Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әйтештәрҙә оҫта табыла
Әйтештәрҙә оҫта табылаБөгөн Салауат районындағы Салауат көндәре сиктәрендә Республика халыҡ ижады үҙәге уҙғарған Байыҡ Айҙар сәсәнгә арналған “Әйтеш” республика конкурсына йомғаҡ яһала.
Сарала Баймаҡ, Салауат, Ғафури, Дәүләкән, Әбйәлил, Учалы райондарынан, Өфө, Салауат, Дондағы Ростов ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Татарстандан 20-нән ашыу тел оҫтаһы ҡатнаша.
Баһалама ағзалары һайлаған һигеҙ бәйгесе майҙанда ла көс һынаша – “Йор үҙән” республика этнофестивале сиктәрендә сығыш яһай. Гәзит уҡыусыларға Интернет селтәрендә барған ярыштың “күстәнәс”енән ауыҙ иттермәксебеҙ. Рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Сәсәндең ижади мираҫын тергеҙеү өсөн беҙгә эшләйһе лә эшләйһе әле, әммә Республика халыҡ ижады үҙәге халыҡ ижадының был тармағын тергеҙеү өсөн даими рәүештә ошондай конкурсты уҙғарып тороуы хуплауға лайыҡ! Кем белә, бәлки, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләп, халыҡ ижадын өйрәнеп үҫкән йәш быуын вәкилдәре араһында сәсәндәр үҫеп сығыр?! Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте киң – ХХI быуатҡа килеп еткән башҡорт халҡының боронғо йырҙары, эпостары! Ниәт итәйек, эшебеҙ бара, һөҙөмтәһе лә булыр әле. Сәсәндәре тыуыр был илдең. Халыҡтың хыялында бар бит ул теләк!

Йәш ҡурайсыға

Моң ишеттем, шундай сихри бер моң
Күрше генә йорттан ағыла.
Бирелеп тә китеп ҡурайында
Эй уйнай ҙа ине ир-бала...

Таныш ҡына, ниндәй көй булғандыр,
Алып ҡайтты тыуған яғыма,
Тәпәй баҫып, сыр-сыу уйнап үҫкән,
Ғәмһеҙ генә бала сағыма...

Бала саҡтың яҡты хәтирәһен
Ҡурай моңо иҫкә төшөрҙө.
Рәхмәт һиңә, рәхмәт, йәш ҡурайсы,
Сынбарлыҡҡа илттең төштәрҙе...

Хәйҙәр КӨМӨШБАЕВ.


МИН ӘТӘЛГЕ – ИНӘ ШОҢҠАР

Мин Әтәлге – Инә шоңҡар!
Осам тау тирәләй кәйеп,
Торатауымды һаҡларға,
Ҡаурый ҡанаттарым йәйеп!

Аҡтайлаааҡ! Аҡтайлаааҡ!
Әтәлге Ҡош саҡыра!
Ашығығыҙ, башҡорттарым,
Торатауым янына!

Ете ырыу башҡорттарым,
Һеҙгә һалам мин ораным!
Юрматының ерҙәрендә
Үрә баҫҡан Торатаумын!

Ағайҙарым, апайҙарым,
Ҡыҙҙарым һәм уландарым!
Ололарым, балаларым!
Ҡалаларым, ауылдарым!

Әгәр Изге тау ватылһа,
Он кеүек итеп онталһа,
Ниндәй көн булыр һуң ул көн?
Ярҙам кәрәк миңә бөгөн…
Шартлағанын Торатауҙың
Ғәмһеҙ ҡарап торорһоңмо?
Әгәр һаман шып-шым ятһаң,
Һин һуң башҡорт булырһыңмы?

Һуңламағыҙ, башҡорттарым,
Төрлө милләтле дуҫтарым!
Ярҙам ҡулы һуҙығыҙ!
Тере ҡулсала тороғоҙ!

Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА.

БӘХЕТ

Ҡурай уйнай улым, һай, моңланып,
Шуға ултырам әле уйланып.
Ҡайҙан күскән шул моң һиңә, улым?
Күҙ йәштәрем түгеп тыңланым.

Сит ерҙәргә бәхет эҙләп китеп,
Үҙгәрттекме, улым, яҙмышың?
Берсә шелтә, берсә үпкә кеүек
Ишетелә ҡурай тауышың.

Бәхет тигәнебеҙ – таш диуарҙар,
Былай йылы, яҡты, күңелле.
Иркен Уралымдың буйҙарында
Ҡурай уйнау бәхет түгелме?

Ә шулай ҙа өмөт йөрәгемдә,
Шытып та ғына килгән гөл кеүек.
Ҡайтып улым Уралында уйнар,
Шуныһы миңә асыҡ көн кеүек.

Рауза МУСИНА.


Әйтеш

Урыҫ телендә бер ауыҙ
Һүҙ ҙә белмәй йәшәнек.
Ауылыбыҙҙа ул саҡта
Тере урыҫ күрмәнек.
Хур булманыҡ. Башҡорт теле
Алып сыҡты тормошҡа.
Урыҫ телен һыуҙай эстек,
Сыҡмаһаҡ та урыҫҡа.

Миңзәлә ХӘЛИЛОВА.

Башҡорт ғаиләһе

Башҡорт ғаиләһе тигәстен
Башҡа милләттә лә шул.
Башҡорттоң да серле түгел
Ғаиләһен тотҡан ысул...
Яңы быуат сиреге
Тиҙҙән дә тиҙ үтәсәк,
Сит ерҙәрҙе күп тапаған
Ят телдәргә күсәсәк...
Хаҡ түгел, тимә, аслан,
Был уй китмәй һис баштан,
Күрә киләм байтағын,
Шәйләйем маңҡорт яғын...
Элгәре лә яратты
Ҡайһы майҙан маҡтауҙы...
Майлы һүҙҙе әйтмәгәндең
Һыртына ҡамсы ауҙы...
Хаҡлыҡ өсөн ынтылһаң,
Ямауға бай булырһың,
Ярамһаҡ – бөхтәлектә,
Бал да, май ашы булыр...
Бар икән дә айырма,
Башҡорт ярамһаҡ түгел!
Ауырлыҡты еңергә
Тырыш яңғыҙ ҙа ул гел.
Заман да бит яңыса,
Талапта һәр саҡ аҡса,
Ғаилә туйындырыр өсөн
Әҙерәк, буғай, баҡса...
Китә башҡорт Себергә,
Ханттай, болан егергә,
Боҙло ярға яҡыныраҡ
Һаҙҙы тишеп-тишергә...
Еңел бирелмәй икмәк,
Быны ла аңлау кәрәк,
Ир-ат “аҡ айыу көткәндә”
Ғаиләгә кәрәк терәк.
Күршеңә күҙ һал әле,
Еңелме ғаилә хәле?..
(Ер шарында ла халыҡтың
Зыҡ ҡубып ятҡан мәле...).
Батшалыҡтың да хәле
Бик үк еңел түгелдер,
Вәзирҙәрҙең ҡулдары
“Кәкре” йә “йүгеректер”...
Һүҙҙе һөйләп бөткөһөҙ,
Быны һеҙ беләһегеҙ,
Кеше күмәк, майҙан тар,
Һүҙ тотһондар башҡалар;
Һис тотмаһын күңеле тар,
Һөйләһендәр башҡорттар,
Башҡорттар,
Башҡорттар!
Башҡорттар!

Ғүмәр ҒАЙСИН.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Һағыштарҙы ниҙәр тарата?

Һағыштарҙы ниҙәр тарата? 21.09.2018 // Рухиәт

“Үҙеңдең генә түгел, башҡаларҙың да күңелен үҫтереп йәшәргә кәрәк” Матурлыҡ – иң ҙур көс, тиҙәр....

Тотош уҡырға 22

Дини үҙәккә — 230 йыл

Дини үҙәккә — 230 йыл 18.09.2018 // Рухиәт

Быйыл Рәсәйҙә мосолмандарҙың тәүге үҙәк дини ойошмаһы – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты...

Тотош уҡырға 29

Үткәнен онотмаған – киләсәкле

Үткәнен онотмаған – киләсәкле 18.09.2018 // Рухиәт

Башҡорт Хөкүмәте рәйесе Юныс Бикбовҡа тыуған төйәгәндә бюст асылды Тарихҡа күҙ ташлаһаҡ, ҡасан ғына...

Тотош уҡырға 21

“Урал батыр” нисә йәшендә?

“Урал батыр” нисә йәшендә? 12.09.2018 // Рухиәт

Ғалим өсөн сиктәр юҡ ине... Ер йөҙөндә йәшәүсе күп һанлы милләттәр араһында үҙен милләт, улай ғына...

Тотош уҡырға 79

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа...

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа... 16.08.2018 // Рухиәт

Бай тарихлы Йәрмөхәмәт ауылына быйыл 280 йыл тулды. Бөгөн дә ул тотороҡло үҫеш юлында: яңы йорттар...

Тотош уҡырға 298

ТАМЫРҘАРҘЫ ЭҘЛӘП, НӘҪЕЛ ЕБЕН ЯЛҒАП...

ТАМЫРҘАРҘЫ ЭҘЛӘП, НӘҪЕЛ ЕБЕН ЯЛҒАП... 03.08.2018 // Рухиәт

Егерменсе быуаттың алтмышынсы йылдарында СССР ауыр һуғыштан һуң аяҡҡа баҫа. Тап ошо осорҙа ил...

Тотош уҡырға 110

Яҙмаларында — ябай халыҡтың күңел матурлығы

Яҙмаларында — ябай халыҡтың күңел матурлығы 03.08.2018 // Рухиәт

Кемгә нисектер, әммә миңә, “Башҡортостан” гәзитенең көньяҡ-көнсығыш райондары буйынса үҙ хәбәрсе...

Тотош уҡырға 152

Һүҙендә торҙо Әлиә

Һүҙендә торҙо Әлиә 01.08.2018 // Рухиәт

...Бынан бер йыл элек балалар араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй “Ҡара һауыттан гүзәл әҫәр” конкурсында...

Тотош уҡырға 213

Баҫ, баҫ, өҙә баҫ!

Баҫ, баҫ, өҙә баҫ! 01.08.2018 // Рухиәт

Өфөнөң “Веселинка” ансамбле еңеү яулап ҡайтты Өфөләге В.М. Комаров исемендәге балалар ижад...

Тотош уҡырға 90

Башҡорт шиғриәте өсөн оло асыш

Башҡорт шиғриәте өсөн оло асыш 31.07.2018 // Рухиәт

Бәйге күп һәләттәргә ҡанат ҡуйҙы, яңы исемдәр асты “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале етенсе йыл...

Тотош уҡырға 240

“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте”

“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте” 31.07.2018 // Рухиәт

Бәйгеселәр “Ҡош юлы”нда алған тәьҫораттары менән уртаҡлаша Нәркәс ҠӘЙЕПҠОЛОВА, БДМУ студенты,...

Тотош уҡырға 158

“Өмөтлө йәштәр үҫә!”

“Өмөтлө йәштәр үҫә!” 31.07.2018 // Рухиәт

“Ҡош юлы” республика шиғриәт бәйгеһен баһалаусыларға килгәндә, улар Рәсәй һәм Башҡортостан...

Тотош уҡырға 145