Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшәүгә дәрт, өмөт уята “Тауҙарҙа тыуған елдәр”
Фәйез Харрасовтың яңы китабы хаҡында

Йәшәүгә дәрт, өмөт уята “Тауҙарҙа тыуған елдәр”Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә балалар әҙәбиәтенә лә, оло йәштәге яҙыусылар һәм яңы ҡәләм тирбәтеүсе йәштәр ижадына ла ҙур иғтибар бирелә. Йәштәрҙең әленән-әле яңы шиғри йыйынтыҡтары, проза әҫәрҙәре нәшер ителә. Күптән түгел Ринат Сөләймәновтың, Фәнил Бүләковтың, Айгиз Баймөхәмәтовтың, Мөнир Иҡсановтың, башҡа бик күп ҡәләм оҫталарының хикәйә, повесть, шиғыр йәки башҡа әҙәби әҫәрҙәре бер-бер артлы донъя күрҙе.


Уларҙың һәр береһендә тиерлек замана проблемалары, әҙәп-әхлаҡ, тәрбиә мәсьәләләренә ҡағылышлы бик күп һорауҙар яҡтыртыла. Әҙәбиәт донъяһына үҙ фекере, яҙыу стиле менән килеп ингән йәш автор Фәйез Харрасовтың әҫәрҙәрендә лә мөхәббәт, тоғролоҡ, йәшәйеш кеүек көнүҙәк мәсьәләләр асыҡ сағылыш таба. Авторҙың нәш­риә­т­тә яңы ғына донъя күргән китабы “Тауҙарҙа тыуған елдәр” тип атала. Башҡортостан Хөкү­мәте ярҙамында баҫтырылған йыйынтыҡта тормош-көнкүреш темаларына арналған төрлө хикәйәләр, нәҫерҙәр урын алған.
Йыйынтыҡта тупланған бар­лыҡ хикәйәләр ҙә тормошсан, биографик ха­рактерҙа ижад ителгән, уларҙың араһында юморға ҡоролғандары ла бар.
“Минең тарих”, “Тауҙарҙа тыу­ған елдәр”, “Ебәрәм һине” әҫәр­ҙәрендә автор был тормоштоң ни тиклем генә ауыр мәсьә­ләләре, ҡараңғы яҡтары килеп сығыуға ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла йәшәүгә өмөттө, дәртте һүндермәҫкә, күңелде төшөр­мәҫкә, яҡты киләсәк менән алға барырға, алға ынтылырға кәрәк тигән уй-фекер үткәрә. “Тауҙарҙа тыуған елдәр”ҙә хикәйәләү беренсе заттан алып барылып, яңы ғаилә ҡорған йәштәрҙең төп проблемаларының береһенә – бала проблема­һына ҡайтып ҡала. Бер яҡтан, шаулап-гөрләп туй ҙа үткәрел­гән, ғаилә лә ҡоролған, ҡайны һәм ҡәйнә йортонда булһа ла, йәшәүгә урын да табылған. Икенсе яҡтан, йәштәрҙең балаһы була алмауы улар араһында аңлашыл­маусанлыҡ, өмөтһөҙлөк тыу­ҙыра. Ошондай йөкмәтке әҫәрҙең төп идеяһын билдәләй. Йәштәргә өлгө итеп автор Рәйсә инәй образын индерә. “Ире менән улар­ҙың балаһы булманы. Тәбиғәт шулай ҡарар иткән. Ә бит үҙҙәре ошо йәшкә тиклем бер-береһен шул тиклем ҡәҙерләп, ҡурсалап, тәрбиәләп, бер-береһенә таяныс, терәк булып йәшәй”, – тип хикәйәләнә әҫәрҙә. Күренеүенсә, ниндәй генә ҡаршылыҡтар килеп тыуһа ла, өмөттө һүндерергә ярамай. Әҫәр шуға ла түбәндәге юлдар менән тамамлана: “Күңелдә өмөт уянды. Айсыуағым теге саҡта мине тормошҡа кире ҡайтарғайны. Инде хәҙер үҙем уны ҡотҡарырға бурыслы. Бергә йәшәргә лә йәшәргә әле беҙгә… Ҡулға-ҡул тотоношоп”.
“Ебәрәм һине” хикәйәһе лә уҡыусының иғтибарын йәлеп итә. Бында ла төп герой Мансаф ғүмер юлдашы, һөйгән ҡа­тыны Айзирәһен мәңгелеккә юғалтһа ла, Зәриә ҡыҙы өсөн йәшәргә тейешлеге хаҡында онотмай, кәләше менән бергә төҙөгән донъяларын һүндермәй алға илтә.
“Мин ғәйеплеме” әҫәре фажи­ғәле тамамлана – ҡулдарына IX класты тамамлау тураһында аттестат алған бер төркөм йәш үҫмерҙең ғүмере ҡапыл өҙөлә. Бында яҙыусы йәштәр араһында булған мөнәсәбәттәрҙе яҡтырта.
Фәйез Харрасовтың үҙенә генә хас булған тел үҙенсәлеген дә билдәләргә кәрәк. Һәр әҫәрендә тиерлек ул кеше яҙмыштарын тәбиғәт күренештәре, тәбиғәт миҙгелдәре аша оҫта һүрәтләй. “Беҙҙе осраштырған урын”, “Ҡәбер ташы”, “Ут” кеүек хикәйә­ләре тап тәбиғәтте һүрәтләүҙән башлана ла инде. Бына улар: “Ғинуарҙың тыныс, аяҙ, йомшаҡ көндәре. Ҡояш баҡҡанда, оҙон толомло нурҙары ап-аҡ ҡарҙарҙа сағылып, бар донъяны шундай сағыу яҡтылыҡҡа күмә” (“Ут”); “Ҡанаттарын талғын ҡағып, ер өҫтөнә төн ҡошо төштө. Шуны ғына көткәндәй, һантый ел, мөйөштән сығып, ҡоторонорға кереште: урам буйҙарында ятҡан сүп-сарҙы туҙҙырҙы, кейемдәрҙән тартҡысланы, атлап барыу­сы­лар­ҙы этеп шаярҙы” (“Беҙҙе ос­раштырған урын”); “Яҙҙың һулыш алған мәле. Яңы ғына бөрөлгән япраҡтар, баш ҡалҡытҡан үлән-сәскәләр, дымлы тупраҡ – бары­һы бергә ҡатышып, ниндәйҙер йылы, күкрәккә инеп тулыр еңел генә еҫ бөркә. Тирә-яҡ дәртләнеп һайраған ҡоштар моңона сор­налған, аяҡ аҫтында әллә күпме бөжәк эшсән тормошон баш­лаған” (“Ҡәбер ташы”).
Әҫәрҙәрҙең тел-стиль һыҙат­тарына килгәндә, шуны ла әйтеп китеү урынлы булыр: автор халыҡ ижады үрнәктәре – тапҡыр һүҙҙәргә һәм әйтемдәргә йыш мөрәжәғәт итә. Уларҙа сағыш­тырыуҙар, образлылыҡ көслө. Мәҫәлән: “Маҡсат ме­нән теләк бергә үрелһә, таға­тып булмаҫлыҡ тығыҙ арҡанға әүерелә”, “Ике арыҫлан бер ситлектә һыйыш­маҫ”, “Бер ағым­да йөҙөргә уйлағас, айырым һал төҙөп маташмауың хәйерле икән”, “… уҙған тормош, аҙашып ҡалған юлсы шикелле, саҡырып-ҡыс­ҡырып йөрөй төпкөлдә”, “Хәйер, кис һағыш та, ай нурҙары шикелле, нығыраҡ һарғая”.
Фәйез Харрасовтың юморға бай, фәлсәфәүи ҡарашлы, тормошсан, ябай тел менән яҙылған яңы китабы, һис шикһеҙ, үҙ уҡыусыһын табып, уның фекер ҡеүәһен уятыр, һөйөүен яулар тигән өмөттә ҡалабыҙ. Ә автор­ҙың үҙенә ялҡынлы ижад, яңы образдар, яңы идеялар теләп, яңы әҫәрҙәренең донъя күреүен теләйбеҙ.

Раушания СОЛТАҠАЕВА,
филология фәндәре кандидаты.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡорт ҡыҙы яулаған үрҙәр
“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә...

“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә... 23.12.2018 // Рухиәт

Һәр кем мөғжизәле Яңы йыл байрамын көткәндә Сибай ҡалаһының мәҙәни тормошонда ла үҙенсәлекле ваҡиға...

Тотош уҡырға 223

Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 153

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 160

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 147

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 194

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 177

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 185

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 177

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 134

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 220

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 167