Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халҡыбыҙ хазинаһы
Халҡыбыҙ хазинаһыХалҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, күркәм йолаларын, бай йөкмәткеле йыр-моңон өйрәнеү, һаҡлау, үҫтереү һәм түкмәй-сәсмәй йәш быуынға тапшырыу — республикабыҙҙа алып барылған маҡсатлы сәйәсәттең береһе. Ошо көндәрҙә Кушнаренко районында уҙғарылған фольклор фестивале – быға асыҡ миҫал. “Кушнаренко таңдары” тип аталған сарала Башҡортостандың 16 районынан һәм өс ҡалаһынан иллегә яҡын ғаилә һәм этноколлективтар ҡатнашты.

Учалы данын яҡлаған “Хазина” фольклор халыҡ ансамбле “Традициялар” номинацияһында икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды. “Хазина” төркөмөн бөгөн Учалыла ғына түгел, республикала ла яҡшы беләләр. Һәр саҡ ҡабатланмаҫ сағыу сығыштары менән алдырған бай һәм халыҡсан телле сәсәндәр, оҫта ҡумыҙсы, ҡурайсы, баянсылар, мандолина, думбыра сиртеүселәр, дәртле бейеүселәр, йырсылар, өзләүселәр тупланған кол­лективҡа. Бер-береһенә иғтибарлы, татыу булғанлыҡтан, һәр эште лә күңел биреп башҡарғанлыҡтан, ижадтары һүнмәй, киреһенсә, яңы һулыш ала, үҫешә. Өс тиҫтә йылдан ашыу йәшәү дәүерендә ансамблгә Фәрзәнә Фәтҡуллина, Ильяс Мөхәиров, Рәжәп Вәдүтов, Мөхәммәт Зәйнуллин, Фәрит Зәйнуллин, Гөлдәр Моратова кеүек билдәле сәнғәт һәм мәҙәниәт оҫталары етәкселек итә. Уларҙың һәр береһе коллективтың эшмәкәрлегенә, уның билдәлелек яулауына ҙур өлөш индерә.
2000 йыл башынан алып был бурысты Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты Ғәрифә Кудрявая башҡара. Һәр эшкә үҙенсәлекле ҡараш, сабырлыҡ, ныҡышмалылыҡ, ижади эҙләнеүҙе төп йәшәү принцибы итеп алған талант эйәһе коллективты яңы үрҙәргә күтәреүгә бар көсөн һала. Ғәрифә Ғиниәт ҡыҙы өләсәһе Камиланан күп нәмәгә өйрәнә.
— Әсәйем Мәүзифа 32 йәшендә генә донъя ҡуйҙы. Беҙҙе, ике бер туған ҡыҙ баланы, айырмайым тип, өләсәйем үҙенә алды. Уның таҡмаҡ, һамаҡ, мөнәжәт, бәйеттәрен, шаян һүҙҙәрен туғандарыбыҙ менән бергә йыйылғанда һаман да иҫкә төшөрөп һөйләп алабыҙ. Һәр таҡмағының тарихын һөйләп, ни өсөн шулай йырланыуына аңлатма биреп барыр ине ул. Беҙҙе халыҡ йолаларына таянып тәрбиәләргә тырышты. Мәҫәлән, ҡалаҡ менән бысаҡты йәнәш һалмағыҙ, ыҙғыш сыға, тип тыйыр ине. Ысынлап та, ҡалаҡты алам тигәнсе, бысаҡҡа ҡырҡылыуың бар. Ишек төбөнән түргә ҡарай иҙән һеперһәң, өйгә ғәйбәт инә, тигәндәре лә оло мәғәнәгә эйә. Төркөмдә эшемде лә өләсәйемдең таҡмаҡ, һамаҡтары нигеҙендә ҡорғанмын, — ти ул.
Ансамблде етәкләгәнгә тиклем урау юлдар үтергә тура килә Ғәрифә апайға. Учалыға Себер тарафтарынан күсеп килгәс, музыка училищеһы бинаһында халҡыбыҙҙың йолаларын өйрәнеү маҡсатында балалар туплап, студияла эшләй. Улар менән байтаҡ экспедициялар ойоштора. Муса Мортазин тураһында, районыбыҙға ҡағылышлы мәғлүмәттәр туплай.
— Кемдән нимә ишетәбеҙ, һәр береһен айырым теркәп барып, күп кенә халыҡ ынйыларына – бәйет, таҡмаҡ, ҡобайырҙарға юлыҡтыҡ. Халыҡтан ишеткән-күргәндәрҙе яҙа барғас, күп ваҡиғаларҙың бер-береһенә бәйле икәнлегенә, бер төйөнгә барып тоташыуына инандым, — ти Ғәрифә Ғиниәт ҡыҙы.
Студияла бер нисә йыл эшләгәс, ололар фольклор төркөмөнә уны мандолинасы итеп саҡыралар. Күп тә үтмәй, етәксе дилбегәһен ышанып тапшыралар. Ғәрифә Кудрявая Рәсәй һәм Башҡортостан кимәлендә уҙғарылған байтаҡ фестивалдәр, конкурстар еңеүсеһе, БР-ҙың “Халыҡ коллективының иң яҡшы етәксеһе” исемен йөрөтөүсе. Бынан тыш, күрше өлкәләрҙә мастер-кластар үткәреп, белгәндәре менән дә ихлас уртаҡлаша ул.
Уның етәкселегендә “Хазина” фольклор төркөмө тарафынан бигерәк тә һуңғы йылдарҙа бихисап эш башҡарылған. БЮТ каналының “Өләсәйем һандығы” тап­шырыуы өсөн фильмдарҙа төшөү, радиотап­шырыуҙарҙа ҡатнашыу, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ижад миҙгелен асыу тантанаһында сығыш яһау, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Шәжәрә” байрамдары, һабантуйҙарҙа ҡатнашыу, күрше өлкәләрҙә республика йөҙөн күрһәтеү – былар бөтәһе лә фольклор төркөмөнә мәртәбә өҫтәй.
“Хазина”ла бар күңеле менән халҡыбыҙ ижадына, тарихына, йолаларына мөкиббән талант эйәләре тупланған. Мәҫәлән, Фәүзиә Ғәлиәхмәтова хаҡлы ялға сыҡҡансы Иҫтамғол ауылында башланғыс кластарҙы уҡыта, “өлкән уҡытыусы” дәрәжәһенә эйә. 2011 йылда Күмертауҙа “Таҡмаҡ әйтеш” бәйгеһендә беренсе урынды яулай.
— Фольклор йәштәргә эстетик һәм рухи тәрбиә биреүҙә ҙур роль уйнай. Һау-таҙа, камил аҡыллы балалар булып үҫһендәр өсөн, киләсәгебеҙ хаҡына милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе аяҡҡа баҫтырыу мөһим, — тип һанай, олпат йәшенә ҡарамаҫтан, һаман да әүҙем тормош позицияһы менән йәшәгән ветеран-уҡытыусы.
Клара Ниғәмәтуллина ла һөнәре буйынса педагог. Оҙаҡ йылдар ҡалала балалар баҡсаһы мөдире булып эшләп, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында башҡорт төркөмдәре асыу, кескәйҙәрҙә туған телгә, милли мәҙәниәткә һөйөү уятыу маҡсатында ҙур көс түккән кешеләрҙең береһе ул.
— “Хазина” ансамбле, исеме есеменә тап килеп, халҡыбыҙҙың оҙаҡ йылдар йоҡомһорау хәлендә булған күңел байлыҡтарын аса. Беҙҙең сығыштарҙы оло йәштәгеләр генә түгел, йәштәр ҙә, балалар ҙа ихлас ҡарай, фәһем ала, өйрәнә, күңел байлығын арттыра, — ти “Учалы ҡалаһының почетлы гражданы” исемен йөрөтөүсе Клара Мөхәммәт ҡыҙы.
Төркөмгә йәштәрҙең күпләп килеүе лә эштең дөрөҫ юҫыҡта алып барылыуын аңлата. Ваҡыттары наҡыҫ булһа ла, төп хеҙмәттәренән һуң “Хазина”ға ашыға улар.
— 3-сө лицейҙа мин үҙем күп йылдар уҡыусыларым менән фольклор түңәрәге алып барам. Халыҡ йолаларын өйрәнеүҙә һәм уҡыусыларым менән сығыш яһауҙа “Хазина”лар һәр ваҡыт ярҙам итә. Сценарийҙар яҙыуҙа һәләтем асылыуҙа уларҙың индергән өлөштәре бик ҙур. Төркөмөбөҙ менән булған һәр минут, сәғәтебеҙ тик файҙалы аралашыу, ниндәйҙер яңылыҡ үҙләштереү менән үтә. Ҡайҙарҙа ғына булманыҡ беҙ: Мәскәүҙә, Екатеринбург, Силәбе, Пышма ҡалаларында, күрше өлкәнең Ҡоншаҡ районында, Салауат йыйындарында, төрлө һабантуйҙарҙа һәм башҡа тантаналарҙа... Беҙҙе һәр ерҙә алҡыштар менән ҡаршы алып, матур итеп оҙатып ҡалалар, — тип ғорурлығын йәшермәй Асия Әминева.
Төркөмдә йыр-моңға ғашиҡ утыҙға яҡын кеше шөғөлләнә, шул иҫәптән биш ғаилә пары – Мәрйәм һәм Байгилде Янбулатовтар, Зөлфиә менән Радик Латиповтар, Лилиә һәм Алик Исмәғилевтәр, Әминә һәм Азамат Билаловтар, Рәйлә менән Камил Ноғомановтар — “Хазина”ның иң әүҙем ағзалары.
Янбулатовтарҙы ансамблдең “йөҙөк ҡашы” тип йөрөтәләр. Олпат йәшкә етһә лә, Байгилде Йәнтүрә улы йөрәктәрҙе дәртләндергес шиғырҙар яҙа, мандолинала, ҡурайҙа оҫта уйнай. Уның “Хазина”, “Йәш саҡтар”, “Байгилде көйө”, “Йырғанаҡ”, “Бейек тауға менгәс тә”, “Күктә йондоҙ”, “Эй, Уралым, изге төйәгем” исемле йырҙары, таҡмаҡтары төркөм репертуарының төп өлөшөн тәшкил итә. Мәрйәм Мөхәмәт ҡыҙы 48 йыл мәктәптә балаларға белем бирә, юғары категориялы уҡытыусы, РФ-тың мәғариф отличнигы. Тормош иптәше ижад иткән йырҙарҙы сәхнәләрҙә башҡара, мандолинала уйнай, матур бейей ҙә. Икеһе лә хаҡлы ялда булһа ла Янбулатовтар бөгөн дә сәхнә күрке булып, рухи аҙыҡ өләшә.
— “Хазина”һыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Оло йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, алыҫ гастролдәргә йөрөй алмаһаҡ та, районда уҙғарылған сараларҙа ҡатнашырға тырышабыҙ. Төркөм ағзалары менән сәхнәлә генә түгел, тормошта ла аралашып, дуҫ булып йәшәйбеҙ, — ти Янбулатовтар.
Коллективҡа йыйылыу, аралашыу, репетициялар уҙғарыу өсөн ҡаланың төп мәҙәни үҙәге — филармония бинаһында ике бүлмәнән торған урын да бүленгән. Уның береһен “Хазина”лар башҡорт йорто кеүек итеп йыһазландырып ҡуйған. Милли әйберҙәр, һандыҡ, һуғылған балаҫтар, сигелгән таҫтамалдар менән биҙәлгән бүлмә тәү ҡарауға музейҙы хәтерлә. Бүлмәнең бер яғында урын алған Рәхмәт хаттары, почет грамоталары, дипломдарҙың күплегенән күҙҙәр ҡамаша хатта. Икенсе бүлмәлә милли костюмдар, музыка ҡоралдары, реквизиттар һаҡлана.
— Район етәкселегенең даими ярҙамын тоябыҙ. Тау-байыҡтырыу комбинаты ике төрлө милли кейемдәр тектертеп бирҙе. Реквизит, музыка ҡоралдарын үҙебеҙ хәстәрләйбеҙ, беҙгә йөрөгән һәр ҡатын-ҡыҙ ҡул эшенә оҫта, биҙәүестәрҙе үҙҙәре яһап ала, — ти Ғәрифә Ғиниәт ҡыҙы.
— Был юлы ниндәй сценарий менән сығыш яһанығыҙ? — тип һорайым унан.
— Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы өлкәһенең көрсөк кисереүе, буш ятҡан ерҙәрҙең күбәйеүе барыһын да борсойҙор. Ошо проблемаға тамашасы иғтибарын йүнәлтеү маҡсатында колхоз темаһын алдыҡ. Йәштәр элек өмәләрҙә, күмәк эштә танышып, бер-береһен һынап өйләнешкән. Хеҙмәттә тыуған хистәр ныҡлы, ғүмерлек булған. Димселәр тәжрибәһе лә һөҙөмтә биргән. Ҡыҫҡаса ошо турала булды сығышыбыҙ. Көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәреүебеҙҙе тамашасы йылы ҡабул итте.
Киләсәккә пландары менән дә ҡыҙыҡһындым ансамбль етәксеһенән.
— Артабан да халыҡ ижадын ентекле өйрәнеп, яңы сценарийҙар төҙөп, тамашасы хөкөмөнә сығарыу мөһим. Рухи тамырҙарыбыҙ онотолорға тейеш түгел, — тине әңгәмәсем.
Әйткәндәй, гел яңылыҡҡа ынтылған, тынғыһыҙ Ғәрифә Ғиниәт ҡыҙы бөгөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн китап-белешмә сығарыу уйы менән яна. Унда милли йолалар, район биләмәһендә көн күргән ырыуҙар тарихы, билдәле талант эйәләре һәм башҡа кәрәкле мәғлүмәт тупланасаҡ.
“Үткәндәребеҙҙе яҡшыраҡ белгән һайын, бөгөнгөбөҙҙөң мәғәнәһен дә тәрәнерәк аңларға була”, – тигән бер аҡыл эйәһе. Ғәрифә Ғиниәт ҡыҙының изге эштәрендә уңыштар ғына насип булһын.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 90

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 115

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 107

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 148

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 120

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 141

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 129

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 94

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 171

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 134

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 109

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән” 28.09.2018 // Рухиәт

Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған. Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына...

Тотош уҡырға 422