Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өфөлә “Кәкүк сәйе”н тәмләнеләр
Өфөлә “Кәкүк сәйе”н тәмләнеләрМилли байрамдың күңелле ауаздары, әллә ҡайҙарға таралып, һәммәһен “Ватан” этно-паркындағы “Башҡорт тирмәһе”нә саҡырҙы. Иркен майҙанда ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға күңел асһа, тирмә эсендә сәй табыны әҙерләнгәйне.

– Иғтибарҙы күберәк балалар­ға йүнәлтергә тырыштыҡ. Ҡалала үҫеп килгән йәш быуынға матур йолаларҙы, йыр-бейеүҙе, уйын­дарҙы өйрәтке килә, – ти сараның ойоштороусыһы, “Башҡорт тирмә­һе”нең хужабикәһе, шәхси эшҡыуар Сәрүәр Аслаева.
Изге ниәтте “Селтәр” милли кейем студияһы һәм Дим райо­ны­ның “Тулған ай” фольклор ансамбле ағзалары шунда уҡ кү­тәреп алған. Милли кейемдәр, күстәнәстәр тултырылған ауыр-ауыр юл сумкаларын йөкмәп, баш ҡаланың төрлө тарафынан килеп еткәйне улар. Уйындарҙы ойоштороуҙы, йолаларҙы үтәүҙе лә үҙ өҫтәренә алдылар. Кескәй­ҙәрҙең генә түгел, осраҡлы килеп юлыҡҡан башҡа милләт вәкил­дәренең дә был йор һүҙле, шаян ағинәйҙәр эргәһенән киткеһе килмәне.
Балалар үҙ һөнәрен күрһәтә башлағас, ниндәй матур, аҡыллы алмаш үҫә, тип һөйөндө ололар. Рәми Ғариповтың, Рәшит Шәкүр­ҙең туған тел тураһындағы ши­ғыр­ҙарын һөйләгән, халыҡ йыр­ҙарын йырлаған, башҡорт көйҙә­ренә бейегән ҡыҙҙар, шаян таҡ­маҡ­тар әйткән, сүрәләрҙе яттан белгән малайҙар – барыһы­ның да сығышы күңелдәргә май булып яғылды. Сәрүәр Аслаева уларға иҫтәлекле бүләктәр әҙерләп ҡуйғайны.
Байрам аҙағында ағинәйҙәр йылдың уңышлы, имен килеүен теләне, һәммәһен майлы тары бутҡаһы менән һыйланы.
Халҡыбыҙ һәр заманда ла бер­ҙәм булһын, быуындар ара­һын­дағы бәйләнеште өҙмәһен өсөн, боронғолар ошондай матур байрамдар уйлап сығарған. “Баш­ҡорт тирмәһе”ндә уларҙы киләсәктә лә даими уҙғарырға ниәтләнәләр.
– Башҡорт ҡатын-ҡыҙы бөгөн милли сараларҙа ҙур әүҙемлек күрһәтә, ә ир-уҙамандар ара­һында тарҡаулыҡ тойола. Ошо хәлде төҙәтергә теләп, быйыл аҡһаҡалдар йыйынын ойош­торорға уйлайбыҙ. “Кәкүк сәйе” оло сара алдынан әҙерлек булды, – ти Сәрүәр Ғилметдин ҡыҙы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡорт ҡыҙы яулаған үрҙәр
“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә...

“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә... 23.12.2018 // Рухиәт

Һәр кем мөғжизәле Яңы йыл байрамын көткәндә Сибай ҡалаһының мәҙәни тормошонда ла үҙенсәлекле ваҡиға...

Тотош уҡырға 223

Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 154

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 160

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 148

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 194

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 178

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 185

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 178

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 134

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 220

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 167