Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Шүлгән” эпосының исем туйы
“Шүлгән” эпосының исем туйыЯҡташыбыҙ, күренекле сәсән, халыҡ ижадын йыйыусы, мәғрифәтсе Мөғәлләм Шәйхаттар улы Мирхәйҙәровтың “Шүлгән” китабын руссаға – Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы Гөлшат Әхмәтҡужина, ә “Ҡуңыр буға” китабын яҙыусы, драматург Ғәзим Шафиҡов тәржемә иткән. Күптән түгел район китапханаһында ул эпостарҙың исем туйы үткәрелде.


Унда республика ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы йәмғиәтенең ветерандар советы рәйесе Азия Кусимова, ойошма рәйесе урынбаҫары Илүзә Ғәйнуллина, Әбйәлил районының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Линиза Сәғәҙиева, сәсәниәләр Хәнифә Әбүбәкирова, Вәсилә Садиҡова, Мөғәлләм Мирхәйҙәровтың балалары, туғандары һәм башҡалар ҡатнашты.
Тыуған илем, һутлы тупрағыңдың
Бер семтемен түш кеҫәгә –
Йөрәгем эргәһенә һалайым, –
тип башлап ебәрҙе сараны алып барыусы Айгөл Тоҡомбәтова. Был шиғыр юлдарында мәғрифәтсенең тыуған ерҙә йәшәп тә, күңелендә иленә, еренә бөтмәҫ-төкәнмәҫ һағыныу хисе һаҡланыуы сағыла. Бөртөкләп йыйылған ижади хазинаның кешеләргә барып етмәү ихтималлығын уйлап, көндәлегендә ул былай тип яҙа: “Халҡыбыҙҙың киләсәген тәьмин итеү хәтер ептәре аша тамырыбыҙҙы байҡауҙан ғибәрәт... Ыҙалап тапҡанымды халҡыма тапшырып китергә, хушлашырға иркем бармы был ирекһеҙ демократик илдә?” Был юлдарҙы ул 70 йәшен билдәләгән саҡта яҙған. Мөғәлләм Мирхәйҙәров тәрбиәүи мәсьәләләргә ҡағылышлы темаларҙы ла ситтә ҡалдырмай. Был уның “Углич хәтирәләре” китабында баҫылып сыҡҡан “Уландарым” шиғырында асыҡ сағыла.
Мөғәлләм Шәйхаттар улы менән Гөлшат Әхмәтҡужина студент ваҡыттарынан таныш була. Ул мәғрифәтсе ауыҙынан башҡорт фольклорына, ижадҡа, халҡыбыҙ яҙмышына бәйле мәғлүмәттәр яҙып ала.
– Һиңә халыҡ ижадын яҡшы белгән, үҙе лә шиғырҙар яҙған Мөғәлләм апаңды күрергә кәрәк, – тине бер көн әсәйем. Ул саҡта мин Бейеш батыр менән ҡыҙыҡһына инем. Мирхәйҙәров­тарға барғанда мөләйем йөҙлө, баҫалҡы Сания инәй ҡаршы алды. Ә Мө­ғәлләм апа өҫтәл янында нимәлер яҙып ултыра ине. Эшен ҡалдырып, йомошомдо тыңланы. Бик оҙаҡ, көнө буйы тиерлек, һөйләшеп ултырҙыҡ. Сәсән күңелен борсоған мәсьәләләр, башҡорт теленең яҙмышы, кешеләр­ҙең рухи ҡиммәттәрҙе онота барыуы, тәбиғәттең ҡороуы хаҡында әсенеп бәйән итте. Бейеш батырҙың бығаса берәүгә лә мәғлүм булмаған мажараларын, тормош сәхифәләрен һөйләне, – тип хәтерләне ул саҡтарҙы Гөлшат Фазылғаян ҡыҙы.
Илүзә Ишмөхәмәт ҡыҙы Башҡорт­остан ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина исеменән “Ғаилә йылы”на Дамир һәм Марсель Мирхәй­ҙәровтар ғаиләһенә, Гөлшат Әхмәт­ҡужинаға, ә Линиза Сәғәҙиева музыкаль сәләм менән сығыш яһаған мәғрифәтсенең вариҫтары Зилә Батталоваға, Илмира Мирхәйҙәроваға Почет грамоталары тапшырҙы. Байрам ҡунаҡтарына “Шүлгән” эпосы китаптары бүләк ителде.
Асҡар 1-се урта мәктәбе уҡы­тыусыһы Зиниә Ғәлләмова М. Мир­хәйҙәров премияһын булдырыу тура­һында тәҡдим яһаны. Данфира Харисова, күрше булараҡ, бергә уҙған бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡ­лашты. Сарала мәғрифәтсенең туғандары ла сығыш яһаны. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Вил Йәнйегетовтың матур йырҙары, Азамат Итекәевтең, яҙыусы Иҙрис Ноғомановтың ҡурай моңдары һәр кемдең күңеленә үтеп инде.

Әбйәлил районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡорт ҡыҙы яулаған үрҙәр
“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә...

“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә... 23.12.2018 // Рухиәт

Һәр кем мөғжизәле Яңы йыл байрамын көткәндә Сибай ҡалаһының мәҙәни тормошонда ла үҙенсәлекле ваҡиға...

Тотош уҡырға 223

Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 154

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 160

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 148

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 194

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 178

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 185

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 178

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 134

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 220

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 167