Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ТАМЫРҘАРҘЫ ЭҘЛӘП, НӘҪЕЛ ЕБЕН ЯЛҒАП...
ТАМЫРҘАРҘЫ ЭҘЛӘП, НӘҪЕЛ ЕБЕН ЯЛҒАП...Егерменсе быуаттың алтмышынсы йылдарында СССР ауыр һуғыштан һуң аяҡҡа баҫа. Тап ошо осорҙа ил буйлап Бөтә Союз төҙөлөштәре киң ҡолас ала. Меңләгән йәштәр илдең төрлө мөйөштәренә, шул иҫәптән союздаш республикаларға эшкә китә.


Атайым Заһретдин Амурҙаҡов та шундай йәштәрҙең береһе була. Совет Армияһы сафында хеҙмәтен тултырғас, яҙмыш уны ҡояшлы Тажикстанға илтә. Атайым Урта Азияла ГЭС төҙөлөшөндә ҡатнаша, төбәкте электрлаштырыу эшенең алғы сафында була. Уға СССР-ҙың энергетика отличнигы исеме бирелә.
Яҙмыш атайымды тыуған яғынан алыҫ йөрөтһә лә, ул үҙенең башҡортлоғон бер ҡасан да онотмай, беҙгә лә, балаларына, милли тамырҙарыбыҙ тураһында һәр саҡ иҫләтеп торҙо.
Атайым Ҡариҙел районында донъяға килә. Уның ата-әсәһе Миңле­баныу Сабирәхмәт ҡыҙы менән Һаҙый Оморҙаҡ улы Оморҙаҡовтар, өлкән улдары Ҡаҙыйхан, ҡыҙҙары Миңлеямал утыҙынсы йылдарҙағы сәйәси золомда кулак мөһөрө тағылып, һөргөнгә ебәрелә. Ҡаҙыйхан бабайыбыҙ үҫеп еткәс, эҙәрлекләүҙән ҡотолоу өсөн, фамилияһын бер аҙ үҙгәр­тергә мәжбүр була. Был мәғлүмәттәрҙе бәләкәйҙән үк атайымдан ишетеп үҫтек. Уның һөйләүе буйынса, беҙҙең олатайҙар хәлле булған, Ҡыйғы районындағы Иҫке Мөхәмәт, Ҡолбаҡ, Иҙрис, Юныс ауылдары ерҙәрен эшкәрткән, кешеләрен хеҙмәт урыны менән тәьмин иткән.
Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында Советтар Союзы тарҡалғас, бөтөн ғаиләбеҙ менән Тажикстандан Башҡорт­остандың Ҡариҙел районына ҡайтып төпләндек. Яңы тормош ҡороу мәшәҡәте менән ғүмер үтә торҙо, әммә олатайҙарҙың төп төйәген барып күреү форсаты теймәне. 2008 йылда атайым Заһретдин Һаҙый улы баҡыйлыҡҡа күсте.
Ағас тамырһыҙ йәшәй алмаған кеүек, әҙәм балаһы ла килеп сығышын онотһа, рухи бөлгөнлөккә төшә. Был хәҡиҡәтте иҫтә тотоп, мин олатайҙар төйәгендәге нәҫел-ырыуҙар менән бәйләнеш булдырыу юлын эҙләй башланым. Хәйер, хәҙер интернет селтәре аша бөтә донъяға сығырға мөмкин. Мин дә замана уңайлыҡтарынан файҙаланып, фамилиялар, ауыл исемдәре буйынса “Бәйләнештә” сайтынан эҙләнә торғас, Иҫке Мөхәмәт ауылында йәшәгән туғаныбыҙҙың ҡатыны Гөлнур Фәрит ҡыҙы Фәхретдинованы, Ҡолбаҡтан Айбулат ағай Ҡолбаҡовты таптым. Шылтыратып, улар менән таныштым, һөйләштем. Айбулат Ҡолбаҡов эҙләнеүҙәрем тураһында Иҙрис ауылында йәшәгән туғаны, нәҫел-ырыу тураһында мәғлүмәт йыйыусы Вирнат ағай Хужинға әйтте. 2017 йылда ул Ҡариҙел районына килеп, быға тиклем үҙенә лә билдәле булмаған, минең өсөн дә ҡиммәтле мәғлүмәттәрҙе ҡулға төшөрҙө.
Һәм бына, ниһайәт, быйыл йәй атайымдың Маһинур исемле бер туған апаһының улы, отставкалағы полковник, химия фәндәре докторы Альберт Фән улы Кирәев һәм уның ҡатыны Рауза Үмәр ҡыҙы менән бергә тәүге тапҡыр Ҡыйғы районының Иҙрис ауылына – Вирнат ағай Хужин менән осрашыуға юлландыҡ.
Ысын мәғәнәһендә ҡан ҡәрҙәштәр күрешеүе булды был. Вирнат ағайыбыҙ, Таңһылыу еңгәбеҙ, башҡа туғандар яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршыланы беҙҙе олатайҙар төйәгендә.

Радим АМУРҘАҠОВ,
БДПУ студенты.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 90

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 115

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 107

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 148

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 120

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 140

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 129

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 93

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 169

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 134

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 107

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән” 28.09.2018 // Рухиәт

Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған. Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына...

Тотош уҡырға 421