Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...
Тамырҙарын белгән быуын беҙ.

Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең хеҙмәте, түккән көсө, көндәлек ғәҙәти генә эшендәге еңеүҙәренән илдең, милләттең яҙмышы, уның киләсәге билдәләнә.

Мин үҫмер саҡта Ейәнсура районының Биштирәк ауылы гөрләп йәшәне. Халыҡтың эше лә, ашы ла бар ине. Урамға һыймайынса һыйыр малы, тауҙы ҡара болоттай ябып кәзә-һарыҡ көтөүе ҡайта торғайны. Ишек алды һайын ҡош-ҡорт өйөрө. Гөрләп торған баҫыуҙарҙы, иген һуғыу осорон һаман хәтерләйем. Бойҙай, һоло, арпа ашлыҡ аҙбарында тауҙай өйөлөп ятты. Хатта ураҡ осоронда ситтән ярҙамға киләләр ине.

Ауылда алдынғы механизаторҙар, мал ҡараусылар күп ине. Илде – алдынғы, ха­лыҡты туҡ итеүселәр улар. Шуларҙың береһе, беҙҙең ут күршебеҙ, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, тиҫтәләгән миҙалдар, маҡтау грамоталары хужаһы, социалистик ярыштарҙа еңеүсе, механизатор Булат Юланов ағай тураһында яҙмам.

Ул йылдың бер миҙгелендә лә эшһеҙ торманы. Күршелә генә булғас, хәтергә уйылып ҡалған. Уның тракторы һәр саҡ төҙөк булды. Ғүмер буйы, 45 йыл самаһы, механизатор булып эшләргә түҙемлек, уңғанлыҡ та кәрәк бит. Көн һайын тракторыңды майлап, һөртөп торһаң ғына ул эшкә әҙер.
...Унынсы класты тамамлағас, бер йыл әсәйемә өйҙә ярҙам итәйем дә икенсе йыл уҡырға инермен тип, совхозда эшкә ҡалдым. Беҙ сәсеүгә лә сыҡтыҡ, бесән, силос әҙерләштек. Ыҙандарҙа оло ағайҙар менән бергә аш та ашаныҡ. Ул һарыҡ һурпаһының тәмлелеген хәҙер ҙә һис онотмайым: усаҡ төтөнө һеңеп бешкән ашҡа ни етә?! Шишмә һыуынан ҡайнатылған сәйгә йә мәтрүшкә, йә ҡарағат япрағы һалалар. Күңелле итеп, үҙ-ара шаяртып һүҙ ҡушып ашайҙар. Их, күңелле саҡтар!

...Булат ағай – етемлекте, аслыҡты күреп үҫкән бала. Ейәнсура районының Мәзит ауылында атайҙары Ғәбит ағай һәм әсәйҙәре Мәрхәбә апай өс малай үҫтереп, һәүетемсә донъя көткәндә һуғыш башлана. Ғәбит ағай 1941 йылдың көҙөндә һуғышҡа китә. Оло улы Хамматҡа – ун, Булатҡа – дүрт, бәләкәйҙәре Моратҡа ун ай ғына була. Ләкин өс балаһын үҙе үҫтереп, уларҙың ҙурайғандарын күреү бәхете тәтемәй ҡатынға. 1942 йылдың яҙғы ташҡынында колхозға ашлыҡ ташығанда һыуыҡ һыуға төшөп, ауырып китә һәм, шәбәйә алмайынса, 28 йәшендә генә үлеп ҡала...
Атайҙары һуғышта хәбәрһеҙ юғала. Хаммат колхозда эшләп йөрөгән була, шуға уны өләсәһе алып ҡала. Ә Булат ағайҙы һәм ҡустыһы Моратты – Байышҡа балалар йортона, ә бер аҙҙан Моратты, йәше лә тулмаған булғас, Өфөләге Сабыйҙар йортона ебәрәләр...

Ауыр һуғыш йылдары, аслы-туҡлы үткән көндәр барыһы ла артта ҡала. Бер ғаилә балаларының юлдары 1975 йылда ғына киҫешә. Булат ағай ағаһын һәм ҡустыһын ҡырҡ михнәт менән эҙләп таба. Өләсәйҙәре лә был бәхетле миҙгелде күрә.

Булат ағай Байыш мәктәбендә биш класс бөтөргәс, тракторсылар курсында уҡый. Шунан Байыш балалар йортонда бергә үҫкән Миркәй Ҡансурин һәм Шәриф Хәмиҙуллин исемле егеттәр менән Биштирәк ауылына эшкә килә. Көндөҙ ең һыҙғанып эшләйҙәр, ә кистәрен клубта ҡыҙ күҙләйҙәр. Булат ағай ауылға ҡунаҡҡа килгән Йәнифә апай менән таныша.

Егеттәр барыһы ла Биштирәктә төпләнә, ғаилә ҡора. Ауыл ҙурая, өй һайын балалар үҫә, гөрләп туйҙар үтә. Булат ағай менән Йәнифә апайҙың ғаиләһендә өс малай, ике ҡыҙ үҫеп буй етә. Булат ағай ең һыҙғанып эшләй. Үҙенең бала сағы аслы-туҡлы үткәс, ул балаларының өҫтө бөтөн, тамағы туҡ булһын тип тырыша. Йәнифә апай менән гөрләтеп баҡса үҫтерҙеләр. Уларҙың линейка менән һыҙған кеүек ултыртылған картуф рәттәре иҫемдә ҡалған. Хужа ул ваҡытта уҡ баҡсаға һыуҙы ниндәйҙер көслө насос менән һурҙыртып һибә ине.

Булат Юлановтың фиҙакәр хеҙмәтенең һөҙөмтәһен күреп, һәр саҡ ҙурлап, бүләкләп торалар. 1973 йылда беренсе Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була, ә икенсе ошондай уҡ орденды 1986 йылда Өфөгә бара алмағас, Иҫәнғолда тапшыралар. Ошо юғары наградаларҙан тыш, уҙамандың тиҫтәнән ашыу миҙалы, бихисап маҡтау грамотаһы бар. 1965 йылда ул Биштирәк ауыл Советына, 1989 йылда Ейәнсура район Советына депутат итеп һайлана. 1952 йылда тир түгә башлаған хеҙмәт батыры 44 йыл тигәндә, 1996 йылда, эштән туҡтай. Һаулығы ҡаҡшамаһа, артабан да эшләр ине, ти кесе ҡыҙы Лилиә. 2007 йылда ағай донъя ҡуя.

Кешене һуңғы юлына оҙатҡанда ҡылған ғәмәлдәре оҙатып бара, тиҙәр. Булат ағай ейәнсәрҙәре ғорурланып һөйләрлек, беҙ оло хөрмәт менән баш эйерлек хеҙмәт батыры булып йәшәне. Илде, милләтте, ғаиләһен туйындырған, көр йәшәткән алдынғыларҙың береһе ул!
...Булат ағайҙың күрше булараҡ һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер тороуы иҫтә ҡалған. Ауылда башланғыс кластарҙы тамамлап, интернатта йәшәп уҡыған йылдарҙа ул йыш ҡына ауыл балаларын Байышҡа илтә ине. Ағай тракторҙы бик оҫта йөрөттө, әллә ниндәй бысраҡ юлда ла, яҙғы ташҡында ла, соҡор-саҡырлы урындарҙа ла уның менән батып ҡалғанды, ауғанды хәтерләмәйем.

Ул осорҙа минең оло ағайым Ғәбделхаҡ ауыл хужалығы институтын тамамлап ҡайтты. Ул Иҙелбәк трактор-машиналар оҫтаханаһына мөдир итеп ҡуйылды. “Булат ағай менән бергә эшләгәс, һинең хәтереңдә ниндәй кеше булараҡ иҫтә ҡалды?” – тип һораным ағайымдан. “Белемле, үҙ эшен теүәл үтәй ине. Бер мәл яңы трактор ҡайтты. Мин уны Булат ағайға, ә уның иҫке тракторын бүтән кешегә тәҡдим иттем. Ағай баш тартты, иҫкеһен бирһәң дә ватып бөтөрәсәк, мин ул кешегә иҫкеһен дә бирмәйем, тине. Ә ике йылдан, яңы трактор ҡайтһа, уға ул­тыртырлыҡ йәш тракторсы әҙерләнем, хәҙер бирһәң дә була, тине. Йәштәрҙе өйрәтерлек, үҙе үрнәк булырлыҡ кеше ине”, – булды яуабы.

...Йәй көндәрендә урманда ҡырмыҫҡа ояһына ҡарап торорға яратам. Эй, тормош ҡайнай унда. Ояның ныҡлығы ҡырмыҫҡа­ларҙың зшсәнлегенән, берҙәмлегенән, яуап­лылығынан тора, тигән фекер тыуа. Әгәр ҙә ҡырмыҫҡалар тарҡау, ялҡау булһа, оялары улай төҙөк, ә үҙҙәре туҡ, көслө булмаҫ ине, тип уйлайым. Шулай уҡ ҡырмыҫҡа ояһын илебеҙгә оҡшатам, ә хеҙмәт батырҙарын уңған ҡырмыҫҡаларға тиңләйем. Улар ил, милләт, ғаилә алдында торған бурыстарҙы оло яуаплылыҡ менән аңлап йәшәй һәм эшләй, һыҡранып, яҙмышҡа һылтанып ултырырға ваҡыттары юҡ....

...Бала сағым ифрат бәхетле заманға тура килгән икән. Һуғыш бөтөүгә 17 йыл ғына үткән булған мин тыуғанда. Ә шулай ҙа ил төҙөкләндерелгән, яңы мәктәп, клубтар ауыл һайын ине. Ауыҙ тултырып икмәк ашаныҡ, һөт эстек, магазинға тауар ҡайтып торҙо, өҫтөбөҙ бөтөн булды. Ауыл халҡы ла дуҫ, берҙәм булды, гөрләтеп йәшәне. Ваҡыт үтә килә генә барыһына ла дөрөҫ баһа бирәһең икән ул. Ә бит бала сағымдың туҡ, бәхетле булыуы – хеҙмәт батырҙарының, атай-әсәйҙәрҙең фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһе.

Был яҙмамда ла, беҙ һеҙҙе онотманыҡ, бәхетле бала саҡ өсөн рәхмәт уларға, тип әйтәһе килә. Хәтерҙе яңыртып торорға, еребеҙҙең тарихын үҫеп килгән быуынға еткерергә кәрәк бит ул. Һәр бала билдәле шәхестәрҙе генә түгел, ә көндәлек тормошта иртә таңдан туҙан йотоп, тир түгеп икмәк үҫтергән, башҡа ризыҡ етештергән хеҙмәт батырҙарын да белһен. Улар үҙ еребеҙҙең, илебеҙҙең хеҙмәт ҡаһармандары! Үҙ тарихын, батырҙарын, тамырҙарын белгән быуын ғына милләт дауамсыһы була ала.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡорт ҡыҙы яулаған үрҙәр
“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә...

“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә... 23.12.2018 // Рухиәт

Һәр кем мөғжизәле Яңы йыл байрамын көткәндә Сибай ҡалаһының мәҙәни тормошонда ла үҙенсәлекле ваҡиға...

Тотош уҡырға 223

Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тәрбиә орлоғон кем сәсә? 21.11.2018 // Рухиәт

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса...

Тотош уҡырға 153

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 160

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 194

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 177

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 185

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 177

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 134

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 220

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 167

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 157