Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һағыштарҙы ниҙәр тарата?
“Үҙеңдең генә түгел, башҡаларҙың да күңелен үҫтереп йәшәргә кәрәк”

Матурлыҡ – иң ҙур көс, тиҙәр. Был күркәм төшөнсә күп яҡлы. Әҙәм балаһының күңеленән башлап эргә-тирәһендәге мөхиткә ҡәҙәр матур, пак, саф икән, уның тормошо ла ҡотло була. Ошондай гүзәл өлгө күрһәтеп йәшәгәндәр күп арабыҙҙа. Мәҫәлән, Әбйәлилдән Илсиә Атауллина.

Йөҙөнән йылмайыу китмәгән һылыу ханымдың әле, һағышлы көҙҙә, сәскәгә күмелеп йәшәгән мәле. Баҡсаһында ла, өйөндә лә ниндәй генә төрлөһө юҡ уларҙың! “Бынау һары раузаларымды бигерәк тә яратам, – ти ул, сәскәләргә һаҡ ҡына ҡағылып. – Ҡыҙылдарын да һатып алырға мөмкин, әлбиттә, тик миңә тап ошолары оҡшай, күңелемә яҡын. Һарыны һағыш төҫө тиҙәр. Килешмәйем. Муллыҡ, бәрәкәт, ҡәнәғәтлек төҫө ул. Көҙҙөң үҙе кеүек”.

Матур күңелле уңған ха­нымдың баҡсаһында башҡа төҫтәге төрлө сәскәләр ҙә күҙҙең яуын ала, күңелде иркәләй. Көҙҙөң хакимлыҡ итә башлауына ҡарамаҫтан, барыһы ла йылмайып сәләмләгәндәй.

– Баҡсала ла, ғаиләләге кеүек, ишлелек булырға тейеш тип ҡабул итәм. Шуға ла мул сәсәм, күп йыллыҡ сәскәләргә өҫтөнлөк бирәм, – ти Илсиә ханым. – Улар матурлығы ғына түгел, һалҡынға сыҙамлылығы, бирешмәүсәнлеге менән дә һоҡландыра, яраттыра. Хас та ауырлыҡтарға баш эймәҫ әҙәм балаһы кеүек. Тәбиғәт бит беҙгә ошондай өлгөнө юҡҡа тыуҙырмаған. Таштарҙы ярып килеп сыҡҡан сәскәләр була ла! Эйе, күңелде наҙлап ҡына ҡалмай, йәшәү һабағы ла бирә беҙгә үҫемлектәр донъяһы.

Үҙ тормошона килгәндә, Илсиә ошо райондың Ишҡол ауылында ишле ғаиләлә тыуа. Аталары бик иртә баҡыйлыҡҡа күскәс, ҡырҡҡа ла етмәй тол ҡалған әсәйҙәренә биш баланы яңғыҙ аяҡҡа баҫты­рырға тура килә. “Бөтөн эш төр­ҙәрен белеп, хәләл хеҙмәт аша тапҡанға таяныу зарурлығына төшөнөп үҫтек, – ти Илсиә ханым. – Ишле ғаиләнең көсө, мәғлүм ки, баһалап бөткөһөҙ. Бер-береңдең ҡәҙерен беләһең, һүҙһеҙ ярҙамға ашығаһың, туған­дарыңдың эске кисерештәрен күҙ ҡарашынан уҡ аңлайһың. Яҡын­дарыңа кәрәклегеңде тойоп йәшәйһең, үҙеңә генә түгел, уларға ла яҡшы булһын тип тырышаһың, күңелдәрен үҫте­рергә ынтылаһың. Ошо бәрәкәттә уй-ниәттәр яҡтыра, тормошто гөлгә күмеү теләге “етәкләп” алға әйҙәй, ырыҫ ҡоласын йәйә”.

Бәләкәйҙән туғанлыҡ көсөн белеп, хеҙмәттә сынығып үҫкән Илсиә бөгөн – һөйөклө ҡатын, өс бала әсәһе. Ул-ҡыҙҙары “ҡанат аҫты”нан осоп сығып бөтөп бара: өлкәндәре юғары уҡыу йортон тамамлап, тормошта үҙ урынын тапһа, кинйәләре әле – 11-се класта. Илсиә Ишбулат ҡыҙы өс тиҫтә йыл инде Ташбулат урта мәктә­бендә химия һәм биология фәндәренән уҡыта. Юғары категориялы педагог, Башҡортос­тандың мәғариф алдынғыһы.

– Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүем, сәскә яратыуым һөнәремә лә бәйлелер, – ти Илсиә Ишбулат ҡыҙы. – Биология уҡытыусыһы икәнһең, һис һүҙһеҙ, тирә-яҡ мөхитте, йәшеллекте һөйөүең менән өлгө күрһәтеп йәшәүең дә зарур. Балаларға иң ҙур тәрбиә матурлыҡ аша һалына.

Сәскә генә түгел, йәшелсә-емеште лә күпләп үҫтергән химия уҡытыусыһы баҡса эшендә химикаттар ҡулланыуға ҡырҡа ҡаршы. “Төрлө препараттар һатылһа ла, алмайым, кәбеҫтә ҡорттарын, колорадо ҡуңыҙын ҡул менән йыям, – ти ул. – Тәбиғилек һаҡланырға тейеш. Тормошта ла шулай бит: асылыңа зарар килһә, тамырың “ҡымшылдай” башлай. Баҡса эшендә, балалар хәҙер ҡырҙа булғас, ирем менән икәүләп мәшғүлбеҙ. Ул иртә яҙҙан ерҙе мотоблок ярҙамында эшкәртеп бирә. Теплицаны апрелдә әҙерләп, ай аҙағында ҡыяр, помидор сәсеп ҡуябыҙ. Йыл да июндең тәүге аҙнаһында беренсе ҡыярҙы ауыҙ итәбеҙ. Әйткәндәй, көҙгә ҡарай был йәшелсәне тағы ла сәстек. Өлгөрөп тә килә инде. Кәбеҫ­тәне һәр саҡ күп итеп үҫте­рәбеҙ, уны тәүге ҡар төшә башлағас йыйып алабыҙ, туғандарға, һорағандарға өлә­шәбеҙ”.

Атауллиндар йыл да ҡара­ғаттан, сейәнән, сливанан, ҡурай еләге­нән мул уңыш йыя. Ҡыуаҡтарҙың ҡартайған, сере­гән ботаҡтарын көҙ һайын йыбанмай ҡырҡып тороу ҙа быға булышлыҡ ҡыла, тиҙәр.

– Баҡса эше, һәр кемгә мәғлүм, күп көс, тырышлыҡ, ваҡыт талап итә. Матурлыҡ та, мул уңыш та буштан ғына ҡыуандырмай, – ти Илсиә Ишбулат ҡыҙы. – Бына хәҙер яңы уҡыу йылы башланды: бихисап эш мәшәҡәттәре, көндәлек пландар, өҫтәмә дәрестәр, саралар... Етмәһә, сығарылыш класы етәксеһемен. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, баҡсамды иғтибарҙан ситтә ҡалдыр­майым. Ҡулым эшләй, күңелем ял итә унда. Ҡара көҙгә ҡәҙәр алмашлап күҙҙәрҙе иркәләгән сәскәләрем, көн дә сәләмләп оҙатып һәм ҡаршы алып, йәшәүемә – йәм, күңелемә ғәм өҫтәй, һағышлы миҙгелдә йылмайыуҙан өҙмәй.

...Көҙ ҡайын еләге лә ҡыҙарып бешеп ултырыр икән. Эйе, Илсиә ханымдың мул баҡсаһында тап шулай. Мыйыҡ ебәрмәй, йәйҙән алып көҙгә ҡәҙәр сәскә атып, еләкләнеп тик ултыра был тәбиғәт ниғмә­те. Мул ҡуллы, йомарт күңелле, матурлыҡтың, тормоштоң ҡәҙерен белгән кеше кеүек...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 30

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 65

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 55

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 45

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән”

“Халҡыбыҙға ислам дине VII быуатта уҡ ингән” 28.09.2018 // Рухиәт

Башҡорттарҙың борондан дәүләтселеге булған. Уның менән һәр әңгәмә халҡыбыҙҙың боронғо тарихына...

Тотош уҡырға 258

Сал тарих эҙҙәренән

Сал тарих эҙҙәренән 28.09.2018 // Рухиәт

Күптән түгел Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт...

Тотош уҡырға 81

Батырҙарҙы онотмайыҡ

Батырҙарҙы онотмайыҡ 25.09.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышының ҡаһарман батырҙарының береһен йыш иҫкә алам. Генерал-майор Ғәлийән Ғәлиев ул....

Тотош уҡырға 68

Дини үҙәккә — 230 йыл

Дини үҙәккә — 230 йыл 18.09.2018 // Рухиәт

Быйыл Рәсәйҙә мосолмандарҙың тәүге үҙәк дини ойошмаһы – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты...

Тотош уҡырға 64

Үткәнен онотмаған – киләсәкле

Үткәнен онотмаған – киләсәкле 18.09.2018 // Рухиәт

Башҡорт Хөкүмәте рәйесе Юныс Бикбовҡа тыуған төйәгәндә бюст асылды Тарихҡа күҙ ташлаһаҡ, ҡасан ғына...

Тотош уҡырға 67

“Урал батыр” нисә йәшендә?

“Урал батыр” нисә йәшендә? 12.09.2018 // Рухиәт

Ғалим өсөн сиктәр юҡ ине... Ер йөҙөндә йәшәүсе күп һанлы милләттәр араһында үҙен милләт, улай ғына...

Тотош уҡырға 120

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа...

Илле гармунсы бергә сығып баҫһа... 16.08.2018 // Рухиәт

Бай тарихлы Йәрмөхәмәт ауылына быйыл 280 йыл тулды. Бөгөн дә ул тотороҡло үҫеш юлында: яңы йорттар...

Тотош уҡырға 345

ТАМЫРҘАРҘЫ ЭҘЛӘП, НӘҪЕЛ ЕБЕН ЯЛҒАП...

ТАМЫРҘАРҘЫ ЭҘЛӘП, НӘҪЕЛ ЕБЕН ЯЛҒАП... 03.08.2018 // Рухиәт

Егерменсе быуаттың алтмышынсы йылдарында СССР ауыр һуғыштан һуң аяҡҡа баҫа. Тап ошо осорҙа ил...

Тотош уҡырға 147