Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Өмөтлө йәштәр үҫә!”
“Өмөтлө йәштәр үҫә!”“Ҡош юлы” республика шиғриәт бәйгеһен баһалаусыларға килгәндә, улар Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары – Ринат Сөләймәнов, Лариса Абдуллина, Рәшит Зәйнуллин, Фирүзә Абдуллина. Фестивалгә күптәре килә алмаһа ла, биш ай дауам иткән һайлап алыу турында һәр кем тос фекере, ғәҙел баһаһы менән бәйгегә мәртәбә өҫтәне. Ә шағирә Фирүзә Абдуллина килеп кенә ҡалманы, “Ижад сере” семинар-практикумының спикеры ла булды, шиғырҙары менән сәхнәнән дә һүҙ тотто. Бына нимә ти ул бәйге һәм, ғөмүмән, фестиваль хаҡында:

– “Ҡош юлы” фестивале менән бер нисә йыл инде ҡыҙыҡһынам. Талантлы, милли рухлы йәштәрҙе бергә туплап, яңы исемдәр асыуы, киң майҙанға билдәле итеүе менән мөһим тойолдо был сара. Баһалама ағзаһы итеп саҡырғас, шатланып риза булдым, сөнки йәштәр менән аралашыу күңелде үҫтерә, йәшәртә.
Составта заман менән йәнәш атлаған йәштәр булыуы ла дәртләндерҙе, улар менән бергә эшләү үҙе үк бер тәжрибә бит.
Оло быуын вәкиле булараҡ, мин йәштәрҙең дәртлелегенә, талантлылығына, зыялылығына һоҡланам, милли рухлы, телде күтәреүселәр булыуы менән ғорурланам.
Конкурста ҡатнашҡан йәш шағир-шағирәләрҙең ижадын өйрәнеү – үҙе үк ижад мәктәбе. Өмөтлө йәштәр үҫә. Дәртләнеп, ҡанатланып, шатланып ҡайттым.


Һүҙ – еңеүселәргә

“Үтер булһаң күңел урамыма,
Ғүмергә бул бында ҡалыусы...”


***
Мин ғәйепле ғаләм алдында,
Ярлыҡауға өмөт итмәҫлек.
Был ғәйебем эҙәрлекләр төҫлө
Һуңғы көнгә ҡәҙәр,
Эҙгә – эҙҙәр,
Ҡанһыҙ йыртҡыс кеүек артымдан,
Мин ғәйепле ғаләм алдында.

Утлы тамға кеүек был ғәйеп,
Бөртөк кенә хата мөһөрө.
Хилафлыҡтың һаҡлар хәтерен,
Шомло ғәрлек булып,
Ҡотом убып.
Булмаҫ кеүек уға күнегеп,
Утлы тамға кеүек был ғәйеп.

Бар ғәйебем – көндөң бер көнөндә
Ахырына етеп сәмемдең
Һинең барлығыңда... шикләндем.
Аңлап шул ваҡытта
Оло хатам,
Шикләнеүҙе ҡыуҙым күңелдән,
Көндәремдең тик бер көнөндә.

Әллә юрый һиңә табан юлдың
Иң урауын һәм иң оҙонон,
Урман-ҡаялыһын һайланым.
Ул юлдарҙа, йәнем,
Бөгөлмәнем,
Берсә янып бештем, бер туңдым,
Иң ауырын һайлап юлымдың.

Белһәм әгәр һинең исемде,
Хатта уның тик бер хәрефен,
Доғаларҙың да иң шәрифе
Булыр ине ул өн.
Һәм һәр бер көн
Мин ҡабатлар инем, көсөмдө
Һаҡлар өсөн һинең исемде.
Ғәзиз ӘБДЕЛМӘНОВ.

КҮҢЕЛ УРАМЫМ

Инер булһаң минең урамыма,
Билдәләп үт сығыр мәлеңде.
Тағы күпме яраларға була
Бысаҡ ҡаҙатылған тәнемде?

Йәтеш күреп кенә керә күрмә
Урап ҡарау өсөн бер тапҡыр.
Китер булһаң үҙем түҙермен дә,
Алдатылған йөрәк ҡалайтыр?

Урамыма ҡунаҡ саҡырманым,
Ваҡытлыса ҡапҡа асмайым.
Килгәнендә ауыҙымды йырып,
Оҙатҡанда илап ҡалмайым.

Үтер булһаң күңел урамыма,
Ғүмергә бул бында ҡалыусы.
... Ана, торам урам уртаһында,
Һине көтөп юлға бағыусы.
Лилиә ҠАҺАРМАНОВА.

***
Сит ерҙәргә әйҙәнең:
Диңгеҙ буйы, караптар...
Мин әйтергә ҡыйманым
Яратам, тип, пар аттар.

Өҫтәлемә теҙҙең ризыҡ,
Белмәйем мин исемен.
Утта бешкән бәрәңге, тип
Үлә яҙған кешемен.

Хушбуйҙарың ҡыйбаттыр,
Бер тамсынан иҫерәм.
Белһәң ине: ләззәт алам,
Ҡара мунса еҫенән.

Әсе ҡорот тәмләттем дә
Мәтрүшкәле сәй ҡойҙом.
“Үҙ тапандым, уф”, – тиеп
Еңел һулап һин ҡуйҙың
Ләйсән СӘЛИМОВА.

***
Ялғанлыҡтан, яуызлыҡтан ялҡып,
Барлыҡ көсөн йыйып усына
Бәхет эҙләп сығып китһә кеше,
Уны табыр барыр юлында.

Эҙләй-эҙләй инде арып бөтөп,
Ышанысын юйып күңелдән,
“Инде булмаҫ миңә бәхет “, - тиеп,
Бөтөнләйгә күнһә, төңөлһә...

Түҙ һин, кешем! Шул ваҡытта,
Ҡояш һибер нурын көмбәҙҙә.
Бәхет һиҙҙермәйсә генә килә,
Ышанғанға килә, түҙгәнгә!
Миләүшә ҺАТЫБАЛОВА.

***
“Булғадир булған, һай, Салауат
Егерме лә ике йәшендә!”
Ә һин улт(ы)раң ағыу эсеп,
Иҫләмәйһең нисә йәшеңдән!

Ауылыңда илай Атай йорто,
Ә һин һуҡыр аҡса эҙенән
Ата-баба ҡаны һеңгән ерҙе
Юяң һатып, донъя йөҙөнән.

Балаң белмәй әсәй һүҙен,
“Мам”ылдайҙар таңдан кистәргә.
Алмаштыра аңлы ҡурай моңон
Әшәкеләр ҡоҫҡан хистәргә.
Урал һыҡтай: “Башҡорт ҡайҙа? – тиеп, –
Иле өсөн янған меңәрләп?”
Ә һин үләң маңҡорт булып,
Өйөн белмәҫ ишәк егәрләп!
Илһам АСЛАЕВ.

МИН ҺИНЕ КӨТӘМЕН

Мин һине көтәмен, яҙҙарым
Йылмайып ҡараған саҡтарҙа.
Ҡояшҡай йылытып күктәрҙән
Хисләнеп нурҙарын ҡойғанда.

Мин һине көтәмен, йәйҙәрем
Йәшелгә мансыған урманда.
Биҙрәләп, йыуҙырып ҡырҙарын
Йәшенле ямғыры яуғанда.

Мин һине көтәмен, көҙҙәрем
Алтынға мансылып килгәндә.
Иртәнге сафлығын бөркөгән
Сәскәгә төрөнгән йәйләүҙә.

Мин һине көтәмен ҡыштарым
Аҡлығын төрөнгән урамда.
Ҡоштарҙай әйләнгән ҡарҙарым
Пакланып донъяға яуғанда.

Мин һине көтәмен, күңелем
Көҙҙәрен, яҙҙарын күргәндә!
Мин һине көтәмен йөрәгем
Ҡыштарын, йәйҙәрен һөйгәндә!
Мин һине көтәмен...
Гүзәл БАТТАЛОВА.

***
Битарафлыҡ, тигән ҡәлғә
Йәнкәйемде ҡалай иҙә...
Ҡасам, тиһәм хәлем етмәҫ,
Күңелкәйем шуны һиҙә.

Таш бәғерҙең таш ҡоймаһы
Ҡояшымды тотош ҡаплай.
Һалҡынлыҡта нур һағынып
Зарлы йәнем иңрәп һыҡрай.

Ватылдымы таш диуарҙар...
Ҡояш сыҡты,йәйғор ҡалҡты,
Ҡыңғырау гөлдәр сәскә атты,
Йырҙар йырлай күңел ҡылы.
Иңдәремә ҡағылғайны
Ҡыҙсығымдың иркә ҡулы...
Раушания ХӘЗИЕВА.

БАРҺЫҢ ИКӘН...

Барһың икән...
Йөрәк көткән тауыш...
Шундай ҡабатланмаҫ, шундай таныш...
Әллә тағы уйнай китә яҙмыш,
Һайлағаным дөрөҫ, әллә яңылыш...
Барһың икән.
Нурҙар сәскән ҡараш...
Миллиардтан табалмаҫмын алмаш.
Әйтерһең дә, беҙгә яна ҡояш,
Әллә үҙең ҡояш менән оҡшаш?
Барһың икән...
Терелдем дә шуға.
Уянды ла йөрәк, хәҙер оса!
Бейеклектән ҡурҡма, миңә ышан,
Көткәнмендер һине әллә ҡасан...
Барһың икән.
Һәм бул.
Ялҡын өҫтәп,
Ҡыштарымдан йылы яҙҙы эшләп.
Ә булмаһаң, боҙҙа ҡалыр йөрәк,
Иретергә уны ҡояш кәрәк.
Барһың икән,
Миңә тик шул кәрәк.
Нәркәс ҠӘЙЕПҠОЛОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 155

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 136

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 156

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 230

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 137

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 123

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 92

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 200

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 96

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 101

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 88

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 127