Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шиғриәт_тулҡынында: Радик ХӘКИМЙӘНОВ
УЯУ БУЛАЙЫҠ!..

1941 йылда тыуған һуғыш осоро
балаларына бағышлана.


Беҙҙең тыуыу шатлыҡ булды микән?..
Тыуғанбыҙ бит һуғыш башланғанда,
Халҡым өсөн иң ҡайғылы мәлдә,
Ил өҫтөнә дошман ташланғанда.

Тыуған көндән башлап, ғүмер буйы
Аҙмы күрҙек тормош михнәттәрен?
Һуғыш балалары: малай, ҡыҙҙар —
Мәхрүм булдыҡ йәшәү рәхәтенән.

Бер туйғансы ашар ризыҡ булмай,
Көн кисерҙек йүнле кейемдәрһеҙ.
Мәңгелеккә кәмһетелгән быуын,
Тороп ҡалдыҡ етем — атайҙарһыҙ!

Әсәйҙәр ҙә иртә ҡартайҙылар,
Яу ҡырынан көтөп ул-ирҙәрен.
Хәтәр ғәрәсәтте еңдек бергә,
Бағышланыҡ илгә ғүмерҙәрҙе!

Йылдар үтһәләр ҙә, йөрәктәрҙә
Мәңге төҙәлмәҫлек тәрән яра,
Атайҙарын күрмәй үҫкәндәрҙең
Ғүмерҙәре инде уҙып бара!..

...Ил имен дә! Донъя имен түгел,
Ниңә ерҙә һуғыш уты тынмай?!
Эй, кешеләр! Уяу булайыҡ, йәндә
Һуғыш яралары һаман һыҙлай!
Һуғыш яралары һаман һыҙлай!

ҺАЛДАТ ҺӘЙКӘЛЕ ЯНЫНДА

Киң майҙанда һалдат һәйкәле,
Ҡараштарын ергә төбәгән.
Әйтерһең дә, һөйләй ул беҙгә
Яу йылдарын, ниҙәр күргәнен!

Бөгөн байрам — Еңеү көнө бит,
Иҫә яҙҙың еләҫ елдәре,
Сал ветеран баҡҡан һәйкәлгә,
Бер аяҡһыҙ, буп-буш еңдәре.
Йәнде өтә хәтер елдәре!
Йәнде өтә хәтер елдәре!

НИҘӘР КӨТӘ БЕҘҘЕ ИРТӘГӘ?

Нисә көндәр, нисә төндәр инде
Ҡарҙар ҡатыш яуа ямғырҙар,
Ауыр бала саҡтың хәтирәһе
Күңелемдә ҡабат яңыра.
Ҡар-буранда, дауыл-ямғырҙарҙа
Беҙҙең быуын байтаҡ сыланды,
Татыһа ла заман михнәттәрен,
Киләсәген уйлап йыуанды.
Сыныҡһындар типме әллә яҙмыш
Ямғыр-бурандарҙа ҡалдырҙы,
Яман һуғыш күпме ғүмерҙәрҙе,
Бала саҡты беҙҙең яндырҙы.
Ир-ат — яуҙа, бөтөн ауырлыҡтар
Төштө әсәйҙәрҙең өҫтөнә,
Икмәк тә юҡ, картуфына ҡытлыҡ,
Йән һаҡланы ниндәй көс кенә?
Был тормоштоң ямғыр-бурандары
Гел оҙатып йөрөнө юлдарҙа,
Ярай әле өмөт-тырышлыҡтар
Алып сыҡты яҡты йылдарға.
Яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа мохтаж
Гөлдәр инек, гүйә, был ерҙә,
Ғүмер уйы яҙмыш беҙҙән шулай
Һынау ала һаман ул ниңә?
Аҫты-өҫкә килде донъяларҙың,
Бөгөн тағы йәнем үртәлә.
Яуап бирсе, яңы тыуған быуат,
Ниҙәр көтә беҙҙе иртәгә?
...Нисә көндәр, нисә төндәр инде
Ҡарҙар ҡатыш яуа ямғырҙар,
Ауыр бала саҡтың хәтирәһе
Күңелемдә ҡабат яңыра...

КҮҢЕЛ ИЛАЙ

Ҡыйынлыҡта үҫһәк тә беҙ,
Күңелебеҙ бай ине.
Әсәйҙәрҙең изгелеге
Йәнебеҙгә май ине.

Бер телемде бишкә бүлдек
Беҙ, һуғыш балалары,
Йөрәктә мәңге һаҡланыр
Уңалмаҫ яралары.

Һис ҡасан да онота алмам
Балтырғанлы аштарҙы,
Кесерткән һәм башаҡ, ярай,
Һаҡлап ҡалды баштарҙы.

Әсәйҙәрҙең күңел нуры
Беҙҙе етем итмәне.
Түҙергә, эшкә өйрәтте,
Улар эҙһеҙ үтмәне.

Замандар инде үҙгәрҙе,
Тамаҡ туҡ, өҫтәр бөтөн,
Тик әле күпме сабыйҙар
Атай-әсәйһеҙ бөгөн.

Хәмер еткән бит баштарға,
Сабыйҙар хәйер һорай,
Оялары туҙғандарға
Әсенеп күңел илай!

ҒҮМЕР ҺАНДЫҒЫ

Семәрләнгән йәшел һандыҡ
Эстәрендә ни икән?
Үткәндәрҙең иҫтәлеге
Һаман да тере икән!

Әллә күпме хәтирәләр
Һаҡлана шул һандыҡта.
Бар ғүмергә һыйған, гүйә,
Ҡайғыһы ла, шатлыҡ та.

Ана ағы — туй күлдәге,
Быныһы уның кейеме.
Яу ҡырынан килгән хаттар,
Миҙалдары иренең!

...Һуңғы юлға барыһы әҙер:
Өләшәһе бүләге.
Кемгә ҡалыр ғәзиз һандыҡ,
Әрнеп тибә йөрәге.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡорт ҡыҙы яулаған үрҙәр
“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә...

“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә... 23.12.2018 // Рухиәт

Һәр кем мөғжизәле Яңы йыл байрамын көткәндә Сибай ҡалаһының мәҙәни тормошонда ла үҙенсәлекле ваҡиға...

Тотош уҡырға 222

Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 153

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 160

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 147

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 194

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 177

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 184

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 177

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 134

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 220

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 166