Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оҫтабикә сәйләндән мөғжизә яһай
Оҫтабикә сәйләндән мөғжизә яһайБашҡортостанда оҫтабикә Ольга Брагина күптәргә таныштыр. Ул сәйләнгә йән өрөп, иҫ киткес сәскәләр яһай. Күңел йылыһы һалынған, күҙ яуын алырлыҡ рауза, ләлә, миләүшә, күгәрсен күҙҙәрен болонда үҫкән ысын сәскәләрҙән айырмаҫһың да. Оҫтабикә шөғөлөнөң сере, үҙенсәлектәре менән уртаҡлашты.
– Сәйләндән сәскә яһау менән дүрт йыл элек мауыға башлағайным. Интернет селтәрендә ошондай сәскәләр һүрәтен күрҙем дә шундайҙарҙы эшләп ҡарарға булдым, – тине Ольга Брагина. – Бәйләргә, тегергә бик яратам. Буш ваҡытымды төрләндерер өсөн сәйлән менән биҙәүгә тотондом. Башта еңел булманы, әлбиттә. Видеодәрестәрҙе, оҫталыҡ дәрестәрен ҡараным, Интернетта схемаларҙы таптым. Иң элек энә менән сигә инем, һуңыраҡ иһә махсус ҡулайлама – сәйлән өсөн спиннер һатып алдым. Уның менән эшләү күпкә уңайлыраҡ. Сәскәләр ҙә матурыраҡ килеп сыға.

– Сәйлән бәйләү – ярайһы уҡ ҡатмарлы шөғөл, байтаҡ ваҡыт талап итә. Уны ҡайҙан табаһығыҙ?
– Төндә йоҡламайым. Бынан тыш, төп эшем дә бар бит – балалар баҡсаһында.
Оҫтабикә сәйләндән мөғжизә яһай– Бер сәскә композицияһын эшләү өсөн күпме ваҡыт кәрәк?
– Бөтәһе лә ниндәй сәскә яһауыңа, уның күләменә бәйле. Ҙур композиция эшләһәң, бер ай самаһы ваҡыт китә. Хәҙер инде схемаға ҡарап тормайым, сәй­ләнде күҙ йомоп та бәйләй алам, ҡулдар эште белә.
– Ә сәйләндең ниндәйен һайлайһығыҙ?
– Нимә яһауға ҡарап. Сәскәләр тигеҙ, шыма килеп сыҡһын тиһәм, ҡиммәтле сәйлән кәрәк. Төрлө төҫтәге сәйләнде күпләп алып ҡуйғанмын.
– Сәскәләрҙең үҙҡиммәте байтаҡтыр, моғайын?
– Барыһы ла материал хаҡына бәйле, әммә һәр композиция ҙур тырышлыҡ талап итә. Сәскәләр формаһын юғалтмаһын өсөн материал да ярайһы уҡ күп кәрәк.
– Сәйләнде нимәгә теҙәһе­геҙ?
– Нәҙек кенә махсус сымға. Уны спиннерға ҡуям, һәм сәйлән үҙе үк уға теҙелә. Был, әлбиттә, эште байтаҡҡа ябайлаштыра.
– Сәскә композициялары өсөн, нигеҙҙә, ниндәй төҫтәрҙе һайлайһығыҙ?
– Күңелгә ятҡан төҫтө алам. Хәҙер сәйлән бик күп, һайлап алырлығы бар. Шулай уҡ күп нәмә кәйефкә лә бәйле.
Оҫтабикә сәйләндән мөғжизә яһай– Сәскәнән тыш, матур-матур ағастар эшләгәнегеҙҙе лә беләбеҙ.
– Эйе, төрлө йыл миҙгелендәге ағастарҙы ла заказға яһағаным булды.
– Өйөгөҙҙә сәйләндән сәскә күпме?
– Әлбиттә. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡуйыр урын ҡалманы. Тере сәскә урынына сәйлән сәскә үҫтерәм. Тәҙрә төбөндә лә, шкаф башында ла, эш өҫтәлендә лә улар. Туғандарға һәм дуҫтарға бүләк итәм. Иң яратҡан сәскәм – йәшел сәйлән менән ҡайылған хәнәүәт төҫөндәге орхидея. Уны иң күренгән урынға ҡуйғанмын, күҙ яуын алып, ҡыуандырып ултыра.
– Сәйләндән яһалған сәскә­ләрҙе нисек хәстәрләргә? Улар оҙаҡ һаҡланамы?
– Әллә ни мәшәҡәте юҡ уның. Еүеш сепрәк менән әленән-әле туҙанын һөртөп тороу ҙа етә. Сәскәләр оҙаҡҡа етә. Сәйләндән уларҙы яһағас, композицияға йыйып, гипсҡа ултыртам. Ныҡлы конструкция килеп сыға. Ағастар­ҙың иһә олонон гипстан яһайым һәм буяйым.
– Сәскәләрегеҙҙең бейеклеге ниндәй?
– Миләүшәләрҙеке – 15-20, раузаларҙыҡы – 30, орхидеялар­ҙыҡы иһә – 40-50 сантиметр. Тәбиғәттә ниндәй булһалар, шулай итеп яһарға тырышам. Әйткәндәй, күберәк эшләгән һайын тәжрибә лә, оҫталыҡ та арта. Тәүге сәскәләргә хәҙер ҡарағым да килмәй. Уларҙы әлегеләре менән бер рәткә ҡуйыу мөмкин түгел. Хәҙер мин форманы ла бөтөнләй башҡаса йыям.
– Күргәҙмәләрҙә ҡатнаша­һығыҙмы?
– Благовещенда йәшәйем. Беҙҙә ундай саралар үткәрелмәй. Өфөгә барырға кәрәк. Тик бының өсөн ваҡыт кәрәк, эштән оҙаҡҡа ебәрмәҫтәр шул.
– Төп эшегеҙ ижад менән бәйлеме?
– Эйе, төрлө сығыштар өсөн балаларға кейем тегәм. Заманында тегенселеккә уҡығайным. Сәйлән теҙә башлағас, уны кейемде биҙәү өсөн дә ҡуллана башланым. Әйткәндәй, балалар баҡсалағы кисәләрҙә генә түгел, ҡала байрамдарында ла ҡатнаша.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 90

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 115

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 107

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 148

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 120

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 140

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 129

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 93

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 169

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 134

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 107

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән” 28.09.2018 // Рухиәт

Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған. Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына...

Тотош уҡырға 420