Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәктәргә уйылған хәтирәләр
Йөрәктәргә уйылған хәтирәләрИҫтә. Миңә дүрт йәш. Ниндәй ҙурмын, үҫкәнмен. Әсәй үҙ эше менән мәшғүл. Ул фронтҡа һалдаттарға өс бармаҡлы бейәләйҙәр бәйләй ҙә бәйләй. Ә аҙна һайын кис мунсанан һуң өйҙәрҙе йыйыштыра. Беләм, йома етһә, үрге апайҙар, күстәнәстәрен алып, беҙгә кис ултырырға инә. Улар бергәләп һалдат ағайҙарға бүләккә аҡ һәм һары һарыҡ йөнөнән күп-күп итеп бейәләй бәйләйәсәк.

“Атайым бар!”


Ана Әсмәбикә апай гел беҙгә күкәй алып инә лә: “Бына, сыбар тауыҡта­рымдың күстәнәсе, һеҙгә генә алып индем”, — тип алъяпҡыс кеҫәһенән берәр йомортҡа алып биргәне онотолмай. Кистәрен күҙ бәйләнгәс, етеле лампабыҙ ҡабынғас, өйөбөҙгә нур, йылылыҡ тарала. Уны ҡабыҙғанда ҡыуана инек.
Мин, ҙур булһам да, атайымды белмәй инем шул. Ул һалдатҡа киткәндә, йоҡлап ҡалғанмын. Ә күршеләге ҙур ҡыҙҙар: “Беҙҙең атайыбыҙ бар, һинең атайың юҡ”, — тип үртәйҙәр. Әсәйем ебәк таҫма менән үргән сәсемде тартып йәберләгәндәре иҫемдә ҡалған. Бына бер ваҡыт ишек асылды ла, бер нисә һалдат килеп инде. Шинель кейгән ағайҙар өҫтәл янына ултырҙы. Ә мин юрған аҫтынан: “Минең атай ҙа юҡмы икән?” — тип ҡыҙыҡһынып ҡарап ятам. Булһа ла танымайым шул... “Атай ниндәйерәк була икән?” тигән һорауҙар уралды башымда.
Бына әсәй өй башынан атайға тип һаҡланған ҡаҡланған ҡаҙҙы алып төштө. Унан һуң: “Ҡыҙым, тор, атайың ҡайтты”, — тигәс, һикереп торҙом да һике янында ултырған ағайға табан боролдом, ҡан тартҡандыр. Һоро шинелле кеше мине күтәреп, ҡосағына алды ла: “Уяндыңмы, минең үҫкән ҡыҙым. Тәмле төштәр күреп тороп килә бит”, — тип арҡамдан яратып һөйҙө, биттәремдән үпте. Мин дә һаҡ ҡына уны ҡосаҡланым. Ҡосаҡлағайным, абау, бите сәнсә. Ҡосағынан сыҡтым да, тиҙ генә апайҙың ҙур итектәрен кейеп алып, баҡса аша ситән тишегенән генә дуҫ ҡыҙҙарыма саптым. Ишек алдында ятҡан бер аяҡ кейемен эләктерҙем дә ишектәренә һуға башланым. “Сәлиә, минең дә атай бар, ул ҡайтты, күрергә инегеҙ”, — тип ҡысҡырҙым. Абына-һөрөнә өйгә кире йүгергәнем иҫтә. Оҙаҡ та үтмәне, тирә-яҡтағы ҡыҙҙар, апайҙар, әсәйҙәр, нәнәйҙәр атайымды күрергә йыйылды.
Иҫемдә, атайым беҙгә оҙон ҡара икмәк һәм ҙур-ҙур шаҡмаҡ шәкәр алып ҡайтҡайны.
Ул бер күҙен оҙаҡ ҡына аҡ бинт менән бәйләп йөрөнө. Унан оҙаҡ та тормай тағы һалдатҡа китте. Әсәйем уны илап оҙатып ҡалды. Ә апай-әбейҙәр элеккесә йома кистәрен тағы йыйылып бейәләй бәйләне.

Серле шинель

Атайым тағы яраланып өйгә ҡайтты. Һарайыбыҙ утынлы, бесәнле булды, ын­дырыбыҙҙы ат менән һөрөп, картуф сәстек. Бына бер ваҡыт атайым өйҙәге һоро шинелен кейеп тағы һалдатҡа китте.
Шинеленең уң яҡ итәгендә тишектәр бар ине. Уны оҙатҡанда Шәрғиә нәнәйем­дең: “Шинелеңде һаҡла, улым, ул доғалы”, — тигәне иҫтә ҡалған. Үҫә төшкәс, нәнә­йемдән һорап белдем, ул атайымдың шинеленең уң яҡ сабыуына доға (бетеү) тегеп ҡуйған икән. Яраланһа ла, иҫән-имен йөрөп ҡайтты, беҙ шулай атайлы-әсәйле булып үҫтек, Аллаға шөкөр.
Нәнәйем: “Баламды доғалы шинель һаҡланы, Раббыма рәхмәтлемен, донъя­лар имен булһын!” — тип һәр намаҙҙан һуң теләктәр теләне. Изге йән.

Күкрәк һөтө

Иҫтә. Нәнәйем дә, әсәй ҙә кистәрен беҙгә әкиәттәр уҡый ине. Ә өй түрендәге иҫке ямаулы киндер бишектә өсөнсө энемдең йоҡлағаны, уны тирбәткән “р”һыҙ ғына “Шүрәле”не һөйләгәнем, әкиәт тыңлай-тыңлай уның йоҡлап киткәне иҫтә.
Шулай уҡ бәләкәй ирендәремдең шешенеп, әрнеп һыҙлауы онотолмаҫлыҡ булып иҫтә ҡалған. Миңә дүрт йәш, ә энем ике айлыҡ ине. Әсәйем эшкә киткәнсе күкрәк һөтөн һауып, сынаяҡҡа һалып ҡалдыра. Энем уянып илаһа, мин уға эсерергә тейешмен. Мин ул уянып илай башлау менән сынаяҡтағы һөттө ауыҙыма алам да уға эсерергә тейеш тә бит... Тәмле-татлы һөттө ауыҙға ҡабыуыма йотам да ҡуям, балалыҡ... Шунан иренемде энемә имеҙәм. Сабый илай, илай, ирендәремде һура-һура ла аҙыраҡ тыныс­ланып йоҡлап китә. Әсәй ҡайтҡас, ҡулына алып имеҙә уны. Ә минең шешкән ирендәрем төнө буйы һулҡылдап һыҙлап сыға...

Туҡай ҙа һуғышта булған

Атайымдың сираттағы тапҡыр яраланып ҡайтҡаны иҫтә. Был юлы ул аҡ бинт менән уралған ҡулын муйынына аҫҡайны. Уның менән өс һалдат та бар ине. Уларҙың береһенең: “Туҡай ҙа һуғышта булды”, — тип кеҫәһенән китап сығарғаны иҫтә.
“Бына гел уҡып йөрөнөм, Туҡай янымда йөрөгән кеүек булды. Шиғырҙарын көйгә һалып йөрөнөм”, — тигәс, бахыр Шүрәлеләр ҙә һуғышта булдымы икән, Һыу инәһе ят күлдәрҙә батып ҡалмаҫмы, тип улар өсөн ҡурҡып баш ватҡаным иҫтә.
Был һалдат ағайҙың йырлағаны иҫтә:
Баҫма өҫтө бала өйрәк,
Һибәйек бойҙай, һибелһен.
Киттек йыраҡ, ҡалды илап,
Бер күрергә тилмерһен.
Уға атайым ҡушылды:
Аҡ Иҙелдең аръяғында,
Ҡысҡырып йөрөй бер бәрән.
Ғәзиз яҡтан айырылып
Ғүмерҙәр үтте әрәм.
Иҫемдә. Өйөбөҙгә матурлыҡ, моң тулып, яҡтырып киткәндәй булды. Минең дә уларға ҡушылып йырлағым килде лә үҙ-үҙемә йырлап ебәрҙем: “Атай ҡайтты, атай ҡайтты, беҙ атайлы, атайлы, Урра!” Үҫә төшкәс, һуғыш уты яралаған китапты күҙ алдына килтереп, барыһын да аңланым. Ғ. Туҡай китабын гимнастерка кеҫәһендә һаҡлап йөрөткән һалдат кем булды икән һуң?



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡорт ҡыҙы яулаған үрҙәр
“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә...

“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә... 23.12.2018 // Рухиәт

Һәр кем мөғжизәле Яңы йыл байрамын көткәндә Сибай ҡалаһының мәҙәни тормошонда ла үҙенсәлекле ваҡиға...

Тотош уҡырға 223

Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 153

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 160

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 147

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 194

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 177

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 185

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 177

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 134

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 220

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 167