Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дан йырлайбыҙ Салауатҡа!
Дан йырлайбыҙ Салауатҡа!Яңыраҡ Салауат районының Тәкәй ауылы нигеҙендә ҡоролған таш тирмәлә батырыбыҙ, шағирыбыҙ Салауат Юлаевҡа иҫтәлекле таш асылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Был хәтер акцияһы Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы, Башҡортостан Диниә назаратының йәштәр бүлеге, “Салауат Юлаев” вариҫтары ойошмаһы һәм Әлкә ауыл биләмәһе хакимиәте ярҙамында уҙғарылғайны.

Сибайҙан алып килгән гранит­ҡа Салауат Юлаевтың шиғыр юлдары яҙылған: “Юҡ, мин үлмәнем, башҡорттар!” Был таш батырҙың рухы ҡайтыуға ишара төҫлө булды.
Уҙған аҙнала ла милли геро­йыбыҙға арнап был төбәктә матур саралар үтте. Башта Бөтә Рә­сәй Башҡорт йәштәре ҡорол­тайы рәйесе Ринат Рамаҙанов етәк­селегендәге “Арғымаҡ” төркө­мө Әлкә ауылында ҙур концерт ҡуйҙы. Аҙаҡ инде йыйылған халыҡ, балалар бергәләп таш тирмәгә барып, ҡурайҙа уйнап, ба­тырҙың шиғырҙарын яттан һөйләне. Әйткәндәй, яҙмалар Интернетта социаль селтәрҙәргә ҡуйылған. Унда мәктәп уҡыусы­ларының рухланып, үҙҙәрен батыр вариҫы итеп тойоп шиғыр уҡыуы күҙгә ташланып тора.
Ошо уҡ көндә Салауат райо­нында бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәргә, сираттағы ҡа­ҙаныштарына өлгәшергә ын­тыл­ғанда һәләк булған спорт­сыларға бағышланған “Йөрәк хәтерләй...” тип аталған спорт фестивале уҙҙы. Сараның төп маҡсаты – Баш­ҡортостан йәштәрен ватан­сы­лыҡ тойғоһонда тәрбиәләү, ҡаһармандарҙы иҫкә алыу. Фес­тивалдә туристик, эҙәрмән, хәрби-патриотик клубтарҙа шөғөл­ләнгән, секцияларға йөрөгән 12 – 18 йәшлек балалар ҡатнашты. Бында байрамға килгән халыҡ, йәштәр алдында сығышы менән Салауат районынан булған Азат Шаһмөхәмәтов етәкләгән Рәсәй Милли гвардияһының өлгөлө-күрһәтмә симфоник оркестры, “Арғы­маҡ” төркөмө концерт күр­һәт­те. “Салауат Юлаев вариҫ­тары” ойошмаһы рәйесе Виктор Хәкимов фестивалдә ҡатнашыу­сы­ларға Салауат районы тарихы хаҡында һәм Башҡорт ырыуҙары китаптарын бүләк итте. М. Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Ислам Төхвәтуллин ҡунаҡтарға Ш. Бабичтың, Р. Ға­риповтың Салауат Юлаевҡа арналған шиғырҙарын тетрәндер­гес итеп яттан һөйләне.
Ә инде Музейҙар төнөндә барса халыҡ Салауат Юлаевтың музейына юлланды. Бина алдында ла халыҡҡа батырҙың шиғырҙары уҡылды, уға бағышлап телмәр то­толдо. Иң тулҡынландырғыс мәл алда булған: бер мәл музей эсенән Салауат батыр образы сығып халыҡҡа васыятын еткерҙе...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡорт ҡыҙы яулаған үрҙәр
“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә...

“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә... 23.12.2018 // Рухиәт

Һәр кем мөғжизәле Яңы йыл байрамын көткәндә Сибай ҡалаһының мәҙәни тормошонда ла үҙенсәлекле ваҡиға...

Тотош уҡырға 223

Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 153

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 160

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 147

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 194

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 177

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 185

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 177

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 134

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 220

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 167