Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына
2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге (Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы) менән берлектә генерал Хажиәхмәт Ишбулатовҡа, арналған “түңәрәк өҫтәл”дә уға тыуған ауылында һәйкәл асырға тип резолюция ҡабул иткәйне. Ниһайәт, Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Благовар районының Өйҙөрәкбаш ауылында Зәки Вәлидиҙең арҡаҙашы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәре Хажиәхмәт Ишбулатовҡа һәйкәл астыҡ. Был хаҡта “Башҡортостан” гәзите хәбәр иткәйне инде. Ә мин тулыраҡ яҙырға булдым.

“Ил төкөрһә, күл була” тигәндәй, бюст халыҡ йыйған аҡсаға эшләнде. Уның авторы – ошо ауылда тыуып үҫкән скульптор Рәфис Рәйес улы Зәйнетдинов. Һәйкәл генералдың һаҡланып ҡалған берҙән-бер фотоһы буйынса эшләнде. Был турала скульптор бына нимә ти: “Беренсе мәртәбә эшләгәндә миңә нимәһелер оҡшап етмәне, ҡабаттан тотондом. Был юлы һәйбәт килеп сыҡты”.

Өйҙөрәкбаш урта мәктәбе директоры, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Мең ырыуы советы рәйесе урынбаҫары Рәйсә Мәжит ҡыҙы Төхфәтуллина: “Өйҙөрәкбаш ауылында генерал Ишбулатовҡа һәйкәл ҡуйыуҙы Благовар районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Салауат Батыр улы Батыраев күтәреп сыҡҡайны. Бынан һуң ауылда инициатив төркөм төҙөп, уның етәксеһе итеп Зәйнәб Хатмулла ҡыҙы Ишбулатованы һайлап ҡуйҙыҡ. Һәйкәлде булдырыу эшенә генералдың яҡын һәм йыраҡ туғандары Р. Заһиров, И. Ишбулатова, З. Ишбулатова, А. Ишбулатов, Р. Сиражетдинов, Р. Ишбулатов тос өлөш индерҙе. Һәйкәл алдын төҙөкләндереүҙе ауыл Советы хакимиәте башлығы Рәмил Радик улы Ишбулатов ойошторҙо. Ғөмү­мән әйткәндә, бөтөн Өйҙөрәкбаш ауылы халҡы һәйкәл булдырыуҙа ҡатнашты. Ҡаһарман яҡташыбыҙ, генерал Хажиәхмәт Ишбулатов быуаттар аша тыуған ауылыбыҙға һәйкәл булып ҡайтты”.

Шулай итеп, Өйҙөрәкбаш ауылы өсөн генералдың һәйкәлен асыу йылдың иң сағыу, иң иҫтәлекле көнөнә әүерелде.

Ямғырлы, һалҡын һауа торошона ҡарамаҫтан, тантанаға өйҙөрәк­баштар ғына түгел, ә тирә-яҡтағы ауыл халҡы ла килгәйне. Ауыл халҡының шатлығын бүлешергә, был иҫтәлекле көн менән ҡотларға Өфөнән билдәле тарихсылар Салауат Хәмиҙуллин, Рөстәм Тайма­ҫов, Азат Ярмуллин, Мең ырыуы ҡор башы Әхнәф Тимербулатов килде. Мең ырыуының арҙаҡлы улы, юлбашсыһы Ҡәнзәфәр бейгә һәйкәл асыуҙы ла район етәкселеге халыҡ елкәһенә һалып ҡуймаҫ, тип ышанғы килә.

Хажиәхмәт Ишбулатов Өфө гу­бер­на­һының Өфө өйәҙе (хәҙер – Благовар районы) Өйҙөрәкбаш ауылында 1851 йылдың 16 мартында тыуған. Атаһы Исхаҡ Мөхәм­мәтрә­хим улы — 3-сө Мишәр кантонының хәр­би старшинаһы. 1866 йылда Ырымбур кадет корпусын тамамлай. 1900 – 1904 йылдарҙа Орск пехота полкында. 1908 йылда генерал-майор чинында отставкаға сыға. Беренсе донъя һуғышы башланғас, 1915 йылда яңынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла.

1916 йылдан 152-се запас пехота полкы командиры, йәнә ике йылдан 1-се Мосолман уҡсылар бригадаһы командиры, 1917 йылда — Бәләбәй гарнизоны башлығы. Һуңынан баш­ҡорт милли хәрәкәтенә ҡушы­лып, 1-се Башҡорт пехота дивизияһы баш­лығы, Башҡорт айырым корпусы командиры була. Башҡорт милли ғәскәре башлығына генерал-лейтенант хәрби исеме бирелә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡорт ҡыҙы яулаған үрҙәр
“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә...

“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә... 23.12.2018 // Рухиәт

Һәр кем мөғжизәле Яңы йыл байрамын көткәндә Сибай ҡалаһының мәҙәни тормошонда ла үҙенсәлекле ваҡиға...

Тотош уҡырға 223

Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 153

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 160

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 147

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 194

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 177

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 185

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 134

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 220

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 167

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 157