“Тарт гармуның, туҡтатма, Беҙ әйтәбеҙ таҡмаҡтар!”
Таҡмаҡ – халҡыбыҙҙың йәшәйешен, күңел кисерештәрен оҫта сағылдырған моңло тел сәнғәте ул! Элек-электән бер генә йыйын да, туй-мәжлес, байрамдар ҙа таҡмаҡһыҙ үтмәгән. Моңға һалынған төртмә шиғри юлдар, бейеү менән бергә үрелеп дәрт, күңел күтәренкелеге, яҡшы кәйеф өҫтәп кенә ҡалмағандар, ә уйынлы формала аҡыл, кәңәш, хатта кәмселектәргә төрттөрөп әйтеп һабаҡ та биргәндәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 482 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мар.Сәлимде инглиздәр ҙә уҡый!
Мәскәүҙә “Набоков премияһы китапханаһы” (“Nabokov Prize Library”) серияһында билдәле башҡорт сатиригы Марсель Сәлимовтың “Күгәрсен һөтө” (“The bird’s milk”) тигән китабы инглиз телендә баҫылып сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 258 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер китаптың күҙҙе асҡаны...
Башҡорт телен өйрәнәм тигән кешегә бөгөн бер ниндәй ҙә ҡамасаулыҡ юҡ кеүек. Магазинға инһәң дә, Интернетта, китапханаларҙа ла йәнең теләгән һүҙлек йәки дәреслекте таба алаһың – уҡы ғына. Тик бына күреү һәләтенән мәхрүм ҡалғандарҙы ғына онотоп ҡалдыра яҙғанбыҙ шикелле... Ҡабарынҡы нөктәле Брайл шрифты менән башҡортса-русса, русса-башҡортса тәүге һүҙлек әле саҡ донъя күрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 279 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бысраҡ табан аҫтында
Башҡорт намыҫы ятмаҫ...
Шәйехзада БАБИЧ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 744 тапҡыр // Тотош уҡырға
Буденныйҙың ат ҡараусыһыЙәмле июнь көнөндә Әбйәлил районының Амангилде һәм Ҡаҙмаш ауылдары араһындағы оло юл ситендә “Ҡарғалар” тигән яҙыулы күрһәткес пәйҙә булды. Үткенселәрҙе был күренеш аптыратһа ла, урындағы халыҡты ғәжәпләндермәне: ҡарғалар араһы – Амангилделәге билдәле күп һанлы зат. Улар был көндә тамъян ырыуы башлығы Шағәле Шаҡман бейҙең тоҡомонан булған Әбүталип Әхмәтҡужа улы Әхмәтҡужин нәҫеленең шәжәрә йыйынын үткәрә ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 672 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡдәүләт ҡыҙының бәләкәй дәүләте– Атайым Әхмәҙулла үҙе белем ала алмаған, шуға ла беҙҙе, балаларын, уҡытыуға күп көс һалды. Ул биргән кәңәштәрҙең береһе хәтеремә шул тиклем ныҡ һеңеп ҡалған: “Ҡыҙым, башҡаларҙың тик һәйбәт яғын күр, яҡшы сифаттарын ғына үҙләштерергә тырыш”. Тормошомдоң девизына әүерелгән ошо һүҙҙәрҙең тәрән мәғәнәһен тәрбиәләнеүселәремә лә төшөндөрөргә, һеңдерергә тырыштым, – тип башланы әңгәмәбеҙҙе дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында тәрбиәсе булып эшләгән Фәриҙә Бәхтейәрова.
Ком: 0 // Уҡынылар: 436 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡәҙерле дуҫтар!
Гәзитебеҙ ойошторған “Коллектив менән – “Башҡортостан”ға!” акцияһының быға тиклем дә әүҙем барыуын яҡшы беләһегеҙ. Хәҙер ул, күптәрҙең Интернет менән эш итеүен иҫәпкә алып, “Бәйләнештә” социаль селтәре аша эстафета рәүешендә лә дауам итәсәк. Йәғни бер коллектив 2015 йылдың икенсе яртыһына “Башҡортостан” гәзитенә яҙыла һәм рухи эстафетаны икенсе коллективҡа тапшыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 494 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 Алға
Бит башына