Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атай нигеҙенең ҡәҙерен беләләр
Атай нигеҙенең ҡәҙерен беләләрӘбүбәкер ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үҙе бер һабантуйҙы хәтерләтте: уйын-көлкө, йыр-моң, төрлө уйындар менән үрелеп барған байрамда олоһо ла, кесеһе лә берҙәй ҡатнашты.


Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Наталья Лебедова сараны асып, әбүбәкер­ҙәр­ҙең бер­ҙәм һәм дәртле булыуҙарын, бай­рамға оло теләк менән әҙер­ләнеүен бил­дәләне. Сарала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Аблаев, район хакимиәтенең социаль мәсьә­ләләр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Баймыр­ҙи­на һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Хәйбулла районында “Һаумы­һығыҙ, ауылдаштар!” байрамы бынан 30 йыл элек тәүге тапҡыр тап Әбүбәкер ауылында башлана. Быйылғы сарала ауылдаштарына өлгө булырлыҡ ғаиләләр тәбрикләнде, яңы өйләнешкән парҙар билдәләнде. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: шул мәлдә өйләнешкән парҙар – Зөлфирә һәм Альфрет Билаловтар, Фәймә һәм Рамазан Назаровтар, Гөлйө­ҙөм һәм Хәйҙәр Атановтар – хәҙер инде үҙҙәре олатай-өләсәй булып, балалар үҫтереп, матур ғүмер кисерә.
Шулай уҡ алтын туйҙарын билдәләгән Фәниә һәм Әмир Бигушовтар, Сания һәм Әмир Әли­баевтарға иҫтәлекле бүләктәр тап­шырылды. Ауылдағы иң өлкән шә­хестәр Зәйтүнә Сынбулатоваға – 89 йәш, Зәйнулла Билаловҡа – 88 йәш.
Быйылғы байрамды ойошто­роуға күп көс һалған ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһына, ауыл хакимиәтенә рәхмәтле әбүбәкер­ҙәр. Был көндә һәр кем туған­дары, дуҫтары менән осрашты, атай нигеҙенә йәнә бер тапҡыр ҡайтып, тыуған ер, тыуған төйәк йылыһын татыны, уның ҡөҙрәтен тойҙо, изге тупраҡтан көс һәм дәрт алды. Иң мөһиме – бындай осрашыуҙар туғанлыҡ ептәрен нығыта, быуындар бәйләнешен ялғай, атай нигеҙенең бәҫен арттыра, ауылдаштары алдында яуаплылыҡ тойоуға ярҙам итә.

Хәйбулла районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Һағыштарҙы ниҙәр тарата?

Һағыштарҙы ниҙәр тарата? 21.09.2018 // Рухиәт

“Үҙеңдең генә түгел, башҡаларҙың да күңелен үҫтереп йәшәргә кәрәк” Матурлыҡ – иң ҙур көс, тиҙәр....

Тотош уҡырға 93

Дини үҙәккә — 230 йыл

Дини үҙәккә — 230 йыл 18.09.2018 // Рухиәт

Быйыл Рәсәйҙә мосолмандарҙың тәүге үҙәк дини ойошмаһы – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты...

Тотош уҡырға 37

Үткәнен онотмаған – киләсәкле

Үткәнен онотмаған – киләсәкле 18.09.2018 // Рухиәт

Башҡорт Хөкүмәте рәйесе Юныс Бикбовҡа тыуған төйәгәндә бюст асылды Тарихҡа күҙ ташлаһаҡ, ҡасан ғына...

Тотош уҡырға 27

“Урал батыр” нисә йәшендә?

“Урал батыр” нисә йәшендә? 12.09.2018 // Рухиәт

Ғалим өсөн сиктәр юҡ ине... Ер йөҙөндә йәшәүсе күп һанлы милләттәр араһында үҙен милләт, улай ғына...

Тотош уҡырға 83

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа...

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа... 16.08.2018 // Рухиәт

Бай тарихлы Йәрмөхәмәт ауылына быйыл 280 йыл тулды. Бөгөн дә ул тотороҡло үҫеш юлында: яңы йорттар...

Тотош уҡырға 300

ТАМЫРҘАРҘЫ ЭҘЛӘП, НӘҪЕЛ ЕБЕН ЯЛҒАП...

ТАМЫРҘАРҘЫ ЭҘЛӘП, НӘҪЕЛ ЕБЕН ЯЛҒАП... 03.08.2018 // Рухиәт

Егерменсе быуаттың алтмышынсы йылдарында СССР ауыр һуғыштан һуң аяҡҡа баҫа. Тап ошо осорҙа ил...

Тотош уҡырға 114

Яҙмаларында — ябай халыҡтың күңел матурлығы

Яҙмаларында — ябай халыҡтың күңел матурлығы 03.08.2018 // Рухиәт

Кемгә нисектер, әммә миңә, “Башҡортостан” гәзитенең көньяҡ-көнсығыш райондары буйынса үҙ хәбәрсе...

Тотош уҡырға 155

Һүҙендә торҙо Әлиә

Һүҙендә торҙо Әлиә 01.08.2018 // Рухиәт

...Бынан бер йыл элек балалар араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй “Ҡара һауыттан гүзәл әҫәр” конкурсында...

Тотош уҡырға 214

Баҫ, баҫ, өҙә баҫ!

Баҫ, баҫ, өҙә баҫ! 01.08.2018 // Рухиәт

Өфөнөң “Веселинка” ансамбле еңеү яулап ҡайтты Өфөләге В.М. Комаров исемендәге балалар ижад...

Тотош уҡырға 93

Башҡорт шиғриәте өсөн оло асыш

Башҡорт шиғриәте өсөн оло асыш 31.07.2018 // Рухиәт

Бәйге күп һәләттәргә ҡанат ҡуйҙы, яңы исемдәр асты “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале етенсе йыл...

Тотош уҡырға 244

“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте”

“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте” 31.07.2018 // Рухиәт

Бәйгеселәр “Ҡош юлы”нда алған тәьҫораттары менән уртаҡлаша Нәркәс ҠӘЙЕПҠОЛОВА, БДМУ студенты,...

Тотош уҡырға 159

“Өмөтлө йәштәр үҫә!”

“Өмөтлө йәштәр үҫә!” 31.07.2018 // Рухиәт

“Ҡош юлы” республика шиғриәт бәйгеһен баһалаусыларға килгәндә, улар Рәсәй һәм Башҡортостан...

Тотош уҡырға 145