Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәрбиә орлоғон кем сәсә?

Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел.

Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең ХХ республика конкурсында стәрлетамаҡтар йәнә ҙур уңыш яулағайны. Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусылары командаһы әҫәрҙән өҙөк сәхнәләштереү турында III урынды алды. V класс уҡыусыһы Илдар Тимерғәлиев “Аҡбуҙат” журналының Маҡтау грамотаһы һәм махсус призы менән бүләкләнде.

Мәғариф өлкәһендәге уңыштар – тәү сиратта, әлбиттә, уҡыусыларҙың уңышы. Әммә уларҙы конкурсҡа әйҙәгән, белем биргән, тәрбиә орлоғо һалған уҡы­тыусыларының роле хаҡында ла оноторға тейеш түгелбеҙ. Ошо бәйгегә команданы әҙерләгән, алып барған педагог – гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Шәрә­фетдинованың эше был йәһәттән юғары баһаға лайыҡ. Ҙур уңыштар нәҡ ошондай кескәй еңеүҙәрҙән башлана бит. Туған тел, рухи тәрбиә тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

— Уҡытыусы көн һайын балалар күңеленә бөртөкләп ижади табыштар һеңдерергә, таланты булған уҡыусы­ларҙы үҫтерергә бурыслы. Һәләтле балалар тәрбиәләү – заман талабы, көсөргәнешле һәм яуаплы эш. Бының өсөн уҡытыусы яңы педагогик технологиялар өлкәһендә лә, электрон дәреслектәр тураһында ла хәбәрҙар булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта уҡыусыларым театрҙарға, музейҙарға, экскурсияларға йөрөргә ярата, йыш ҡына бергәләп әҙәби әҫәрҙәр уҡыйбыҙ. Уларҙан һуң йәнле һөйләшеү, фекер алышыу үткәрәбеҙ, баһаламалар яҙа­быҙ, — тип яуап бирә Зөлфиә Тәлғәт ҡыҙы “Заман шарттарында балаларҙы нисек рухлы итеп тәрбиәләргә?” тигән һорауға. Үҙ эшенең оҫтаһы, киң эрудициялы, мәрхәмәтле шәхестең уҡыусы­ларына ижадсы итеп ҡарауы бигерәк тә иғтибарға лайыҡ.

Ысынлап та, кемдер уңышһыҙлыҡ сәбәбен – белем биреү талаптарынан, кемдер “моңһоҙ” һәм “маңҡорт” уҡыусыларынан эҙләгәндә Зөлфиә Шәрәфетдинованың ошолай гөрләтеп эшләүе һоҡланыу уята. Ә бит уның табыштары әлеге конкурсҡа ғына ҡайтып ҡалмай... Бының бер осо уҡытыусылар нәҫеленән булыуына, бала саҡ хыялына ҡайтып ҡалһа, икенсеһе кинәнеп эшләр өсөн тыуҙырылған шарттарға бәйлелер, сөнки теләк бер, эшләр өсөн тырышлыҡ та, ярҙам да мөһим.

— Стәрлетамаҡты үҫеш нөктәһе тип атар инем. Мәғариф өлкәһендә кинәнеп эшләр өсөн барыһы ла бар, быны үҙебеҙҙең гимназия миҫалында ғына ла иҫбатларға була. Башланғыстар хуп­лана, китап, технология һәм башҡалар тураһында әйтеп тораһы ла түгел, — тип ҡәнәғәтлектәрен дә еткерә Зөлфиә Тәлғәт ҡыҙы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡорт ҡыҙы яулаған үрҙәр
“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә...

“Арҡайым” мөғжизәһен күргең килһә... 23.12.2018 // Рухиәт

Һәр кем мөғжизәле Яңы йыл байрамын көткәндә Сибай ҡалаһының мәҙәни тормошонда ла үҙенсәлекле ваҡиға...

Тотош уҡырға 223

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..”

“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?..” 30.10.2018 // Рухиәт

Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман!...

Тотош уҡырға 160

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ...

Беҙ һеҙҙе онотманыҡ... 23.10.2018 // Рухиәт

Тамырҙарын белгән быуын беҙ. Ил яҙмышына һәр кемдең индергән үҙ өлөше бар. Меңәрләгән кешенең...

Тотош уҡырға 147

Танылған археолог иҫтәлегенә

Танылған археолог иҫтәлегенә 18.10.2018 // Рухиәт

Ошо шәмбелә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы...

Тотош уҡырға 194

Дандары ҡайтты халҡына

Дандары ҡайтты халҡына 17.10.2018 // Рухиәт

Дандары ҡайтты халҡына. ...Алыҫ йылдар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100...

Тотош уҡырға 177

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды”

“Атайымдың яҙмышы асыҡланды” 16.10.2018 // Рухиәт

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр...

Тотош уҡырға 185

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына 16.10.2018 // Рухиәт

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни...

Тотош уҡырға 177

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 15.10.2018 // Рухиәт

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Район үҙәге Ермолаевка...

Тотош уҡырға 134

Данлы, шанлы йылдар ауазы

Данлы, шанлы йылдар ауазы 10.10.2018 // Рухиәт

Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин эҙҙәренән. Мәғрур Ирәндек тауының төньяҡ итәгендә,...

Тотош уҡырға 220

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек

Ҡарасайҙа, йөҙ йыл элек 02.10.2018 // Рухиәт

...Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән — тыуған айымдан, — Ана нисек минең юлдарыма Һары...

Тотош уҡырға 167

Шәхес һалған һуҡмаҡтан

Шәхес һалған һуҡмаҡтан 02.10.2018 // Рухиәт

Өфөлә V Кузеев уҡыуҙары барышында “Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли...

Тотош уҡырға 157