Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бирешмә”ләр бирешмәй
“Бирешмә”ләр бирешмәйБашҡорт кинематографияһы һуңғы йылдарҙа ғына бик күп яңылыҡ кисерҙе тип әйтергә була: ҡыҫҡа һәм тулы метражлы фильмдар менән бер рәттән, үҫмерҙәр өсөн махсус төшөрөлгән сериал да зәңгәр экрандарға сыҡты. Эйе, һүҙ – “Тамыр” балалар телеканалы төшөргән “Бирешмә” сериалы хаҡында. Уны балалар, үҫмерҙәр генә түгел, оло йәштәгеләрҙең дә ихлас ҡарауы, сериялары күрһәтелеп бөткәс, “Дауамы буламы?” тигән һорауҙың йышлауы күп нәмә хаҡында һөйләй.


Ваҡиғаларҙың үҙәгендә торған дүрт дуҫты уйнаусы Данир Ғима­ҙиев, Гәлсәр Байғусҡарова, Хәй­ҙәр Вәлиев һәм Гөлгөнә Баһаует­диновалар ысын тормошта ла “Бирешмә” музыкаль төркөмөн төҙөп, сәх­нә­ләрҙе яулай: үткән йыл аҙағында “Йәш­лек-шоу” йыр-моң конкурсында I урынға лайыҡ булдылар, башҡорт эстрада­һы даими ойоштороп торған төрлө концерт-дис­котекаларҙа әүҙем сығыш яһай­ҙар. “Тамыр” һәм ҡыҙ­ҙар-егеттәр тоғро тама­шасы­һына тағы бер бүләк әҙерләне – “Баш­ҡорт­остан” дәүләт концерт залында “Би­решмә”нең ҙур хәйриә концерты булды. Ошо сара, сериалды төшөрөү нескәлек­тәре һәм башҡалар хаҡында бик йылы мөхиттә һөйләшеү үтте. Сәй табынында башҡорт матбуғат баҫмалары хәбәрсе­ләре, “Тамыр” телеканалы етәксеһе, “Би­реш­мә” проектының “әсәһе” Гөлназ Ҡол­һарина һәм “Бирешмә” төркөмө үҙе ҡатнашты.
“Ҙур концертыбыҙҙың бәләкәй генә тарихы бар. Ғафури райо­нынан 13 йәшлек Руслан исемле малай — “Бирешмә”нең бер серия­һын да ҡалдырмай яратып ҡараған дуҫтарыбыҙҙың береһе. Ҡыҙғаныс­ҡа ҡаршы, уның һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән: балалар церебраль фалижы менән сир­ләй. Уның менән аралаша тор­ғас, хәйриә концерты ойоштороп, Русланға дауаланыуға аҡса йыйырға кәрәк тигән уй тыуҙы, ошо ниәт менән беҙҙең сериал­дың сценарийы ысынбарлыҡта ла дауам ителде”, — тине Гөлназ Фәрит ҡыҙы. Ул шулай уҡ яңы осош алған “Бирешмә-профи” һөнәри-йүнәлеш биреү проектын да билдәләне: һәр сығышы айырым бер һөнәргә арналған тапшырыу аҙна һайын зәңгәр экрандарға сығып торасаҡ.
Һөнәр тураһында һүҙ сыҡҡас, күптәр Гәлсәр, Хәйҙәр, Гөлгөнә һәм Данирҙан: “Киләсәктә музыка юлын һайларға теләктәрегеҙ бармы-юҡмы?” — тип ҡыҙыҡһынды.
— Әлеге ваҡытта мин М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында музыка уҡытыусыһы һөнәренә уҡып йөрөйөм. Киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаһаҡ та, ул сәнғәткә бәйле булыр, тип уйлайбыҙ, бәләкәй саҡтан уның менән шөғөлләнгәс, беҙ сәнғәт донъя­һында йәшәйбеҙ, тип әйтергә булалыр. – Был Гөлгөнә Баһаует­динованың яуабы булһа, Данир Ғимаҙиев быйыл 11-се класты тамамлағас, тормош юлын режиссер һөнәренә бағышларға уйлай. Гәлсәр Байғусҡарова ла киләсәктә үҙен сәнғәт эшмәкәре итеп күрә, шулай уҡ мәктәпте тамамлап, сәнғәт институтына уҡырға инергә хыяллана.
— Мин, Алла бирһә, Илдар Абдразаҡов кеүек, бөйөк опера йырсыһы булам, — тип өҙә һуға Хәйҙәр Вәлиев. Ул әлеге ваҡытта сәнғәт училищеһының дирижер­лыҡ бүлегенең икенсе курсында белем ала икән.
— Сериалдағы һымаҡ музыка юлынан китеүегеҙгә атай-әсәй­ҙәре­геҙ ҡаршы түгелме? — тигән һорау яңғырай хәбәрселәрҙән.
— Юҡ, улар беҙҙе аңлай, ярҙам итергә тырыша, — тип берҙәм яуап бирә ҡыҙҙар һәм егеттәр.
“Сериалда төшөү уҡыуығыҙға ҡамасау­ламанымы?” тигән күп­тәрҙе ҡыҙыҡһындырған киләһе һорауға яуап биргәндә, бер ваҡиғаны иҫкә алып үтәләр:
— Һауа шарында осоу кадрҙа­рын төшөргән көн менән Гөлгөнә­нең уҡырға инеү өсөн имтихан биреү мәле тап килде. Осош урынына таңғы биштәрҙә килеп етеп, алтынсы яртыларҙа һауаға күтәрелеп, ете-һигеҙҙәрҙә килеп төштөк, имтихандар башланыу ваҡыты иртәнге сәғәт туғыҙҙа ине.
— Үҙ-ара саф башҡортса ғына һөйләшергә, тигән маҡсат ҡуя­һығыҙмы? Бар йәш быуын хәҙер һеҙгә ҡарай, һеҙҙән үрнәк ала, йондоҙҙар русса һөйләшә икән, улар ҙа һеҙҙән өлгө аласаҡ. Ошо турала үҙ-ара һөйләшеү булдымы? Был күберәк һорау ҙа түгел, ә теләк, — тип ҡыҙыҡһына Зөһрә Бураҡаева.
— Әлбиттә, булды ундай һөйләшеү. Үҙ-ара тик башҡортса һөйләшергә тигән теләк үҙебеҙҙә лә көслө, беҙ уны ғәмәлгә ашырырға тырышабыҙ.
— Вәғәҙә бирәһегеҙ инде, былай булғас, – тине “Аманат” балалар һәм үҫмерҙәр журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин, — мәҫәлән, концерт алдынан үҙ-ара русса һөйләшеп торо­уығыҙҙы күреп, “былар ҙа шу­лайтҡас, инде беҙгә ни ҡала”, ти башҡалар. Шуға күрә тормошта һәр ер­ҙә лә башҡортса һөйләшеп йөрөргә кәрәк.
Журналистарҙы шулай уҡ яңыраҡ тотош республика халҡын тетрәткән фажиғәле хәлгә (Стәрлетамаҡта ҡораллы үҫмер үҙенең класташтарын, уҡытыусы­һын яралай, класс бүлмәһенә ут төртә) ҡыҙ һәм егеттәрҙең ҡарашы, ни уйлауҙары ҡыҙыҡ­һындырҙы. Тап үҫмерҙәр, йәштәр күҙлегенән ни әйтерҙәр?
— Минең уйлауымса, телефонды алып ырғытырға, Интернетты һүндерергә кәрәк. – Хәйҙәрҙең фекере бик киҫкен. — Ни өсөн улай? 90-сы йылдарҙа АҠШ-та ла оҡшаш хәл булды, йәштәштәре тарафынан ҡыйыр­һы­тылған, уҡытыусылары, ата-әсәйҙәре тарафынан иғтибар, һөйөү етмәгән ике үҫмер, мәктәпкә ҡоралланып килеп, бик күптәрҙең ғүмерен ҡыйҙы. Ошо енәйәттән үрнәк алғандыр ул үҫмер.
— Был хәлгә төрлө яҡтан да ҡарарға була. Минеңсә, был ғаиләнән килә: ата-әсәһе ниндәй тәрбиә бирә, шундай кешеләр формалаша, — был төплө фекер Гөлгөнәнеке.
— Үҙегеҙсә, йәштәр күҙлегенән ҡарап, сериалдағы теге йәки был ваҡиғалар ҡуйырышына киҫкен­лек өҫтәр инегеҙме? — тигән һорау яңғырай.
— Теге йәки был осраҡтарҙа конфликтты көсәйтеү теләге уян­ғайны, ысынлап та, сөнки тор­мош­та бит барыһы ла күпкә көс­лөрәк, ҡатыраҡ. Тағы ла һәр фильм-сериалда кире, яуыз персонаждар була, ә беҙҙә — юҡ. Бер яҡтан ҡараһаң, сериалыбыҙ тап ошоноһо менән дә тама­ша­сыға үтә оҡшағандыр, сөнки ул шул тиклем яҡты хыялға ынтылыу тураһында. Унда бит яуыз­лыҡҡа урын юҡ. Был балалар өсөн тәрбиәлә лә роль уйнай, яҡты күңеллелеккә, дөрөҫлөккә әйҙәй.
— Киләсәктә күләмле фильм­дарҙа төшөргә теләгегеҙ бармы? Мәҫәлән, йәш режиссер пәйҙә була һәм һеҙҙе үҙенең картина­һында төшөргә саҡыра. Мине, башҡорт кинематографияһының киләсәге үтә лә борсоған кеше булараҡ, тап ошо һорау ҡыҙыҡ­һындыра, сөнки йәш, амбициялы, һәләтле актерҙар ҡайҙа ла кәрәк.
— Эйе, әлбиттә! – тип ихлас яуаплай йәштәр. — Кино төшөрөү мәле – ул үҙе шундай ҡыҙыҡлы ваҡиға бит ул.
“Тормошта үҙ-ара мөнәсәбәт­тәрегеҙ нисек?” тигән һорауға “Туғандар бит инде беҙ” тип яуап­лауҙары йылмайырға мәжбүр итте, ә башҡалар менән арала­шыуҙа кешелекле булыуҙары, үҙҙәре әйтмешләй, “аламалыҡҡа юл ҡуймауҙары” һоҡландырҙы. Башҡалар менән аралашыу, тигән­дән, сериалдың яҡын дуҫ­тары, заманса әйткәндә, фанаттары күп, был ҡыҙ һәм егеттәрҙе генә түгел, Гөлназ Фәрит ҡыҙын да ҡыуандыра:
— Үҫмерҙәр телевизор ҡара­май, тигәс, сериалды экрандарға сығарған ваҡытта әҙерәк ҡурҡыт­ҡайны. Беҙ, ғөмүмән, БЮТ каналын ул хәтлем дәррәү ҡарай­ҙарҙыр, тип уйламай ҙа инек. Беренсе серия сыҡҡан мәлдә нин­дәйҙер авария булып, бер нисә районда күрһәтелмәне. Баҡтиһәң, шул райондарҙа бөтөн мәктәп­тәре, интернаттары менән ҡарар өсөн йыйылышып көтөп ултыр­ғандар. Социаль селтәрҙәр аша беҙгә хәбәр иткәстәре, үҙебеҙ шаҡ ҡаттыҡ, шул уҡ ваҡытта баш инженерҙар менән бәйләнешкә сығып, мәсьәләне хәл итергә тотондоҡ. Беренсе серияны күптәр күрә алмай ҡалһа ла, ошо хәлдән һуң бар телеүҙәк халҡы бер нәмәне аңланы: баҡһаң, “Бирешмә” сериалын бөтә Баш­ҡортостан ҡарай. Артабан бала­ларға социаль селтәрҙәр аша яҙыуҙар башланды, йәштәр хатта төнгө ике-өстәргәсә хаттарға яуап яҙып ултыра торғайны. Ниндәй генә сараларға барһаҡ та, беҙҙе таныйҙар, фотоға төшөргә теләк белдерәләр. Эшебеҙҙең кеше­ләргә барып етеүе — үҙебеҙ өсөн бик һөйөнөслө хәл.
— Бер-беребеҙгә һөйөү хис­тәре барлығы ҡыҙыҡһындыра, беҙгә ҡарата үҙҙәренең дә хистә­рен белдерәләр, — тип көлөшә “Бирешмә”ләр.
Быға бәйле Данир ҙа киләһе ваҡиғаны көлөп иҫкә ала:
— Төнгө сәғәт дүрт. Миңә иртә­гә­һенә мәктәпкә. Таныш түгел ҡыҙҙар шылтырата: “Данир, ни эшләйһең?” “Сәғәт дүрттә минме? Йүгереп йөрөйөм!..”
Тағы ла яратҡан шөғөлдәр, яратҡан китаптар һәм бик күп ҡыҙыҡлы темаларға һөйләшелде матбуғат сәйе табынында. Былар барыһы ла Гөлгөнәнең, Гәлсәр­ҙең, Хәйҙәрҙең һәм Данирҙың экрандарҙа ғына түгел, тормошта ла сая, ҡыйыу, алдынғы ҡарашлы, үҙ фекерҙәре булған, тырыш һәм зирәк йәштәр икәнен иҫбатланы. “Һеҙ өс йәштән алып халыҡҡа хеҙмәт итәһегеҙ”, — ти уларға Гөлназ Ҡолһарина. Ысынлап та, әле үҫеп еткән ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡасан ғына әле “Тамыр”ҙы кескәй тауыштары менән йәмләп, төрлө тапшырыуҙа, балалар яратып ҡараған әкиәттәрҙә даими төшә торғайны. Хәҙер килеп, “Та­мыр”­ҙың ғына түгел, бар башҡорт халҡының уларға бағлаған өмөтө ҙур: тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә үрләһендәр, осошта ҡанаттары талмаһын!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡорт ҡыҙы яулаған үрҙәр
“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә...

“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә... 23.12.2018 // Рухиәт

Һәр кем мөғжизәле Яңы йыл байрамын көткәндә Сибай ҡалаһының мәҙәни тормошонда ла үҙенсәлекле ваҡиға...

Тотош уҡырға 223

Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 153

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 160

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 147

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 194

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 177

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 185

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 177

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 134

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 220

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 167