Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
“Бөтә Рәсәй китапханалар төнө” акцияһына Мөхәммәтша Буранғолов исемендәге 1-се ҡала китапханаһы ла әүҙем ҡушылды. “Серле китап утрауында” тип аталған ижади өлөш үҙенсәлекле бер серлелек менән асылды. Тарих төпкөлөндә Ваҡыт һәм Хәтер төшөнсәләренең рухи бәхәсе аша әҙәбиәт өлкәһенең ниндәй генә жанр аша халыҡ күңеленә инеүен, унда тәрән мәғәнә һалып, үҙ тауышыңды заман ауазы аша еткерә алаһың икән, тимәк, халыҡсанлыҡ офоҡтарына юл һалына.

Ижадсы менән уҡыусының араһында ғәжәп серле ептәр һуҙыла. Шаҡтай ауыр ҙа, талапсан да булып һаналған сатира һәм юмор өлкәһендә ҡәләменең ҡөҙрәтле көсөн тойған сатирик, билдәле журналист, “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәре Венер Исхаҡовтың китапхана төнө сараһында “Өй эйәһе” тигән китабы менән беҙҙең китап һөйөүселәр, һәүәҫкәр ижадсылар араһында сығыш яһауы үҙе бер байрам булды.
Йәшәйешебеҙҙең ҡанундары боҙолған күренештәрҙе элеп алып, ҡәләм йәбенә һалып, ҡыҫҡа ғына уймаҡ хикәйәләр, скетч­тар аша тәрбиәүи тылсым менән йәмғиә­тебеҙҙең йөҙөн аса алған авторҙың әҫәр­ҙәрен айырыуса мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әүҙем күтәреп алды. Аптраҡ ауылы мәҙә­ниәт йорто янында эшләп килгән “Аҫыл­таш” фольклор төркөмө ағзалары “Яңы йыл төнөндә”, Ҡаран ауылы мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәрҙәре “Ҡот ҡойоу”, ә беҙҙең китапханабыҙ хеҙмәткәрҙәре “Фәғиләнең бер эш көнө” юмористик хикәйәләрен сәхнәләштергәйне. Аптраҡ ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Суфия Халиҡова үҙ ҡыуанысын ихлас күңелдән йәшермәй: “Сәхнә әҫәр­ҙәре өсөн ҡытлыҡ кисергән һәр бер дәүер хеҙмәткәрҙәре өсөн дә ҡулланырлыҡ әҙә­биәт булыуы, китаптың киләсәктә лә уҡым­лы буласағына иманым камил”, – тип әйтеүе йыйынтыҡҡа ыңғай баһа булды.
Китапхана төнөндә шулай уҡ урыҫ классигы, донъя әҙәбиәтенә ҙур өлөш индергән Иван Тургеневтың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы “Һаман да уның хаҡында...” тигән әҙәби-музыкаль монтаж авторҙың йәшлегендә Полина Виардоға булған һөйөүе һәм дә ошо һөйөү хистәрен һөй­гәненә бағышлауы күрһәтелде. Ҡалабыҙ­ҙың 4-се дөйөм белем биреү мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Риф Маннанов­тың яҙыусының образын кәүҙәләндереүе саҡырылған ҡунаҡтарға ижади тәьҫир яһамай ҡалманы. Кисә барышында китапхана төнөнә арналған слайд презентациялары менән Нәзимә Исхаҡова ла үҙенең ижади оҫталығын күрһәтте.
Китапхана төнө йыр-моң аша үрелеп барҙы. Һәүәҫкәр рәссам, композитор Фәнил Яманаев башҡарыуында йырҙар, оҫта баянсы Салауат Иҫәнғолов уйнауында популяр көйҙәр теҙмәләре, бараһының да күңеленә хуш килде. Китапханабыҙ хеҙмәтен даими ҡулланған ижади парҙар Сергей менән Дамира Клименколарһыҙ сараларыбыҙҙы күҙ алдына килтереп булмай. Был йәһәттән уларҙың сығыш яһауы, байрамдың уртаһында булыуы – икеләтә яҡшы күренеш.
Ҡаран ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Гөлсәсәк Солтанғолова, “Баланҡай” кафеһы ашнаҡ­сыһы Гөлнара Сураҡова, Мәләүез индустриаль колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсәсәк Әмирха­новаларҙың йырлы-моңло сәләмдәре кисәбеҙҙең “Асыҡ микрофон” шиғри сало­нына үҙ шаршауын асты. Шиғриәт һөйөү­селәр Таһир Вәлиев, Резеда Миңлеғолова, шағирә Нәйлә Әйүпова, Рәфҡәт Айытҡолдар яҙ кисенә шиғри һулыш бирҙе. Шулай уҡ Коми Республикаһының Сыктывкар ҡалаһының С. Маршак исемендәге милли балалар китапханаһы үткәргән Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған II төбәк-ара Кесе поэтик марафонда ҡатнашҡан “Илһам шишмә­ләре” әҙәби түңәрәгенең йәш ағзаһы, Мә­лә­үез ҡалаһының 1-се гимназияһының VIII класс уҡыусыһы Сыңғыҙ Әмировты бүләкләү тантанаһын Венер Исхаҡов атҡарҙы.
Китапхана төнө акцияһы саҡырылған ҡунаҡтар менән сәй табыны янында рухи аралашыу менән дауам итте.

Мәләүез ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Һағыштарҙы ниҙәр тарата?

Һағыштарҙы ниҙәр тарата? 21.09.2018 // Рухиәт

“Үҙеңдең генә түгел, башҡаларҙың да күңелен үҫтереп йәшәргә кәрәк” Матурлыҡ – иң ҙур көс, тиҙәр....

Тотош уҡырға 58

Дини үҙәккә — 230 йыл

Дини үҙәккә — 230 йыл 18.09.2018 // Рухиәт

Быйыл Рәсәйҙә мосолмандарҙың тәүге үҙәк дини ойошмаһы – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты...

Тотош уҡырға 29

Үткәнен онотмаған – киләсәкле

Үткәнен онотмаған – киләсәкле 18.09.2018 // Рухиәт

Башҡорт Хөкүмәте рәйесе Юныс Бикбовҡа тыуған төйәгәндә бюст асылды Тарихҡа күҙ ташлаһаҡ, ҡасан ғына...

Тотош уҡырға 22

“Урал батыр” нисә йәшендә?

“Урал батыр” нисә йәшендә? 12.09.2018 // Рухиәт

Ғалим өсөн сиктәр юҡ ине... Ер йөҙөндә йәшәүсе күп һанлы милләттәр араһында үҙен милләт, улай ғына...

Тотош уҡырға 79

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа...

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа... 16.08.2018 // Рухиәт

Бай тарихлы Йәрмөхәмәт ауылына быйыл 280 йыл тулды. Бөгөн дә ул тотороҡло үҫеш юлында: яңы йорттар...

Тотош уҡырға 298

ТАМЫРҘАРҘЫ ЭҘЛӘП, НӘҪЕЛ ЕБЕН ЯЛҒАП...

ТАМЫРҘАРҘЫ ЭҘЛӘП, НӘҪЕЛ ЕБЕН ЯЛҒАП... 03.08.2018 // Рухиәт

Егерменсе быуаттың алтмышынсы йылдарында СССР ауыр һуғыштан һуң аяҡҡа баҫа. Тап ошо осорҙа ил...

Тотош уҡырға 110

Яҙмаларында — ябай халыҡтың күңел матурлығы

Яҙмаларында — ябай халыҡтың күңел матурлығы 03.08.2018 // Рухиәт

Кемгә нисектер, әммә миңә, “Башҡортостан” гәзитенең көньяҡ-көнсығыш райондары буйынса үҙ хәбәрсе...

Тотош уҡырға 152

Һүҙендә торҙо Әлиә

Һүҙендә торҙо Әлиә 01.08.2018 // Рухиәт

...Бынан бер йыл элек балалар араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй “Ҡара һауыттан гүзәл әҫәр” конкурсында...

Тотош уҡырға 213

Баҫ, баҫ, өҙә баҫ!

Баҫ, баҫ, өҙә баҫ! 01.08.2018 // Рухиәт

Өфөнөң “Веселинка” ансамбле еңеү яулап ҡайтты Өфөләге В.М. Комаров исемендәге балалар ижад...

Тотош уҡырға 90

Башҡорт шиғриәте өсөн оло асыш

Башҡорт шиғриәте өсөн оло асыш 31.07.2018 // Рухиәт

Бәйге күп һәләттәргә ҡанат ҡуйҙы, яңы исемдәр асты “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале етенсе йыл...

Тотош уҡырға 240

“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте”

“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте” 31.07.2018 // Рухиәт

Бәйгеселәр “Ҡош юлы”нда алған тәьҫораттары менән уртаҡлаша Нәркәс ҠӘЙЕПҠОЛОВА, БДМУ студенты,...

Тотош уҡырға 158

“Өмөтлө йәштәр үҫә!”

“Өмөтлө йәштәр үҫә!” 31.07.2018 // Рухиәт

“Ҡош юлы” республика шиғриәт бәйгеһен баһалаусыларға килгәндә, улар Рәсәй һәм Башҡортостан...

Тотош уҡырға 145