Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кемдәр генә эҙен ҡалдырмаған башҡорт ерендә...
* * *
Кемдәр генә  эҙен ҡалдырмаған башҡорт ерендә...Ай-һай ҙурлай ҡатын-ҡыҙҙы беҙҙең тел! Ҡатын, баҡһаң, (фарсыса خاتون — Khātūn, төрөксә - Hatun, татарса - хатын, монголса - хатан) — ир-ат тың “хан” тигән титулына тап килә, имеш. Был төшөнсә Төрөк ҡағанатында, Монгол империяһында һәм Осман империяһында ҡулланылған. Көнбайыштағы “императрица“, “царица“, “королева” тигән титулға яҡынса тура килә икән.
* * *
Бисә тигәнебеҙ ҙә бей һүҙенән! Бей - сә, йәғни, бей дәрәжәһендәге ҡатын. Тик ул башҡорт телендә тупаҫыраҡ мәғәнәлә ҡабул ителеүсән, кәмһетеберәк әйтеүҙә лә ҡулланыла. Ә уйлап ҡараһаң...
* * *
Википедияға мәҡәлә яҙып, төрбә менән кәшәнәнең айырмаһын белеп ҡалдым. Башҡорттар юҡҡа ғына кәшәнә тимәй икән – ҡоролоштары айырыла.
Төрбә – төрөк һүҙе, османлы архитектура, кәшәнә – фарсы һүҙе, Урта Азия архитектураһы.
* * *
Төрбәнең уртаһында бай биҙәлгән саркофаг ҡу­йыла, әммә ҡәбер, ғәҙәттә, иҙән кимәленән түбәнерәк була. Саркофагтың баш яғына мәрхүмдең тәҡүәлеге, иманлылығы билдәһе итеп йыш ҡына ағастан йәки таштан салма (тюрбан) һынландырып ҡуйыла.”Тюрбан” һүҙе лә урыҫта шул “төрбә” тигәндән килеп сыҡҡандыр әле.
* * *
Аҡһаҡ Тимер тарихи башҡорт ерҙәрендә байтаҡ эҙ ҡалдырған. Шуларҙың береһе – бөгөн Варна тип аталған ауыл янындағы кәшәнә. Паллас уны башҡорттарҙан “Күл кәшәнәһе” тип яҙып алған, әммә ваҡыт үтеү менән ҡаҙаҡ йоғонтоһона бирелеп, хәҙер урыҫса “Мавзолей Кесене” тип йөрөтөлә.
* * *
Аҡһаҡ Тимер бөгөнгө Шишмә районының үҙәге янындағы Хөсәйенбәк кәшәнәһен төҙөтөүе менән дә билдәле.
1393 йылдарҙа Алтын Урҙа ханы Туҡтамыштың артынан төшкән Аҡһаҡ Тимер Башҡорт иленә килеп инә. Дим йылғаһы буйына ғәскәре менән килеп еткәс, Хөсәйенбәктең ҡәберен күрә, уға мөһабәт кәшәнә төҙөтөр өсөн ун ике дөйә менән Төркөстандан яҙыулы ҡәбер ташы килтертә. Кәшәнә тиҙ үк төҙөтөлә.
* * *
Беҙҙә ни өсөндөр “инки” тигән һүҙҙе инк, инктар (инкылар) тип тәржемә иткәндәр. Әммә Американың үҙендә, башҡа бик күп телдәрҙә лә был милләт “инка” тип атала. Ә илдәре буйынса интернетта табылған өлгөләр: Inca Ülke – төрөк, Inca Ölkəə - әзери, Инка елі - ҡаҙаҡ , Инка өлкө – ҡырғыҙ, Inca mamlakati – үзбәк. Инка, инк түгел. Бар бәләбеҙ – тәржемәләрҙе урыҫ теле аша эшләүҙә. Төп нөсхәгә, башҡа телдәрҙәге тәржемәләргә иғтибар итмәйбеҙ.
* * *
Беҙ үҫкәндә ҡурсаҡтарыбыҙ булманы. Яулыҡты таҫлап йомарлай ҙа, шуны икенсе яулыҡ эсенә бәпәй итеп төрөп уйнай торғайныҡ.
Шунан бер тоҡсай итеп сүплектән сынаяҡ ватыҡ­тары йыйып, матур ғыналарын теҙеп уйнайбыҙ.
Йәй көнө ромашҡа уртаһын алып, имеш, май йомғағы, ҡаҡы башы – борсаҡ, фантазия нимәгә етә – шулай магазин ҡороп уйнар булдыҡ. Яр буйындағы балсыҡтан һауыт эшләп, шуға балсыҡ йоморсаҡтар (кәнфит, йәнәһе), балсыҡ бишинйә һалып ҡунаҡ саҡырышабыҙ. Бик күңелле йәшәнек, ярлы икәнбеҙ, тип уйламаныҡ...
* * *
Бынау Салауатты мыҫҡыллап киткән клоунды әйтәм – ниңә Мәскәүҙең концерт һарайында Минин менән Пожарский һәйкәлен мыҫҡылламай икән?! Улар ҙа бит, уның күҙ аллауынса, – “разбойник”...
* * *
Башҡорттарҙың беренсе мәсетен хажи Хөсәйенбәк таштан һалдыртҡан. Күп быуаттар ул башҡорттарҙың йыйын үткәрер урыны булған, уны “Хажи мәсете” тип атағандар. Бөгөнгө Чесноковканың Ҡырғауыл тауында эшләнгән булған ул. Урыҫса “Азиева (Газиева) мечеть” тип аталып, донесениеларҙа һаҡланып ҡалған. Баш күтәреүҙәр тураһында ҡарарҙар шунда ҡабул ителә торған булған.
Фетнә урыны тип ул 1735 йылдың аҙағындамы, 1736 йылдың башындамы башҡорт яуҙа­рын баҫтырғанда И. К. Кириллов караттары тарафынан емертелә.

Рубриканы Гүзәл СИТДЫҠОВА алып бара.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 32

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 39

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 31

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 35

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 69

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 56

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 46

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән” 28.09.2018 // Рухиәт

Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған. Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына...

Тотош уҡырға 259

Сал тарих эҙҙәренән

Сал тарих эҙҙәренән 28.09.2018 // Рухиәт

Күптән түгел Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт...

Тотош уҡырға 83

Батырҙарҙы онотмайыҡ

Батырҙарҙы онотмайыҡ 25.09.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышының ҡаһарман батырҙарының береһен йыш иҫкә алам. Генерал-майор Ғәлийән Ғәлиев ул....

Тотош уҡырға 71

Һағыштарҙы ниҙәр тарата?

Һағыштарҙы ниҙәр тарата? 21.09.2018 // Рухиәт

“Үҙеңдең генә түгел, башҡаларҙың да күңелен үҫтереп йәшәргә кәрәк” Матурлыҡ – иң ҙур көс, тиҙәр....

Тотош уҡырға 188

Дини үҙәккә — 230 йыл

Дини үҙәккә — 230 йыл 18.09.2018 // Рухиәт

Быйыл Рәсәйҙә мосолмандарҙың тәүге үҙәк дини ойошмаһы – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты...

Тотош уҡырға 67