Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт шиғриәте өсөн оло асыш
Бәйге күп һәләттәргә ҡанат ҡуйҙы, яңы исемдәр асты

Башҡорт шиғриәте өсөн оло асыш“Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале етенсе йыл рәттән алдынғы ҡарашлы, рухлы башҡорт йәштәрен генә түгел, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә битараф булмағандарҙы йыйҙы. Әммә һүҙем гитарала уйнап йырлаған бард фестивале ҡатнашыусылары тураһында түгел, ә ошо уҡ проект нигеҙендә уҙғарылған “Ҡош юлы” республика шиғриәт бәйгеһе хаҡында.






Бер аҙ артҡа ҡайырылып күҙ ташлаһаҡ, шиғриәт бәйгеһе фестивалдең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Шулай булмай ни: тап бард йырҙарында, ғөмүмән алғанда, йыр сәнғәтендә иң мөһиме ул – шиғриәт. Юҡ, һүҙ бында мәғәнәһеҙ шиғырға (шиғыр тип әйтеп булһасы?!) ҡоролған ялтырауыҡлы попса хаҡында түгел. Тап бард, рок, романс йүнәлешендәге йырҙарҙың нигеҙендә шиғриәт ята.
Башҡорт шиғриәте өсөн оло асышӘле лә иҫемдә: гимназияла уҡып йөрөгәнемдә әҙәбиәт уҡытыусыһы бик ҡыҙыҡлы өйгә эш бирҙе. Ул һүҙҙәре айырым шиғыр булараҡ яңғыраған йырҙарҙы табып алып килеүҙән ғибәрәт ине. Улай ғына ла түгел, дәрестә шул йырҙарҙың һүҙҙәрен классик шағирҙарҙың әҫәрҙәрен кеүек бар шарттарына килтереп анализларға, уларҙың көйһөҙ ҙә үҙаллы шиғыр булып йәшәй алыуын иҫбатларға ине. Был миңә ғүмерлеккә һабаҡ һәм йыр текстарының кимәлен асыҡларға йәтеш әмәл булып ҡалды.
Ә үҙебеҙҙең башҡорт халыҡ йырҙары һуң! Тәрән мәғәнә, ҡабатланмаҫ сағыу образдар: һүҙ сәнғәте менән ҡайһылай ҙа оҫта эш иткән ата-бабаларыбыҙ! Йырҙарҙың быуат-быуат аша бөгөнгө көнгәсә тарих биттәрендә һаҡланып ҡалыуҙары тәү сиратта ошоға бәйлелер ҙә.
Шуға күрә “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале сиктәрендә үткән шиғриәт бәйгеһенең төп маҡсаты – шағирҙар һәм йырсылар араһында ижади күпер булдырыу. Кемдер иҫ киткес көйҙәр ижад итә, әммә һүҙҙәре килеп сыҡмай. Тап ошондай мәлдә уларға йәш ижадсыларҙың ярҙамы кәрәк. Ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты “Ҡош юлы”ның икенсе көнөндә үткән “Ижад сере” семинар-практикумы. Бик йәнле барған һөйләшеүҙә шиғриәт бәйгеһенең һайлап алыу турын үткән финалистары, баһалама ағзаларының береһе Фирүзә Абдуллина һәм мин ҡатнаштыҡ. Беҙгә фестивалдең гитарала уйнап йырлау бәйгеселәренең дә ҡушылыуы, ихлас тыңлап ултырып, шиғырҙарҙы ҡарарға, көй яҙырға теләк белдереүҙәре ҡыуаныс булды.
Башҡорт шиғриәте өсөн оло асышҠулына ҡәләм алған һәр кем “Нимә ул минең өсөн шиғриәт?” тигән һорауға аныҡ ҡына яуап бирергә тейеш. Бәйгенең марттан алып июлгәсә дауам иткән һайлап алыу ваҡытында шиғырҙарын баһалама ағзаларына тәҡдим иткән һәр кемгә ошо һорауҙы юҡҡа ғына бирмәнек. Төрлөһө була бит: кемдер шиғриәткә үҙ-үҙен ҡорбан итеү сигенә етеп ғашиҡ, кемгәлер шиғыр яҙыу хобби ғына, кемдер текә күренер өсөн яҙып маташа. Ысын шағир өсөн шиғриәт – ул күңел талабы, донъяға булған ҡарашты, йөрәктә ҡойон уйнатҡан хис-тойғоно шиғыр аша еткереү. Шул уҡ ваҡытта шағирмын тигән шағирҙың гражданлыҡ позицияһы ла булырға тейеш. Халҡы өсөн янырға, Ғариповса, Есенинса Тыуған илен мөкиббән бирелеп һөйөргә тейеш ул. Заман еле, заман рухы аңҡыһын ине бөгөнгө шиғриәттән...
Бәйгелә Гран-при яулаған Ғәзиз Әбделмәнов өсөн шиғриәт – һынау ул.
“Һәр бер шиғыр минең өсөн “булдыра аламмы?” тигән һорауҙан башлана. Был тойғомдо, был фекеремде шиғри ҡалыптарға һыйҙыра, башҡалар үткән алымдарҙы мөмкин тиклем әҙерәк файҙаланып, үҙемә генә хас шиғри һүҙемде һаҡлап, әйтергә теләгәнемде еткерә аламмы? Һәр бер юлда, һәр бер һүҙҙә мин үҙемдең һәләтемә, көсөмә, сабырлығыма ышаныуымды ҡаҡшатырға тырышам. Алдымда ҡуйған был һынауҙы һәр саҡ уңышлы үтәм, тип әйтә алмайым. Шулай ҙа ижади мөмкинлектәремә шик, ышанмаусанлыҡ менән ҡарамаһам, дәғүә белдермәһәм, йүнле шиғыр килеп сыҡмай”, – ти ул. Үҙе, ижады өҫтөндә даими эшләү, йыш эҙләнеүҙәр, шиғриәттә үҙ тауышын, үҙ юлын табыу теләге – былар барыһы ла Ғәзиздең ижадын үҙенсәлекле итә. Һис арттырыу юҡ бында, егеттең шиғырҙарын уҡыйһың да, тетрәнеүҙән күңелең аҫты-өҫкә килгәндәй була.
Үҙенең йәш ҡыҙҙарға ғына хас нескә, нәзәкәтле лирикаһы менән баһалама ағзаларының ғына түгел, шиғыр һөйөүсе йәштәрҙең дә иғтибарын яулаған Лилиә Ҡаһарманова ла шиғриәткә юғары баһа ҡуя: “Шиғриәт минең өсөн – уйҙарымдың, тормошомдоң сағылышы. Һүҙҙәр менән генә әйтеп бирә алмаҫлыҡ хис-тойғоларым минең шиғырҙарыма күсә”, – ти ул. Һәләтле Бөрйән ҡыҙы бәйгелә беренсе урынды яуланы. Уның исемен киләсәктә йыш ишетергә яҙһын.
Икенсе урынға бер юлы өс өмөтлө ҡәләм оҫталары сыҡты: Ләйсән Сәлимова, Илһам Аслаев һәм Гүзәл Батталова.
Ләйсән Сәлимованы яҙмыш Мәскәү ҡалаһына илткән, унда инде оҙаҡ йылдар йәшәй, уҡытыусы булып эшләй. Шуға ла уға шиғриәт йыш һағындырған тыуған Башҡортостанына өҙөлмәҫ күпер булып тора: “Шиғырҙар – минең өсөн йыуаныс, башҡорт телендә хистәремде ҡағыҙға түгеү Башҡортостандан алыҫта йәшәргә ярҙам итә. Был минең өсөн халҡым, мәҙәниәтем, тамырҙарым менән бәйләнеш”.
Башҡорт шиғриәте өсөн оло асыш“Шиғриәт – ул сәнғәт баҡсаһы, ә шағир иһә – баҡсасы. Шул баҡсаға инеп, баҡсасы сәскәләрҙе терелтә, донъяны йәмләндерә, күңелендә, йөрәк түрендә ятҡан хистәрен йыйып яңынан-яңы сәскәләр тыуҙыра!” Өсөнсө урынға сыҡҡан Миләүшә Һатыбалова үҙенең шиғриәткә булған ҡарашын ошондай бик сағыу образдар аша асып бирһә, шул уҡ өсөнсө урынды яулаған Раушания Хәзеева өсөн шиғриәт – йөрәк ауазы, ҡыуаныс-шатлығын уртаҡлашыр сара, һағышын баҫыр дауа, милли рухҡа һыуһаған күңел талабы.
Шиғриәт бәйгеһендә “Өмөт” номинацияһы һәр кемгә лә бирелмәй. Был номинацияға лайыҡ булған ҡатнашыусыға айырыуса ҙур өмөт бағлана, унда һәләтле башланғыс ярылып ята, тигән һүҙ был. Нәркәс Ҡәйепҡолованың шиғырҙары ла бер уҡыуҙан үҙенең бай телмәре, хис-тойғолар төрлөлөгө менән иҫтә ҡала, эскерһеҙлеге менән арбай, үҙенә ышандыра. Шуға ла уның шиғриәтте сикһеҙлектең үҙе менән сағыштырыуы бушҡа түгелдер: “Шиғырҙарым – йөрәгемдә йәшерелгән хистәрем, ә хистәрем гел йыһанға тартыла... Тимәк, шиғриәт – йөрәгемдәге сикһеҙ йыһаным”.
Шиғриәт бәйгеһе быйыл тағы ла еңеүселәр араһында балалар ижадына ла айырым иғтибар бүлеү менән үҙенсәлекле ине. Зилиә Буранбаева, Руфина Лоҡманова, Гөлназ Ишемғужина кеүек, бала ғына булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡыйыу-ҡыйыу шиғырҙар яҙған ҡыҙҙар ҙа йәмләне ярыш майҙанын.
Быйылғы “Ҡош юлы” республика шиғриәт бәйгеһе бай уңыш йыйҙы. Хистәрен ҡағыҙ битенә шиғыр итеп төшөргөләгән кешеләр генә түгел, ә ысын ижадсылар ҡатнашты унда. Диңгеҙ төбөндәге ынйыларҙай табыш улар, һәм был ынйылар тиҙҙән, бик тиҙҙән башҡорт әҙәбиәтен биҙәйәсәк.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 22

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 65

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 54

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 45

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән” 28.09.2018 // Рухиәт

Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған. Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына...

Тотош уҡырға 258

Сал тарих эҙҙәренән

Сал тарих эҙҙәренән 28.09.2018 // Рухиәт

Күптән түгел Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт...

Тотош уҡырға 80

Батырҙарҙы онотмайыҡ

Батырҙарҙы онотмайыҡ 25.09.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышының ҡаһарман батырҙарының береһен йыш иҫкә алам. Генерал-майор Ғәлийән Ғәлиев ул....

Тотош уҡырға 68

Һағыштарҙы ниҙәр тарата?

Һағыштарҙы ниҙәр тарата? 21.09.2018 // Рухиәт

“Үҙеңдең генә түгел, башҡаларҙың да күңелен үҫтереп йәшәргә кәрәк” Матурлыҡ – иң ҙур көс, тиҙәр....

Тотош уҡырға 186

Дини үҙәккә — 230 йыл

Дини үҙәккә — 230 йыл 18.09.2018 // Рухиәт

Быйыл Рәсәйҙә мосолмандарҙың тәүге үҙәк дини ойошмаһы – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты...

Тотош уҡырға 63

Үткәнен онотмаған – киләсәкле

Үткәнен онотмаған – киләсәкле 18.09.2018 // Рухиәт

Башҡорт Хөкүмәте рәйесе Юныс Бикбовҡа тыуған төйәгәндә бюст асылды Тарихҡа күҙ ташлаһаҡ, ҡасан ғына...

Тотош уҡырға 66

“Урал батыр” нисә йәшендә?

“Урал батыр” нисә йәшендә? 12.09.2018 // Рухиәт

Ғалим өсөн сиктәр юҡ ине... Ер йөҙөндә йәшәүсе күп һанлы милләттәр араһында үҙен милләт, улай ғына...

Тотош уҡырға 118

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа...

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа... 16.08.2018 // Рухиәт

Бай тарихлы Йәрмөхәмәт ауылына быйыл 280 йыл тулды. Бөгөн дә ул тотороҡло үҫеш юлында: яңы йорттар...

Тотош уҡырға 343