Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Кем ул Сәсән?Был һүҙҙе йыш ишетергә була. Республика кимәлендә лә төрлө сәсәндәр бәйгеһе уҙғарыла. Тик дөрөҫ аңлайбыҙмы икән был һүҙҙең мәғәнәһен? Һәр импровизатор, һәр эпосты яттан белгән кеше сәсән тигән исемгә лайыҡмы?

Был һорауға яуап бирер өсөн тарихыбыҙға күҙ һалайыҡ. Сәсән­дәр халҡыбыҙҙы донъя кимәленә күтәргән, кәрәк саҡта йор һүҙҙәре менән илебеҙҙе берләштереп яҡтылыҡҡа, яҡшы­лыҡҡа әйҙәгән. Шулай уҡ ырыуҙар араһында сыҡҡан төрлө көнкүреш һорау­ҙарҙы сисер өсөн дә сәсәндәргә мөрәжәғәт иткәндәр. Ҙур йыйын­дарҙа ла улар төп урында булған, һуңғы һүҙҙе уларға биргәндәр. Тимәк, сәсәндәрҙең импрови­за­торлыҡ һәләтенән тыш, донъяны күрә белеү, киләсәкте күҙаллау, заманса, киң фекер йөрөтөү кеүек сифаттары ла булырға тейештер.
Башҡорт халҡының үткәненә күҙ һалһаҡ, беҙ батырҙарға бай булғанбыҙ. Һәр икенсе башҡорт яуҙа ниндәй ҙә булһа батырлыҡ күрһәткән, яра алған. Эйе, һәр егер­ме йыл һайын ҙур күтәре­леш­тәр булып торған, шул ваҡыт­тарҙа ысын ир кеше изге яу эсендә йөрөгән. Был халыҡ ижадында ла ҙур урын алған күпме мәҡәл бар. Мәҫәлән, “Батыр яраһыҙ булмаҫ”, “Батырға үлем юҡ”, “Батырҙы яу тыуҙыра”. Ә ошо батырҙарҙың рухын, дәртен, иманын күтәреүсе булып кем торған һуң? Кем уларҙы Тыуған илде, ерҙе, телде яҡлауға саҡы­рып изге яуға өндәгән? Бер ҡасан да ата-әсә үҙенең балаһына ауыр­лыҡ теләмәҫ, яуға сығыу тура­һында һүҙ ҙә юҡ. Салауат Юлаевты ғына иҫкә алһаҡ та, тәү­ҙә атаһы Юлай ҡаршы була, әммә аҙаҡ бергә изге яуға күтә­релә. Үрҙә әйтелгәнсә, һәр йыйы­лышта, һәр Ҡоролтайҙа төп һүҙ, һуңғы һүҙ сәсәнгә бирелгән. Халыҡты ла дәртләндереүсе, рухландырыусы – ул сәсән.
Милләтебеҙҙең иң бөйөк эпосы – “Урал батыр”. Ул халҡы­быҙ­­ҙың иң боронғо ҡомартҡыһы тип һанала. Һәм, белеүебеҙсә, был эпос та беҙҙең көнгә тиклем, быуаттар аша тап сәсәндәр ярҙа­мында килеп етә. Мөхәммәтша Бу­ранғолов был эпосты 1910 йылда Ғәбит һәм Хәмит сәсән­дәр­ҙән яҙып ала. Ул бер нисә көн эсендә генә яҙып алмай, ә бер нисә ай үтеп китә эпосты ту­лыһынса уларҙан һөйләткәнсе. Буранғоловтың яҙмаларын уҡы­һаҡ, сәсәндәрҙең ниндәйҙер транс­ҡа инеп китеүен күрәбеҙ, һәм ошо рәүештә улар эпосты һөй­ләгән, күрһәткән, илаған, ҡайһы саҡ йығылып та киткән. Әгәр ҙә берәй ерҙә туҡтап ҡалһа­лар, һөйләүҙе иң баштан башлаған.
Тимәк, был эпос үҙендә ҙур әйтеп бөтмәҫлек энергия, көс йөрөтә һәм уны быуындан быуынға сәсәндәр ярҙамында тапшырып килгән. “Урал батыр” эпосын яттан, рухына һеңдерә белгән шәхес, үҙе иҫән саҡта берәй кешене махсус әҙерләп, ошо эпосты уға һөйләп, трансҡа кертеп, бар энергияны, кодты уға ебәргән. Эпосты күп кешегә һөйләп булған, әммә хафиз булараҡ, иң юғары күңеллеләре генә һайланғандыр. Нисек кенә булмаһын, Мөхәммәтша Буран­ғолов ысын сәсәндәрҙән ғалим­дар тарафынан үҙгәртелмәгән эпосты ишеткән, күргән, һиҙгән, шуға күрә лә уны ла ысын сәсән тип әйтә алабыҙ, минеңсә!
“Урал батыр” эпосын халҡы­быҙҙың паспорты тип тә, беҙҙең конституция тип тә әйтәбеҙ. Ысынлап та, ул бит кешене кеше булырға саҡыра, яҡшылыҡҡа өндәй, изгелеккә әйҙәй, йолалар­ҙың көсөн күрһәтә. Был – хал­ҡыбыҙҙың борон-борондан Аллаһтың көсө менән барлыҡҡа килтерелгән милли ҡомартҡы.
Бөгөн һәр илдең конститу­цияһы бар. Шул ҡанундарҙы белгән кеше, шул ҡанундар менән хөкөм иткән кеше – судья. Тимәк, борон ниндәй генә сәсән бул­маһын, ул иң беренсе халыҡтың ҡанунын – “Урал батыр” эпосын белергә, шуны аңларға ынты­лырға тырышҡан­дыр. Аңлау бер көндә генә килмәй, ә йылдар буйы төрлө фекер менән байып, донъя гиҙгәс кенә тыуалыр.
Беҙҙең халыҡта сәсәндәр менән бәйләнеш, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Совет осоронда өҙөлә. Бөгөн филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева халыҡта ошо аңды тергеҙергә тырыша, шуның өҫтөндә эшләй. Төрлө конкурстар уҙғарыла. “Сәсәндәр бәйгеһе” тигән атама — бөгөн беҙҙең өсөн иң юғары сара. Эйе, был тәүге аҙымдар, шуға күрә лә ошондай конкурс­тарҙы үткәреп, халҡыбыҙҙың йөрәгендә бәләкәй генә булһа ла ысын сәсәндәрҙең осҡонон сәсеү дөрөҫ, тип уйлайым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 156

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 136

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 156

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 230

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 137

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 123

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 92

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 200

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 96

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 101

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 88

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 128