Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Алас!” тигән оран яңғыраны мең ҡәүеменә
Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында Ҡырҡ өйлө-мең ырыуының дүртенсе йыйыны уҙғарылды

“Алас!” тигән оран яңғыраны  мең ҡәүеменәДәүләкән районының Яңы Яппар ауылындағы йыл һайын ойошторолоп килгән был байрам йолаға әйләнде. Ауыл халҡы ла, ойоштороусылар ҙа, ошо төбәк тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа был йыйынға етди әҙерләнә, сөнки ул тап ата-бабаларҙың традицияларын һаҡлап уҙғарылған сараларҙың береһе. Бында хөрмәтле игенселәр, ер батырҙары ғына түгел, ә йыл әйләнәһенә халҡы, ошо ырыу, төбәк өсөн хеҙмәт иткән һәр кем телгә алына, киләсәккә пландар төҙөлә, маҡтарҙай ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар сәхнә түренә күтәрелә.





“Һеҙҙең кеүек илен, ерен яратҡан кешеләр”

“Алас!” тигән оран яңғыраны  мең ҡәүеменәШуныһы ҡыҙыҡ, тап ошо көндә Башҡортостандың ғына түгел, унан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың да байрамдары үтте. Йәнең ҡайҙа теләй, шунда ашыҡ! Йылға аша ғына “Өршәк буйы уйындары”на меркеттәр тупланды. Шуға күрә, бәлки, халыҡ унда ағылыр, был йыйынға килмәҫ, тигән уй ҙа булды. Әммә һәр кемгә үҙ төбәге, үҙ ырыуы ҡәҙерле. Дим буйы яры төрлө ауыл, ҡалаларҙан килгән башҡорттар менән тулды. Халыҡ ҡырмыҫҡа иләүе кеүек ҡайнап торҙо. Ҡунаҡтар ҙа мәртәбәһен белеп, майҙан түренә ашыҡты, ә хужалар уларҙы ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Иң дөрөҫ ҡунаҡ ҡаршылау ана шул ул – кеше бит юлдан һыуһап килә, унда икмәк, тоҙ ҡайғыһы юҡ. Етмәһә, саңланып килгән ҡулдар менән ап-аҡ икмәккә үрелмәйһең бит инде. Был хаҡта үҙ сығыштарында Мәрйәм Бураҡаева ла әйткәне булды. Ҡунаҡ­тарҙы үҙебеҙсә, саф башҡортса ҡаршыларға өйрәнергә кәрәк. Яңы Яппарҙа ҡымыҙ күп, улар – республика ҡымыҙсыларын ҡаршылаған халыҡ, шуға һәр тирмәлә ҡунаҡтарҙы шифалы эсемлек менән ҡаршылап тороуҙары бигерәк күңелле булды.
Байрамды тантаналы асҡандан һуң район хакимиәте башлығы урын­баҫары, төбәк ҡоролтайы етәксеһе Зиннур Ғайсин һүҙ алып, Дим буйында йәшәгән Ҡырҡ өйлө-мең башҡорттары тарихын һөйләне, берҙәмлеккә саҡырҙы. Ул шулай уҡ сараны ойош­тороуға ярҙам күрһәткәндәре өсөн Илида Рәхимоваға, Айҙар Хаматовҡа, Илгиз Ғиззәтуллинға, Сәрүәр Иманбаевҡа, бағыусылыҡ эше өсөн Фәнүр Сәлимгәрәевкә, Фәрүәз Хәли­уллинға, йолаларҙы һаҡлау маҡ­сатынан бик күп эш башҡарғаны, йәштәрҙе тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн Ирек Хаматовҡа, Земфира Ғүмәроваға, Гөлсимә Таһироваға, Ғәлимә Ғәниеваға, Надиә Миңлебаеваға, Рәсимә Сафинаға Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Дәүләкән районы хакимиәтенең Рәхмәт хатына һәм ҡиммәтле бүләккә Сергей Рихтер һәм Дәүләкән ағинәйҙәр хәрәкәте етәксеһе Гөлниса Нәғимйәнова лайыҡ булды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Башҡарма комитеты менән берлектә әүҙем эшләй Ҡырҡ өйлө-мең башҡорттары. Башҡорт телен яҡлап ҡултамғалар йыйғанда ла улар әүҙемлек күрһәтте. Көн ярым эсендә республиканан 20 меңгә яҡын ҡул­тамға йыйылды бит. Был – битараф булмау күрһәткесе! Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Почет грамотаһына Рәшит Әкимбәтов, Әхиәр Әйүпов, Рәфис Әхмәтрәхимов, Рәлиф Булатов, Рәфил Вилданов лайыҡ булды. Улар Ҡырҡ өйлө-мең башҡорттары йәшәгән төбәктәрҙән – Дәүләкән, Әлшәй, Шишмә районы егеттәре.
Табын ырыуҙары союзының идара рәйесе, яҙыусы, Милли архивтың директор урынбаҫары Нияз Сәлимов үҙ сиратында был ерлектә заманында Табын ырыуы вәкилдәре лә йәшәгә­нен телгә алды. Ул Дәүләкән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Зиннур Ғайсинға һәм отставкалағы подполковник, быйыл Ростов өлкәһендә автойөрөш ойоштороп, шул ерҙәрҙә ятҡан Башҡортостан яугирҙәрен ерләгән Мәхмүт Сәлимовҡа Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Бәләбәй районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе, райондың почетлы гражданы Сәлих Хәйруллин үҙ сиратында ырыуҙаштарын байрам менән тәбрик итте, киләсәктә үҙ төбәктәрендә лә ошондай саралар ойошторорға ниәтләүен белдерҙе.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, сығышы менән ошо район егете Вячеслав Аброщенко был төбәктә үткән йыйындарҙа һәр саҡ ҡатнаша. Ул халыҡ байрамдарына финанс яғынан ярҙам да күрһәтә.
Йыйындың тағы ла бер ҙур ҡунаҡтарының береһе – Рәсәй Геройы, осоусы-космонавт Михаил Корниенко. Дәүләкән ере өсөн космонавтар менән күрешеү йолаға әйләнеп бөткән. Бында Калиновка ауылында Урал Солтанов исемендәге аэрокосмос мәктәбе лә эшләй. Әйткәндәй, тап ошо йыйын үткән көндәрҙә унда тарихи ҡомартҡы – “МИГ-21” самолетын аэропорттан алып килеп ултыртты.
— Ерҙе мин Йыһан ҡатламдарынан да, болоттар араһынан да, төрлө бейеклектәрҙән дә күрҙем, әммә ерҙең бар йәме – ул кешеләр. Һеҙҙең кеүек илен, ерен яратҡан кешеләр! – тине Рәсәй Геройы.
Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, “Дәүләкән ынйылары”, “Яппарым – пар ҡанатым”, “Дәүләкән ырыуы” китаптары авторы Рәүеф Мөхәмәтғәлин һәр мәҡәләһендә генә түгел, сығышында ла яңылыҡтары менән ҡыуандыра. Был юлы ул Ҡырҡ өйлө-мең башҡорттарының ҡор башы Филүс Хәлиуллинға 1978 йылда Алпамыша тауында Аллағол батыр ерләнгән үрҙән табылған һөңгө башы бүләк итте. Был ҡомартҡы һәр саҡ рухи көс, ҡәүемебеҙ батырҙарыныҡы кеүек ҡеүәт биреп тороуын теләне.

Байрам йәме – егәрлеләр,
Байрам йәме – көслөләр

“Алас!” тигән оран яңғыраны  мең ҡәүеменәАлда әйткәнемсә, ҡунаҡтар, сарала ҡатнашҡан һәр кем тирмәләр менән танышты. Уларҙа башҡорт халҡының көнкүрешенә бәйле ҡомартҡылар урын алған. Бөгөн этноауылдар тураһында йыш телгә алабыҙ. Танһыҡ булып китә ул ата-бабалар йәшәгән тирмәләрҙә ризыҡланып, берәй аҙна булһа ла йәшәп ҡарау теләге!
Тирмәләрҙә – милли рух, ҡеүәт, уңайлыҡтар. Һауа ла бында саф, ҡояшлы көндөң эҫеһе лә тойолмай. Ә милли ризыҡтарҙан өҫтәлдәр һығылып тора. Үҙ-ара һөйләшкәндә лә табын ҡараусылар, ерлектәге халыҡ мәрәкәләп, һәр нәмәнән ҡыҙыҡ табып һөйләшә. Был – башҡорт халҡының сәсән телле асылының бер сағылышы.
Төбәк халҡын байрам менән ҡотларға Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Рим Рәхимов, Мәскәүҙәге “Саптар” ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Руслан Биктимеров, Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Байыҡ” телевизион конкурсы лауреаты Әхмәт Яҡупов, Стәрлетамаҡ дәүләт филар­монияһы һәм театры ижад берекмәһе артистары, ҡурайсы Азамат Асаинов һәм актер Илфир Баймырҙин, үҙешмәкәр йырсы Гөлфиә Шәүәлиева килгәйне. Уларҙың сығышын халыҡ яратып ҡабул итте. Төбәктә танылған йырсы Рафаэль Дәүләтбаевтың моң­дары йылы ямғыр менән бергә күңел­дәргә танһыҡ йыр булып тулды! Хал­ҡыбыҙҙың төбәк таланттарына етәме һуң?! Иҫ китмәле бит тауыштары!
Төбәктең 95 йәшлек иң өлкән кешеһе Нуретдин Сәләховтың сығы­шы шулай уҡ халыҡтың күңеленә хуш килде.
Был ҡәүемдә иң оҙаҡ бергә ғүмер иткәндәрҙе йыл да тәбрикләйҙәр. Быйыл был бүләккә гәүһәр туйҙарын билдәләгән Тәғзимә менән Зәки Ҡотлояровтар лайыҡ булды. Өйлә­не­шеүҙәренә бер йыл тулған Динә һәм Рәмил Ғәлимовтар ҙа тәбрик­ләүһеҙ ҡалманы.

Кем сосораҡ, кем таһыллыраҡ?!

“Алас!” тигән оран яңғыраны  мең ҡәүеменәАртабан ярыштар башланды. Көрәшселәр сыҡты майҙан түренә. Уларҙы ҡеүәтләргә, һәр береһен һынап ҡарарға халыҡ йыйылды. Әйҙә, китте һыҙғырыш, исемләп маҡтау, әйҙүкләү!
55 килограмға тиклемгеләрҙән – Айбулат Шәйәхмәтов, 75 кило­грам­ғаса ауырлыҡтағылар – Илнур Ғүмәров, 90 килограмға тиклемге­ләрҙән – Венер Йәғәфәров, ә инде унан да ауырыраҡтар араһында Фәрүәз Хәлиуллин 1-се урынды яуланы. Һәр батыр елкәһенә һарығын һалып, сәхнә түренә күтәрелде.
Гер күтәреүселәр араһында Самат Ғарипов (70 килограмм), Алмас Әминев (70-тән ауырыраҡ) еңеү яуланы. Ә ҡул көрәше буйынса еңеүсе булып Радик Зарбеев табылды.
Һәр йыйындың иң күркәм ярыш­тарының береһе – ул ат сабышы. Ярышта Зиннур Юлбирҙин, Айгиз Имамбаев, Руслан Хәбибуллин алдынғылыҡты бирмәне. Бәйгелә Зиннур Юлбирҙинға етеүсе булманы! Айгиз Имамбаев шулай уҡ махсус приз менән бүләкләнде.
Футбол ярышында Әлшәй райо­нының Ибрай ауылы командаһы – 1-се, Яңы Яппар ауылы командаһы – 2-се, Дружба ауылы командаһы 3-сө урынды яуланы. Волейбол буйынса урындар түбәндәгесә бүленде: 1-се урын – Дәүләкән ҡалаһы, 2-се урын – Дружба ауылы, 3-сө урын — Яңы Яппар ауылы.
Төбәктә даими рәүештә халыҡ йыйыны ойошторолоп тороуы халыҡты ла берҙәм итә. Һуңғы йылдарҙа ғына Дәүләкән, Әлшәй, Шишмә, Миәкә ерҙәрендә йәштәр, өлкәндәр менән бәйле бик күп саралар ойошторолдо, мәсеттәргә нигеҙ һалынды. Былар барыһы ла халыҡтың дөйөм рухи күтәренкелегенә алып килә. Киләсәктә лә берҙәмлек менән алға ҡуйған маҡсаттарға табан атлағыҙ, ырыу­ҙаштар!

Дәүләкән районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 32

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 39

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 31

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 35

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 69

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 56

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 46

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән” 28.09.2018 // Рухиәт

Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған. Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына...

Тотош уҡырға 259

Сал тарих эҙҙәренән

Сал тарих эҙҙәренән 28.09.2018 // Рухиәт

Күптән түгел Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт...

Тотош уҡырға 83

Батырҙарҙы онотмайыҡ

Батырҙарҙы онотмайыҡ 25.09.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышының ҡаһарман батырҙарының береһен йыш иҫкә алам. Генерал-майор Ғәлийән Ғәлиев ул....

Тотош уҡырға 71

Һағыштарҙы ниҙәр тарата?

Һағыштарҙы ниҙәр тарата? 21.09.2018 // Рухиәт

“Үҙеңдең генә түгел, башҡаларҙың да күңелен үҫтереп йәшәргә кәрәк” Матурлыҡ – иң ҙур көс, тиҙәр....

Тотош уҡырға 188

Дини үҙәккә — 230 йыл

Дини үҙәккә — 230 йыл 18.09.2018 // Рухиәт

Быйыл Рәсәйҙә мосолмандарҙың тәүге үҙәк дини ойошмаһы – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты...

Тотош уҡырға 67