Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үткәнен онотмаған – киләсәкле
Башҡорт Хөкүмәте рәйесе Юныс Бикбовҡа тыуған төйәгәндә бюст асылды

Тарихҡа күҙ ташлаһаҡ, ҡасан ғына булмаһын, хатта тынысһыҙ 1917 – 1920 йылдарҙа ла башҡорт халҡының аҫыл ирҙәре илем, халҡым тип янған. Әлбиттә, аҫыл заттарҙың исемдәре милләт хәтерендә мәңге һаҡланып ҡалған. Арҙаҡлы шәхестәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында күптән түгел Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғол ауылында Башҡорт Хөкүмәте рәйесе, БАССР-ҙың юстиция комиссары Юныс Бикбовҡа бюст асылды. Тантанала район хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин, йәмәғәт эшмәкәре, ошо изге башланғысҡа идея биргән һәм уны тормошҡа ашырыуҙа әүҙемлек күрһәткән Марат Түләбаев, Өфөләге яҡташтар ойошмаһы вәкиле Юлай Солтанбаев, Юныс Юлбарыҫ улының туғандары, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

– Билдәле булыуынса, мөһим дата – Башҡортостандың 100 йыллығын билдә­ләү алдында торабыҙ, – тине Әлфәрис Сәлихйән улы, тантананы асып. – Был байрам уңайынан республикала төрлө саралар планлаштырыла. “100 йыллыҡҡа – 100 объект” программаһына ярашлы ра­йонда байтаҡ төҙөлөш эштәре башҡа­рыла. Сәғит ауылы янындағы күперҙе саф­ҡа индереү, Таҙлар балалар баҡса­һын төҙөү һәм башҡалар планға ингән. Шулай уҡ үҙәк район китапханаһына төкәтмә эшләп, унда музей асырға тигән ниәтебеҙ бар. Танылған яҡташыбыҙ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Юныс Бикбовтың бюсын ошо китапхана алдындағы майҙанда урынлаштырыу ҙа юҡҡа түгел.

Әлфәрис Байсурин билдәләүенсә, артабан да танылған шәхестәребеҙгә бюст ҡуйыу дауам ителәсәк. Алдынғы ҡарашлы юлбашсыларыбыҙ киләсәк­тең яҡты булыуы өсөн тырышҡан. Уның кеүек данлы яҡташтарыбыҙ бихисап – Мстислав Ҡулаев, Сөләймән Мырҙабулатов, Ғүмәр Ҡыуатов һәм бүтәндәрҙең исемдәре тарих биттәренә яҙылған. Уларға бик ҡаты шарттарҙа эшләргә тура килгән, республика тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртеү маҡсаттары бик көслө булған. Киләсәктә ошо китапхана янындағы бюст тарихты иҫкә алыу урынына әйләнәсәк.

Район аҡһаҡалы Марат Сәйфулла улы Әбүләйес егете, Башҡорт Хөкүмәте рәйесе Юныс Бикбов кеүек ҡыйыу ҡарашлы шәхестең биографияһына ҡыҫҡаса байҡау яһап үтте. Әйткәндәй, Марат Түләбаев бик изге эште атҡарып сыҡты, уның был аҙымы оло хуплауға лайыҡ. Киләсәк быуын тарихты белеп үҫһен, ти ул. Илем, халҡым тип йәшәгән ир-егеттәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү – ифрат сауаплы эш.
Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Байрас Ҡансурин бюсты ҡуйыуҙа туранан-тура ҡатнашҡандарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Өфөләге Ейәнсура яҡташ­тар ойошмаһы вәкиле Юлай Солтанбаев баш ҡаланан сәләмдәр еткерҙе.

– Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Башҡарма комитеты Башҡорт­остан дәүләтселегенә нигеҙ һалған 1917 – 1930 йылдарҙағы күренекле 100 шәхесебеҙҙең исемлеген раҫланы. Шулар араһында иң күбе ейәнсуралар – ете кеше! Республиканың хөкүмәт рәйестәре, халыҡ комиссарҙары һәм башҡа юғары дәүләт вазифаларында уңышлы эшләп, халыҡ араһында ҙур абруй ҡаҙанған кешеләр. Улар тәрән белеме, милләтебеҙгә тоғролоғо менән айырылып торған. Әле арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында тыуған ерҙәрендә таҡтаташтар ҡуйыу, урамдарға исемдәр биреү кеүек эштәр башҡарыла. Бөгөн Юныс Бикбовҡа асылған бюст – Башҡортостанда тәүгеләрҙең береһе, – тине Юлай Вәли улы һәм район-ара китапханаға республика Милли архивында һаҡланған шул осорҙағы байтаҡ документтарҙың күсермәһен тапшырҙы.

Иҙәш мәктәбе директоры Рәзилә Ураҡаева (Бикбова) телмәрендә үҙенең легендар Юныс Бикбов нәҫе­ленән булыуы менән ғорурланыуын, уҡытыусы­лыҡ, етәкселек итеү уларҙың ҡанынан килеүенә баҫым яһаны, ойоштороу­сыларға, бигерәк тә Марат Түләбаевҡа оло рәхмәтен еткерҙе. Эйе, репрессияға эләккәс, Юныс Юлба­рыҫ улына Үзбәкстанда мәктәп­тә, унан университетта уҡытыусылыҡ итергә лә тура килә. Юғалып ҡалмай ул, ғаиләһен йәшәтәм тип һәр эшкә тотона. Халҡына ярҙам итәм, тормошон яҡшыртам тип йәшәгән кеше ихтыяр көсөн юғалтмай шул.

Район хакимиәтенең мәғариф идара­лығы исеменән Илфат Бирҙеғолов, тарихи ваҡиға уңайынан бөтәһен дә тәбрикләп, Юныс Бикбовтың туғаны Асия апайға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Районыбыҙ йәмәғәт ойошмалары исеменән Рәшит Бикбаев иһә бюстың йәштәр өсөн үткән йылдарҙан сәләм булып тороуына баҫым яһаны.

– Аса торған һәйкәлдәр күп әле. Һәр башланғысты күтәреп алғаны өсөн район хакимиәте башлығына ҙур рәхмәт, – тине ул. – Һуғыш һәм хеҙмәт геройҙарының да бюстарын күрергә яҙһын. Өлкәндәр мәңгелек түгел, китер ҙә барыр, беҙҙән үрнәк алып, йәштәр ҙә ҡушылһын ине. Үҙҙәренең ауылдаштарын, райондаштарын онотмаһын­дар. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙ генә ваҡыт ҡалып бара, бының буйынса ла эш алып барырға кәрәк. Яу батырҙарына, тыл ветерандарына бағышланған һәйкәлдәр төҙөлмәгән әле.

Юныс Бикбовҡа бюст асыуҙың республикала беренсеһе һәм тап беҙҙең ра­йонда булыуы – оло ғорурлыҡ. Әйтергә кәрәк, үҙәк китапхана белгестәре яҡта­шыбыҙ тураһында материалдар йыйыуҙа, уны халыҡҡа еткереүҙә, бюсты эшләгән ваҡытта ла, уның тирә-яғын йыйыштырыу эштәрендә лә ныҡ ярҙам күрһәткән. Әле улар “100 йыллыҡҡа – 100 шәхес” проекты буйынса эште дауам итеп, районыбыҙ арҙаҡлылары тураһында мәғлүмәт йыйыуҙы үҙ өҫтөнә алған.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 22

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 65

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 54

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 45

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән” 28.09.2018 // Рухиәт

Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған. Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына...

Тотош уҡырға 258

Сал тарих эҙҙәренән

Сал тарих эҙҙәренән 28.09.2018 // Рухиәт

Күптән түгел Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт...

Тотош уҡырға 80

Батырҙарҙы онотмайыҡ

Батырҙарҙы онотмайыҡ 25.09.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышының ҡаһарман батырҙарының береһен йыш иҫкә алам. Генерал-майор Ғәлийән Ғәлиев ул....

Тотош уҡырға 68

Һағыштарҙы ниҙәр тарата?

Һағыштарҙы ниҙәр тарата? 21.09.2018 // Рухиәт

“Үҙеңдең генә түгел, башҡаларҙың да күңелен үҫтереп йәшәргә кәрәк” Матурлыҡ – иң ҙур көс, тиҙәр....

Тотош уҡырға 186

Дини үҙәккә — 230 йыл

Дини үҙәккә — 230 йыл 18.09.2018 // Рухиәт

Быйыл Рәсәйҙә мосолмандарҙың тәүге үҙәк дини ойошмаһы – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты...

Тотош уҡырға 63

“Урал батыр” нисә йәшендә?

“Урал батыр” нисә йәшендә? 12.09.2018 // Рухиәт

Ғалим өсөн сиктәр юҡ ине... Ер йөҙөндә йәшәүсе күп һанлы милләттәр араһында үҙен милләт, улай ғына...

Тотош уҡырға 118

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа...

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа... 16.08.2018 // Рухиәт

Бай тарихлы Йәрмөхәмәт ауылына быйыл 280 йыл тулды. Бөгөн дә ул тотороҡло үҫеш юлында: яңы йорттар...

Тотош уҡырға 343

ТАМЫРҘАРҘЫ ЭҘЛӘП, НӘҪЕЛ ЕБЕН ЯЛҒАП...

ТАМЫРҘАРҘЫ ЭҘЛӘП, НӘҪЕЛ ЕБЕН ЯЛҒАП... 03.08.2018 // Рухиәт

Егерменсе быуаттың алтмышынсы йылдарында СССР ауыр һуғыштан һуң аяҡҡа баҫа. Тап ошо осорҙа ил...

Тотош уҡырға 147