Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт ҡыҙы яулаған үрҙәр
Булмышында – милли рух.

Ләйсән, Наҙгөл, Зарема, Рушана... Матур ҙа, батыр ҙа, сая ла, һәләтле лә ҡыҙҙарыбыҙҙы исемдәренән танығанһығыҙҙыр. Күләмле телевизион конкурстарҙа ҡатнашып, улар үҙҙәрен генә түгел, республикабыҙҙың данын тотош Рәсәйгә танытты. Интернет киңлектәре аша һәр кем уларҙың сығышын яңынан-яңы ҡарап һоҡланды, изге теләктәрен, хуплау һүҙҙәрен еткерҙе. Афарин, башҡорт ҡыҙҙары! Рәсәй телевидение каналдарында бәләкәй конкурсанттарыбыҙ “Сыңрау торна”ны, “Урал батыр”ҙы, ҡурай, ҡумыҙ моңдарын яңғыратты.

Ә инде 2019 йылдың тәүге көнөндә үткән “Тауыш” проектының финал ярышында Рушана Вәлие­ваның сығышы республика халҡы өсөн иҫтәлекле булды. Яҡташыбыҙҙы тыңлап, берсә ғорурлыҡ, берсә тулҡын­ланыу хисе кисерҙек. Ауыр­ғазы районы, бигерәк тә төрөмбәттәр, талбазылар өсөн оло бер ваҡиғаға әүерелде Рушананың еңеүе.

Төрөмбәт ауылы таланттарға бай. Рәшит Назаров үҙе генә лә ни тора! Ошо ауылда үҫеп, йәмле Өршәгенең матурлығын булмышына һеңдереп, ата-әсәһенең күңел моңдарына сорналып үҫә Нурия Урал ҡыҙы Ибраҡова. Урта мәктәпте уңышлы тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Балалар табибы дипломын ҡулына алып, тыуған төйәгендә хеҙмәт юлын башлай. Бына өс тиҫтә йылға яҡын һөнәренә тоғро ҡалып, район дауаханаһында эшләй ул. Тормош иптәше, ошо уҡ райондың Мостафа ауылы егете Риф Вәлиев менән ике бала үҫтерәләр. Риф Миңлеғариф улы оҙаҡ йылдар район хакимиә­тенең мәҙәниәт бүлегенә етәкселек итә.

– Нәҫелебеҙҙә ике яҡлап та йыр-моңға маһирҙар күп. Ҡайным – оҫта баянсы, тальянда өҙҙөрөп уйнай, атайым иһә башҡорт халыҡ йырҙарын яратып башҡара. Уның бер туған ҡустыһы Йәүҙәт оҙон көйҙәрҙе йырлай, 18 йәшендә генә һуғышҡа алынып, хәбәрһеҙ юғалған Ғайнислам бабайым Төрөмбәттә скрипкала уйна­ған тәүге кеше булған, – тип һөйләй Нурия Урал ҡыҙы.

Рушана мәктәпте алтын миҙалға тамамлай. Бөтә фәндәрҙе лә ҡыҙыҡһынып өйрәнә, спорт менән дә шөғөлләнә. Футбол уйнар­ға, хоккей команда­ларының сығышын ҡарарға ярата.

– Ейәнсәрем аҡыллы, беҙгә ҡарата ихтирамлы, аҙна һайын Төрөмбәткә килеп, хәлебеҙҙе белешеп йөрөнө, – ти Рушананың өләсәһе Миңлегөл апай. – Башҡортса ла, русса ла оҫта һөйләшә, әммә үҙ-ара туған телдә аралашабыҙ. Уның уңыштарына ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.

Вәлиевтәрҙең оло улдары Артур бәләкәйҙән йырларға әүәҫ була, районда уҙғарылған сараларҙа ҡатна­шып үҫә. Һабантуй булһынмы, төрлө байрам сараларымы... “Сулпылар” телевизион конкурсында приз­лы урын яулай, “Ирәндек моңдары”, “Туған тел” республика бәйгеләрендә еңеүгә өлгәшә. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ үҙаллы музыкаль аранжировкалар эшләргә өйрәнә, көйҙәр ижад итә.

– Артур улыбыҙ өйрәнгән йыр­ҙарҙы Рушана бер йәшендә үк көйләп ҡабатлай ине, шунда беҙ уның музыкаға һәләтен тойҙоҡ, – тип хәтерләй Нурия ханым. Ҡыҙ беренсе тапҡыр дүрт йәшендә Талбазылағы район мәҙәниәт йортонда үткән байрам концертында сығыш яһай. Уны тәбиғәт биргән һәләтен үҫтереү маҡсатында район үҙәгендәге Бәхти Ғайсин исемендәге музыка мәктәбенә уҡырға бирәләр. Пианино, скрипка, баянда уйнарға өйрәнә Рушана. Бынан тыш, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша башлай.

– Балаларыбыҙ үҫкән саҡта йортобоҙҙа гелән йыр-моң яңғырап торҙо – башҡорт, татар, рус, сит ил музыкаһы, рок, джаз. Уларҙың мауығыуын һәр саҡ хуплап, ихтирам итеп, яңы үрҙәргә дәртләндерҙек, – ти бәхетле әсә.

Һәләтле булыу ғына етмәй, әсе тир түгеп, уны үҫтергәндә генә татлы емештәрен күрергә була. Бының өсөн ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ кәрәк. Башлаған эшеңде ярты юлда туҡталмай аҙағынаса еткереү, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмау – көслө рухлылар өсөн.

Рушанаға тап шундай сифаттар хас. Нуриман районының Павловка ауылы янында урынлашҡан “Гастелло” пионер лагерында ял иткәнендә гитарала уйнап, яратҡан йырҙарын йырлап, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, танылыу яулай Рушана. Лагерҙағы дуҫтары уны “Тауыш”та ҡатнашырға дәртләндерә, быға һис шикһеҙ лайыҡ булыуын әйтәләр.

Шулай итеп, 15 йәшлек Рушана Вәлиева 2014 йылда “Тауыш. Балалар” төп вокаль проектында ҡатнашырға батырсылыҡ итә. Нескә, үҙенсәлекле тембр хас Рушананың тауышына. Уның сығышын Рәсәйҙең төп телевизион каналы аша миллиондарса кеше ҡараны.

“А, знаешь, все еще будет” йыры уңыш килтермәһә лә, был миңә киләсәк ижадыма ҙур этәргес булды”, – тип яҙҙы Рушана үҙенең сәхи­фәһендә.
Артабан тағы ла юғары­раҡ үрҙәр... Ошо уҡ йылда Францияның баш ҡалаһы Парижға саҡырыу ала ул. “Кавер, мы знаем, как это делать” телевизион шоу-конкурсында ҡатнашып, финалға сыға йырсы ҡыҙ.

Өфөлә үткән “Йәшлек шоу-2014” конкурсында иһә “Йыл асышы” номинацияһына лайыҡ була .
Рушананың репертуары бай – рус, башҡорт, инглиз, француз телендәге йырҙар. Сит телдәге йырҙарҙы ошо илгә, милләткә хас үҙенсәлек менән башҡара белеү – ҙур ҡаҙаныш. Быны Рушана яҡшы аңлай һәм йырҙы тамашасы күңеленә еткереү өсөн ҙур тырышлыҡ һала.

“Тауыш” проектында үҙен тағы ла һынап ҡарау теләге менән яна Рушана. 19 йәше тулғас, уны өлкәндәр төркөмөнә алалар. Украин телендәге “Пообiцяй менi” йыры ҡыҙға уңыш килтерә. Уға жюриҙа ултырыусыларҙың барыһы ла йөҙҙәре менән борола. Рушана Рәсәй музыканты Сергей Шнуров команда­һын һайлай.

Абруйлы йырсы менән бергә эшләү, йыр нескәлектәренә төшөнөү уңыштарға юл аса. Ольга Бузованың “Мало половин” йыры менән проектта ҡалып, “Тауыш” конкурсының ярымфиналына үтә. Артабан билдәле йырсы, яҡташыбыҙ Земфираның “Ариведерчи” йыры менән тамаша­сыларҙы әсир итә.

Финал ярышына үтеп, Рушана үҙенең остазы Сергей Шнуров менән “Мой голос” йырын башҡара. Әйткәндәй, музыкант уны тап Рушана өсөн яҙған. Ә Бритни Спирстың репертуарынан “Тохic” йыры Рушанаға өсөнсө урын алып килә.

Сергей Шнуров: “Рушана проектта жанрҙар киңәйеүенә өлгәште, әммә шишмә сылтырауына оҡшаған тауышы, булмышы үҙендә ҡалды”, – тине.
Мәскәүҙәге иң абруйлы юғары уҡыу йорттарының береһендә уҡып йөрөгән Рушана Вәлиева киләсәккә ҙур хыялдар, юғары маҡсаттар менән йәшәй. Үҙенең беренсе альбомын сығарырға йыйына, унда башҡорт, татар йырҙары ла урын аласаҡ.

Ҡыҙ һәләтен үҫтереүгә ҙур көс һала: интернет аша төрлө видеокон­курстарҙа ҡатнаша, социаль селтәр­ҙәрҙә блог алып бара, яңы ижадташ дуҫтар таба. Ә беҙ, яҡташтары, уның сығыштарын тағы ла көтөп ҡалабыҙ, киләсәктә ҙур ҡаҙаныштар, еңеүҙәр теләйбеҙ.

Яңыраҡ Юғары иҡтисад институ­тының II курс студенты Рушана Вәлиева ҡышҡы сессияһын уңышлы тапшырып, тыуған яғына ҡайтты. Ул бөтә республика халҡына, төбәк Башлығына конкурста дәртләндереп торғандары өсөн ихлас рәхмәт белдерҙе.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәр

Тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәр 22.02.2019 // Рухиәт

Баймаҡ ерендәге ваҡиғаларға тарихсылар ниндәй баһа бирә?...

Тотош уҡырға 26

Шайморатов ҙурыраҡ баһаға лайыҡ

Шайморатов ҙурыраҡ баһаға лайыҡ 22.02.2019 // Рухиәт

Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор М.М. Шайморатовтың...

Тотош уҡырға 66

Кәшәнәләрҙе беләһегеҙме?

Кәшәнәләрҙе беләһегеҙме? 11.02.2019 // Рухиәт

Башҡортостан археологтары урта быуаттарҙа мосолмандарҙың республика биләмәһендәге изге урындары...

Тотош уҡырға 122

"Башҡортостан"дың Каруанһарайҙан сәләме

"Башҡортостан"дың Каруанһарайҙан сәләме 08.02.2019 // Рухиәт

Тарихыбыҙ йылъяҙмаһы булған "Башҡортостан" гәзитен дәүләтселегебеҙ бишеге булған Ырымбур ерендә...

Тотош уҡырға 107

Данлы шәхес мәңге хәтерҙә

Данлы шәхес мәңге хәтерҙә 05.02.2019 // Яңылыҡтар / Рухиәт

Нефтекама дәүләт филармонияһында башҡорт халҡының күренекле дәүләт эшмәкәре Муллайән Халиҡовтың...

Тотош уҡырға 154

Уның батырлығын хәтереңдә тот

Уның батырлығын хәтереңдә тот 05.02.2019 // Рухиәт

Ҡайҙа ғына тыуһа ла, ниндәй милләттән булһа ла, ул беҙҙең йөрәктәрҙә....

Тотош уҡырға 110

"Әй, Аҡтаныш! Яҡты һинең асман! Ал ҡан менән тарих яҙылған..."

"Әй, Аҡтаныш! Яҡты һинең асман! Ал ҡан менән тарих яҙылған..." 03.02.2019 // Яңылыҡтар / Рухиәт

Олуғ шәхес, Гәрәй ырыуы башҡорттары етәксеһе Илдархан Мутиндың Башҡорт автономияһы өсөн көрәш...

Тотош уҡырға 194

Сафуан Яҡшығоловтың шиғырын ятлап бүләк от!

Сафуан Яҡшығоловтың шиғырын ятлап бүләк от! 03.02.2019 // Рухиәт / Әҙәбиәт

Өфөлә Мең ырыуы башҡорттары башҡарма комитетының сираттағы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 272

Бындай байлыҡ ҡайҙа бар?

Бындай байлыҡ ҡайҙа бар? 29.01.2019 // Рухиәт / Әҙәбиәт

“Һәр ҡала ла бындай байлыҡ, илһөйәрлектең юғары өлгөһө һәм тыуған төйәк өсөн оло ғорурлыҡ тойғоһо...

Тотош уҡырға 217

"Беҙ булһаҡ, шундай булырбыҙ!"

"Беҙ булһаҡ, шундай булырбыҙ!" 27.01.2019 // Рухиәт / Әҙәбиәт

Мәскәү ҡалаһының Башҡортостан вәкиллегендә талантлы шағирә һәм журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре...

Тотош уҡырға 774

Етәксе лә, шиғри күңелле ҡәләм оҫтаһы ла
Төбәгебеҙҙе “Оло Башҡортостан” иткән шәхес

Төбәгебеҙҙе “Оло Башҡортостан” иткән шәхес 25.01.2019 // Рухиәт

Хатта уның фамилияһы ла “халыҡ” һүҙенән алынған кеүек. Тарихта башҡорт милли хәрәкәтен...

Тотош уҡырға 382