Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йәнгүҙәй”ҙең рух сәфәре
“Йәнгүҙәй”ҙең рух сәфәреРайоныбыҙҙың Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби берекмәһе ағзалары билдәле яҙыусы, журналист Әхмәр Үтәбаев менән берлектә Әбйәлилдәге “Йәйғор” ижадсылары янына осрашыуға юлланды. Баймаҡ делегацияһын ике төбәктең сигендә үк ҡаршы алып, Ҡырҙас ауылы мәҙәниәт йортона алып килделәр.


Беҙҙә бындай осрашыуҙар йыш булып тора. “Йәнгүҙәй”ҙәр төрлө ауыл китапханаларына, мәктәптәргә йөрөп, халыҡ менән аралаша, әҙәбиәткә ҡағылышлы һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Сибай ижадсылары ла – яҡын дуҫыбыҙ, кәңәшсе­беҙ, фекерҙәшебеҙ. Әбйәлил­дәр менән сираттағы осрашы­уыбыҙҙың маҡсаты ла – тәжрибә уртаҡлашыу майҙанын киңәйтеү, эшмәкәрлек сифатын яҡшыртыу, яңы исемдәр асыу.
Тәүге һүҙҙе “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһына нигеҙ һалған Мәүлит Ямалетдинов алып, оло үрнәк булыр­лыҡ хеҙмәт һөҙөмтәләре хаҡын­да һөйләне. Әбйәлил, Белорет, Учалы, Бөрйән райондары ижадсыларының бергә килешеп эшләүе күңелебеҙҙә һоҡланыу тойғоһо уятты. Улар балалар өсөн яҙыуға, шундай әҫәрҙәрҙе китап итеп баҫты­рыуға айырым иғтибар бүлә. Әҙәбиәткә һәләтле йәштәрҙе күпләп йәлеп итергә, яңы исемдәр асырға тырышалар. Шул уҡ ваҡытта әҫәрҙәрҙең уҡымлылығына талап көслө.
Артабан ошо ойошмаға ҡараған “Йәйғор” ижади берек­мәһе­нең эш тәжрибәһе менән таныштырҙылар. Һөҙөмтәлә баймаҡтар ҙа “Ҡуңыр буға”ға ҡушылыу теләген белдерҙе, был йәһәттән тейешле тәҡдим­дәр ишетте. Унан осрашыуҙа ҡатнашҡан һүҙ оҫталары шиғырҙарын уҡыны, фекер алышты. “Әҙәбиәткә һөйөү ғаиләлә һалына. Яҡындарыбыҙ күңелендә был тойғоно тәрбиәләү һәр беребеҙҙең тәүмаҡсатына әйләнергә тейеш”, – тине яҙыусы Иҙрис Ноғоманов. Ул сәхнәгә бар яҡлап талантлы булып үҫеп килгән ейәнсәрен дә сығарҙы. Әҙиптең һүҙҙәре дәррәү хуп­ланды.
Сәхнәгә йәш ҡәләм тирбә­теү­се­ләр ҙә күтәрелде, уларға изге теләктәр, тәҡдимдәр етке­релде. Берҙәмлектә – көс. Ошондай фәһемле осра­шыуҙар артабан да уҙғарылыр, тәжрибә майҙаны киңәйгәндән-киңәйер, ижад ҡанаттары нығыныр тигән ышаныстабыҙ.

Рәйсә ИҪӘНБАЕВА,
“Йәнгүҙәй” әҙәби берекмәһе ағзаһы.


Баймаҡ районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 41

Милли музей ҡунаҡҡа саҡыра

Милли музей ҡунаҡҡа саҡыра 17.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан Башҡортостандың Милли музейы 20 мартта “Асыҡ ишектәр көнө”...

Тотош уҡырға 86

"Бөрйәне өсөн янып-көйөп йәшәне"

"Бөрйәне өсөн янып-көйөп йәшәне" 16.03.2019 // Рухиәт

Бөрйән районының Байназар ауылында бөйөк ғалим-фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре, тыуған ерен, халҡын...

Тотош уҡырға 74

Күмертауҙарҙың уртаҡлашыр тәжрибәһе мул

Күмертауҙарҙың уртаҡлашыр тәжрибәһе мул 15.03.2019 // Рухиәт

Әле, билдәле булыуынса, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек маҡсатында республика...

Тотош уҡырға 64

Бер ҡомартҡы тарихы

Бер ҡомартҡы тарихы 15.03.2019 // Рухиәт

Сибайҙа Зәки Вәлидиҙең эш өҫтәле һаҡлана....

Тотош уҡырға 96

Темәс халҡы үҙ тарихын яҙҙы

Темәс халҡы үҙ тарихын яҙҙы 13.03.2019 // Рухиәт

Дәүләтселегебеҙҙе төҙөүҙә ҙур роль уйнаған Темәс ауылының данлы, шанлы тарихы бар. Тап ошо ерҙә...

Тотош уҡырға 144

Ауырғазы башҡорттары ҡор йыйҙы

Ауырғазы башҡорттары ҡор йыйҙы 13.03.2019 // Рухиәт

Талбазыла бөгөн Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 77

Тарихты дөрөҫ яҙайыҡ

Тарихты дөрөҫ яҙайыҡ 12.03.2019 // Рухиәт

Күсейҙә белем биреү Фазулла хәлфә мәктәбенән башланған....

Тотош уҡырға 138

Сәләх Кулибайҙың һеңлеһенән ҡалған...

Сәләх Кулибайҙың һеңлеһенән ҡалған... 26.02.2019 // Рухиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан “Тарих һаҡлай ҡомартҡылар”...

Тотош уҡырға 267

Темәскә, Шәһит Хоҙайбирҙингә!

Темәскә, Шәһит Хоҙайбирҙингә! 26.02.2019 // Рухиәт

Ғәҙеллекте ошолай урынлаштыралар....

Тотош уҡырға 166

Тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәр

Тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәр 22.02.2019 // Рухиәт

Баймаҡ ерендәге ваҡиғаларға тарихсылар ниндәй баһа бирә?...

Тотош уҡырға 457

Шайморатов ҙурыраҡ баһаға лайыҡ

Шайморатов ҙурыраҡ баһаға лайыҡ 22.02.2019 // Рухиәт

Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор М.М. Шайморатовтың...

Тотош уҡырға 168