Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Табындары... китаптан һығылды
Табындары... китаптан һығылды— Мин табындарҙы яратам, уларҙың табындарын яратам, — тине үҙ сығышында билдәле сатирик Марсель Сәлимов шаярып.

Шулай булмай ни, табындары һәр ваҡыттағыса мул һыйлы, өҫтәлдәре, ысынлап та, һығыла ине. Өфө ҡала 4-се китапханаһында был юлы өс йыйынтыҡҡа исем туйы үтте: “Башҡорт ырыуҙары тарихы” серияһынан “Табын ырыуы” хаҡында документтар һәм материалдарҙың I өлөшө донъя күргән, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан Ғарифулла Япаровтың “Инйәрҙәге Париж” романы ни тора ла, Архангел районы егете Ринат Сөләймәновтың шиғри бүләге әҙәбиәткә килгән йәштәрҙең тағы бер ныҡлы аҙымын иҫбатлай.
Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев, сараны алып барып, табын ырыуы тарихына арналған китапҡа юғары баһа бирҙе, тарихсыларға барлыҡ халыҡ исеменән рәхмәтен еткерҙе.
— Башҡорт ырыуҙарына ҡағылышлы 28 том сығарылды. Табындар тураһындағы документтарҙың был беренсе өлөшө генә, тағы ла буласаҡ, — тине ул.
Сығыш яһаусыларҙан Табын ырыуы берләшмәһенә етәкселек иткән Нияз Сәлимов планлы эш алып барылыуы, барлығы дүрт йыйын үткәрелеүе, дөйөм халыҡ яҙмышында ырыу шәхестәренең ролдәре ҙур булыуын билдәләне. Сығыш яһаусыларҙан ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Радик Миндибаев, публицист Мәхмүт Хужин, шағир Әхмәр Үтәбай, КПРФ-тың Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Юнир Ҡотлоғужин, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, шағир Алмас Шаммасов, “Китап” нәшриәтенән Әлфиә Әсәҙуллина һәм башҡа бик күптәр яңы китап авторҙарының һәр ҡайһыһын ҡотлап, артабан да уңыштар теләне.
Үҙ сиратында сара сәбәпселәре лә күстәнәсһеҙ ҡалманы. Ғарифулла Япаров романының яҙылыу тарихына туҡталды, башҡорт ерҙәрен һаҡлауҙа ата-бабаларыбыҙҙың ҙур көс һалып бөгөнгә саҡлы алып килеп еткергәнлектәре, ғәзиз еребеҙҙе законлы рәүештә һаҡларға, буш ятмаһын өсөн эшкәртергә кәрәклеге тураһында һөйләне. Ринат Сөләймәновтың был шиғри йыйынтығы – икенсе китабы. Уға тиклем хикәйәләрен “Йәштәр тауышы” серияһында баҫтырғайны. Ринаттың шиғырҙарынан ихласлыҡ бөркөлә, йәштәргә генә хас дәрт, хистәр тулҡыны урғыла.
Ғөмүмән, сара бик фәһемле үтте. Китап һөйөүселәр ҡулдарына яңы йыйынтыҡтар алып ҡыуанды, авторҙар ижад ҡанаттарын нығытып, әҙәбиәттең серле донъяһында талпыныр көс алды.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 24

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 65

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 55

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 45

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән” 28.09.2018 // Рухиәт

Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған. Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына...

Тотош уҡырға 258

Сал тарих эҙҙәренән

Сал тарих эҙҙәренән 28.09.2018 // Рухиәт

Күптән түгел Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт...

Тотош уҡырға 80

Батырҙарҙы онотмайыҡ

Батырҙарҙы онотмайыҡ 25.09.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышының ҡаһарман батырҙарының береһен йыш иҫкә алам. Генерал-майор Ғәлийән Ғәлиев ул....

Тотош уҡырға 68

Һағыштарҙы ниҙәр тарата?

Һағыштарҙы ниҙәр тарата? 21.09.2018 // Рухиәт

“Үҙеңдең генә түгел, башҡаларҙың да күңелен үҫтереп йәшәргә кәрәк” Матурлыҡ – иң ҙур көс, тиҙәр....

Тотош уҡырға 186

Дини үҙәккә — 230 йыл

Дини үҙәккә — 230 йыл 18.09.2018 // Рухиәт

Быйыл Рәсәйҙә мосолмандарҙың тәүге үҙәк дини ойошмаһы – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты...

Тотош уҡырға 63

Үткәнен онотмаған – киләсәкле

Үткәнен онотмаған – киләсәкле 18.09.2018 // Рухиәт

Башҡорт Хөкүмәте рәйесе Юныс Бикбовҡа тыуған төйәгәндә бюст асылды Тарихҡа күҙ ташлаһаҡ, ҡасан ғына...

Тотош уҡырға 67

“Урал батыр” нисә йәшендә?

“Урал батыр” нисә йәшендә? 12.09.2018 // Рухиәт

Ғалим өсөн сиктәр юҡ ине... Ер йөҙөндә йәшәүсе күп һанлы милләттәр араһында үҙен милләт, улай ғына...

Тотош уҡырға 118

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа...

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа... 16.08.2018 // Рухиәт

Бай тарихлы Йәрмөхәмәт ауылына быйыл 280 йыл тулды. Бөгөн дә ул тотороҡло үҫеш юлында: яңы йорттар...

Тотош уҡырға 343