Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шайморатов ҙурыраҡ баһаға лайыҡ
Шайморатов ҙурыраҡ баһаға лайыҡДанлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор М.М. Шайморатовтың исемен мәңгеләштереү мәсьәләһе бер мине генә түгел, бөтә Башҡортостан халҡын борсой. 2013 йылда уның батырҙарса һәләк булыуына 70 йыл тулыу уңайынан яҡташыбыҙға Герой исемен биреүҙе һорап, 100 меңгә яҡын ҡултамға йыйып, Рәсәй Президенты В.В. Путинға мөрәжәғәт ебәрелгәйне.

Президент, беҙҙең мөрәжәғәткә яуап итеп, Алкин ҡасабаһында урынлашҡан хәрби часҡа данлыҡлы генералыбыҙҙың исемен биреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Был һәйбәт, әлбиттә, ләкин был ғына аҙ. Өфө урамдарының береһенә Генерал Шайморатов исемен биреп, һәйкәлен урынлаштырырға кәрәк. Бының өсөн, минеңсә, Әй урамы тап килә.

Беренсенән, Белорет – Өфө һәм Ырымбур – Өфө юлдарынан килгән пассажирҙар ағымының күбеһе ошо урам аша үтә. Тимәк, уны баш ҡала­быҙҙың көньяҡ ҡапҡаһы тип әйтергә була. Икенсенән, Салауат Юлаев проспектынан боролоп, юл үткәргес аша Әй урамына ингән ерҙә уның һәйкәлен ҡуйыу өсөн бик һәйбәт урын бар. Был һәйкәл Салауат Юлаев һәйкәле кеүек бик алыҫтан күренеп, ҡунаҡтарҙы үҙенә әйҙәп, баш ҡалабыҙға йәм биреп торор ине.

Ошо тәҡдимде быға тиклем дә күтәреп сыҡҡайным инде. 2014 йылда мине Башҡортостан радиоһына тура эфирға саҡырғайнылар. Шунда был фекеремде әйттем. Икенсе тапҡыр 2016 йылда Ҡоролтайға хат яҙып ебәрҙем. Һөҙөмтәлә “Өфөлә М.М. Шайморатов исемен йөрөткән урам бар” тигән яуап килде. Баҡтиһәң, баш ҡалабыҙҙың Черниковка биҫтәһенең төпкөлөндә бер нисә ябай ғына ауыл өйөнән торған бәләкәй генә тыҡрыҡ Генерал Шайморатов исемен йөрөтә икән. Минеңсә, был уның исемен мәңгеләштереү түгел ул.

Әлбиттә, аңлайым, бындай эште башҡарып сығыу өсөн байтаҡ сығым талап ителәсәк. Был йәһәттән дә тәҡдимем бар: республикабыҙҙа “Генерал Шайморатов” фондын ойош­то­рорға һәм, махсус иҫәп асып, “Башҡорт­остан”, “Кызыл таң”, “Республика Башкортостан” гәзиттәре аша ярҙам итеү­ҙәрен һорап, халыҡҡа, ҙур предприя­тиеларға махсус хат менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Минеңсә, был сараға күптәр шатланып ҡушыласаҡ. Үҙем, мәҫәлән, пенсия аҡсамдан ун мең һум­ды бөгөндән сығарып һалырға әҙермен. Әйткәндәй, быйыл М.М. Шаймора­тов­тың тыуыуына 120 йыл тула. Мәсьә­ләнең ыңғай хәл ителеренә өмөтөм ҙур.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 18

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 59

Милли музей ҡунаҡҡа саҡыра

Милли музей ҡунаҡҡа саҡыра 17.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан Башҡортостандың Милли музейы 20 мартта “Асыҡ ишектәр көнө”...

Тотош уҡырға 102

"Бөрйәне өсөн янып-көйөп йәшәне"

"Бөрйәне өсөн янып-көйөп йәшәне" 16.03.2019 // Рухиәт

Бөрйән районының Байназар ауылында бөйөк ғалим-фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре, тыуған ерен, халҡын...

Тотош уҡырға 78

Күмертауҙарҙың уртаҡлашыр тәжрибәһе мул

Күмертауҙарҙың уртаҡлашыр тәжрибәһе мул 15.03.2019 // Рухиәт

Әле, билдәле булыуынса, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек маҡсатында республика...

Тотош уҡырға 68

Бер ҡомартҡы тарихы

Бер ҡомартҡы тарихы 15.03.2019 // Рухиәт

Сибайҙа Зәки Вәлидиҙең эш өҫтәле һаҡлана....

Тотош уҡырға 104

Темәс халҡы үҙ тарихын яҙҙы

Темәс халҡы үҙ тарихын яҙҙы 13.03.2019 // Рухиәт

Дәүләтселегебеҙҙе төҙөүҙә ҙур роль уйнаған Темәс ауылының данлы, шанлы тарихы бар. Тап ошо ерҙә...

Тотош уҡырға 150

Ауырғазы башҡорттары ҡор йыйҙы

Ауырғазы башҡорттары ҡор йыйҙы 13.03.2019 // Рухиәт

Талбазыла бөгөн Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 83

Тарихты дөрөҫ яҙайыҡ

Тарихты дөрөҫ яҙайыҡ 12.03.2019 // Рухиәт

Күсейҙә белем биреү Фазулла хәлфә мәктәбенән башланған....

Тотош уҡырға 149

Сәләх Кулибайҙың һеңлеһенән ҡалған...

Сәләх Кулибайҙың һеңлеһенән ҡалған... 26.02.2019 // Рухиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан “Тарих һаҡлай ҡомартҡылар”...

Тотош уҡырға 273

Темәскә, Шәһит Хоҙайбирҙингә!

Темәскә, Шәһит Хоҙайбирҙингә! 26.02.2019 // Рухиәт

Ғәҙеллекте ошолай урынлаштыралар....

Тотош уҡырға 168

Тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәр

Тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәр 22.02.2019 // Рухиәт

Баймаҡ ерендәге ваҡиғаларға тарихсылар ниндәй баһа бирә?...

Тотош уҡырға 503