Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уның батырлығын хәтереңдә тот

Ҡайҙа ғына тыуһа ла, ниндәй милләттән булһа ла, ул беҙҙең йөрәктәрҙә.

Был мәҡәләне яҙыр алдынан тәүҙә, йәш быуын Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарын беләме икән, тип таныштарымдан һорау алдым.
Беҙгә, Советтар Союзында тәрбиәләнгән балаларға, Зоя Космодемьянская, Леня Голиков, Валя Котик, Александр Маресьев кеүек геройҙарҙың исеме яҡшы таныш ине, улар йөрәгебеҙҙә Тыуған илгә сикһеҙ һөйөү өлгөһө, батырлыҡ символы булып уйылған. Ишеткән яуаптарҙан йәш быуын вәкилдәренең күбеһе өсөн батырҙарыбыҙҙың исеме бөгөн бер ни ҙә аңлатмағанлығына инандым.

Заман башҡа, заң башҡа. Бер кемде лә хөкөм итергә хаҡым юҡ. Эйе, Совет пропагандаһы яҡшы эшләгән, бәлки, халыҡтың рухын күтәреү өсөн ниндәйҙер яһалма образдар, легендалар ҙа булдырылғандыр. Һәр хәлдә, тарихсылар уларҙың тормошондағы “аҡ таптар”тураһында әле лә бәхәс ҡора.

Саша-Шакирйән

Шакирйән Мөхәмәтйәнов... Рәсәй генә түгел, элек Советтар Союзы составына ингән күрше илдәр кимәлендә ул әле һаман дошман амбра­зураһын күкрәге менән ҡаплап, ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәткән Александр Матросов булып йөрөй. Әлбиттә, уның барлыҡ милләттәр өсөн батырлыҡ өлгөһө ғорурлыҡ тойғоһо уята, тик яҡташыбыҙҙың урыҫ ке­шеһе булараҡ йөрөтөлөүе, уның әле һаман рәсми танылмауы барыбер йөрәкте әрнетә.
Икенсе яҡтан уйлаһаң, кем белә, әгәр ҙә ул урыҫ тиңдә­ше­нең аҙашы булып китмәһә, Шакирйән Мөхәмәтйәновты әллә ни данламаҫтар ҙа ине, бәлки.

Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, Александр Матросов 1924 йыл­дың 5 февралендә Украи­наның Днепропетровск өлкә­һендә ул ваҡыттағы Екатеринослав (хәҙер Днепропетровск) ҡалаһын­да тыу­ған. Әммә һуңынан 1924 йылда Днепропетровскиҙа ундай исем-шәрифле яңы тыуған баланың теркәлмәгәнлеге асыҡлана.

Билдәле публицист, яҙыусы Рәүеф Насиров, 80-се йылдар аҙағында кире ҡаҡҡыһыҙ дә­лил­дәр, яңынан-яңы документтар табып, батырыбыҙҙы яҡшы белгән, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән кеше­ләр менән хатлашып, алһыҙ-ялһыҙ күп ерҙәрҙе гиҙеп, Александр Матросовтың Учалы районы Ҡунаҡбай ауылынан Шакирйән Мөхәмәтйәнов икәнлеген иҫбатлай.

Батырҙың биогра­фия­һын­дағы ҡапма-ҡаршылыҡтар уның тыуған урыны менән генә бәйле түгел, артабанғы яҙмы­шында ла ғүме­ренең һуңғы минутына тиклем осрай. Тик шуныһын бер кем дә инҡар итә алмай: ҡайҙа ғына тыуһа ла, ниндәй милләттән булһа ла, Александр Матросов – Ша­кирйән Мөхәмәтйәнов беҙ­ҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡла­нырлыҡ хәрби ҡаһарманлыҡ ҡылған. Рәсәй Оборона ми­нистр­лығының үҙәк архивында ошо турала рәсми документ һаҡлана. Уның батырлығы мил­лиондарса һалдатҡа дәрт, рух өҫтәй. Барлығы 400 һал­дат уның ҡаһарманлығын ҡабатлай.

Батыр тыуҙырған ауыл

Шакирйән Мөхәмәт­йә­нов­тың тыуған ауылы Ҡунаҡбайҙа герой­ҙың яҡты иҫтәлегенә тоғролармы? Уның музейы­ның торошо нисек? Ошоларҙы асыҡлау маҡсатында Ҡунаҡ­байға юл тоттом.

Музей ауыл советы бина­һының икенсе ҡатында урын­лашҡан. Ауыл хакимиәте баш­лығы Фазила Шәймәр­ҙәнова миңә тарихи йорт буйлап экскурсия ойошторҙо. Му­зейҙа архив яҙмалары, фотографиялар, ғаилә шәжәрәһе, гәзит­тәр­ҙән мәҡәләләр, хаттар, ауыл халҡының төрлө тарафҡа һо­рап яҙған мөрәжәғәт­намәләре ҡәҙер­ләп һаҡлана. Бына бер архив яҙмаһында, мәҫәлән, Юныс Мөхәмәтйәновтың ғаилә ағзалары исемлеге теҙелгән.

Стеналағы картинала һуғыш йыл­дарындағы Ҡунаҡ­бай ауылы һүрәт­ләнгән. Янғын һүндереү вышкаһына ҡаршы Мөхәмәт­йәновтарҙың йорто була. Ғаилә башлығы Юныс янғын һүндереүсе булып эшләй, музейҙа уның кас­каһы ла һаҡлана. Әсәһе Мөслимә бик иртә донъя ҡуя. Шакир­йәндең балалар йортона барып эләгеүенә тап ошо ҡайғы сәбәпсе була ла инде.

Музейҙа “Юшалы” колхозы ағзалары булып һаналған ауыл халҡының 1932 йылда бергә төшкән фотолары ла һаҡ­лана. Тикшеренеүселәр фекере буйынса, беренсе рәт­тә һулдан икенсе баҫып торған малай Шакирйән булып сыға.

Тарих йортоноң бер мөйө­шөн­дә геройҙың ауылдаш­тарының хәтирәләре яҙылған стенд та эленгән. Бына нимә тип иҫләй Мирғәзим Кәримов: “Шакирйән менән миңә 1941 йылдың июнь башында осра­шырға яҙҙы, миңә ул ваҡытта 12 йәш ине. Беҙ йылғала һыу төшә инек, ул шунда килде. Тиҫтерҙәре: “О, Шакирйән ҡайтҡан!” — тип шатланды. Ә ул тыныс ҡына: “Ағайығыҙ хәҙер Шакирйән түгел, ә Саша, мине шулай йөрөтөгөҙ”, – тине. “Ниндәй елдәр ташланы? Ҡайҙан килдең һин?” – тип төпсөндө малайҙар. “Эх, егеттәр, ҡайҙа ғына булманым мин. Әле бына Украинанан ҡайттым”, – тип уйсан ғына яуап бирҙе ул. “Һин бит балалар йортонда инең?” “Бөгөн – бында, ә иртәгә – тегендә. Ҡайҙа бул­ғанлығымды минән башҡа һис бер кем белмәй”, – тип өҫтәне ул. Яҡшы ғына кейемдә ине: тельняшка өҫтөнән күлдәк, ҡара салбар, ботинкалар кейгән”.

Батырҙың исемен тыуған яғына ҡайтарыу өсөн ике тиҫтә йыл ғүмерен арнап, кире ҡаҡ­ҡыһыҙ дәлилдәр һәм документтар йыйып, “Ҡайҙан һин, Матросов?” китабын сығарған Рәүеф Насировҡа ла стенд бағышланған. Эҙәрмән вафат булғас, яҡындары ул туплаған материалдарҙы музейға тапшыра. Бөгөн уларҙың барыһы ла ҡәҙерләп һаҡлана.

Берҙәм эштә – бәрәкәт

2015 йылда Ҡунаҡбай ауылында Александр Матро­сов­тың ҡаһарманлығына арнал­ған тәүге хәрби-тарихи реконструкция үткәрелә. Акцияны ойоштороуҙа урындағы хаки­миәт һәм патриотик берек­мәләр ярҙам күрһәтә.

Унда Учалынан “Бөркөт” эҙәр­мән отряды, “Тәүге баш­ҡорт кава­лерия полкы”, “Любизар” хәрби-тарихи клубы, шу­лай уҡ Свердловск өлкә­һенең Новоуральск ҡалаһы­нан “Эҙләнеүсе” һәм Өфөнән “Форвард” клубтары ҡатнаша.

– Реконструкция Бөйөк Еңеү­ҙең 70 йыллығын байрам итеү алды­нан республикала йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙең лайыҡ­лы өлгөһө булды, – ти ҡунаҡ­байҙар.

Ғөмүмән, Шакирйәндең ауыл­даштары уның исеме менән ғорурлана, геройға ҡағылышлы иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай.
2014 йылда Урындағы башлан­ғыс­тарға булышлыҡ итеү програм­маһы ғәмәлгә инеү менән, улар иң тәүге бурыстары итеп герой ауылдаштары Шакирйән Мөхәмәт­йәнов исемендәге мәҙәни-тарихи үҙәкте төҙөкләндереү мәсьәлә­һен күтәреп сыға.

– Программа ярҙамында 1 мил­лион 900 мең һумға му­зей­ҙың йылытыу системаһы яңыр­тылып, капиталь ре­монтлан­ды, Еңеү паркы тимер рәшәткәләр менән кәр­тәләнде, стендтар булдырылды. Ауыл халҡы ҙур әү­ҙемлек күр­һәт­те, 146 мең һум аҡса йыйып тап­шырҙы, – ти Фазила Әмин ҡыҙы.

Музейҙа ла, хәтер мемориа­лында ла тәртип, йыйнаҡ­лыҡ күҙәтелә. Герой бюсы, һуғыш­та ҡатнашҡан яугирҙәр исемлеге яҙылған мемориаль стена эргәһе ҡыш булһа ла, ҡар­ҙан таҙартылып ҡуйылған. Бында кешеләрҙең эҙҙәрен һыуытмауы әллә ҡайҙан күренеп тора.

Ҡиммәттәр тапалған заманда

Һуңғы ваҡытта тарихты үҙ­гәр­теп яҙырға тырышыусылар күбә­йеп китте. Украинала, Польшала, Балтик буйы дәү­ләт­тәрендә әле унда, әле бында донъяны Гитлер яуызлы­ғынан азат иткән Совет һал­даттарына хөрмәт йөҙөнән ҡуйылған һәйкәл-обелискы­ларҙы, хәтер мемориалдарын емереү осраҡтары ишетелә.

Днепропетровск ҡалаһында Александр Матросовҡа һәйкәл ҡуйылған. Урындағы ябай ха­лыҡ, бигерәк тә оло быуын уны ҡәҙерләп тоторға тырыша. Әммә интернет селтәрендә уның килә­сәге өсөн борсолоп яҙылған хәбәрҙәргә юлыҡтым. Рәсәй Оборона министр­лы­ғына һәйкәлде һатып алыуҙы талап итеп мөрә­жәғәт итеүселәр ҙә байтаҡ.

Бөгөн балаларҙы үҙебеҙҙең геройҙар миҫалында тәрбиә­ләү бик мөһим. Улар батыр­ҙарҙы белеп, ғорурланып үҫергә тейеш.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Кәшәнәләрҙе беләһегеҙме?

Кәшәнәләрҙе беләһегеҙме? 11.02.2019 // Рухиәт

Башҡортостан археологтары урта быуаттарҙа мосолмандарҙың республика биләмәһендәге изге урындары...

Тотош уҡырға 102

"Башҡортостан"дың Каруанһарайҙан сәләме

"Башҡортостан"дың Каруанһарайҙан сәләме 08.02.2019 // Рухиәт

Тарихыбыҙ йылъяҙмаһы булған "Башҡортостан" гәзитен дәүләтселегебеҙ бишеге булған Ырымбур ерендә...

Тотош уҡырға 93

Данлы шәхес мәңге хәтерҙә

Данлы шәхес мәңге хәтерҙә 05.02.2019 // Яңылыҡтар / Рухиәт

Нефтекама дәүләт филармонияһында башҡорт халҡының күренекле дәүләт эшмәкәре Муллайән Халиҡовтың...

Тотош уҡырға 132

"Әй, Аҡтаныш! Яҡты һинең асман! Ал ҡан менән тарих яҙылған..."

"Әй, Аҡтаныш! Яҡты һинең асман! Ал ҡан менән тарих яҙылған..." 03.02.2019 // Яңылыҡтар / Рухиәт

Олуғ шәхес, Гәрәй ырыуы башҡорттары етәксеһе Илдархан Мутиндың Башҡорт автономияһы өсөн көрәш...

Тотош уҡырға 182

Сафуан Яҡшығоловтың шиғырын ятлап бүләк от!

Сафуан Яҡшығоловтың шиғырын ятлап бүләк от! 03.02.2019 // Рухиәт / Әҙәбиәт

Өфөлә Мең ырыуы башҡорттары башҡарма комитетының сираттағы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 251

Бындай байлыҡ ҡайҙа бар?

Бындай байлыҡ ҡайҙа бар? 29.01.2019 // Рухиәт / Әҙәбиәт

“Һәр ҡала ла бындай байлыҡ, илһөйәрлектең юғары өлгөһө һәм тыуған төйәк өсөн оло ғорурлыҡ тойғоһо...

Тотош уҡырға 167

"Беҙ булһаҡ, шундай булырбыҙ!"

"Беҙ булһаҡ, шундай булырбыҙ!" 27.01.2019 // Рухиәт / Әҙәбиәт

Мәскәү ҡалаһының Башҡортостан вәкиллегендә талантлы шағирә һәм журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре...

Тотош уҡырға 747

Етәксе лә, шиғри күңелле ҡәләм оҫтаһы ла
Төбәгебеҙҙе “Оло Башҡортостан” иткән шәхес

Төбәгебеҙҙе “Оло Башҡортостан” иткән шәхес 25.01.2019 // Рухиәт

Хатта уның фамилияһы ла “халыҡ” һүҙенән алынған кеүек. Тарихта башҡорт милли хәрәкәтен...

Тотош уҡырға 369

Милли корпус – автономияны яҡлаусы

Милли корпус – автономияны яҡлаусы 25.01.2019 // Рухиәт

Башҡортостан авто­номияһын иғлан итеүҙә төп роль уйнаған Башҡорт корпусы ойошторолоуға – 100 йыл....

Тотош уҡырға 302

Мортаза Рәхимовҡа – “Башҡорт халҡының маҡтаулы аҡһаҡалы” исеме

Мортаза Рәхимовҡа – “Башҡорт халҡының маҡтаулы аҡһаҡалы” исеме 24.01.2019 // Яңылыҡтар / Рухиәт

Алда хәбәр иткәнебеҙсә, бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ултырышы...

Тотош уҡырға 462

Бишенсе съезд: ниҙәр көтөлә?

Бишенсе съезд: ниҙәр көтөлә? 24.01.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү ваҡыты билдәләнде: быйылғы 28-29 июнь....

Тотош уҡырға 412