Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баҫ, баҫ, өҙә баҫ!
Өфөнөң “Веселинка” ансамбле еңеү яулап ҡайтты

Баҫ, баҫ, өҙә баҫ!Өфөләге В.М. Комаров исемендәге балалар ижад һарайының “Веселинка” өлгөлө балалар хореография ансамбле, Абхазияла “Күңел иле” халыҡ-ара фестивалендә башҡорт бейеүҙәрен башҡарып, бер Гран-при, өс беренсе урынды яулап ҡайтты. Шулай итеп, йәш бейеүселәр ансамблдең 25-се юбилей миҙгелен ҙур уңыш менән тамамланы.


Был еңеү балаларға еңел бирелмәй. Сит ергә барып төшкәс, климаттың ҡапыл үҙгәреүе сәбәпле, туғыҙ бейеүсенең тән темпера­тураһы күтәрелә. Ҡайһы бер балаларға эҫе көндәр насар тәьҫир итә. Диңгеҙҙә һыу инеү ҙә эҙемтәһеҙ үтмәй. Ошо шарттарҙа ансамбль уңышлы сығыш яһаһын өсөн, етәкселәренә ете ҡат тир түгергә тура килә. Шуға ла йәш артистар, курорт ҡалаһында ял итеүе еңел булһа ла, бейеүе ауыр икәнен аңлай.
– Абхазияла яулаған кубоктар – бала­лар­ҙың ҙур ижади табышы. Улар башҡа еңеүҙәр­ҙән дә ҡәҙерлерәк. Коллектив фестивалдә кавказ бейеүҙәрен башҡарманы, әммә Гагра ҡалаһында абхаз оҫталарынан хореография дәрестәре алды, – ти ансамблдең етәксеһе Оксана Щука.
Һәр бала һәләтле булып тыуа, әммә уның артабан үҫеүендә, юғары уңыштарға өлгәше­үендә ата-әсәнең, уҡытыусыларҙың өлөшө ҙур. Яңы ғына Абхазия сәхнәһен шаулатып ҡайтҡан балаларҙың да ҡаҙаныштары нигеҙенә өлкәндәрҙең баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте һалынған. “Веселинка” ансамбленең даими уңыштарға өлгәшеүе – берҙәмлек емеше.
Был осраҡта бала күңеленә асҡыс таба белгән остаздың оҫталығын, хеҙмәтен айырым билдәләмәһәк, яҙыҡ булыр. “Оксана Ивановна – һәләтле, талапсан педагог. Шуға ла балалар ансамблдә ваҡыт­ын бушҡа уҙғармай, һәр күнекмәлә бейеү сәнғәте нескәлектәренә төшөнә. Беҙ уға ифрат рәхмәтле”, – тип атай-әсәйҙәр ҙә ансамблдә шөғөлләнгән балаларҙың уңышы педагогҡа бәйле тигән фекерҙе раҫлай.
Ысынлап та, Оксана Шука – тәжрибәле бейеүсе һәм педагог. Ул үҙе биш йәшенән үк Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең “Умырзая” ансамблендә (етәксеһе – Р.Д. Ҡарасурин) шөғөлләнә. Ун дүрт йәшендә иһә уны ошо ансамблдең бәләкәйҙәр төркөмөнә репетитор итеп ҡуялар. 1986 – 1988 йылдарҙа “Йәйғор” халыҡ ансамбленең солисы һәм репетиторы була. Ике йыл Кострома ҡалаһында “Рәсәй мозаикаһы” халыҡ балетында сығыш яһай. Тыуған яғына ҡайтҡас, уны “Ынйы” халыҡ ансамбленә (етәксеһе – Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре В.Г. Степанов) солист итеп алалар.
Тырыш, тынғыһыҙ, бейеү сәнғәтен таратыу, үҫтереү өсөн тыуған кеше ул Оксана Щука. Сәхнәлә сығыш яһау менән генә сикләнмәй, 1993 йылда Өфө ҡалаһының В.М. Комаров исемендәге балалар ижады һарайында “Веселинка” өлгөлө балалар хореография ансамблен ойоштороп, бөгөнгәсә йәш быуын менән эшләүен дауам итә. Уның коллективында 5 – 20 йәшлектәр шөғөлләнә. Эшенең төп йүнәлеше – йәш быуынға халыҡ бейеү­ҙәрен өйрәтеү. Ансамбль тәрбиәләнеүселәре әүҙем тормош алып бара, концерттарҙа, байрамдарҙа, фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ихлас ҡатнаша. Шулай уҡ башҡа коллективтар менән дуҫтарса аралашып йәшәйҙәр.
Бейеү оҫтаһы, һәләтле педагогтың хеҙмәте дәүләт тарафынан лайыҡлы баһаланған. Оксана Ивановна – Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың мәғариф алдынғыһы. Уның тынғыһыҙ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 25 йыл дауамында ансамбль, донъя халыҡтарының 60-тан ашыу бейеүен ҡуйып, 16 Гран-при һәм 150-нән күберәк призлы урын яулаған.
Оксана Щуканың бер репетицияһында булып, уның балаларҙы бейеүгә өйрәтеүгә ни тиклем көс түгеүенә хайран ҡалдым. Ошондай остаздар барҙа, йәш быуындың сәнғәткә ынтылышы һүнмәҫ.

Өфө ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 32

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 39

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 31

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 35

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 69

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 56

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 46

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән” 28.09.2018 // Рухиәт

Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған. Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына...

Тотош уҡырға 259

Сал тарих эҙҙәренән

Сал тарих эҙҙәренән 28.09.2018 // Рухиәт

Күптән түгел Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт...

Тотош уҡырға 83

Батырҙарҙы онотмайыҡ

Батырҙарҙы онотмайыҡ 25.09.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышының ҡаһарман батырҙарының береһен йыш иҫкә алам. Генерал-майор Ғәлийән Ғәлиев ул....

Тотош уҡырға 71

Һағыштарҙы ниҙәр тарата?

Һағыштарҙы ниҙәр тарата? 21.09.2018 // Рухиәт

“Үҙеңдең генә түгел, башҡаларҙың да күңелен үҫтереп йәшәргә кәрәк” Матурлыҡ – иң ҙур көс, тиҙәр....

Тотош уҡырға 188

Дини үҙәккә — 230 йыл

Дини үҙәккә — 230 йыл 18.09.2018 // Рухиәт

Быйыл Рәсәйҙә мосолмандарҙың тәүге үҙәк дини ойошмаһы – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты...

Тотош уҡырға 67