Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ бында теләп килә
Халыҡ бында теләп киләМөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапхана хеҙмәткәре Рәзилә Ҡотлогилдина менән тәү тапҡыр бынан тиҫтә йыл самаһы элек танышҡайныҡ. Ҡалала матбуғат дуҫтары менән осрашыу, уларға яҙылыу барышына арналған сара ине. Кисәне йәнле итеп ойошторған мөләйем ханымдың тел байлығына, тамашаны йәнле, юғары кимәлдә алып барыуына һоҡланмаған кеше булмағандыр.


Һуңынан сәй табыны артында ул әҙәбиәтте шул тиклем яҡшы белеүе, бихисап шиғырҙарҙы яттан һөйләүе менән хайран иткәйне. Ә инде бер мәл моңло итеп йыр һуҙып ебәргәс, ни эшләп ул профессиональ сәнғәт юлынан китмәне икән, тип уйлап ҡуйғайным. Күптән түгел йәнә юлдарыбыҙ киҫешкәс, үҙенән ошо хаҡта ҡыҙыҡһындым.
— Йырсы булырға теләгем ҙур ине, ауыл балаһының әлегә лә баяғы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эше менән был хыялым ваҡытында тормошҡа ашмай ҡалды, – тине ул. – Шулай ҙа үкенмәйем, сөнки китапханасы һөнәре лә халыҡ менән бәйле. Төрлө тамашаларҙа рәхәтләнеп йырлайым.
Рәзилә апай Күгәрсен районының Бикес ауылында үҫә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының барлыҡ ауырлығын үҙ иңендә татыған әсәһе Рәшиҙә апай ике улын, ҡыҙын бер үҙе аяҡҡа баҫтыра. Әҙәбиәткә, сәнғәткә ғашиҡ кеше була ул. “Шул етешмәй, быныһы юҡ”, тип илаулап та, зарланып та ултырмайҙар. Донъялары муллыҡтан һығылып тормаһа ла, күңел донъяһы ғәжәп бай була ғаиләнең. Колхоздың бер эшенән дә сирҡанып тормайҙар. Балалар мәктәп йылдарынан уҡ үҙҙәре аҡса эшләргә өйрәнә, һыйырын да һауалар, ҡайнар ҡояш аҫтында сөгөлдөр баҫыуында ла тир түгәләр. Буш ваҡыттарҙа, айырыуса ҡыш көндәрендә йорт эсе гөжләп тора. Әсәйҙәре, күңеле булһа, йырлап ебәрә, китаптар уҡый. “Балам, бына ҡыҙыҡ китап, ошоно уҡы әле”, – тип ҡыҙына ла тәҡдим итә.
Һәр эшкә маһирлыҡты, йыр-моңға әүәҫлекте әсәһенән һеңдереп үҫә Рәзилә. Яҡшы уҡый, ауыл клубындағы, мәктәптәге бер концерт та унан башҡа үтмәй. Ул яҡ ҡыҙҙарының төп эше – шәл бәйләүҙе беренсе класта уҡ өйрәнә бөтмөр бала.
— Етенсе класты тамамлағас, йәйге каникулда колхозда ҡул менән 24 һыйыр һауҙым, – тип бала саҡ хәтирәләренә бирелә ул. – Ағайҙарым өй һалғас, аҡсаһын уларға бирәм. Ошо уҡ йылда шәл бәйләп, Мәләүез баҙарына һатырға барғанымды бөгөнгөләй хәтерләйем. Бигерәк әрһеҙ булғанмын да инде. Ул саҡта транспорт йүнләп йөрөмәй. 70 километр алыҫлыҡты тракторға ултырып үттем. Шәлемде 86 һумға һатып, үҙемә майка, бөтә ғаиләбеҙгә бүләктәр алып ҡайттым, ә ҡалған 55 һумын ағайыма бирҙем.
Шулай унынсы класты тамамлап, ҡулға аттестат алыр көн етә. Тик әсәһе генә ҡыҙының артист булыуын һис теләмәй.
— Ҡуйсы, балаҡайым, шул да булдымы һөнәр, – тип ҡаршы төшә ул. – Уларҙың ни ғаиләһе, ни йүнле йәшәр урыны юҡ. Ғүмер буйы сиған кеүек тәгәрмәс өҫтөндә йөрөргә уйлайһыңмы! Икенсенән, һине биш йыл буйы уҡыта ла алмаҫмын. Күреп тораһың, бер үҙем бит.
Әсәһенең һүҙен йыҡмай Рәзилә. Йәй буйы колхоз эшендә йөрөп, юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү имтихандары ла тамамлана. Бер мәл ул гәзиттә Өфө китапхана техникумының студенттар йыйыуы хаҡында иғлан күреп ҡала. Әсәһе лә риза була. Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, уҡырға инә. Тап ошонда белем алған йылдарын үҙенең тормош мәктәбе тип һанай ул. Белем усағында һәр йәһәттән төплө белем бирәләр, кеше менән аралашыу, һөнәр нескәлектәрен өйрәтәләр. Өйҙәгеләргә бәлә һалмай үҫмер, уҡырға ла өлгөрә, саҡ ҡына буш ваҡыты булһа, ҡулына йомғағын, энәләрен алып, үҙе әйтмешләй, кәсебенә тотона. Хатта шәл һатҡан аҡсаһын ауылға ла арттыра ул.
Ҡулына диплом алғас, тәүҙә тыуған районының Теләүембәт ауылында эш башлай, бер аҙҙан Мәләүез мәҙәниәт йортонда методист вазифаһын башҡара.
Күңеле тулы йыр-моң, халыҡ менән аралашырға әүәҫ ҡыҙға төрлө кисәләр үткәреү һәләк оҡшай. Бының өсөн китапханаларҙа эҙләнеү, яҙыусыларҙың ижады менән яҡындан танышыу уның рухиәтен байыта. 1994 йылда ул Силәбе дәүләт мәҙәниәт академияһына уҡырға инә. Был осорға кейәүгә сығып, балаһы булһа ла, ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормай. Уҡыу йортон уңышлы тамамлай.
Тап шул осорҙа ҡыҙҙың күптәнге хыялы тормошҡа аша – 1997 йылда ҡалала башҡорт китапханаһы асыла. Бөгөн ул — ҡаланың ғына түгел, райондың, хатта республиканың танылған мәҙәни үҙәге. Төбәктәге мөһим ваҡиғалар, күренекле шәхестәр иҫтәлегенә арналған саралар бында гөрләп үтә. Әлбиттә, тамашаларҙы халыҡты биҙрәтмәҫлек, күңеленә ял булырлыҡ итеп ойоштороу мөһим, шул ваҡытта фәһемле сценарийҙар яҙыу өсөн уның шиғриәткә булған һөйөүе, ҡәләме ярҙам итә.
Әйткәндәй, шиғырҙары әленән-әле матбуғатта донъя күреп торған Рәзилә Ҡотлогилдина — “Илһам шишмәләре” республика шиғыр бәйгеһе лауреаты ла. Үҙенең айырым китабы донъя күреренә лә өмөтләнә ул.
Шулай ҙа төп эше китапханасы икәнлеген онотмай, сөнки был һөнәр – китап уҡыусы менән ижадсы, әҫәр араһын бәйләп торған күпер. Йыш ҡына шулай ҙа була: кемдер китапханаға килһә лә, ниндәй баҫманы алып уҡырға кәрәклеген белмәй. Бының өсөн китапханасының һәр әҫәрҙе уҡып, анализлап, халыҡҡа тәҡдим итерҙәй әҙерлекле булыуы мөһим.
– Һуңғы йылдарҙа халыҡ тағы ла әүҙемерәк йөрөй башланы, – тип һүҙен дауам итә Рәзилә Фәтих ҡыҙы. – Бөтә кешенең дә барлыҡ матбуғат сараларын алдырыу мөмкинлеге юҡ, улар рәхәтләнеп гәзит-журнал уҡый.
Бында тупһаны аша атлап үтеү менән үҙеңде ниндәйҙер мөғжизәләр утрауына килеп эләккәндәй тояһың. Быйыл, мәҫәлән, Ғаилә йылы. Ошо айҡанлы төрлө саралар ойошторорға теләгәндәр өсөн бай күргәҙмә ҡуйылған. Теләйһең икән, нәфис әҙәбиәт уҡып, күңелеңде байыт. Психолог кәңәштәре тупланған әсбаптар ҙа етерлек. Илдәге мөһим ваҡиғалар, иҫтәлекле даталарға арналған әҙәбиәт тә урын алған. Стеллажға бер һирпелеп ҡарауҙа уҡ был төбәктән ниндәй әҙиптәр сыҡҡанын аңларға мөмкин, уларҙың ижады хаҡында бай мәғлүмәт тупланған.
Ике балаға ғүмер биргән Рәзилә ханымға йорто ла, эш урыны ла берҙәй яҡын. Ә инде Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге был китапхананың халыҡты күпләп йәлеп итеүе менән башҡаларҙан айырылып тороуында Рәзилә Фәтих ҡыҙының да өлөшө ҙур.

Мәләүез ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 88

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 113

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 107

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 145

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 119

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 139

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 128

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 93

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 166

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 133

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 106

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән” 28.09.2018 // Рухиәт

Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған. Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына...

Тотош уҡырға 418