Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нәфисә ТУЛЫБАЕВА: “Йыр, шиғыр яҙыу ҙа – сәсәнлек билдәһе”
Хәҙерге тел оҫталары ниндәй булырға тейеш?

Нәфисә ТУЛЫБАЕВА: “Йыр, шиғыр яҙыу ҙа – сәсәнлек билдәһе”Ниндәй ул замана сәсәне? Башҡорт халҡы тарих төпкөлөнән килгән сәсәнлек традицияларын һаҡлап ҡала алғанмы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Республика халыҡ ижады үҙәге етәксеһенең ижади эшмәкәрлек буйынса урынбаҫары Нәфисә ТУЛЫБАЕВА яуап бирә.



Бөгөнгө халыҡ ижадсылары

Республика халыҡ ижады үҙәге телде, мәҙәниәтте һаҡлау һәм яҡлау, халыҡ йолаларын үҫтереү менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, шуларҙың береһе – яңыраҡ ҡурайҙың тик башҡорт халыҡ музыка ҡоралы икәнен, уның бары башҡорт ерендә генә үҫеүен иҫбатлау һәм патент алыу. Тағы ла халыҡ ижады үҙәгенең күҙгә күренмәгән, әммә үтә лә мөһим эштәренең береһе – ул сәсәндәр ижадын ҡайтанан тергеҙеү.
Билдәле булыуынса, был маһир­лыҡтың иң юғары бейеклеге – ҡобайырҙар ижад итеү. Бөгөн беҙ ошо юғары бейек­леккә күтәрелгән оҫталарҙың күплегенә өмөт итә алмайбыҙ, әммә уларҙың бар­лығын да инҡар итеп булмай. Сәсәндәрҙе юғалтҡанбыҙ икән, был заманға бәйле. Был күренеш беҙҙә генә түгел, башҡа халыҡтарҙа ла күҙәтелә. Башҡортостанда сәсәндәр юҡ, тип ҡабатлайҙар, ҡайһы ваҡыт был өлкәлә башлаған эштәребеҙгә ҡаршы сығалар, әммә был – ғәҙәти хәл.
Һәр сәсәндең үҙенә генә хас ижади алы­мы, яҙыу стиле, үҙен танытыу мөмкинлеге булырға тейеш. Был йәһәттән беҙ әллә ни маҡтана алмайбыҙ, сөнки оҫта телле милләттәштәребеҙ был оло исемгә тап килмәй. Башҡорт сәсәндәрен һәм йыраусыларын тарихыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө итеп ҡабул итергә тейешбеҙ, һәм улар тарихта тороп ҡаласаҡ. Әммә халҡыбыҙ ижадында тел һәм һүҙ көсө һаҡланып килә, ҡурайсыларыбыҙ, йырсы, бейеүселәребеҙ менән бер рәттән маһир телле ижадсыларыбыҙ ҙа бар. Тап улар сәсәнлек йолаларын дауам итә, тап улар яңыса халыҡ ижадсылары тип аталырға тейеш.
Республикабыҙ буйлап һәм Силәбе, Ҡурған ерҙәренә сәфәр ҡылғанда, мотлаҡ рәүештә кемдер моңло итеп йырлап ишет­терә, кемдер, шиғыр менән ҡаршылай, ә кемдер, төртмә һүҙ ҡыҫтырып, таҡмаҡ менән оҙатып ҡала. Шуларға ҡарап, нисек инде сәсәнлек юҡ, тип әйтәһең? Һөҙөм­тәлә хатта телгә маһирҙар араһында бәйгеләр барлыҡҡа килде. Башҡорт­остандағы был башланғысты Рәсәй кимәлендә лә хуплап ҡаршы алдылар. Башҡа милләттәрҙең дә сәсәнлек традициялары үҙгәргән: ахундар, баҡшылар һәм башҡалар – улар бөтәһе лә бөгөнгө көн ижадсылары.
Ошо ижадсыларҙы өс төргә бүлеп ҡарарға була: боронғо данлыҡлы сәсәндәребеҙ ижадын ятлап, уларҙы һөйләп йөрөүселәр, эпик формала үҙҙәре ижад итеүселәр, йыр, таҡмаҡ, шаяртыу, лаҡап, әкиәт һәм башҡа халыҡ ижады жанрҙары буйынса яҙыусылар. Был өс йүнәлештең дә йәшәргә хоҡуғы бар.

Һүҙ оҫталығына өйрәтеп буламы?

Өфө һәм Сибай ҡалаларында, Дәү­ләкән, Хәйбулла, Салауат, Бөрйән, Әлшәй, Миәкә райондарында сәсәндәр мәктәбе ойошторабыҙ икән – был сараһыҙлыҡтан. Был төбәктәргә “әйҙәгеҙ, һеҙҙә сәсәндәр мәктәбе булдырайыҡ” тигән тәҡдим менән сыҡтыҡ, сөнки ул яҡтарҙа халыҡ әүҙем. Сәсәнлек ижадын ошо мәктәптәр, майҙан­дар, сәхнәләр, байрамдар аша беҙ кире ҡайтарырға тейешбеҙ.
Күптәр “Сәсәнлеккә өйрәтеп буламы ни?” ти. Була. Туғандаш халыҡтарыбыҙҙа күҙәтелә бындай эшмәкәрлек, мәҫәлән, ҡырғыҙҙарҙа, ни өсөн беҙҙә булмаҫҡа тейеш? Халыҡ менән осрашабыҙ, һөйләшә­беҙ. Һуңғы йылдарҙағы иң ҙур эштәре­беҙҙең береһе – Сибай сәнғәт колледжында Асия Ғәйнуллина етәкселегендә ойошторолған “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе. Ул бик әүҙем эшләп килә, был мәктәпкә студенттар, ғөмүмән, йәш быуын теләп йөрөй.
Сәсәндәр мәктәбе тигәндә, мәктәп шартлы һүҙ булып тора. Элек-электән барыһы ла ғаиләлә башланып, сәсәнлек серҙәре ата-әсәнән балаға тапшырыла килгән, йәғни сәсән булараҡ ғаилә мәктәбендә тәрбиәләнгәндәр. Хәҙер ундай күренеш күҙәтелмәй. Әммә бөгөнгө көндә үҙе менән бер ауылда йәшәгән өлкән быуын вәкиле ижадын өйрәнеп, уны һаҡлап алып ҡалыусылар бар.

Ижадсылар майҙан тота

Интернет селтәрендәге социаль сайттарҙа бик әүҙем эшләп киләбеҙ. “Бәйләнештә” сайтында икенсе йыл рәттән “Сәсәндәр әйтеше” бара.
Ошонан сығып һәр район үҙе сәсәндәр бәйгеһе ойоштора: Бөрйәндә остазыбыҙ Әхмәт Сөләймәнов иҫтәлегенә “Әхмәт әйтеше”, Әлшәй районында Розалия Солтангәрәева башлап алып киткән “Сәсәндәрем, килегеҙ!”, Миәкә районында – даими ойошторолоп торған “Аҡмулла көндәре” сиктәрендә “Аҡмулла вариҫ­тары”.
2016 йылдың октябрь айында Өфөлә I Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале үтте. Ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡалмыҡ, хакас, яҡут, ноғай кеүек төрки халыҡтарҙан тыш, славяндар ҙа сығыш яһаны. Башҡортостандан 80 ижадсы мөмкин тиклем үҙен күрһәтеп, халҡыбыҙҙа сәсәнлек традициялары һаҡланып килеүен иҫбатланы. II фестиваль быйылғы октябрь айына планлаш­тырылған, әлеге мәлдә әҙерлек эштәре бара.
Ул башланғансы “Бәйләнештә” социаль селтәре аша утыҙға яҡын телгә маһир халыҡ ижадсылары үҙ-ара әйтештә көс һынаша. Улар араһында бына тигән ҡыҙҙар-егеттәр бар, һәр береһенең ижадҡа ынтылышы көслө. Шундай әйтештәрҙең береһенең һөҙөмтәһе булып “Байыҡ Айҙар” бәйгеһе тора. Уға үткән айҙа тап Салауат районында йомғаҡ яһалыуының әһәмиәте бар: беҙ бөйөк шағирыбыҙ, сәсәнебеҙ, шәхесебеҙ Салауат Юлаев эҙҙәренән китергә тейешбеҙ. Улай ғына түгел, ошондайыраҡ сара Аҡмулла эҙҙәре буйлап та ҡаралған. Был бәләкәс инештән башланған сәсәнлек традициялары мул һыулы йылғаларға әүерелә барғанын дәлилләй.

Ниндәй ул замана сәсәне?

Хәҙерге быуын сәсәндәре поэтик ижадтың иң юғары өлгөһө булған ҡобайыр, эпостарҙы белмәй тороп майҙан тоторға тейеш түгел. Был йәһәттән Мәғариф министрлығы тарафынан үткәрелгән “Урал батыр” республика йәш сәсәндәр бәйгеһе бик ҙур эш башҡара: йәш быуын кесе саҡтан уҡ әҙер сәсән булып өлгөрә. “Йәйләү” йәйге ял лагерҙары программаларына ла эпос-ҡобайырҙар индерелгән. Һәр беребеҙ ошо рәүештә үҙ йүнәлешебеҙҙә эш алып барабыҙ икән, сәсән телле балаларыбыҙ ҙа, киләсәгебеҙ ҙә буласаҡ.
Сәсәндәр ижады үҙ ваҡытын көтөп алғандыр, тип уйлайым. Замана оҫталарының һәр береһенең үҙ юлы. Сәсән телле кеше – халыҡ зиһененә үтеп инә алырлыҡ итеп фекерләй алған һүҙ маһиры. Әлбиттә, заманында сәсән­дәр барыһын үҙ артынан әйҙәгән, халыҡ алдында саҡырыуҙар менән сығыш яһаған. Әммә бөгөн бындай эшмәкәр­лектең кәрәге юҡ. “Теге йәки был киҫкен ваҡыттарҙа ни өсөн сәсәндәр сығып һүҙ әйтмәй?” тигән һорауҙар ҙа яңғырап ҡуя. Сәсәнлек элек, бәлки, феномен булған­дыр, ләкин бөгөн ул юҡҡа сыҡҡан, икенсерәк әйткәндә, шағир-яҙыусылар ҡулына күскән. Тарихта сәсәндәребеҙ бит бер юлы әллә нисәмә шәхес ролен башҡарған: халыҡ алдында сығыш та яһаған, музыка ҡоралдарында ла уйнаған, ил өҫтөндәге хәлдәр хаҡында хәбәрҙар булып ҡына ҡалмай, сәйәси мәсьәләләрҙе лә хәл иткән. Хәҙерге заман сәсәндәре миссияһы – халҡыбыҙ тарихы төпкөлөнән килгән сәсәндәр ижады өлгөләрен һаҡлап ҡалыу.

Беҙҙең өмөт – йәштәрҙә

Июнь айында Әбйәлил районында икенсе йыл рәттән “Ҡыҙыл йәйләүе” сәсәндәр бәйгеһе үтте. Унда йәш быуын вәкилдәре ҡатнашып ҡына ҡалманы, ә бик лайыҡлы сығыш яһаны. 16 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар араһынан бәләкәс малайҙарҙың сәхнәгә сығып ҡыйыу рәүештә әйтешеп тороуы, ысынлап та, һоҡланырға мәжбүр итә ине. Әммә йәштәр бер ваҡытта ла сәсәнлек ижадына тулҡын-тулҡын булып килмәйәсәк, сөнки был ижад төрөн үҙенән-үҙе көсләп яратып булмай. “Урал батыр” эпосын бөтә кеше лә яттан белмәгән кеүек. Йәштәр кемдән булһа ла сәсәнлек серҙәренә өйрәнергә, был мираҫҡа бик етди ҡарарға бурыслы. Ләйсән Золотарева исемле бәләкәй ҡыҙҙы бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Бар белгәнен уға өләсәһе Дилара Игелекова өйрәткән. Ғөмүмән алғанда, һәр быуындың артынан эйәреп китерлек сәсәндәр образы булырға тейеш. Беҙҙең йәш саҡта, үкенескә ҡаршы, бындай геройҙар булманы, шағирҙарға ҡарап өйрәндек. Ә уларҙың араһында үҙ сиратында шул тиклем оҫта, сәсән теллеләре бар. Бөгөн йыр ҙа, шиғыр ҙа – сәсәнлек ижадының өлгөһө. Заманына күрә беҙ – сәсәнле халыҡ, тип уйлайым



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 82

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 108

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 107

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 144

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 116

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 136

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 125

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 92

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 158

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 132

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 104

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән” 28.09.2018 // Рухиәт

Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған. Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына...

Тотош уҡырға 413