Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иркен ыҡсымлыҡ
Интервью, әңгәмәләр шыр һорауһыҙ була аламы? Әлбиттә! Мәсьәләне инеш һүҙҙә, хатта һорау рәүешендә лә түгел, тура төбәмәй генә ата ла – бәйәнләһен әйҙә ҡунағың, оҙондан төшөп. Миҫалға, бөгөнгө конференцияға бәйле дөйөм тәьҫоратын һөйләһен. Бының ысын мәғәнәһендә ижади, көслө, тәжрибәле журналисҡа төҫ түгеллеге аңлашыла, әммә, кем әйтмешләй, принципта – мөмкин.

Ысулды, бәләкәс өлөшөн, ҡайһы ваҡыт файҙаланырға ла тура килгеләй, әйткәндәй. Тик әлеге ижадилектән ситен торғанға йәки сараның йөкмәткеһен өйрәнмәгәндән, ниндәйҙер объектив йә субъектив томаналыҡтан түгел был, ә оҙаҡламай башланыр әңгәмәнең ҡапҡа алдында тороу сәбәбенән. Артабан ҡапҡа асыла, алға үтәбеҙ, соланға инәбеҙ, өй ишеген тартабыҙ. Эйе, диалог йә полилогтарҙың да, тотош тапшырыу ише, башы, уртаһы һәм йомғағы булырға тейеш тигән ҡарарға тәү эштәремдә үк килдем һәм ошолай дауам да итәм. Өйҙән кире сыҡҡанда ла шул уҡ эҙмә-эҙлелек мотлаҡ тип уйлайым. Быны, мәҫәлән, “Тапшырыу­ҙың мөҙҙәте тулыу алдында, түңәрәк­ләй башлайыҡ” тип, һөйләүсене лә, тыңлаусыны ла әҙерләү, шуны раҫлап, йомғаҡлы яуапҡа иҫәпләнелгән һорау биреү аша башҡарырға була. Шунан инде өй ишеге тыштан ябыла. Соландан сығаһың, тирә-яғыңа иркен бағып, үҙеңдән дә ниндәйҙер ҙур нөктәле һүҙ әйтәһең. Ҡапҡа аша үткәндән һуң инде: “Имен-аман торайыҡ!” – тимен.
Студия ҡунағы киң даирәле, тәрән белемле, фекерле, зыялы зат икән, әлеге берҙән-бер дөйөм һорау менән хушһынырға ла мөмкин: телмәр тотоп өйрәнгән – иркенлек бир генә. Бәғзе журналистың интервьюларҙа гел сы­ғышын быуғанын, фекер ебен өҙөп, ваҡ-төйәк һорауҙары менән йонсот­ҡанын онотмаған ул – быуаһы йырыла, үҙен ҡалын журналға мәҡәлә яҙғандай хис итә, ләкин һәр нәмәнең үҙ үлсәме: бындай уҡ даланы уға, күпме хөрмәт итһәң дә, бүләк ҡыла алмайһың.
Хәйер, һорауһыҙ яуаптар ҙа ишетә киләм, улар кәрәк тә. Быны хатта ойошторам да. Ике ысул менән башҡарам һәм башҡартам. Беренсенән, һорау урынына – раҫлайым. Мәҫәлән, ошолай тим: “Ерҙе ер итеп һаҡлау – уны иҡтисади тотоноу ҙа ул. Ә бының өсөн тотош ауыл хужалығының үҫеүе мөһим. Үҫеү шарты – дөйөм камиллыҡ: осһоҙ кредиттар ҙа был, дәүләт ярҙамы ла, етештергәнде һатыу мөмкинлеге лә, хаҡтар диспаритетынан ҡотолоу ҙа – һанап бөткөһөҙ...”. Бындай раҫлауҙарҙың аҙағында, интонацияға ҡарап, яңғыҙ йә күп нөктә булыуы ихтимал. Баяғы аҡыллы зат, шунда уҡ эләктереп алып, яуап та бирергә тотона.
Һүҙ ҡеүәһе әҙерәктәр йә башҡорт телен наҡыҫ белгәндәр, һорауҙарыңды аҙна элек яҙып һалһаң да, Телеүҙәк баҫҡысын үтеү менән яңынан төпсө­нөргә керешә. Мин, әйткәнем дә бар, түҙемле генә аңлатам, сөнки ҡунағым бит ул. Ләкин әлеге һорауҙарға ғына ҡарап ултырмауҙың хаҡлығын өҫтәйем һәм икенсе ысул – тап ошо ла.
– Имтиханға әүерелмәһен, – тим. – Нимә еткерергә теләйһегеҙ, шуны һорауһыҙ ҙа һөйләгеҙ.
Был бигерәк тә юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы килгәндә үтемле сыға тип уйлайым: мәғарифҡа яҡын төшөнсә бит. Имтихан тип үҙемде ирекһеҙҙән үргәрәк ҡуйыуым эстән нисек ҡабул ителәлер, әйтә алмайым – һынау мәлендә һорауҙы студентҡа улар ҡаҙай бит инде йәлләүһеҙ. Хәйер, әйтә алам: үпкә юҡ – тышҡа һәр хәлдә гел ихлас ризалыҡ ҡына сығарыла, сөнки әңгәмәне йәнлерәк итерен асыҡ төшөнөү бар бының. Ошоноң өсөн дә, юҡ ваҡыттарын бүлеп, эфирҙарыбыҙҙа ҡатнаша килгәндәре өсөн дә бөтә эксперттарыбыҙға оло рәхмәтемде, ҡанағыҙ, тағы бер белдерәйем.
– Тема, образлы әйткәндә, ҙур ағастың олоно, – тим. Күҙ алдына асығыраҡ баҫһын өсөн йәйелгән ике ҡулды аҫтан өҫкә күтәрәм. – Ботаҡтары – минең һорауҙарым. Шунда туҡталырға ла мөмкинмен – артабанғы сыбыҡтар ҙа, япраҡтар ҙа һеҙҙән була ала, ләкин барыһы ла олондан килә, унан өҙөлөнмәһен.
Ҡунаҡтарға оҡшай ошо сағыш­тырыу. Әйткәнемдән тайпылынмай ҙа: һөйләшеү иркен рухта, тимәк, киң даирәле, шуның менән бергә ыҡсым да – тимәк, теүәл башҡарыла.

Рәсүл СӘҒИТОВ,
радиожурналист һәм яҙыусы,
Рәсәйҙең атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 24

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 65

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 55

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 45

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән” 28.09.2018 // Рухиәт

Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған. Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына...

Тотош уҡырға 258

Сал тарих эҙҙәренән

Сал тарих эҙҙәренән 28.09.2018 // Рухиәт

Күптән түгел Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт...

Тотош уҡырға 80

Батырҙарҙы онотмайыҡ

Батырҙарҙы онотмайыҡ 25.09.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышының ҡаһарман батырҙарының береһен йыш иҫкә алам. Генерал-майор Ғәлийән Ғәлиев ул....

Тотош уҡырға 68

Һағыштарҙы ниҙәр тарата?

Һағыштарҙы ниҙәр тарата? 21.09.2018 // Рухиәт

“Үҙеңдең генә түгел, башҡаларҙың да күңелен үҫтереп йәшәргә кәрәк” Матурлыҡ – иң ҙур көс, тиҙәр....

Тотош уҡырға 186

Дини үҙәккә — 230 йыл

Дини үҙәккә — 230 йыл 18.09.2018 // Рухиәт

Быйыл Рәсәйҙә мосолмандарҙың тәүге үҙәк дини ойошмаһы – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты...

Тотош уҡырға 63

Үткәнен онотмаған – киләсәкле

Үткәнен онотмаған – киләсәкле 18.09.2018 // Рухиәт

Башҡорт Хөкүмәте рәйесе Юныс Бикбовҡа тыуған төйәгәндә бюст асылды Тарихҡа күҙ ташлаһаҡ, ҡасан ғына...

Тотош уҡырға 67

“Урал батыр” нисә йәшендә?

“Урал батыр” нисә йәшендә? 12.09.2018 // Рухиәт

Ғалим өсөн сиктәр юҡ ине... Ер йөҙөндә йәшәүсе күп һанлы милләттәр араһында үҙен милләт, улай ғына...

Тотош уҡырға 118

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа...

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа... 16.08.2018 // Рухиәт

Бай тарихлы Йәрмөхәмәт ауылына быйыл 280 йыл тулды. Бөгөн дә ул тотороҡло үҫеш юлында: яңы йорттар...

Тотош уҡырға 343