Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер ҡомартҡы тарихы

Сибайҙа Зәки Вәлидиҙең эш өҫтәле һаҡлана.

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында урынлашҡан уҡыу йорто музейында көньяҡ-көнсығыш райондарынан йыйылған бик күп тарихи ҡомартҡы бар. Ҡасандыр милли хазиналарҙы һаҡлау, йәш быуынға рухи ҡиммәттәрҙе еткереү, халҡыбыҙҙың данлы һәм шанлы үткәнен күрһәтеү, ìèëëè ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, тормош-көнкүрешен сағылдырған экспонаттарҙы туплап, уны бер урынға йыйыу маҡсатында башланған эш һөҙөмтәһендә ҙур музей асылыуы үҙе хуплауға лайыҡ. Шуныһы мөһим: бында һаҡланған ҡайһы бер ҡомартҡыларҙы Башҡортостандың башҡа музейҙарында осратыу мөмкин түгел. Шундай ҡәҙерле һәм тарихи әйберҙәр исемлегенә Башҡорт Хөкүмәте Темәскә күскән осорҙан ҡалған Зәки Вәлидиҙең эш өҫтәлен индерергә була. Óíûң Сибай музейына килеп эләгеүе – үҙе бер тарих.

Óҙғàí áûóàòòûң 90-сы йылдары башында, халҡыбыҙ үҙаллы­лыҡ яулаған, уның милли аңû күтәрелгән осорҙа, ул саҡта Сибай институтының профсоюз комитеты рәйесе Юнир Минишев (әле ул — Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге музей директоры) Темәс ауылында йәшәгән бер оло кешенән ундағы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын­дағы кеүек өҫтәлдең икәү булыуы хаҡында ишетә, уның тап Баймаҡ районында булыуын да иҫкәртә.

Тарихсы Юнир Минишев эҙләнә башлай: һәр ауылдың оло кеше­ләренән һораша, аҡрынлап өҫтәл­дең эҙенә төшә. Тарихи әéáåð Баймаҡтағы машиналар эшләү заводына бирелә, артабан уны алтмышынсы йылдарҙа яҡшы эшлә­гәндәре өсөн “Иҫке Сибай” сов­хозының Калинин бүлексәһенә, атап әйткәндә, уның рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Павел Надькинға бирелә.

Ул ваҡытта совхоздың көслө сағы була: өҫтәлгә иғтибар бирелмәй, уны хатта иҫке тигән һылтау менән барак кеүек бер бүлмәгә урынлаштыралар. Эҙлә­нә торғас, ниһайәт, өҫтәлдең эҙенә төшөп, Юнир Әйүп улы, совхоздың эштәр идарасыһы Виктор Землян­скийға хәлде аңлатып, унан һорап ала. Эштең ниҙә икәнлегенә төшөн­гән кешеләр тарихи экспонат өсөн áàéòàҡ аҡса һорай, әммә Виктор Землянский бер өҫтәлде һәм ике ултырғысты музейға тапшы­рырға ризалыҡ бирә.

Артабан белем усағы директоры ярҙамында ҡомартҡыны Сибай институтына алып ҡайталар һәм музейға урынлаштыралар. Тарихи сығанаҡтар буйынса, был өҫтәл XIX быуат башында махсус рәүеш­тә ике данала ғына Англияла эшләтеп алына. Әйбер бик оҫта итеп ҡулдан яһалған, тартмалары бар.

Зәки Вәлиди уны Темәскә күскән Ваҡытлы хөкүмәт файҙа­ланһын өсөн махсус рәүештә ҡайтарта. Бөгөн өҫтәлдең береһе — Темәстә, ә икенсеһе Сибай институтындағы музейҙа һаҡ­лана.

Уҡыу йортоноң матбуғат хеҙ­мәте етәксеһе Рәүилә Хәсәнова әйтеүенсә, бөгөн был өҫтәл — Сибай институты музейының иң ҡиммәтле экспонаттарының бере­һе. Ошо төбәктең фәнни, мәҙәни һәм мәғариф үҙәгенә әйләнгән уҡыу йортона абруйлы ҡунаҡтар күп килә, уларҙың күбеһе тарихи ҡомартҡының тап беҙҙә булыуына хайран ҡала. Музей киләсәк быуында ватан­сылыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 50

Милли музей ҡунаҡҡа саҡыра

Милли музей ҡунаҡҡа саҡыра 17.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан Башҡортостандың Милли музейы 20 мартта “Асыҡ ишектәр көнө”...

Тотош уҡырға 91

"Бөрйәне өсөн янып-көйөп йәшәне"

"Бөрйәне өсөн янып-көйөп йәшәне" 16.03.2019 // Рухиәт

Бөрйән районының Байназар ауылында бөйөк ғалим-фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре, тыуған ерен, халҡын...

Тотош уҡырға 74

Күмертауҙарҙың уртаҡлашыр тәжрибәһе мул

Күмертауҙарҙың уртаҡлашыр тәжрибәһе мул 15.03.2019 // Рухиәт

Әле, билдәле булыуынса, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек маҡсатында республика...

Тотош уҡырға 64

Темәс халҡы үҙ тарихын яҙҙы

Темәс халҡы үҙ тарихын яҙҙы 13.03.2019 // Рухиәт

Дәүләтселегебеҙҙе төҙөүҙә ҙур роль уйнаған Темәс ауылының данлы, шанлы тарихы бар. Тап ошо ерҙә...

Тотош уҡырға 147

Ауырғазы башҡорттары ҡор йыйҙы

Ауырғазы башҡорттары ҡор йыйҙы 13.03.2019 // Рухиәт

Талбазыла бөгөн Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 79

Тарихты дөрөҫ яҙайыҡ

Тарихты дөрөҫ яҙайыҡ 12.03.2019 // Рухиәт

Күсейҙә белем биреү Фазулла хәлфә мәктәбенән башланған....

Тотош уҡырға 140

Сәләх Кулибайҙың һеңлеһенән ҡалған...

Сәләх Кулибайҙың һеңлеһенән ҡалған... 26.02.2019 // Рухиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан “Тарих һаҡлай ҡомартҡылар”...

Тотош уҡырға 270

Темәскә, Шәһит Хоҙайбирҙингә!

Темәскә, Шәһит Хоҙайбирҙингә! 26.02.2019 // Рухиәт

Ғәҙеллекте ошолай урынлаштыралар....

Тотош уҡырға 166

Тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәр

Тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәр 22.02.2019 // Рухиәт

Баймаҡ ерендәге ваҡиғаларға тарихсылар ниндәй баһа бирә?...

Тотош уҡырға 470

Шайморатов ҙурыраҡ баһаға лайыҡ

Шайморатов ҙурыраҡ баһаға лайыҡ 22.02.2019 // Рухиәт

Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор М.М. Шайморатовтың...

Тотош уҡырға 169

Кәшәнәләрҙе беләһегеҙме?

Кәшәнәләрҙе беләһегеҙме? 11.02.2019 // Рухиәт

Башҡортостан археологтары урта быуаттарҙа мосолмандарҙың республика биләмәһендәге изге урындары...

Тотош уҡырға 183