Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милли корпус – автономияны яҡлаусы
Башҡортостан авто­номияһын иғлан итеүҙә төп роль уйнаған Башҡорт корпусы ойошторолоуға – 100 йыл.

– Башҡорт ғәскәрҙәре 1918 йылдың июнендә Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарары буйынса аҡтар яғында ойошторола. Бының өсөн Хөкүмәттең хәрби бүлеге янында махсус Башҡорт хәрби советы булдырыла. Ул Башҡорт ғәскә­ренең штабы тип тә йөрөтөлә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә һигеҙ полк ойошторола. 1918 йылдың сентябрендә баш­ҡорт полктары Айырым Башҡорт корпусына берләштерелә, – ти тарихсы, Башҡортостан Респуб­ликаһы Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин.

Башҡорт хәрби советы­ның 1918 йылдың 7 сентябрендәге фарманына ярашлы, Айырым Башҡорт корпу­сы Ырымбур ҡалаһында ойош­торолған.
Корпус составында 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы, 2-се Башҡорт уҡсылар дивизия­һы, Әмир Ҡара­мышев исемендәге 1-се Башҡорт кава­лерия полкы, 1918 йылдың октябренән Ғ. С. Иҙел­баев исемен­дәге 2-се Башҡорт кавалерия полкы һәм 6-сы Башҡорт уҡсылар полкы була. Айырым Башҡорт корпусы яугир­ҙәренең һаны 7 800 кеше тәшкил итә.

1918 йылдың 25 октябрендә бөтә пехота берләшмәләре һәм частары уҡсылар берләшмәләре һәм частары итеп үҙгәртелә.

1918 йылдың сентябрендә кор­пус­тың 1-се һәм 4-се Башҡорт пехота полктары Орск ҡалаһы өсөн алыш алып ба­ра, 1918 йылдың октябрендә 3-сө Баш­ҡорт пехота полкы Сыз­рань ҡала­һы­ның оборо­наһында ҡатнаша, 1918 йылдың октябрь-ноябрь айҙа­рында 1-се, 2-се, 4-се һәм 5-се Башҡорт пехота полктары, 2-се Башҡорт уҡсылар полкы Аҡтүбә фронтында Ҡыҙыл Армияға ҡаршы һуғыша.

1918 йылдың 16 октябрен­дә КОМУЧ-тың барлыҡ ҡораллы көстәре Юғары баш командующийы штаб начальнигы С. Н. Розанов фарманына ярашлы Айырым Башҡорт корпусы тарҡатыла. 1918 йылдың 21 октябрендә кор­пустың уҡсы­лар полкы 1-се Баш­ҡорт уҡсылар диви­зияһы­на әүерелә, ә 1-се, 2-се Башҡорт ка­валерия һәм 6-сы Башҡорт уҡсы полк­тары Башҡорт­остан Хөкүмә­тенең ҡа­ра­мағында ҡала. 1918 йылдың 10 ноя­брен­дә Башҡорт хәрби советының рә­йе­се Ә. Ә. Вәлидов корпустың диви­зия­ға үҙгәртеп ҡоролоуы тураһында иғлан итә.

1919 йылдың ғинуарында Башҡорт­остан автономияһы етәксеһе Зәки Вәлиди башҡорт ғәскәрҙәре менән командалыҡты үҙ ҡулына ала һәм Башҡорт корпусы ҡайтанан тергеҙелә. 1919 йылдың февралендә Башҡорт корпусында 6,5 мең һалдат һәм командир иҫәпләнә. 1919 йылдың 18 февралендә Башҡорт корпусы килешеү нигеҙендә Ҡыҙыл Армия яғына сыға. 1919 йылдың 20 мартындағы Башҡортостан хөкүмәте менән Үҙәк совет власы араһындағы килешеү нигеҙендә Башҡорт корпусы ғәскәрҙәре Ҡыҙыл Армияның айырым ғәскәри берәмеге – Айырым Башҡорт Ҡыҙыл армияһы статусын ала.

Автор: Р. МУСИНА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәр

Тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәр 22.02.2019 // Рухиәт

Баймаҡ ерендәге ваҡиғаларға тарихсылар ниндәй баһа бирә?...

Тотош уҡырға 26

Шайморатов ҙурыраҡ баһаға лайыҡ

Шайморатов ҙурыраҡ баһаға лайыҡ 22.02.2019 // Рухиәт

Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор М.М. Шайморатовтың...

Тотош уҡырға 66

Кәшәнәләрҙе беләһегеҙме?

Кәшәнәләрҙе беләһегеҙме? 11.02.2019 // Рухиәт

Башҡортостан археологтары урта быуаттарҙа мосолмандарҙың республика биләмәһендәге изге урындары...

Тотош уҡырға 122

"Башҡортостан"дың Каруанһарайҙан сәләме

"Башҡортостан"дың Каруанһарайҙан сәләме 08.02.2019 // Рухиәт

Тарихыбыҙ йылъяҙмаһы булған "Башҡортостан" гәзитен дәүләтселегебеҙ бишеге булған Ырымбур ерендә...

Тотош уҡырға 107

Данлы шәхес мәңге хәтерҙә

Данлы шәхес мәңге хәтерҙә 05.02.2019 // Яңылыҡтар / Рухиәт

Нефтекама дәүләт филармонияһында башҡорт халҡының күренекле дәүләт эшмәкәре Муллайән Халиҡовтың...

Тотош уҡырға 154

Уның батырлығын хәтереңдә тот

Уның батырлығын хәтереңдә тот 05.02.2019 // Рухиәт

Ҡайҙа ғына тыуһа ла, ниндәй милләттән булһа ла, ул беҙҙең йөрәктәрҙә....

Тотош уҡырға 110

"Әй, Аҡтаныш! Яҡты һинең асман! Ал ҡан менән тарих яҙылған..."

"Әй, Аҡтаныш! Яҡты һинең асман! Ал ҡан менән тарих яҙылған..." 03.02.2019 // Яңылыҡтар / Рухиәт

Олуғ шәхес, Гәрәй ырыуы башҡорттары етәксеһе Илдархан Мутиндың Башҡорт автономияһы өсөн көрәш...

Тотош уҡырға 194

Сафуан Яҡшығоловтың шиғырын ятлап бүләк от!

Сафуан Яҡшығоловтың шиғырын ятлап бүләк от! 03.02.2019 // Рухиәт / Әҙәбиәт

Өфөлә Мең ырыуы башҡорттары башҡарма комитетының сираттағы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 272

Бындай байлыҡ ҡайҙа бар?

Бындай байлыҡ ҡайҙа бар? 29.01.2019 // Рухиәт / Әҙәбиәт

“Һәр ҡала ла бындай байлыҡ, илһөйәрлектең юғары өлгөһө һәм тыуған төйәк өсөн оло ғорурлыҡ тойғоһо...

Тотош уҡырға 217

"Беҙ булһаҡ, шундай булырбыҙ!"

"Беҙ булһаҡ, шундай булырбыҙ!" 27.01.2019 // Рухиәт / Әҙәбиәт

Мәскәү ҡалаһының Башҡортостан вәкиллегендә талантлы шағирә һәм журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре...

Тотош уҡырға 774

Етәксе лә, шиғри күңелле ҡәләм оҫтаһы ла
Төбәгебеҙҙе “Оло Башҡортостан” иткән шәхес

Төбәгебеҙҙе “Оло Башҡортостан” иткән шәхес 25.01.2019 // Рухиәт

Хатта уның фамилияһы ла “халыҡ” һүҙенән алынған кеүек. Тарихта башҡорт милли хәрәкәтен...

Тотош уҡырға 382