Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шәжәрәләре хаҡында кәлимә
Тикшеренеүҙәр шуны күрһәтә: ырыуҙың, ҡәбиләнең изге яҙмаһы, документы һаналған шәжәрәне борон-борондан күпте күргән, күпте кисергән ил ағалары, уҡымышлылар төҙөр, дауам итер булған. Улар араһында танылған һүҙ оҫталары, әҙиптәр ҙә осрай. Мәҫәлән, Тажетдин Ялсығол, Ғәли Соҡорой, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевты атарға мөмкин. Тажетдин Ялсығол — Әйле, Ғәли Соҡорой һәм уның улы Ғарифулла Соҡорой-Кейеков — Ҡара Табын (Ирәкте), Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Йомран-Табын ырыуы башҡорттарының шәжәрәһен төҙөп ҡалдырған.

Көнсығыш әҙәбиәтен, урта быуат яҙма сығанаҡтарын, әҙәби традицияларҙы сағыштырмаса яҡшы белгән шәхестәр булараҡ, улар, ғәҙәттә, ырыу тарихтарына яҙма әҙәбиәт стиленә хас һыҙаттарҙы өҫтәп ебәрә, төрлө документаль сығанаҡ­тарға һылтанмалар яһай, өҙөктәр килтерә. Миҫал өсөн Ирәкте (Ҡара Табын) шәжә­рәһенә иғтибар итәйек. Ырыуҙың үткәне тураһында тәғәйен һүҙ йөрөтөрҙән алда автор бик үҙенсәлекле итеп үҙе менән таныштырып китә: “Мөхәррир һәҙа әл-китап “Тәҙкирәтән әл-әхуан вә әл-әхбаб” — мулла Мөхәммәдғәли бине мулла Ғәбдес­салих бине Ғабдул бине Шәриф бине Киик бине Күчүгән бине Пыраҡ бине Исән бине Дәүләтбай бине Дәүләтъяр бине Ходайғол бине Ходаяр бине Дөрмән бей бине Ҡолман бей бине Чулман бей бине Абдал бей бине Ҡаратабын бей бине Майҡы бей. Рәхмәтуллаһу тәғә рәхмәтүһ! Вәссәғәтүн вәссәләм мөхәррир мулла Мөхәммәдғәли әл-мәҙкүр әл-Бөрөи нахиәтән, әл-Чоҡори ҡәрйәтән, әл-Ирәктәүи ҡәбиләтән, әл-Ки икофи нәсәбәтән, әл-Өфөи виләйәтән...”
Артабан ошо рәүешле үк ун юл һуҙы­мында саф ғәрәп телендә үҙе хаҡында һөйләгәндән һуң ғына автор ата-бабалары тарихын хикәйәләүгә күсә: “Безнең төп бабамыз Майҡы бейне Чынгиз хан берлә бер заманда булған кеше, диеп риүәйәт ҡылалар, вә һәм аның вәзирләре жөмлә­сендә булып, бер арбаға ултырып йөрөгән, диеп сөйләйләр. Вә һәм уйлы-хисаплы булған сәбәпле Уйшын Майҡы бей диеп ләҡәп тапҡан, диеп сөйләйләр. Чынгизның мәшүәрәтләренә яраған ирмеш, диәләр. Күп мәмләкәтне саир идеп ҡараған, имеш, диеп сөйләйләр. Ваҡытына күрә уҡымыш исемле кеше булып, языуға, хисапҡа, кәңәшкә яраған, имеш, диеп сөйләйләр.
Вә аның өч-дүрт уғлы булған. Һәр ҡайусыны уҡытҡан вә сәйәхәтән-сәфәр­ләргә йөрөткән, диеп сөйләйләр. Бересе — Ҡаратабын бей, берсе — Байҡы бей, бересе Балыҡчы бей исемле булған, диәләр...”
Ошондай телдән-телгә тапшырыла килгән төрлө легенда һәм риүәйәттәр нигеҙендә Ғ. Соҡорой боронғо замандарҙа атай-олатайҙарының Тубыл һәм Иртыш буйҙарында донъя көтөүе, аҙаҡ Мейәс йылғаһы буйына күсенеүе һәм иң ахырҙа мал көтөү, иген игеү өсөн уңайлы ерҙәр эҙләп, хәҙерге Башҡортостандың төньяҡ, Пермь өлкәһенең көньяҡ һәм Татарс­тандың көнсығыш тарафтарына килеп төпләнеүе тураһында бәйән итә. Хикәйәләү барышында ара-тирә яҙма сығанаҡтарға ла мөрәжәғәт итә, уларҙан өҙөктәр килтерә. Түбәндәге юлдар — быға асыҡ миҫал: “Бәғзе кемсәнәләр сүзенә бинаян, булар бу торған ерләрендән, йәғни Иртыш сыуы вә Ирхут кеби мәҡәмләрендән, бу мәғрип тарафына күчмәкләре ҡалмаҡ суғышында ғәскәр булыудан ҡачмаҡ сәбәпле булғандыр. Мәҫәлән, мохаҡҡаҡ Туси кеби бер кемсәнәнең сүзе берлән, ҡалмаҡ хаҡаны Ибн Хажип кебиләр сөнни әдәмдән интиҡамны ирада ҡылып, күп ғәскәр берлән Мысыр тарафына юлландыҡында безнең ҡарт бабамыз Әхмәдшәйех бине Ҡаратабын бине Уйшын Майҡы бей үзенең әүләденә, вә әхуанына вә әхбабына сүз биреп: “Бу ердин күчәйек, таки мосолманларға ҡаршы уҡ атып, мосолман ҡанын ҡойоп, ғаси булыудан хәлас була идек!” — диеп, жөмләсе ҡузғалып ер ташлап, бу тарафҡа күчкәнләр, имеш, диеп сөйләйләр. Бәс, ҡалмаҡ хаҡанының бу илә ҡачҡынлардан ғәскәр алырға хәжәте төшмәгән. Башҡа ихласлы ғәскәре илән Мысыр тарафына юлланып, ун ике йыллар миҡдары суғышта йөрөп, күп йорт үзенә табиғ ҡылған, диерләр. Ибн Хажип шул мәғрәкәдә һәләк булған, диеп сөйләйләр. “Әғжәбене шөлбөүә” ҡазыясы, “Әғжәбене шөлбөүә” ҡиссасы шул мәғрәкәдә ваҡиғ булған, диеп сөйләшәләр.
Безнең остазымыз Ғәбденнасир әт-Тайсуғани рәхмәтуллаһ ғәләйһи бу илә ҡисса ҡылған иде “Ҫөбат әл-ғажизин”дә:
Замана хатунны юлға салмаҡ,
Ирер инсан ки андин жәнк ҡылмаҡ, —
дидеге сүзләр шәрехендә бу илә ваҡиғ булған иде, илх, илх...”
Күренеүенсә, автор иҫке төрки, ғәрәп, фарсы һүҙҙәрен һәм һүҙ формаларын мул ҡулланып яҙа, урыны-урыны менән Ҡөрьәндән һәм башҡа дини китаптарҙан һүҙбәйләнештәр, хатта тотош һөйләмдәр индереп ебәрә. “Әйтеүҙәренсә”, “бәғзе бер кешеләрҙең һүҙенә ҡарағанда”, “тиҙәр”, “тип һөйләйҙәр”, “тип риүәйәт ҡылалар” кеүек һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр аша үҙенең башлыса халыҡ хәтеренә таянып хикәйәләүен һыҙыҡ өҫтөнә ала килһә лә, традицион яҙма әҙәбиәт ҡалыптарына тоғро ҡала, “китапса” бәйән итә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡорт ҡыҙы яулаған үрҙәр
“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә...

“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә... 23.12.2018 // Рухиәт

Һәр кем мөғжизәле Яңы йыл байрамын көткәндә Сибай ҡалаһының мәҙәни тормошонда ла үҙенсәлекле ваҡиға...

Тотош уҡырға 223

Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 153

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 160

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 147

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 194

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 177

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 185

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 177

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 134

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 220

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 167