Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үтек менән... һүрәт төшөрә
Үтек менән... һүрәт төшөрәДүртөйлөлә йәшәгән Венера Ғизәтуллина ғәҙәти булмаған алым менән һүрәт төшөрә. Мөғжизәле пейзаждар, әлегәсә күрелмәгән образдар, хикмәтле абстракциялар ябай үтек ярҙамында тыуа. Тап ул рәссамға бумаланы алмаштыра.

– Һүрәт яһау өсөн махсус үтек кәрәкме?
– Ғәҙәти үтекте файҙаланам. Ул күптәнге, совет осоронда уҡ алынған. Әйткәндәй, хәҙер махсус үтектәр ҙә һатыла.
– Ә буяуҙың ниндәйе кәрәк?
– Балауыҙлы буяуҙар алам. Бындай алым “энкаустика” тип атала, йәғни эҫе балауыҙ менән һүрәт яһау, – ти Венера. – Уны боронғо римдар, гректар, мысырҙар белгән. Әлбиттә, ысын энкаустика хаҡында һүҙ барһа, ағасҡа йәки киндер туҡымаға эҫе балауыҙ менән һүрәт төшөрөү күҙаллана. Мин иһә ҡағыҙға төшөрәм.
Үтек менән... һүрәт төшөрә– Дөрөҫөн генә әйткәндә, үтек менән һүрәт яһауҙы күҙ алдына килтерә лә алмайым... Быны нисек эшләйһегеҙ?
– Картина өсөн балауыҙлы буяу ҡәләмдәре, буяуҙар йәки аҡбур, ялтыр ҡағыҙ, аҫты тигеҙ, шыма, тишекһеҙ үтек кәрәк.
– Балауыҙ ҡағыҙға һөртөләме?
– Юҡ, үтеккә. Уның температураһы минималь булырға тейеш. Үтек эҫе булһа, буяуҙың яныуы ихтимал.
– Һүрәтте үтектең аҫты менән яһайһығыҙмы?
– Нимә төшөрөргә теләйһегеҙ бит. Һүрәтте үтектең ҡабырғаһы, аҫты, осо менән дә яһарға була. Төп һүрәт, әлбиттә, аҫты менән төшөрөлә (ныҡлы баҫмайынса ғына ҡатырғаны үтекләйһең), ә ваҡ деталдәр – ҡабырғаһы йәки осо менән.
– Минеңсә, был бик ҡатмарлы шөғөл. Бер ипһеҙ хәрәкәт – һүрәт боҙолдо...
– Ҡайһы ваҡыт ҡул ҡалтырап китә инде. Әммә был техника тәү ҡарашҡа ғына ҡатмарлы тойола. Үтек менән һүрәтте хатта балалар ҙа яһай ала, өлкәндәрҙең күҙәтеүендә, әлбиттә.
Бер картинаны Венера иң күбе биш минут төшөрә. Сюжеттарҙы ла шунда уҡ уйлап таба. Әйткәндәй, ул энкаустика менән генә мауыҡмай, күптән түгел таҫма менән сигергә өйрәнгән.
Үтек менән... һүрәт төшөрә– Сигеү – иң яратҡан шөғөлдәремдең береһе. Ҡайнар балауыҙ менән эшләүгә ҡарағанда, сигеү нығыраҡ оҡшай. Һәр ижад төрө үҙенсә мауыҡтырғыс, әлбиттә. Төрлө материал менән эшләргә була, хатта ҡалдыҡтан да күркәм әйберҙәр яһарға мөмкин, – ти ул.
Өйөндәге ремонттан һуң Венера ҡалған пенополистиролдан кескәй генә Альп тауын өйөргә булған.
– Таҫтамалдан эшләнгән кашполарға күҙ һалығыҙ әле. Ремонттан һуң бик күп бысраҡ таҫтамал йыйылып киткәйне. Цементтты йыуып бөтөрөрлөк түгел, ташларға ғына ҡалды. Әммә уларҙы ла файҙаланыу әмәлен таптым. Цемент иретмәһе яһап, таҫтамалдарҙы шунда һалдым. Банкаларға башта пленка, уның өҫтөнән таҫтамалдарҙы урап ҡуйҙым. Ҡояшта шул килеш киптерҙем. Күркәм генә кашполар килеп сыҡты. Артабан грунтовка һөртөп, буяп ҡуйҙым, – тип тәжрибә уртаҡлашты оҫтабикә.
Ижадынан Венера Ғизәтуллина сәләмәтлеген нығытыу өсөн дә көс-ҡеүәт ала. Бер нисә йыл элек ҡатын инсульт кисергән, тәненең һул яғын фалиж һуҡҡан.
– Артабан нисек йәшәргә тип баҙап ҡалдым. Тормоштан ләззәт таба алмауым кәйефемде төшөрә ине. Көтмәгәндә “Минән дә ауырыраҡ хәлле кешеләр бар бит әле. Унан ҡотолоу сараһын күрергә, мөмкин булғандың барыһын эшләргә, ауыртыу-һыҙланыуҙарҙы оноторға кәрәк” тигән уй килде башыма. Ярҙам иткәндәре өсөн яҡындарыма рәхмәтлемен. Әлбиттә, ижад менән шөғөлләнеү ҙә ыңғай йоғонто яһағандыр.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡорт ҡыҙы яулаған үрҙәр
“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә...

“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә... 23.12.2018 // Рухиәт

Һәр кем мөғжизәле Яңы йыл байрамын көткәндә Сибай ҡалаһының мәҙәни тормошонда ла үҙенсәлекле ваҡиға...

Тотош уҡырға 223

Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 154

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 160

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 148

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 194

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 178

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 185

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 178

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 134

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 220

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 167