Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙмаларында — ябай халыҡтың күңел матурлығы
Яҙмаларында — ябай халыҡтың күңел матурлығыКемгә нисектер, әммә миңә, “Башҡортостан” гәзитенең көньяҡ-көнсығыш райондары буйынса үҙ хәбәрсе булып эшләгән Шәйхелислам Айсыуаҡовтың юлын дауам итеүсе булараҡ, уның хаҡында ишетеп кенә түгел, йыш ҡына аралашырға ла насип итә. Тәүҙәрәк ул мине бер аҙ һағайыбыраҡ ҡабул итте, тора-бара мәҡәләләремә ҡарата үҙ фекерен әйтеп, төрлө кәңәштәр бирҙе, эш алымдары менән уртаҡлашты, үҙе эшләгән йылдар дәүерендәге төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һөйләп, күңелдәрҙе күтәреп алырға, журналист һөнәренең булмышын бар яҡлап асырға тырышты.

Михнәтле үҫмер саҡ

Хәйер, ихлас әңгәмәсе лә, кешелекле һәм кеселекле остаз да, тәжрибәле журналист та ул. Уның менән көнүҙәк теманан алып донъяла барған хәл-ваҡиғалар ағышына тиклем фекер алышырға, тәү ҡарамаҡҡа бик ябай күренгән хәлдән дә үҙеңә ғүмерлек фәһем булырлыҡ кәңәш ишетергә мөмкин. Шәйхелислам Ғәҙелша улына ҡарап, һис кенә лә үҙ йәшен биреп булмай: әртистәргә хас яңғырап торған тауыш, әле булһа йәштәрсә дәрт һәм сәм, тормошто яратыуы, һаман булһа үҙ гәзитенә ҡарата һөйөү уға һис кенә лә ҡартайырға ирек бирмәй.
Ошо көндәрҙә Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, мәғариф һәм матбуғат ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәйхелислам Айсыуаҡов үҙенең 75 йәшлек олпат юбилейын билдәләй. Тормош һәм хеҙмәт биографияһы бик бай уның. Бөйөк Ватан һуғышының ҡыҙыу осоронда донъяға килгән геройымдың бала сағы ғына түгел, үҫмер йылдары ла ауыр мәлдәргә тура килә.
Шәйхелислам Ғәҙелша улы Хәйбулла районының Аҡнаҙар ауылында донъяға килә. Атаһы Ғәҙелша Мырҙағәле улын хеҙмәт армияһына алалар. Ул Ырымбур өлкәһенең Хәлил руднигында тир түгә һәм ғаиләһенә 1946 йылда ғына ҡайта. Уны һарыҡсылыҡ фермаһына ҡарауылсы итеп ҡуялар. Ул саҡта халыҡ күрше Сембер, Шөкәрә баҫыуҙарына башаҡ йыйырға йөрөй. Һуғышта башын һалған яҡын ғына туғаны Айнулланың ҡатыны Фәниә лә, балаларын аслыҡтан интектермәйем тип, башаҡ сүпләргә китә. Ферманың бәрәс тота торған өйөндә (үҙҙәренең йорто сереп емерелгән була) ҡалған балалар өшөй һәм ҡарауылда торған олатайҙарына ут яғып биреүен үтенеп илаша башлай. Сабыйҙар ялбарыуына ризалашып ингән Ғәҙелша, шырпыһы булмау сәбәпле, оҙаҡлап китә.
Утлы ҡуҙҙы соҡоп тапҡансы, уны өрөп ҡыҙҙырғансы күпмелер ваҡыт үтә. Шул арала, әмәлгә ҡалғандай, ферма кәртәһенә бүреләр баҫып инә һәм байтаҡ һарыҡты тамаҡларға өлгөрә. Эш ҙурға китә. Һөҙөмтәлә ғаиләнең йортон, кейем-һалымын, һауыт-һабаһын тартып алып, хужабикәне балалары менән урамда ҡалдыралар. Хужаның үҙен Йылайыр төрмәһенә оҙаталар. Күпмелер ултырғас, ул 1947 йылдың апрелендә иғлан ителгән амнистияға эләгә һәм иреккә сыға. Шулай ҙа урман эшендә йөрөп һыуыҡ алдырған Ғәҙелшаға рәхәт күреп йәшәргә насип булмай: ҡайтып күп тә тормай, үпкәһе шешеп, яҡты донъя менән хушлаша.
“Атайымды аҙ ғына иҫләп ҡалам. Ул бик таһыллы балта оҫтаһы, балыҡсы, эшлекле һәм кеселекле кеше ине, — тип хәтерләй Шәйхелислам Ғәҙелша улы. – Әсәйем ике ҡыҙы һәм мин кинйәһе менән буш урында тол ҡалды. Уңғанлығы менән дан тотҡан ҡәҙерле әсәйебеҙ беҙгә етемлек йөҙөн күрһәтмәҫкә тырышты, ҡулынан килгәндең барыһын да эшләне: киндер ҙә һуҡты, кейем текте, һарыҡ, бәрәс ҡараны, ҡарауылда торҙо, дөйөм хужалыҡ эшенә лә өлгөрҙө. Уға мәңге рәхмәтлемен”.
Тормош михнәттәрен сабый сағынан уҡ үҙ елкәһендә татыған Шәйхелислам ағай 1951 йылда беренсе класҡа уҡырға бара. Эштән дә ҡалмай малай: туғандары менән бергәләп өс йыл рәттән ауыл көтөүен көтә, 10 йәше тулыуға, уны күбә тарттырырға атҡа мендерәләр, һуңғараҡ ат тырмаһына идара итә башлай, үҫә төшкәс, ат һәм трактор сапҡыстарына ла ултырып эшләй.
Аҡъюл ете йыллыҡ мәктәбен тамамлаған үҫмер артабан 15 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан мәктәптә белем ала. Кейеме булмағанлыҡтан, уға 5-се класты тамамларға насип булмай, көтөүсе эшенә яллана.
“Кисәге фронтовик, ул ваҡытта мәктәп директоры Иҙрис Байсурин үҙенең иҫке кейемдәрен бәләкәсәйттереп биреп, интернаттан урын бүлеп, уҡырға саҡырҙы”, — тип хәтерләй ул йылдарҙы әңгәмәсем.
— Артабан ауылдан ҡырҡ саҡрым алыҫлыҡтағы Әбеш урта мәктәбен тамамлап, тракторсылар курсына уҡырға барҙым. Уны тамамлап, комбайнер ярҙамсыһы булып эш башланым, — тип үҫмер йылдарын хәтергә алды әңгәмәсем. – Ураҡ осоро ине. Бер көндө ауыл тимерлегенә запчасть алырға ҡайтһам, өйөбөҙ эргәһендә тырантасҡа күк ат еккән кеше туҡтауын шәйләнем. Эргәһенә барҙым, әсәйем дә сыҡты.
— Һин Айсыуаҡов ҡустымы?
— Эйе.
— Ниңә һигеҙенсе класҡа уҡырға килмәнең?
Мин хәлде аңлаттым. Тормошобоҙҙоң мөшкөллөгөн әсәйем дә раҫланы.
— Апай, Шәйхелислам етенсене яҡшы тамамлаған. Ана, Почет грамотаһы ла бар. Уҡыһын улың артабан. Кейендереү, ашатыу, интернатҡа урынлаштырыу яғын үҙе­беҙ хәл итербеҙ, — тине вазифалы кеше. Һуңынан белеүемсә, ул фронтовик-яугир, мәктәп директоры Сиражетдин Ишемғолов булған. Һүҙендә торҙо директорым. Шул шәхестең ярҙамы, кәңәше арҡаһында урта белемле булдым. Һуңынан Башҡорт дәүләт университетына йү­нәл­теүсе лә шул булды. Уҡытыусым күптән гүр эйәһе бул­һа ла, изгелеге күңелемдә әле лә һаҡлана, — ти юбиляр.
1962 йылда Шәйхелислам Ғәҙелша улы үрҙә телгә алынған юғары уҡыу йортоноң башҡорт-рус бүлегенә имтихан тота. Әммә хеҙмәт стажы булмау сәбәпле (ул саҡта мотлаҡ ике йыл стаж талап ителгән), уҡырға керә алмай. Юғалып ҡалмай егет: Белорет ҡалаһында асылған бер йыллыҡ уҡытыусылар курсының рус теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә һәм уны яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Артабан тыуған яғы Ғәлиәхмәт һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә.
Тырыш һәм талапсан йәш белгес Аҡнаҙар башланғыс мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Әммә юғары белем алыу теләге көслөрәк булып сыға, ул 1966–1971 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында белем ала. “Яҙышыуҙы студент булыуымдың тәүге йылдарында уҡ башланым, — тип хәтерләй Шәйхелислам Ғәҙелша улы. – Миңдебай Юлмөхәмәтов, Илдус Бүләков, Вәғиз Хөсәйенов, Ғиниәт Ҡунафин, Тимерғәле Килмөхәмәтовтар менән үҙ-ара ярышып, сәмләнешеп яҙышабыҙ. “Ленинсы”, “Ленинец”, “Совет Башҡортостаны” гәзиттәренең әүҙем хәбәрселәренә әйләндек. Матбуғат биттәрендә исем-шәрифтәребеҙҙе күреү, яҙған әйберҙәребеҙҙең ташҡа баҫылыуы беҙҙе геройҙар эҙләүгә, мәҡәләләр яҙыуға тағы ла илһамландырҙы”.
Ҡулына диплом алған уҡытыусы хеҙмәт юлын Хәйбулла һәм Баймаҡ райондары мәктәптәрендә завуч, директор вазифаларын уңышлы башҡара. Үҙен яҡшы уҡытыусы, талапсан етәксе булараҡ күрһәтә, коллегалары араһында абруй һәм ихтирам яулай. Әммә ҡәләм тирбәтеүсенең тәмен татып өлгөргән тынғыһыҙ йән яратҡан “аҙығын” һорай, һәм ул журналистикаға килеп бөтөнләйгә унда ҡала.

Очерктар оҫтаһы

Журналистикаға ул очерктары менән килеп инде, тип әйтергә лә мөмкин, сөнки 1973 йылда уҡ авторҙың “Совет Башҡортостаны” гәзитендә Хәйбулла районы “Маҡар” совхозының алдынғы һауынсыһы Люба Сивоплясова хаҡында “Алда – яңы үрҙәр” тигән очеркы донъя күрә. Артабан Баймаҡ районы “Сибай” совхозы эшсеһе Заһретдин Ваһапов хаҡында “Юл башы” тигән яҙмаһы ла гәзит уҡыусыларҙың ғына түгел, күп кенә тәжрибәле журналистарҙың да күңеленә хуш килә. “Был авторҙың ҡәләме бар” тигән һүҙҙәр ул ваҡытта хәбәрсе өсөн иң юғары баһа була.
1973 йылда ҡәләме шаҡтай шымарған Шәйхелислам Ғәҙелша улын “Башҡортостан пионеры” гәзитенә өлкән әҙәби хеҙмәткәр итеп эшкә алалар. Бер йыл үтеүгә, СССР Фәндәр академияһы Өфө филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһына эшкә күсә. Бындағы хеҙмәтенең төп иҫтәлеге булып Шәйхелислам ағайҙың архивында күптән инде ҡағыҙҙары һарғайған, яҙылып бөтмәгән диссертацияһы һаҡлана.
Матбуғат ветеранының тормошо 1981 йылда йәнә үҙгәрештәргә дусар була: уны “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе итеп эшкә алалар һәм Нефтекама ҡалаһына корпункт ойошторорға ебәрәләр. Был бурысты ла намыҫ­лы үтәп сыға геройым, нефтселәр төбәгендә эш башлай. Краснокама, Ҡалтасы, Борай, Балтас, Яңауыл, Тәтешле райондарында һәм Нефтекама ҡалаһынан ебәрелгән тос фекерле мәҡәләләре гәзит биттәрен биҙәй.
Яҙмаларында ябай халыҡтың тырышлығы, оҫталығы, күңел матурлығы бар тулылығында сағылдырыла. Шулай уҡ хәбәрсе күтәргән мәсьәләләр, тәнҡит материалдары бәғзе бер түрәләргә оҡшамаһа ла, бер-бер артлы сығып ҡына тора. Был хаҡта хәбәрсенең дуҫы, яҙыусы Эдуард Әғзәми “Кызыл таң” гәзитендәге (2003 йыл, 15 июль) “Ҡәләмең тутыҡмаһын, хеҙмәттәш!” тигән мәҡәләһендә: “Яңауылдың М. Горький исемендәге колхозынан “Комплекста көрәк, һәнәк тотоп” тигән тәнҡит мәҡәләһенең донъя шаулатҡаны бөгөнгөләй хәтеремдә. Район етәкселегенең дә “ҡытығына” ныҡ тейҙе ул яҙғандар. Ә икенсе ваҡыт ул ҡыйырһытылған ветеранды яҡлап сыҡты. Краснокаманың Ҡуян ҡасабаһынан бер ветеранға фатир бирәләр. Бабай күсергә тейешле фатирға бер йылғыр милиционер инеп урынлаша. Хат эҙенән йөрөп, башҡарма комитеттың күсмә ултырышын ойоштороп, “Совет Башҡортостаны” хәбәрсеһе әлеге фатирға ветеранды күсереүгә өлгәште”, — тип бер нисә ваҡиғаны телгә ала.
Республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәге тормошон яҡтыртыуға күскәс, Шәйхелислам Айсыуаҡов тағы ла дәртләнеберәк эшкә тотона. Ни тиһәң дә, тыуған яғында хөрт эшләү килешмәй. Ул яҡташтарын борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә үҙенең ҡәләм көсөн, егәрлелеген ҡуллана, байтаҡ йылдар дауамында хәл ителмәгән проблемаларҙың сиселеүенә булышлыҡ итә.
“Республиканың ҡайһы ғына төбәгендә эшләһәм дә, маҡсатым хеҙмәтте һәм хеҙмәт кешеһен данлау булды”, — ти матбуғат ветераны. Шуға күрә яҙған геройҙарының барыһын да иҫләй, күптәре менән әле лә аралашып йәшәй. Был үҙе үк журналистың кешелекле һәм кеселекле, уларҙың яҙмышына битараф булмауын белдерә.
“Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһында 28 йыл эшләү дәүерендә Шәйхелислам Айсыуаҡовҡа кемдәр менән генә осрашырға, ниндәй генә мәсьәләләр өҫтөндә уйланырға тура килмәй, әммә бер ваҡытта ла үҙенең тор­мош принциптарына хыянат итмәй. Әле лә райондар буйлап командировкаларға йөрөгәндә “Айсыуаҡ ағайҙың хәле нисек? Сәләм әйтегеҙ!” тип уны иҫкә төшөрөп алыу­ҙары хәбәрсенең ғүмер юлының эҙһеҙ үтмәүен аңлата.
Әлбиттә, уның һәр саҡ юлда, командировкала йыш булыуын, төндәр буйы уй-кисерештәрен ҡағыҙ биттәренә күсереүен аңлаған тормош иптәше булыуы – үҙе бәхет. Шәйхелислам Ғәҙелша улының ауыр саҡта таяныр кешеһе – ғүмерлек юлдашы, Башҡортостан Республика­һының атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф ветераны Рәсимә Фитрат ҡыҙы Айсыуаҡова менән бергә тормош ҡороуҙарына тиҙҙән 50 йыл була. Ярты быуат иңгә-иң терәшеп, балалар үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, бәхетле ҡартлығын кисерә улар.

“Мичуриндан һис кәм түгел”


ти уны яҡындан белеүселәр. Хаҡлы ялдағы хәбәрсе әле лә тик ултырмай: бынамын тигән баҡса үҫтерә. Ҡасандыр ҡәләм генә тоторға күнеккән ҡулдарҙың иҫ киткес мөғжизәләр тыуҙыра алыуына иҫең китерлек. Бынамын тигән йорт һалып сыҡҡан, ҡатыны, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре өсөн һәр береһенә инселәп ултыртылған алмағастар тиһеңме, виноград емештәреме, әллә үҙ ҡулдары менән төҙөгән мунса, йәйге ял урыны, ҡош-ҡорт ояһымы... Барыһын да уның оҫта ҡулы эшләгән. Мичуриндан һис тә кем түгел уның баҡсаһы — сейәләре ҡыҙарып, алмалары балланып, баландары ҡуҙланып, йәшелсәләре ерҙә тубырлашып ята. “Ағайыңдың баҡсаға бер һирпелеп ҡарауы ла етә, ҡулынан бар нәмә үҫә”, — тип һөйөнә Рәсимә Фитрат ҡыҙы ла. Бына шулай ергә булған һөйөүе, халҡына түккән фиҙакәр хеҙмәте, яратҡан баҫмаһына мәңгелек тоғролоғо менән 75 йәшен ҡаршылай матбуғат ветераны.
— Йәшәлгән йылдарым менән бәхетлемен, тормошомда яҡшы кешеләр осрауына икеләтә шатмын. Ғүмер юлымда Абдулла Исмәғилев, Мансур Әйүпов, Тәлғәт Сәғитов, Рәлиф Кинйәбаевтар баш мөхәррир булған осорҙа эшләүем, Аҡмал Саттаров, Сафуан Әлибаев, Миңлеғәле Яҡупов, Абдрахман Йосопов, Тайфур Сәғитов, Абдулла Баязитов, Ризван Хажиев, Юныс Әхмәҙиев, Дәүләт Мәһәҙиев, Ғәтиәт Үзбәков, Сабир Шәрипов, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Ислам Мырҙабаев, Радик Байназаров, Хәсән Назаров кеүек әҙиптәр һәм журналистар менән ҡулға-ҡул тотоношоп ижад итеүемә бик ғорурланам һәм уларҙың һәммәһенә лә оло рәхмәтемде еткерәм, — ти Шәйхелислам Айсыуаҡов.

Сибай ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 79

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 105

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 106

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 143

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 115

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 133

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 123

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 90

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 156

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 130

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 103

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән” 28.09.2018 // Рухиәт

Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған. Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына...

Тотош уҡырға 408