.2018 // Рухиәт

Ғалим өсөн сиктәр юҡ ине... Ер йөҙөндә йәшәүсе күп һанлы милләттәр араһында үҙен милләт, улай ғына...

Тотош уҡырға 79

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа...

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа... 16.08.2018 // Рухиәт

Бай тарихлы Йәрмөхәмәт ауылына быйыл 280 йыл тулды. Бөгөн дә ул тотороҡло үҫеш юлында: яңы йорттар...

Тотош уҡырға 298

ТАМЫРҘАРҘЫ ЭҘЛӘП, НӘҪЕЛ ЕБЕН ЯЛҒАП...

ТАМЫРҘАРҘЫ ЭҘЛӘП, НӘҪЕЛ ЕБЕН ЯЛҒАП... 03.08.2018 // Рухиәт

Егерменсе быуаттың алтмышынсы йылдарында СССР ауыр һуғыштан һуң аяҡҡа баҫа. Тап ошо осорҙа ил...

Тотош уҡырға 110

Яҙмаларында — ябай халыҡтың күңел матурлығы

Яҙмаларында — ябай халыҡтың күңел матурлығы 03.08.2018 // Рухиәт

Кемгә нисектер, әммә миңә, “Башҡортостан” гәзитенең көньяҡ-көнсығыш райондары буйынса үҙ хәбәрсе...

Тотош уҡырға 152

Һүҙендә торҙо Әлиә

Һүҙендә торҙо Әлиә 01.08.2018 // Рухиәт

...Бынан бер йыл элек балалар араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй “Ҡара һауыттан гүзәл әҫәр” конкурсында...

Тотош уҡырға 213

Баҫ, баҫ, өҙә баҫ!

Баҫ, баҫ, өҙә баҫ! 01.08.2018 // Рухиәт

Өфөнөң “Веселинка” ансамбле еңеү яулап ҡайтты Өфөләге В.М. Комаров исемендәге балалар ижад...

Тотош уҡырға 90

Башҡорт шиғриәте өсөн оло асыш

Башҡорт шиғриәте өсөн оло асыш 31.07.2018 // Рухиәт

Бәйге күп һәләттәргә ҡанат ҡуйҙы, яңы исемдәр асты “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале етенсе йыл...

Тотош уҡырға 240

“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте”

“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте” 31.07.2018 // Рухиәт

Бәйгеселәр “Ҡош юлы”нда алған тәьҫораттары менән уртаҡлаша Нәркәс ҠӘЙЕПҠОЛОВА, БДМУ студенты,...

Тотош уҡырға 158

“Өмөтлө йәштәр үҫә!”

“Өмөтлө йәштәр үҫә!” 31.07.2018 // Рухиәт

“Ҡош юлы” республика шиғриәт бәйгеһен баһалаусыларға килгәндә, улар Рәсәй һәм Башҡортостан...

Тотош уҡырға 145