Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте”
Бәйгеселәр “Ҡош юлы”нда алған тәьҫораттары менән уртаҡлаша

Нәркәс ҠӘЙЕПҠОЛОВА, БДМУ студенты, Әбйәлил районы:
“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте”– Хыяллана торғас, ниһайәт, быйыл “Ҡош юлы” шиғриәт бәй­ге­һендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Бында миңә бөтә­һе лә оҡшаны, ямғыр яуһа ла, тирә-яҡта йылы, күңелле мөхит булды. Яңы дуҫ­тар, йөрәктәргә үтеп инерлек гитара моңдары... Шулай уҡ был ярышта шағирәләр Фирүзә Абдуллина һәм Айгөл Йәмилева кеүек апайҙар менән яҡындан танышып әңгәмәләшеү үҙе ни тора!
Ижадташ дуҫтарҙың шиғриәт тураһында фекерҙәрен тыңлау, илһам тураһында һөйләшеү ҙә бик ныҡ оҡшаны! Киске гала-концерттағы сығыштарҙан һуң гитара моңдарына күмелгән тәбиғәт ҡосағында сәй эсеүҙе, усаҡ янына йыйылып, таңға ҡәҙәр йырлағанды тағы ла ҡабатлағы килә! Өс көнлөк был ярыш әллә нисә йылға етерлек иҫтәлектәр ҡалдырҙы! Киләһе йыл да килергә тырышасаҡмын! Рәхмәт һиңә, “Ҡош юлы”!






Раушания ХӘЗИЕВА, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, Сибай ҡалаһы:
“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте”– Уйламағанда, үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр “ Ҡош юлы “ башҡорт бард фестивалендә, шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашырға насип булды. Башҡорт йәштәренең гитараға ҡушылып йырлаған рухлы, дәртле йырҙары, скрипка моңо, төнгө усаҡ мине әсир итте. Был фестивалдә шиғриәт конкурсы барлығын һуңғы көндә генә ишетеп, шиғырҙарымды ебәргәйнем. Өлгөрөп ҡалып, финалға үтеүемә сикһеҙ шатмын. “Ижад сере” семинар-практикумында үҙемдең ҡәләмдәштәрем менән аралашыу ҙа минең өсөн бик фәһемле булды.
Тағы ла күберәк ижад итергә илһам, рухи көс алып ҡайттым был саранан. Фес­тивалде ойоштороусыларға оло рәхмәтемде белдерәм. “Ҡош Юлы”нда алған тәьҫораттар күңелдә мәңге һаҡланыр.








Гүзәл БАТТАЛОВА, ӨДАТУ-ның Туймазы ҡалаһындағы филиалының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары:
“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте”– Шиғриәт бәйге­һе ижадым өсөн тәүге оло һынау булды. Әммә дуҫ­тарса ябайлыҡ ме­нән үткән байрамда бер-берең менән аралашыу, тәжри­бә уртаҡлашыу, гитара моңо, шиғыр­ҙар ауазы, иҫ китмәле Баш­ҡортостан тәбиғәте ҡосағында бәүелеү бәйгелә еңеүселәрҙе берҙәм итте, шағир өсөн рухи аҙыҡ булып торған илһам өҫтәне.
Ошо берҙәмлек сәхнәлә сығыш яһарға көс-дәрт бирҙе. “Ҡош юлы” фестивалендә үткән көндәр минең өсөн тормошомдоң иң яҡты миҙгелдәренең береһе булып күңелдә ҡалырына бер ҙә шикләнмәйем.






Ләйсән СӘЛИМОВА, инглиз теле уҡытыусыһы, Мәскәү ҡалаһы:
“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте”– Үҙем кеүек шиғриәт­кә ғашиҡтарҙы осратыу мине ҡанат­ландырҙы, ижад тура­һында һөй­ләшеүҙәр күңелемде үҫтерҙе. Йәштәрҙең әүҙем, бергә булыуы оҡшаны. Был байрам йөрәгемдә илһам бирерҙәй сағыу хәтирә булып һаҡланыр.










Ғәзиз ӘБДЕЛМӘНОВ, “Башҡорт­остан” радиоһының “Юлдаш” каналы алып барыусыһы:
“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте”– Бер үк ваҡытта ҡыҙыҡһынып та, кинәнеп тә, әҫәр­ләнеп тә килдем “Ҡош юлы”ндағы шиғриәт бәйгеһенә. Йыл һайын кеше­ләрҙе нимәһе менән үҙенә тарта икән ул сара, тигән һорау миңә күптән тынғы бирмәй ине. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙем дә “Ҡош юлы”на ғашиҡ булғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Тап ошо өс көн эсендә усаҡты уратып ултырған кешеләр – һинең өсөн донъялағы иң яҡын заттар, иң аңлаусан тыңлаусылар, иң ҡыҙыҡлы әңгәмәселәр, иң ихлас ижадсылар. “Ҡош юлы”, ысынлап та, донъя мәшәҡәттәренән арындыра, үҙенән башҡа барлыҡ нәмәне оноттора.













Лилиә ҠАҺАРМАНОВА, БДУ студенты, Бөрйән районы:
“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте”– Шиғриәт бәйге­һендә быйыл икенсе тапҡыр ҡатнашам. Былтыр “Йәшлек” гә­зитенең махсус бүлә­генә лайыҡ булғай­ным, аҙаҡ баһалама ағзаларынан шағир Ринат Сөләймәнов һәм Рәшит Зәйнуллин бер осрашыуҙа хаталарымды күрһәтеп, кәңәштәр биргәйне. Шуларҙы иҫтә тотоп, быйыл йәнә лә көсөмдө һынап ҡарарға булдым. Уңышлы тип һанаған ун шиғырымды бәйгегә ебәрҙем. Мин күберәк тормош, хис-тойғолар хаҡында яҙам.
Гала-концерт йыр һәм шиғыр менән аралашып барҙы. Мине иң аҙаҡҡа тиерлек ҡуйғандар, ваҡытым еткәнсе тулҡынланып бер булдым. Был еңеүем шуны аңларға ярҙам итте: бер тапҡыр урын алманым, тип туҡтап ҡалырға ярамай, үҙең өҫтөндә эшләргә һәм артабан да көсөңдө һынап ҡарарға кәрәк.










Миләүшә ҺАТЫБАЛОВА, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, Учалы районы:
“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте”– “Ҡош юлы”на барыу күптәнге хыялым ине. Быйыл, ниһайәт, хыялым тормошҡа ашты. Ял итеп, илһамланып ҡайттым. Күптән күрергә теләгән талантлы ҡәләм оҫталары менән осрашыу мәңгегә хәтерҙә ҡаласаҡ. Рәхмәт һиңә, “Ҡош юлы”!



















Илһам АСЛАЕВ, табип, Сибай ҡалаһы:
“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте”– Башҡорт телендә шиғыр яҙыусыларҙы осратҡаныма бик ҡыуандым. Сәсәндәр күберәк булһын. Үҙ телеңдә шиғыр булһа, үҙ телеңдә йыр булыр! Үҙ телеңдә йыр ҙа булһа, тыңлар халҡың да булыр!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 90

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 115

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 107

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 148

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 120

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 140

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 129

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 93

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 169

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 134

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 107

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән” 28.09.2018 // Рухиәт

Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған. Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына...

Тотош уҡырға 421