Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заманға эйәреүҙән башҡа сара юҡ
Урамыбыҙҙа дөп-дөп туп типкәндәре ишетелә — беҙҙең бала саҡ, йәшлек иҫкә төшөп китте. Бына футбол олим­пиадаһы һөҙөмтәһе — нисәмә йыл ҡолаҡҡа салынмаған туп типкән тауыш. Күршеләрҙең улдары уйнарға сыҡҡан! Инде таралып китһә ине ошо күренеш!
Компьютерға ҡапланып тик ултыра бит хәҙер балалар...


***
Ауылда йәшәгән оло инәйҙәребеҙҙе тыңлап ҡарағыҙ, ҡайһыһы башланғыс белем менән генә ҡалған – ә улар кеүек “йомро” ғына итеп һөйләшә белеү юғары филологик белемле күптәргә тәтемәй!
Ниңә генә грамматик ҡағиҙәләр өйрәтәләр икән, тип уфтанып та алам – йәштәребеҙ бит хәҙер телмәрен камиллаштыраһы ла камиллаштыраһы грамматикабыҙға буйһондороп ҡора башланы.
***
Википедияға мәҡәлә яҙып, төрбә менән кәшәнәнең айырмаһын белеп ҡалдым. Башҡорттар юҡҡа ғына кәшәнә тимәй икән – ҡоролоштары айырыла.
Төрбә – төрөк һүҙе, османлы архитектура, кәшәнә – фарсы һүҙе, Урта Азия архитектураһы.
***
Ҡытаутамаҡ. Ҡала исеме башҡорт­тар­ҙың ҡатай ерҙәренә урынлашып, атамаһы Ҡатай гидронимынан алын­ған, сөнки шул йылғаның тамағына урынлашҡан. Башҡортса атамаһы — Ҡатайтамаҡ, мәгәр урыҫса Катав тип аталыуы һөҙөмтәһендә башҡорт теленә Ҡытау булып әйләнеп ҡайтҡан һәм рәсми документтарға шулай инеп киткән.
***
Ҡаршы тау башында ҙур-ҙур йорттар һалынды. Кистәрен күп тәҙрәләр ҡараңғы – кеше йәшәмәй уларҙа. Капитал һалыр ысул ...
“Курятник” тип йөрөтөлгән, бер фатир эсендә биш-алтышар ғаилә йәшәгән йәшлегебеҙ йорто иҫкә төшә. Һәр блокта кәмендә биш-алты бала ине. Бүлмәләр 9-10 квадрат метрлыҡ, бер күршебеҙҙеке генә 15 метрлы. Беҙҙең алты хужа йәшәгән, бер дөйөм аш бүлмәһе булған блокта – ете бала. Һигеҙенсеһе, Рая исемле ҡатындың балаһы, ярты йәшкә генә етеп ҡалды. Ҡатын ныҡ эсә ине...
Йорттар әҙ төҙөлдө, ә кеше һаны арта ине. Хәҙер күп төҙөлә, ә кеше әҙәйә...
***
Беҙ — дини китаптарҙа яҙыл­ғандарҙы шул тиклем һүҙмә-һүҙ ҡабул итә торған халыҡ, ә бит унда ла ҡош теле... “Уң ҡулың ни биргәнде һул ҡулың белмәһен” тигәнде һүҙмә-һүҙ аңлап, хәйер таратҡанда һул ҡулын артҡа йәшереп йөрөгәндәр бар.
***
Яңы ғына Ризаитдин Фәхретдиндә уҡыным: заманды үҙҙәренә эйәртә алмаусылар өсөн үҙҙәре заманға эйәреү­ҙәренән башҡа сара булмаҫ.
***
Ғүмәр Хәйәм дөрөҫ әйткән, беҙ — ҡурсаҡ. Аллаһ ҡулында ҡурсаҡлығы­быҙ бәхәсһеҙ, беҙ йәнә әҙәми заттар ҡулындағы ҡурсаҡ.
***
Маҡтаулы исем-дәрәжә ожмахҡа асҡыс түгел... Киреһенсә, йоҙаҡ булыуы ла ихтимал...
Рубриканы



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡорт ҡыҙы яулаған үрҙәр
“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә...

“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә... 23.12.2018 // Рухиәт

Һәр кем мөғжизәле Яңы йыл байрамын көткәндә Сибай ҡалаһының мәҙәни тормошонда ла үҙенсәлекле ваҡиға...

Тотош уҡырға 223

Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 153

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 160

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 147

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 194

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 177

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 185

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 177

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 134

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 220

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 167