Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормошто яҡтыртыр көс
Тормошто яҡтыртыр көсБрно ҡалаһында “Тормошто йыр үҙгәртә” тип аталған концерт ойошторолдо. Унда Рәсәйҙән сыҡҡан моң эйәһе, Варшава опера театры йырсыһы, дирижер, вокал буйынса педагог Зоя Илищенко һәм исеме донъяға танылған Одесса филармонияһы солисы, украин халыҡ ҡыллы инструменттар ансамбле скрипкасыһы Максим Крисань сығыш яһаны.

Гранд-отель бинаһында был көндә алма төшөр ҙә урын ҡалмағайны. Ҡайҙан ғына килмәгәндәр: Белоруссия, Украина, Санкт-Петербург, Мәскәү, Екатеринбург, Новосибирск, Өфө... Йыр-моңға һөйөү осраштырҙы, таныштырҙы уларҙы. Скрипканың илаһи көйө, Зоя Илищенконың Вивальди, Шуберт, Франк, Огинский, Рахманинов, Мендельсон музыкаларына ижад ителгән арияларҙы башҡарыуы араларҙағы дуҫлыҡ күперен тағы ла нығытты.
Фестивалде ойоштороусы – Брнолағы урыҫ мәҙәниәте ойошмаһы етәксеһе Елена Вондроушкова. Ул ошондай дуҫлыҡ мәҙәни сараларын йыл да уҙғарып тора.
– Тормошобоҙҙо үҙебеҙ яҡшыртайыҡ, – тине концертты алып барыусы Андрей Шамратов. – Йыр-моң – күп нәмәнән дауа. Ошондай дуҫлыҡ тамашаларында даими осрашып, күңелебеҙҙе таҙартып, рухыбыҙҙы байытып йәшәйек.
Андрей Шамратов моңдоң мөғжизәүи көсөнә бәйле бөйөк композиторҙар, музыканттар тормошонан байтаҡ миҫал килтерҙе. Шуларҙың береһе, мәҫәлән, донъяға билдәле Лара Фавен хаҡында. Берҙән-бер улы үлеп киткәс, уның тауышы бөтә, йырлай алмай башлай. Ә концерттарына бер нисә йыл алдан уҡ билет һатылып бөткән...
Тәғәйенләнгән көндә халыҡ тамашаға күпләп ағыла. Бына Лара сәхнәгә сығып баҫа һәм халыҡҡа баш эйә. Алып барыусы тәүге йырҙы иғлан итә. Ул “Мин һине яратам, тормош!” тип аталған була. Музыканттар тәүге аккордты ала, ә йырсының тауышы сыҡмай... Шул саҡ көтөлмәгән хәл була: киң мәғлүмәт саралары аша талант эйәһенең улын юғалтҡанын белгән тамашасылар “Беҙ һине яратабыҙ, Лара!” тип йырлай башлай. Моң эйәһе түгелеп илай... Халыҡ һөйөүен тойоуҙан уның тауышы асыла, үҙендә йәшәргә көс таба. Мөхәббәттең мөғжизәүи көсөнә бәйле миҫалдарҙы үҙебеҙҙең тормоштан да күпме килтерергә мөмкин!
Бөйөк кешеләрҙең әйткәндәрен хәтергә төшөрөп үтәйек: “Мөхәббәт – ул моң” (А. С. Пушкин), “Моң кеше йөрәгендә ут ҡа­быҙа” (Бах), “Моңға тел кәрәкмәй, ул бөтөн телдәрҙә лә бер төрлө яңғырай” (Б. Авербах), “Моң ҡайғы-хәсрәттән дауалай” (У. Шекс­пир), “Музыка – бар халыҡ һәм милләттәрҙең дөйөм хазинаһы” (П. Чайковский), “Әгәр көй күңел өсөн генә яҙылһа, мин бөтөнләй ижад итмәҫ инем...” (Гендель) һ.б. Әлеге концертта яңғыраған илаһи моң өлгөләре ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығына йәнә бер ҡат инандырҙы, тамашаға килгән һәр кемде уйландырҙы, рухландырҙы, яңы үрҙәргә ҡанатландырҙы.

Чехия.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 155

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 136

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 156

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 230

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 137

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 123

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 92

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 200

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 96

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 101

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 88

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 127