Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Тыуған төйәк тарихы кешеләр хәтерендә төрлөсә һаҡланған. Боронғо сығанаҡтарҙы алып ҡараһаҡ, легенда, риүәйәттәрҙең дә бер нисә варианттары бирелә. Ер-һыу атамаларына иғтибар иткәндә лә шул күҙәтелә. Телдән-телгә күскән ижад һөҙөмтәһе, бәлки, шулай булырға тейештер ҙә. Нисек кенә булмаһын, ниндәй юлдар менән беҙҙең көндәргә килеп етмәһен, тарихтың халыҡ күңелендә йәшәүе – үҙе бер ҙур хазина.

Ауылыбыҙҙың үткәненә ҡағылышлы тарихи бер мәғлүмәт ҡулыма килеп эләкте. “Уның авторы менән ниңә элек танышмағанмын икән?” тигән үкенес тынғылыҡ бирмәне. Ул – Ришат Иҙрисов. Шағир, золом ҡорбаны Ғабдулла Иҙрисовтың туған тейеш яҡын кешеһе. 1941 йылдың ғинуар айында Ураҙ ауылында донъяға килгән. Атаһы Ғаяз шулай уҡ репрессияға эләккән. Һуңынан аҡланған. Һуғышҡа тиклем уҡытыусы булып эшләгән. Тарих һәм хәрби әҙерлек дәрестәрен алып барған. Әсәһе Закира апай район гәзите типографияһы хеҙмәткәре булған, мәҡәләләр ҙә яҙған. Һуңынан колхозда төрлө эштәрҙә йөрөгән.
Ришат Иҙрисов Ураҙ ете йыллыҡ, Учалы ауылындағы урта мәктәптәрҙе тамамлап, Силәбе ҡалаһында юғары белем алған, инженер һөнәрен үҙләштергән. Һуңынан тыуған ауылына ҡайтып, алтын йыуған ерҙә хеҙмәт түккән. Бала саҡтан шиғыр яҙырға, тәнҡит мәҡәләләре менән сығыш яһарға әүәҫ булған. Республика матбуғатында ла даими баҫылып торған. Үҙенең ҡулъяҙмаларында ауылыбыҙҙың топонимикаһы хаҡында ентекләп яҙып ҡалдырған.
– Беҙ Уралда тыуғанбыҙ. Урал (Яйыҡ) һыуын эсеп үҫкәнбеҙ, – тип башлаған ул һүҙен. – Урал итәгендә ҡуна ятып бесән сабып өйгәнбеҙ. Оло саҡрымдарға һуҙылған был тау һыртының ике яҡ итәгендә йәшәгән башҡорттар уға Урал исемен биргән. Уның нигеҙе булып “үр” һүҙе тора. Һәр бер тауҙы үтер өсөн иң тәүҙә тауға ҡаршы менергә – үр алырға һәм үр түбән төшөргә кәрәк. “Үр ал” һуңынан Урал булып киткәндер инде.
Йәки бына Ирәмәл тауы. “Ир” һүҙе төркисә ир, ә “әмәл”е монгол телендә – эйәр. Ирҙең әмәле – ирҙең эйәре. Беҙҙең яҡта бура бурағанда мөйөштө Ирәмәлдән алырға тырышалар. Ысынлап та, Белорет районы Мәхмүт ауылының төньяҡ осонан ҡарағанда, Баҡты менән Әүәләк тауҙары уртаһында Ирәмәл тауы бура ирәмәлен хәтерләтә.
Артабан Ришат Иҙрисов ауыл тарихына күсә.
...Бөгөн типтәр тип аталған башҡорттар йәшәгән ауылдар Бәпәнә һәм Ҡараһаҡал етәкселегендәге ихтилалдар ваҡытында карателдәр тарафынан нигеҙенә тиклем үртәлгән ауылдар урынында барлыҡҡа килгән. Һаҡланып ҡалған ер-һыу атамаһы нигеҙендә ул ауылдарҙың халҡы ниндәйерәк ырыу кешеләре булғанын белә алабыҙ. Атайым, ауылын тарихһыҙ ҡалдырмайым тип, зыяраттағы ҡәбер таштарындағы яҙыуҙарҙы уҡып, олатаһы Хәләф ҡарттан һорашып, Ураҙ ауылының 200 йылдан күберәк йәшәйеше бар, тип билдәләй 1927 – 1928 йылдарҙағы ҡулъяҙмаһында. Үҙенең һығымтаһына дәлил итеп ҡәбер ташында күрһәтелгән гүр эйәләренең нәҫелдәре һаман да Ураҙҙа йәшәүен миҫалға килтерә. Шулай булғас, ауылдың иң боронғо исеме лә булырға тейеш, карателдәрҙең хәрби карталарында һаҡланмағанмы икән, тигән һорау тыуа.
Ауылыбыҙҙың ултырған урынында тәбиғәт күренешенең матурлығына һоҡланып ҡарап торған буласаҡ Рәсәй императоры Александр Николаевич Романов хаҡында Ришат ағай ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерә. 1837 йылдың июнендә Златоуст, Үрге Яйыҡ ҡалаларына сәйәхәт ҡылғанда ул “Ҡыҙҙар тауы” итәгендә иртәнге ашҡа туҡтай. Был турала шағир В.А. Жуковский үҙенең көндәлегендә теркәп ҡуйған булған.
Академик Ферсман Орскиҙан Свердловскиға “Таш артынан сәйәхәте” ваҡытында һәм 1944 йылда ҡара металлургия министры И.Ф. Тевосян Сыбарташҡа (марганецлы рудник) килгәнендә тәбиғәтебеҙҙең һоҡланғыс күренештәренә хайран ҡалған.
Академик Баринов үҙенең “Металдар технологияһы” тип аталған вуздар өсөн дәреслегендә Ураҙ хаҡында ике тапҡыр телгә ала: иң юғары сифатлы ҡалдыҡһыҙ эзбиз һәм ҙур марганец рудаһы ятҡылығы, ти ул. Тетрәүектә, Ҡамыштирәктә, Сатрала әллә ни ҙур булмаған руда ятҡылыҡтары ла бар. Иң ауыр гравий ҙа Ураҙҙа йыуыла. Ураҙ йәшмәһенән эшләнгән ваза Санкт-Петербургта Эрмитажда урын алған. Ауыл­даштарыбыҙ юл төшкәндә күреп ҡайта.
“Ураҙ” һүҙенең тарихына килгәндә, ул “бәхет” тип тәржемә ителә. (Гафуров А. Лев и Кипарис “О восточных именах”. М. 1971). Ураҙ ерҙәре 30-сы йылдарға хәтле Аҡман тауы, Аҡман йылғаһынан башлана ине. Аҡман “аҡ тау” тигәнде аңлата. “Борондан килгән аҫаба башҡорттарҙың телендә тау һүҙе ман тип йөрөтөлгән”, – тип яҙа М. Өмөтбаев та.
Ҡарҡа аҫты – ысынында Китек аяҡ менән Урта тау араһындағы һаҙлыҡлы урын. Ҡарҡа – кәркә, кәрәкә, беҙҙеңсә, тумарлы урын, һаҙлыҡ. Ҡар ҡасты булһа ла, дөрөҫ тиергә була. Сөнки Ҡарҡа аҫтынан ике йылға ағып сыға: береһе һыуын Яйыҡҡа ҡойһа, икенсеһе Кәҫ күперҙе үтеп, Талышман йылғаһына ҡушыла. Ә кәҫ күпер былай эшләнә: һаҙлыҡ урынға иң алда ваҡ ағастар, эре ботаҡтар түшәлә, түшәмә өҫтөнә һаҙлыҡты сыҡҡансы буйына йыуан ағастарҙан урҙа теҙәләр, урҙалар өҫтөнән йыуанлығы бер тигеҙ ағастарҙы арҡыры тығыҙлап түшәйҙәр, ағастар әйләнеп-тулап ятмаһын өсөн өҫтөнән тағы ваҡ ботаҡтар, сыбыҡ-сабыҡ түшәйҙәр. Өҫтөн ҡоро кәҫ менән ҡаплайҙар. Һәм күпер әҙер.
Ауылыбыҙҙың көньяҡ-көнсығышында аҡҡан Талышман йылғаһын өс ваҡ йылға хасил итә. Йылға үҙ исемен тауҙан алған: Талышман – Кәкре тау, талыш, тайыш – кәкре. Ул Яйыҡ йылғаһына ҡоя, бер өлөшө Талышман быуаһына төшә.
Ялпаҡ ҡына булып ятҡан Баллыҡай тауы (ауыл халҡы ҡыҫҡартыбыраҡ Балҡай тип йөрөтә) атамаһы унда күпләп үҫкән баллы сәскәләргә, бигерәк тә клеверға бәйле. Баллыҡай – көнсығыш диалектлы башҡорттарҙа клевер сәскәһе. Ул еләкле лә, сейәле лә тау, үләне лә хуш еҫле.
XX быуат аҙағында ун биш йыл эсендә үҫеп сыҡҡан аймаҡ Бостан түбә итәгендә урынлашҡан. Бостан – бәрәңге араһына ҡабаҡ аралатып сәселгән баҡса. Бөйөк шағир Ш. Бабичтың шиғырҙарында ла “бостан” һүҙе йыш осрай. Мәҫәлән, уның “Башҡортостан” шиғырында:
...Башҡортостан – гөлбостан,
Рәйханостан, нурбостан,
Башҡортостан – йәмбостан, –
тигән юлдар бар. Тимәк, был һүҙ элек-электән ҡулланылған.
Ураҙ ауылының төньяҡ-көнбайышында ҡасандыр Көҙөй ауылы ултырған булған. Үҙ исеме Көбәк булһа ла, ураҙҙар уны Көҙөй тип йөрөткән. Көҙөй урманлыҡты белдерә. Көбәк – 1. торба; 2. эсе ҡыуыш әйбер; 3. ҡалын тауышлы эт мәғәнәләрен аңлата. Көбәк, көҙөй һүҙҙәре башҡорттарҙа һәр саҡ бергә йөрөгән, тип яҙа автор.
Мышағыр тауына ла Ришат Иҙрисов үҙенсә аңлатма бирә. Был тау яңғыҙ түгел, ә Шамов һаҙынан Ҡотой ауылына хәтле һуҙылған тауҙар теҙмәһенең (Мышағыр, Аханай, Тәбәшәк бил, Ҡашҡа бил, Остобейек, Бурһыҡ тауы) бер өлөшө генә. Тауҙың мышар үҫкән ерен элек Аҡанай (аҡ һыйыр, аҡ тана) тип йөрөтөр булғандар. Шулай булғас, Мышағыр тип тауҙың Ураҙ ауылына ҡараған ҡыры ғына атала булып сыға. Тау ҡырының тәүге атамаһы “Меша­ҡыр” тип тә әйтелгән. Ҡыҙыл, Мейәс, урта һөйләштәрҙә мешә (бешә) йәш ҡарағай тигән мәғәнәлә. “Ҡыр”ҙың “ғыр”ға әйләнеүе лә тәбиғи хәл. Әйтелештә ҡ хәрефе ғ хәрефе менән сиратлашып килә. Сискәҡыр буйын да ҡайһы берәүҙәр Сискәғыр тип йөрөтә. Ике йөҙ йыл самаһы элек беҙҙең тауҙар ҡарағай, ҡарағас ағастары менән ҡапланған булған. Үрге Яйыҡ крепосын төҙөгәндә йылға буйы тауҙары шәрә ялан­ғас ҡалғанлығы билдәле. Мышағыр тауы­ның ауылға ҡараған битендә әле бөгөн дә йәш ҡарағай, ҡарағас ағастары үҫә.
Әле һүҙ алып барған тауҙар теҙмәһенә ҡаршы көнсығышта ятҡан тауҙы Күкдин тиҙәр. Ауылдаш шағирәбеҙ Миңзәлә Шөғәйепова үҙенең бер шиғырында ул тауҙы Күк тейен тип атағайны. Был дөрөҫлөккә тап килә. Күк тейендәр – ҡарағас, кедр урмандары йәнлектәре. Күкдиндә ҡарағастар үҫкәнен иҫбат иткәндәй, тауҙың башында бер түңгәк бөгөнгә хәтле һаҡланып ҡалған, уны ниндәйерәк бысҡы менән ауҙарғандар икән, тип хайран ҡалаһың.
Ҡандыболаҡ йылғаһы һыуын Яйыҡҡа ҡойған ерҙә йылға аръяғындағы түбәне Бесәнтүбә тип атай халыҡ. Түбә үҫкән үләне менән дә, төҙөлөшө менән дә бесәнде хәтерләтмәй. Күбә, кәбән, эҫкерткә лә бер тартым оҡшаған ере юҡ. Ә бына Ҡустанай өлкәһе ҡаҙаҡтары терпене псән тип атай. Ысынлап та, был түбә терпе һымаҡ.
Яйыҡ һүҙен Яй ыҡ тип аңлатыр инем. Яй – әкрен, ыҡ – ағым, йәғни әкрен ағымлы һыу. Төркисә шулай тип әйтелә.
Ришат Ғаяз улы Иҙрисов тыуған йәнтөйәгебеҙ, ундағы ер-һыуҙың атамаһын яҙып, уларға аңлатма биреп тарих төпкөлөнә аманат ҡалдырған. Киләсәк быуын үҙ тыуған яғына иғтибарлы булһын, уны яратһын, һаҡлаһын һәм артабан мираҫ итһен өсөн ҙур эш башҡарған. Шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина яҙғанса:
...Йәнтөйәккә һөйөү йөрәгендә
Һүнмәҫ усаҡ булып яғылған.
Шул усаҡты һүндермәй дауам итеү – беҙҙең бурыс.

Учалы районы,
Ураҙ ауылы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 79

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 105

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 106

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 143

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 115

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 133

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 123

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 90

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 156

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 130

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 103

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән” 28.09.2018 // Рухиәт

Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған. Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына...

Тотош уҡырға 408